Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
15 Июль 2023, 14:51

Сабынлыҡ юлында...

Әртил контораһы янында еңел машина тора: ике кеше бар, береһе хәрби кейемле, икенсеһе оҙон, аҡһыл плащта. Бергәләп кереүгә лампаһы янған контора эсенә, күҙ дүрт булды: имәндәй мыҡты, оҙон кәүҙәле, ҡарағусҡыл, яҫы битле, түшендә Алтын йондоҙ, орден бланкалары ғәжәйеп күп һанлы, прәме таныш кеше һымаҡ ? Баҡтиһәң, Таһир Ҡусимов үҙе!

Сабынлыҡ юлында...Сабынлыҡ юлында...
Сабынлыҡ юлында...


(уймаҡ хикәйә).
Атайым, мин, йәнә ағайым-өсәүләп йыраҡтағы сабынлыҡҡа- ҡуналап бесән эшләргә барабыҙ.
Үрләҫ башланды.Оҙон-урау тау юлдарынан йөклө арба булғас, атайым атын ыңғайына ҡуйырға ғәҙәтләнгән. Кәрәк ерҙә үҙе туҡтап хәл ала, ә беҙ артынан эйәреп, ҡалмаҫҡа тырышып атлайбыҙ.Шулай ҙа, тик бараһы килмәй, форсаты сыҡҡас:
-Атый, берәй иҫтәлекле ваҡиғаңды һөйлә әле?-тим.
-Юлдағы һөйләшеүҙәрҙән юл ырамлы була тимәксеһеңме?
Һуғыштан ҡайтҡас яраларым төҙәлеп бөтмәгән, ҡулымда аҫыулы көйөнсә эшкә саҡырҙылар.
1945 йылдың көҙөндә, 8 ауыл берләштергән Кинйәкәү ауыл советы рәйесе итеп тәғәйенләнеләр, һуғышҡа ла эшләгәнемдә шунан алып киткәйнеләр..
Ауыр саҡ:аслыҡ интектерә халыҡты, ир-егеттәр аҙ, яу яланында ятып ҡалдылар, һай, ирҙәрҙең аҫылдары!
Көс еткеһеҙ ауырлыҡтар ҡатын-ҡыҙ иңенә һәм үҫеп килгән йәш быуынға төштө .
..Бер ай тирәһе эшләгәнмендер, ахыры, төнгө ҡарауылсы килеп, ҡунаҡтар килеүен әйтте. Әртил контораһы янында еңел машина тора: ике кеше бар, береһе хәрби кейемле, икенсеһе оҙон, аҡһыл плащта. Бергәләп кереүгә лампаһы янған контора эсенә, күҙ дүрт булды: имәндәй мыҡты, оҙон кәүҙәле, ҡарағусҡыл, яҫы битле, түшендә Алтын йондоҙ, орден бланкалары ғәжәйеп күп һанлы, прәме таныш кеше һымаҡ ? Баҡтиһәң, Таһир Ҡусимов үҙе!
Плащ кейгән кешеһе:
-Һаумы, фронтовик!
Мин Сәйфи Ҡудаш тигән кеше булам, быныһы беҙҙең Герой, таныйһыңмы?
Ҡаушабыраҡ ҡалып:
-Таһир Кусимов, гәзит биттәрендә күп тапҡырҙар күрҙек, уның ҡаһарманлығы бөтә һуғыш йылдарында беҙҙе оҙатып йөрөнө, рух, көс бирҙе Еңеү өсөн, тинем.
Башта бер уй минең, кемгә фатирға төшөрөргә икән....
Ни эшләргә белмәйенсә иҫәнгерәнем, үҙемдең тәғәйен йәшәгән урыным юҡ, апайымдарҙа йәшәйем, әсәйеңдәрҙе күсереп алырға, малдың ҡураға кереүен көтәбеҙ әлегә..
Кусимов юғалып ҡалыуымды һиҙҙе, арҡамдан ҡағып:
-Баш терәрлек урын булһа, шул еткән, ти. Бер-беребеҙҙе аңлаштыҡ шикелле. Көлөмһөрәштек.
Ҡарауылсы шыбырлай һалды, Вәсилә килендәргә алып бар, тиеп.
Ҡунаҡтарҙы алып барҙым, үҙем көйөп ҡайттым, ә ашарҙарына бармы, юҡмы, һорашыу ҙа юҡ.
Көтмәгәндә килеп төшкән хөрмәтле кешеләрҙе ҡәҙер итеү өсөн, йүгереп алырға тура килде. Әртил контораһында булып, кладауайға ҡағыҙ илтеп, ит алдым да, йәһәттән барһам, йоҡлайҙар ине. Ымлап ҡына улын саҡырҙым килендең. Нөғәмән ҡусты кис тамаҡтарын туйҙырыуҙарын һөйләне. Хәҙер үк ит бешерергә ҡушып, тынысланып, күңелем күтәрелде. Иртәнге йыйылышты үткәрергә, эшкә йүнәлдем..
Үҙем ағайҙарҙың беҙҙең яҡҡа килеп сығыуҙарының сәбәбен белдем. Таһир Ҡусимов Әбйәлил районынынан, хәрби кешенең һәр ваҡыты тығыҙ булғанлыҡтан, ҡыҫҡа һәм тура юлды, Өфө-Эстәрле-Маҡар аша Әүжән-Белорет маршрутын һайлағандар.
-Нөғәмән ҡусты тигәнең, яҙыусы Мусин түгелдер ул?Ҡабатлап күрешмәнеңме һуң?
-тип һорайым түҙмәй.
-Эйе, үҙебеҙҙең инде Нөғәмән, ул ваҡытта уҡыусы ғына ине. Юҡ, йүкә әҙерләү планының үтәлешен тикшерергә, кемдер эшкә сыҡмауы ла минең өҫтә, көҙөн сыуаҡ, көндәр ҙә аҙ була, өлгөрөп ҡылыу ҙа кәрәк ине. Былай ҙа осраушыуҙан үҙемде икеләтә бәхетле итеп тойҙом...

 

Хәлиҙә Бәкирова, С.Шарипов исемендәге "Иҙел башы" яҙыусылар берлеге ағзаһы.

Автор:
Читайте нас