

6
Ләйсән сығып киткәс, Рәмил шатлығынан вальстағы кеүек әйләнеп алды. Ләйсәнде килеп сығыр тип башына ла килтермәгәйне. Ул ҡатынын көттө. Өйөн йыйыштырҙы, таҙа күлдәген кейҙе, былтыр ҡатыны тыуған көнөнә бүләк иткән одеколонды һиптертеп алды. Былтыр килгәс, быйыл да килер төҫлө тойолдо Рәмилгә. Ләйсәндең килеүенә шатланһа ла, тыныс ултыра алманы: ҡатыны бына-бына килеп инер ҙә, уны аҙғынлыҡта ғәйепләр, тауыш сығарыр кеүек тойолдо. Ярай әле килмәне. Фатир асҡысын уға биреп ҡуйғайны. Был турала Ләйсәнгә һөйләп торманы.
Ҡатынына ҡарата күңеле төбөндә ниндәйҙер йылылыҡ йөрөткән кеүек ине, әммә Ләйсән дә яҡын кешеһенә әүерелде. Беренсе картинаһын һатып алғандан бирле ул Рәмилдең күңелендә – иң ҡәҙерле кеше. Тыуған көнөнә белеп килгәнме икән? Улай тиһәң, Рәмил бер ниндәй ҙә документын күрһәтмәне, үҙе лә әйтмәне. Нисек кенә булһа ла, Ләйсәндең килеүе байрам өҫтөнә байрам ғына булды. Нимә тураһында һөйләшкәндәрен иҫенә төшөрөргә тырышты. Ҡатыны тураһында ла һораны, буғай. Нимә тип яуап бирҙе һуң әле? Артыҡ һөйләшмәне, Ләйсәнде өркөтөрмөн, тип ҡурҡты: ҡайһы бер ҡатындар күп һөйләгән ирҙәрҙе бик өнәп бөтмәй. Уның ниндәй кеше икәнен белмәй бит. Шуға сабыр булыуға етмәй. Ләйсәндең ире, тормошо тураһында ла һорарға ҡыйманы. Яңғыҙ түгелдер, моғайын, шундай матур ҡатын хужаһыҙ булмаҫ! Тағы осрашһалар, һорар әле.
Ҡатыны менән йәшәгәндә Рәмил телгә бик оҫта, төрлө хәлдәрҙә лә юғалып ҡалмай торған кеше ине. Мәжлестәрҙә ул булмаһа, нимәлер етешмәй, тынып ҡалған төҫлө. Рәмилдең фәлсәфәүи фекер йөрөтөп һөйләүе бар кешенең иғтибарын йәлеп итә, күп ҡатын-ҡыҙ уның һөйләүенә ғашиҡ булып та ҡуя ине. Ҡунаҡтан ҡайтҡас, Рәмилгә шымырға тура килә, сөнки күп ваҡыт ҡатыны көнсөллөгөнән тауыш сығарҙы.
– Аҙғын, шул телең менән ҡатындарға инеп бараһың, кеше ирҙәре кеүек тик кенә йылмайып ултыра алмайһыңмы ни?!
– Мин һөйләмәһәм, кем һөйләһен, ҡунаҡтың ҡыҙығы ла булмаясаҡ. Ярай, башҡа ваҡыт кеше ирҙәре кеүек тик кенә ултырырмын, бер һүҙ һөйләмәм. Рәмил бер ваҡытта ла башҡа ҡатынды үҙемә ҡаратам, тигән маҡсат ҡуйманы. Хәләле менән йәшәгәндә башҡаларға күҙ һалманы, бәйләнмәне. Ҡатындарға күҙ уйнатып ултырған ирҙәргә асыуы килә. Уның ҡатынына ла бәйләнеүсе ирҙәр була торғайны. Ул саҡтарҙа ҡатынының ауыҙы йырылып, кәйефе күтәрелеп китә. Шул ҡунаҡтан шатланып ҡайта ине. Ә Рәмилгә һөйләшергә лә рөхсәт итмәй.
– Тел аҙғыны, телең менән һөйләп, күҙең менән ҡатындарҙы сисендереп ултыраһың бит, – тип әрләй.
– Һүҙен ҡайҙан табаһың, аңламаҫһың һине, – тип, һүҙ ҡуйырып китмәһен өсөн, Рәмил балконға сығып китә. Ҡатыны артынан:
– Ана, тыңларға ла теләмәйһең, тимәк, дөрөҫ! – тип һығымта яһап ҡуя ине.
Ҡатыны менән айырылышҡас, һүҙһеҙ ҡалды. Тормошо ошолай киҫкен үҙгәрер тип көтмәгәйне. Кеше менән һөйләшергә кәйефе лә, теләге лә булманы. Үҙ-үҙенә бикләнде. Ләйсәндең уның тормошона килеп инеүе генә уға яңы көс өҫтәп ебәрҙе. Һүнеп барған усағы ялҡынланып киткәндәй булды. Үҙенең кешеләргә кәрәк икәнен тойҙо.
Был донъяла иң ҡурҡынысы – бер кемгә лә кәрәк булмауыңды тойоу. Был тойғо кешене юҡҡа сығарыу көсөнә лә эйә. Тирә-яғыңда күпме кеше, ә һин яңғыҙһың. Һиндә бер кемдең эше юҡ. Һин дә бер кем менән ҡыҙыҡһынмайһың, яҙғы һыуҙа ағып барған юнысҡылай, яҙмыш ҡайҙа ағыҙа, бәрелә-һуғыла шунда ағаһың, үҙеңде ташландыҡ әйберҙәй хис итәһең. Ошо ҡурҡыныс ағымдан йә үҙең көс табып ҡотолоу яғын ҡарайһың, йәки кемдер һине тартып алырға тейеш.
Рәмил Ләйсәнде уны ошо ағымдан тартып алырға теләгән кешеләй, уға йылылыҡ, киләсәккә өмөт биреп, нурын ҡойған ҡояштай итеп күрә. Картиналар яҙғанда уны уйлап яҙа, шуғалырмы, һуңғы ваҡытта эшләгәндәре уйландырырлыҡ, кешене матурлыҡ донъяһына алып китерҙәй булып килеп сыға. Ләйсән уның тормошонан юғалһа, ул тағы ҡараңғылыҡ эсенә сумыр кеүек. Һуңғы ваҡытта ҡатындың баҙарға килмәүе күңеленә шом һала башлағайны инде. Ул Ләйсәндән күпте өмөт итмәй, бары картиналарын ғына һатып алып шатландырһын. Ҡатын-ҡыҙға уның ышанысы юғалды. Ҡатыны менән ауыҙы беште, хәҙер инде һалҡын булһа ла, өрөп ҡабасаҡ.
Хәләле менән айырылышырбыҙ тигән уй бер ваҡытта ла Рәмилдең башына килмәне. Ғүмер буйы бергә йәшәр төҫлө ине. Балалары булмауға ла артыҡ иҫе китмәне. Ҡатынының балаға уҙа алмауын үҙенән күреп килде. Табиптарға күренгәс кенә хәләле сәбәпсе икәнен белде. Ул саҡта ла бер һүҙ әйтмәне, киреһенсә, уны йыуатырға тырышты.
– Борсолма, хәҙер күп ғаиләләр балаһыҙ, бик булмаһа, берәйһен уллыҡҡа алырбыҙ, – тине. Ҡатыны бер һүҙ өндәшмәне. Уның йөҙөндә артыҡ борсолоу ҙа күренмәне. Һуңғы ваҡытта үҙгәреүен дә, эштән һуңлап ҡайтыуын да Рәмил үҙенсә юраны. Бала юҡлыҡҡа шулай борсолалыр, күңеленә тыныслыҡ тапмайҙыр, тип уйланы. Өҫтөнә ҡиммәтле кейемдәр алып кейеүен дә күрмәмешкә һалышты. Ҡатыны тураһында насар уйларға уның башына ла килмәне. Ул уға үҙенә ышанғандай ышанды. Үҙгәреүен күрмәмешкә һалышҡас, ҡатыны үҙе һүҙ башланы:
– Ниңә минән, ҡайҙа йөрөһөң, тип һорамайһың? – тине.
– Эшең күптер, шуға тотҡарланып ҡалаһыңдыр, – тине Рәмил, был турала һөйләшергә теләмәйенсә.
– Ә ниңә был кейемдәрҙе ҡайҙан, ниндәй аҡсаға алдың, тип һорамайһың? Миндәге үҙгәреште һиҙмәйһеңме әллә?
– Әллә ауырға ҡалдыңмы?
– Бигерәк аңра икәнһең. Аңра ир менән ғүмер үтә бит. Мин һинән китәм.
– Нисек? Ҡайҙа китәһең?
– Ҡайҙа китәләрме ни, айырылам. Етте һинең менән хәйерсе булып йәшәү. Бер машина ала алмайһың, исмаһам, берәй тапҡыр ял йортонда булған юҡ. Бала ла юҡ, етмәһә, хәйерсе лә бул – дөрөҫ түгел был. Кемгә кәрәк һинең картиналарың?
Рәмил бер ваҡытта ла байлыҡҡа тартылманы. Нисек бар, шулай йәшәп ятты. Аҡсаға артыҡ мохтаж булып та йәшәмәнеләр. Машинаға ла ҡыҙыҡманы, бәлки, алып та ебәргән булыр ине. Ҡатынының айырылышырға теләүен аңламаны, шаярта ғына, һынап ҡарайҙыр, тип ҡабул итте. Ләкин ул шаярманы – айырылыштылар. Рәмил уның бар шартына риза булып торҙо. Үҙенә бер бүлмә ҡалдырып, ҡатыны икене алғанда ла өндәшмәне. Әйтерһең дә, уның тормошо түгел, ә башҡа берәйһенеке хәл ителә. Ниндәйҙер битарафлыҡ барлыҡҡа килде. Йәшәүҙең ҡыҙығы бөткәндәй тойолдо. Уға барыбер ине. Шат күңелле Рәмилдең ҡапыл ғына бөгөлөп төшөүен туғандары ла, дуҫ-иштәре лә аңламаны. Кәңәш биреп ҡараһалар ҙа, ул ҡабул итмәне.
Ҡатыны менән айырылышыуға өс йыл ваҡыт үтһә лә, Рәмил яңынан бергә булыуҙарына өмөт итә. Әгәр шулай булһа, ул ҡатынын ғәфү итергә риза. Бөгөн тыуған көнөнә килмәгәс, өмөтө өҙөлгән кеүек булды. Сирләп киттеме әллә? Бер-бер хәл була күрмәһен! Кисен барып күреп килергә булды.
7
Рәмил ҡатынының эштән нисәлә ҡайтҡанын белә, шуға етенән һуң кейенде лә, юлға сыҡты. Уйға батып, башын аҫҡа эйгән килеш автобус туҡталышына атланы.
– Рәмил, Рәмил, – тип өндәшкән ир тауышын да ишетмәне. Кемдер килеп еңенән тартҡас ҡына башын күтәреп, ҡаршыһында торған иргә ҡараны.
– Һаумы. Нимә кәрәк? – тине Рәмил ҡоро ғына.
– Әллә-лә-лә, дуҫтарыңды танымай башлағанһың икән, – тине ир кеше башын һелкетеп.
– Ашығам, йомошоңдо әйт.
– Бер аҙ һөйләшеп ултырһаҡмы, тигәйнем, – тине ир тамаҡ төбөнә сиртеп.
– Мин ташланым, – тип Рәмил атлай башланы.
– Үҙгәргәнһең икән!
– Миндә һинең ни эшең бар?
– Элек беҙ кәрәк инек, нимә, ҡатының ҡайттымы әллә?
– Әйттем бит ваҡытым юҡ тип, – Рәмил бер аҙ йомшара төштө.
Был йорттағы фатирға күскәс, ҡайғылы ваҡытында бындағы эскеселәр менән зарын уртаҡлашып алырға тура килгәйне уға. Ул саҡта иң яҡын дуҫтары улар ине. Элекке дуҫтары бөтөнләй онотто. Рәмилдең тормошо менән береһе лә ҡыҙыҡһынманы. Әлеге ир шуларҙың береһе ине. Бөгөнгөләй күҙ алдында тора ул ваҡыттар. Ошо эскеселәр булмаһа, бәлки, Рәмил бөгөн йәшәмәҫ тә ине. Үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй ғазапланғанда улар менән күңелен йыуатты, хәлен һөйләп бирҙе. Тегеләре ихлас тыңлап ултырҙы, үҙҙәренсә кәңәш бирҙе.
– Ебеп төшмә, ҡатындар күп ул, хәҙер табып бирәбеҙ, – тине ҡырынмағаны битен һыйпап.
– Үҙеңде хөрмәт иткәне осрар, көт кенә, – тине икенсеһе, ауыҙындағы тимер тештәрен ялтыратып. Ул ваҡытта Рәмилде улар ғына аңлай ине кеүек. Шуға ла яңы “дуҫтары”на һыйынды. Бер эсеп ултырғанда:
– Йәшәй алмам, китермен был донъянан, – тип ысҡындырғайны, шунда береһе ҡыҙҙы ла китте:
– Һин нимә ебеп төштөң?! Рәхәтлектә йәшәгәс, аҙ ғына ауырлыҡты ла күтәрә алмайһыңмы?! Бына мин күргәнде күрһәң, ун биш йыл ултырып сыҡһаң, нимә эшләр инең?! – тине ике бармаҡһыҙы, ҡулын һелтәп. Рәмил уның төрмәлә ултырып сыҡҡанын белмәй ине, бер аҙ шөрләп тә ҡуйҙы. Ундай кешеләргә бүтән төрлө ҡарай ине. Ә бергә эсеп йөрөй башлағас, ҡарашын үҙгәртте. Ул кеше ғәҙел, ярҙамсыл булды. Рәмилгә ир булып ҡалырға, тормош ауырлығынан бөгөлмәҫкә өйрәтте. Үҙенең нисек юҡ ҡына ғәйеп өсөн төрмәгә эләгеүен һөйләне.
Бөгөн шул осорҙо иҫенә төшөрһә, шомло булып китә. Үҙенең ахмаҡлыҡ эшләп ҡуймағанына һөйөнә. Ләйсән менән дә танышмаҫ, картиналар ҙа яҙмаҫ ине.
Ләкин йыш ҡына беҙ – кешеләр ауырлыҡтарҙы күтәрә алмайынса бөгөлөп төшәбеҙ, ғүмеребеҙҙе үҙ теләгебеҙ менән сикләргә маташабыҙ. Күп ваҡыт шулай килеп сыға ла. Кемделер үкендерергә теләйбеҙ. Һөйгәндәребеҙҙе, балаларыбыҙҙы етем ҡалдырып, бер генә бирелгән ғүмеребеҙҙе өҙәбеҙ. Аҙ ғына бирелгән матур көндәр, бәхетле минуттар өсөн дә йәшәргә кәрәк икәнен онотоп ҡуябыҙ. Кеше был донъяға килгән икән, ниндәйҙер маҡсат менән йәшәргә, яҡшылыҡҡа өмөт сатҡыһын һүндермәҫкә тейештер.
Рәмил таныш подъезға үтеп, кәрәкле ишектең шылтыратыу төймәһенә ҡат-ҡат баҫты. Ләкин ишек асыусы булманы. Оҙаҡ ҡына торғандан һуң күршеһенән һорарға булды.
– Ғәфү итегеҙ, Сания ҡайҙа икән?
– Ул өйҙә юҡ. Һеҙ кем булаһығыҙ?
– Мин уның ире Рәмил булам. Дөрөҫ, беҙ бергә йәшәмәйбеҙ инде.
– Ул тиҙ генә ҡайтмаҫ әле, Мәскәүгә китте. Ҡайтһа, берәй нимә әйтергәме?
– Юҡ, кәрәкмәй, үҙем күрермен әле. Рәхмәт, – тине лә Рәмил урамға ашыҡты.
Мәскәүгә ниңә китте икән? Эше буйынсамы, башҡа сәбәп бармы? Алып-һатыу эшенә күстеме? Нисек кенә булһа ла, уның өсөн был хәл яңылыҡ булды. Ул Санияны белә: Мәскәүгә бер үҙе китмәйәсәк. Кем менән һуң? Рәмилдең күңелендә көнләшеү тойғоһо барлыҡҡа килде. Урам буйында тегеләй-былай атлап йөрөнө. Барыр юлын юғалтҡан кешене хәтерләтте. Быға тиклем бындай көнләшеү юҡ ине, әле үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй ғазапланды. Араларҙың бөтөнләй өҙөлөүе ошо буламы икән? Нисек кенә булһа ла, тыуған көнөнә килергә тейеш ине бит Сания. Күрше ҡатын алдаштымы әллә, һынап ҡарарға булдымы? Шул саҡ һиҫкәнеп китте. Санияһы уны фатирында көтөп торған булһа? Ҡайтырға ашыҡты.
Сания килмәгән булып сыҡты. Рәмил аптырап, диванына барып ултырҙы. Башына бер генә яҡшы уй ҙа килмәне. Бер аҙҙан һуңғы көндәрҙә эшләй башлаған картинаһын ҡаршыһына һөйәп ҡуйҙы. Унда тәбиғәт күренеше лә, натюрморт та түгел, ә күңеле төбөндәге уйҙары, хыялы һүрәтләнгән. Шуға исемен дә “Күңел көҙгөһө” тип атаны. Зәңгәр күлдәк кейгәне уның Санияһы, ә арттараҡ, аҡ күлдәктәгеһе – Ләйсән. Рәмил картинаға оҙаҡ ҡына ҡарап торғас, шуны аңланы: аҡтан кейенгән Ләйсән рәсемгә яҡтылыҡ, нур биреп торғандай, ҡалғандары, хатта Санияһы ла, был яҡтылыҡ эсендә юғалып, икенсе планға күскән төҫлө. Рәссам быны аңлы рәүештә эшләмәне, бары күңелендәгеһен аҡ киндергә төшөрҙө. Был картинаһы Рәмилдең үҙенә лә оҡшаны.
8