

Мәләүез районының Ергән ауылынан 58 йәшлек Радик Хәбибуллин «Ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалы менән наградаланды. Олпат яугир миҙалды райондың хәрби комиссары Олег Тройно ҡулынан алды.
Радик Рәхим улы оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, үҙ теләге менән махсус хәрби операцияла ҡатнашып ҡайтҡан. Фронтта күрһәткән батырлығы өсөн сираттағы миҙалын күкрәгенә таҡты.
«Ул үҫтерҙем, өй һәм мәсет төҙөнөм, хәҙер Ватанымды һаҡларға тейешмен», - тип яуға китте ул. Балалар һәм ейәндәр уның һүҙен аңлап ҡабул итте. Уға терәк булырға тырыштыҡ. Ғаиләбеҙ тыныс ҡына көттө, әлбиттә, борсолдоҡ, әммә ныҡлы ышандыҡ», - ти яугирҙең тормош иптәше Вәсилә Абдулла ҡыҙы.
Радик Рәхим улы хәрби бәрелештәрҙә тәүгә ҡатнашмай. 1988 - 1989 йылдарҙа Афғанстанда хеҙмәт иткән. Унан һуң тыуған ауылында йәшәгән, колхозда тир түккән, элеваторҙа водитель булып эшләгән. 2018 йылда үҙ аҡсаһына Афғанстан ветерандары менән бергә Сергеевка ауылында мәсет төҙөгән.
Сығанаҡ: https://vk.com/wall-85076499_64305