Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
21 Июль 2023, 13:32

Һөйөнсө! "Килен" китабы сыҡты!

Ауыртыуҙан түҙмәй, күҙгә күренгән урынға барып ауҙым.   — Йә, килештермә, — тине ҡәйнәм. — Уй, балам... балам төшә... — тип эсемде ҡосаҡланым. — Шул тиклем ауыртмайҙыр инде, — ти ҡәйнәм.

Һөйөнсө!  "Килен" китабы сыҡты!Һөйөнсө!  "Килен" китабы сыҡты!
Һөйөнсө! "Килен" китабы сыҡты!

 

Йәш ижадсы Заһиҙә Мусинаның беренсе китабы донъя күрҙе. “Килен” тип аталған йыйынтыҡ бер нисә әҫәрҙән тора.

"Килен" - Башҡортостандың яҙыусылар союзы һәм "Планета" китап магазины менән берлектә сығарған китап.

 

Тиражы - 1000 дана. Уны "Планета" китап магазины селтәрҙәрендә һатып алырға мөмкин буласаҡ.

 

 

"Ауыртыуҙан түҙмәй, күҙгә күренгән урынға барып ауҙым.  

— Йә, килештермә, — тине ҡәйнәм.

— Уй, балам... балам төшә... — тип эсемде ҡосаҡланым.

— Шул тиклем ауыртмайҙыр инде, — ти ҡәйнәм.

— Төшә инде! Төшә! — Мин илар сиккә еттем.

— Төшһә ни! Яңынан табырһың! — тип ебәрҙе ҡайынбикәм. — Һиндәй ялан-йорпоға Хоҙай бирә лә бирә. Миндәйҙәргә генә ул инәлтә... — Был һүҙҙәр йөрәгемде телеп үтте.

Булат килеп инмәһә, нимә булырын да белмәйем.

— Нимә булды? — тип ул миңә ташланды.

— Ауыр күтәрҙем... Балам төшә инде...

— Ниңә уға ауыр күтәртәһең, әсәй? — Булат әсәһенә ҡысҡырҙы.

— Кем уға күтәртһен? Алдап ятмаһын!

Уның менән бәхәсләшер хәлем юҡ ине. Бары тик Булаттан фельдшер саҡырыуын һорай алдым"

 

 

"Килен" повесынан өҙөк. 

 

 

 

 

 

Автор:
Читайте нас