Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
16 Июль 2023, 12:39

Ғәфү ит...Булған хәл. Илгиз Ишбулатов

Берәй танышым булһа, йүгереп кенә инеп, саҡырып төшөр инем. Был кешене белмәйем, өҫтәүенә иҫерек булыуы һағайта. Инеп, бола ҡуптарып йөрөһә...

Ғәфү ит...Булған хәл. Илгиз ИшбулатовҒәфү ит...Булған хәл. Илгиз Ишбулатов
Ғәфү ит...Булған хәл. Илгиз Ишбулатов

Булған хәл

Төш мәлендә аҫҡа төшөп, тышҡа сығырға итһәм, вахталағы турникетҡа бәрелдем. Ишек яғында ултырғысҡа ҡунаҡлаған бер ағай кеше:
– Турникеттан ырғып үт, – ти, миңә.
– Һаумыһығыҙ, – тинем тимер ҡоршауҙы еңеп, уның эргәһенә килеп сыҡҡас.

Ҡарайым, таныш та, түгел дә һымаҡ. Һуҡмыш икәнлеге йөҙөнә сыҡҡан. Ситләтеп үтмәксе булдым.
– Миңә ярҙам итмәҫһеңме? – тип өндәште йәнә.
– Була инде, –тигән булам, ҡыйынһынып, – итмәҫһеңме, тигәсең, белмәйем, ярҙам итерменме икән.
–Ярҙам ит, улай булғас, – сейле-бешле юморымды ҡабул итте – йылмайҙы, – мине үткәр әле эскә. Редакцияла (баҫманың исемен әйтте) работяга булып эшләгән Фәлән Фәләнов тигән дуҫыма инергә ине.
– Һине белмәйем бит әле. Паспортың бармы? Паспортыңды күрһәтһәң, индерерҙәр...
– Юҡ шул... Әллә, үҙең генә менеп саҡыраһыңмы?


Берәй танышым булһа, йүгереп кенә инеп, саҡырып төшөр инем. Был кешене белмәйем, өҫтәүенә иҫерек булыуы һағайта. Инеп, бола ҡуптарып йөрөһә... Уйымды һорау итеп еткерҙем:
– Ә Фәлән ағай һине көтәме һуң? Шылтыраттыңмы?


Ҡарашын ситкә ала ҡунаҡ:
– Юҡ. Телефоным да юҡ эргәмдә. Дуҫымдан аҡса һорайым тигәйнем... Бөгөн урамда йоҡланым...
– Ой!.. Айныҡ булһаң, ағай... – тинем көрһөнөп. – Һин... көт инде, ағай, йәме, бәлки...
– Көтөрмөн, ярай. Ғәфү ит... – үпкәһеҙ ҡарашы менән оҙатып ҡалды.


Ашап килеүгә, ултырғыс буш ине. Таптымы икән, аҡса ала алдымы... Айныҡ көйөнсә тупһыҙ ҡыландым, тигән тойғо ҡалды. Ә ул, һуҡмыш булһа ла, зирәк аҡыллы, асыҡ зиһенле булып сыҡты. Кәмһенмәне, һоранманы, баш эймәне. һәм... Ғәфү үтенде. Күптәргә ярҙам итмәй ҡалдырғаным булды. Тәңкә арттыра алмаһам да, ошо һүҙем барып етһен ине: һеҙ ҙә мине ғәфү итегеҙ, замандаш ағай.

 

Илгиз Ишбулатов

Автор:
Читайте нас