Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
27 Июль 2023, 15:19

КЕШЕ ХӘЛЕН КЕШЕ БЕЛМӘЙ...

"Тиҙ ярҙам" килеп еткәндә ул һорауҙарға яуап бирерлек хәлгә килә. Инсулин ҡаҙағандан һуң ашап өлгөрмәгән, шуға ла шәкәре кинәт төшкән диабетик булыуы асыҡлана.

КЕШЕ ХӘЛЕН КЕШЕ БЕЛМӘЙ...КЕШЕ ХӘЛЕН КЕШЕ БЕЛМӘЙ...
КЕШЕ ХӘЛЕН КЕШЕ БЕЛМӘЙ...



Булған хәл

Ир кеше паркта иҫтән яҙып йығыла. Юл ситендә ята ул. Эргәһенән кешеләр үтеп- һүтеп йөрөй. Кемдер иғтибар ҙа итмәй үтә, кемдер иҫерек ята тип уйлап, аҙымдарын тиҙләтә төшә..
Иҫерек был, тип уйлаған йәш егет. Телефонын сығарып фотоға төшөрөп алған. Ауыҙын ҡыйшайтып хахылдап көлгән дә, китеп барған. Ә өлкән йәштәге ҡатын был йөрәк сирлелер тип йәлләп, уфтанып үткән.
Бер сәғәт үткәс, ниһайәт, йәш пар ир янында туҡтаған. "Уй, был ағайҙа диабет бит. Һәр хәлдә шуға оҡшаған. Шәкәре төшкән, ахыры, "– тип уйлаған ҡатын һәм үҙенең сумкаһынан помадка (йомшаҡ кәнфит) сығарған. Кәнфитте яҡшылап иҙеп сирленең ауыҙына һалалар. Ире скорый саҡыра.
Ерҙә ятҡан кеше ыңғырашып тамшанып ҡуя. Шул ыңғайы кәнфитте йота. Бер нисә минуттан ул иҫенә килә.
"Тиҙ ярҙам" килеп еткәндә ул һорауҙарға яуап бирерлек хәлгә килә. Инсулин ҡаҙағандан һуң ашап өлгөрмәгән, шуға ла шәкәре кинәт төшкән диабетик булыуы асыҡлана.
Диабет менән яфаланыусы апаһының иҫтән яҙған саҡтарын күргән ҡатын иргә кәрәкле ярҙам күрһәтә алған.
Әсәһе ауыр хәлдә реанимацияла ятҡан ҡатын кәңәш һорап танышына шылтырата. Хәлен һөйләй, ниндәйҙер йыуатыу һүҙҙәрен ишетергә теләй. Мәктәп психологы була танышы. Ханым тыңлай ҙа: "Ниндәй кәңәш бирәйем мин, балаларҙан тест ҡына эшләтә беләм, Сочиға китергә әҙерләнәм. Һөйләшергә ваҡытым юҡ , – тип ризаһыҙлыҡ белдерә. Ялға китергә әҙерләнеп " чемоданное настроение" менән йөрөгәнендә кемдеңдер проблемаһын тыңлап ултыра алмай ҙа инде.
Ҡатын уға шылтыратҡанына үкенеп ҡуя. Былай ҙа ҡайғырып йөрөгәнендә дорфа һөйләшһендәр әле! Йөрәк яралары тағы ла нығыраҡ әрнегәндәй тойола шул саҡта...
Ике көндән реанимацияла ятҡан әсәһе яҡты донъя менән хушлаша.
Дуҫтары, туғандары, коллегалары аңлап хәленә инә, ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша. Бүлек мөдире булған ҡатын больничный алһаң да эшлә, төңөлөп өйҙә ултырмаҫҡа тырыш, кеше араһында еңелерәк булыр, тип кәңәш бирә. Ирекле эш графигы тәҡдим итә. Дүрт стенаға ҡарап ятыуы бигерәк ауыр. Укол ҡаҙатып, дарыу эсеп эшкә йөрөй ҡатын. Күңелһеҙ уйҙарын эш менән баҫырға, һәр саҡ кешеләр араһында булырға тырышҡан була. Әсәйһеҙ ҡалған ҡатын-ҡыҙ бер-береһенең хәлен һүҙһеҙ аңлай бит. Мөдир ҡатын да тап уның кеүек, 30 йәшендә, әсәһен ерләгән була... Шуға ла уны аңлай, ихлас ярҙам итә.
Утыҙ биш йәшлек ҡатын бер көндө ата - әсәһен юғалта. Аварияла һәләк була улар . Иңенә төшкән һынауҙы бик ауыр кисерә ҡатын. Кабинетында илап ултырған саҡтары була, больничныйға йыш китә. Тик был ойошмала уның хәлен аңлаусы булмай. Эшенең рәте китә, уға бәйләнә башлайҙар. Ахыр сиктә ғариза яҙып китергә мәжбүр була.
Кеше хәлен кеше белмәй, үҙ башынан үтмәйсә, тиҙәр шул...

 

РИММА ӘХМӘТЙӘНОВА

Автор:
Читайте нас