Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
15 Июль 2023, 02:40

Рәмил Туйсин йырлай

Рәмил Париж улы халыҡсан йырлауы менән халыҡҡа оҡшай.

Рәмил Туйсин йырлайРәмил Туйсин йырлай
Рәмил Туйсин йырлай

Туйсин Рәмил Париж улы (12 апрель 1972 йыл) — педагог һәм һәүәҫкәр йырсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2009).

Рәмил Париж улы Туйсин 1972 йылдың 12 апрелендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында тыуған.

1999 йылда Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтын тамамлағаc, 2000 йылдан Сибай ҡалаһының 13-сө башҡорт урта мәктәбендә, 2001—2008 йылдарҙа Балалар сәнғәт мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Учалы филармонияһы концерттарында ҡатнаша. 2009 йылдан уҡытыу-методик эш буйынса белгес, 2011 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университетының Урал аръяғы филиалының Студенттар ижады үҙәге етәксеһе.

Репертуарында йөҙҙән ашыу башҡорт халыҡ йыры, шул иҫәптән: «Абдрахман кантон», «Ауыл көйө», «Буранбай»«Сибай»Хөсәйен Әхмәтов, Х. А. Дәүләтов, Ю. Х. Үҙәнбаев һ. б. йырҙарын башҡара. 2007 йылдан Туйсиндар ғаилә концерт студияһы етәксеһе.

 

Фото: Бәйләнештә

Башҡорт Википедияһынан.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас