

Йәйге төн тиҙ генә үтә лә китә, йәш саҡта бигерәктә, төнгө сәғәт 4-5ләрҙә инде ҡайтып, яттым тиһәң, бер-ике сәғәттән әсәй уята.Ауылда эш күп, "йәйҙең бер көнө-ҡышты туйҙыра"-тип бушҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Тәүге айҙа сөгөлдөр, бәрәңге утау, һуңынан бесән ваҡыты башлана.
Бына бөгөн дә Ләйсәндең әсәһе уятты ла:
-Тағы Самиҡ бабайҙың алма баҡсаһына төшкәндәр, көтөү ҡыуғанда, эй һуҡрана, "төндә арт һырттарына тоҙ менән атам, кәртә буйлап ток һуҙам, ҡапҡан һалам алмаағасы төбөнә, этте төнгөлөккә баҡсаға ебәрәм"-ти.
-Ҡыҙым һин алмаға төшмәгәнһеңдер?-тип һораны әсәһе Ләйсәндән.
-Юҡ әсәй, унда егеттәр төштө, мин ҡыҙҙар менән урамда ғына көтөп торҙоҡ, Самиҡ бабайҙың тәҙрәһендә ут янғанын ҡарап.
... Ауылда алма үҫтереүселәр әҙ булды, Самиғулла бабайҙың емеш баҡсаһы өлгөлө, төрлө сорт алмалары, сейә, миләш, ҡурай еләге, ҡарағат тағы әллә күпме емеш ағастары бар. Самиҡ бабай һуғыш ветераны, баҡсаһын бала урынына ҡарай торғайны, шуға уның ағастары һәр йыл мул уңыш бирәләр. Тик бына алма бешкән осор башландымы төнгө бурҙар ялҡыта, йәштәр баҡсаға төшәләр, үҙҙәре йылғырҙар бит әле, бер ҙә тота алмай. Нисә тапҡыр баҡса яғына сыҡҡан тәҙрә төбөндә, төндә ут яндырмай ҡарап ултырып та ҡараны, юҡ, саҡ ҡына күҙе йомолһа,эте өрә башлай, кейенеп сыҡҡансы табандарын ялтыратҡан булалар.
Бөгөн көтөү ҡыуғанда ток һуҙам, тип әйтте, йәштәрҙең ата-әсәләре ҡайтып әйтһәләр, ҡурҡырҙар бәлки токка һуғылыуҙан, төшмәҫтәр-, тип уйланы Самиҡ бабай.
... Самиҡ бабайҙың ҡатыны Мәҙинә әбей Ләйсәндең әсәһен һәр саҡ баҡсала ярҙам итергә саҡыра, алма, миләш, ҡарағат йыйырға, Ләйсән әсәһе менән бергә йөрөй. Бөгөн ҡара миләш йыясаҡтар. Иртәнге ашты ашағас Ләйсән әсәһе менән Мәҙинә әбейҙәргә барҙылар, әбей тәүҙә сәй эсерҙе, һуңынан биҙрәләр алып баҡсаға сыҡтылар. Самиҡ бабай күптән инде баҡсала ине, төндә бурҙар емергән кәртә-ҡураны рәтләп йөрөй , Ләйсәнде күргәс:
-Ана, минең Ләйсән ҡыҙым килгән, һин бына аҡыллы ҡыҙ, әсәйеңә, әбейеңә ярҙам итәһең, төндә алма урлашып йөрөмәйһең-ти.Ләйсән бабайға күрһәтмәй генә йылмая, әйтмәй бит инде, мин төшмәйем баҡсаға, һаҡта ғына торам, тип.
Бабай һаман үҙ алдына һөйләнеп йөрөй:
-Ошо йылға буйынан һәр саҡ төшәләр, шунда ҡапҡан һалам, ток һуҙам, әйҙә һуңынан үпкәләмәһендәр-ти.
Ләйсән, ярай бабай, икенсе яҡтан төшөрбеҙ-тип уйлап ҡуйҙы....
... Эй, ҡороғорҙар, тағы баҡсаға төшкәндәр, ҡапҡан да, ток та алмай бит әле үҙҙәрен-тип ҡысҡырған тауыш ишетелде иртән көтөү ҡыуған кешеләргә....
Лена Шәйәхмәтова
Сығанаҡ: Минең ижадым (башҡортса Хикәйәләр)