

-Сәхнәгә йәш йырсы Дим Бүләковты саҡырабыҙ!!!-тине алып барыусы.
Бына сәхнәгә яйлап ҡына, бер аяғына аҡһап матураҡ костюмда, сибәр егет сыҡты ла, үҙәктәрҙеөҙҙөрөп башҡорт халыҡ йыры "Уралым" ды йырлайбашланы. Зал тын ҡалды, себен осҡан тауыш та ишетелмәй, Димдең моңло, йөрәккә үтеп инерҙәй, йыраҡтан тау-таштарҙы ярырҙай көслө тауышызалды сорнап алды.
Егет йырлай, ә һәр тамашасы сихри моңғаиләүрәп,үҙ уйҙарына бирелә...
Ошо сәхнәгә Дим Бүләков булып сығып баҫыр өсөн был егет утты-һыуҙы үтте...
Димдең әсәһе Әлфиә хәҙерге байҙарҙың берҙән-бер ҡыҙы ине. Бәләкәйҙән тәҡәбер, үҙ һүҙле, бар теләктәре бер һүҙһеҙ үтәлеүен талап иткән ҡыҙбула. Бар яҡшы уйынсыҡтар, ҡиммәтле гаджеттар, кейем тураһында һүҙ ҙә юҡ. Әлфиәнең бар нимәһебула, эргәһендә йүгереп, һәр йомошон үтәгәнярҙамсылары:гувернантка, ашнаҡсы, тәрбиәсе, тренер, тик атай әсәй генә юҡ, улар һәр саҡ үҙэштәре менән мәшғүл. Шулай Әлфиә мәтди яҡтанбай, ә психик-мораь яҡтан ярлы булып үҫә. Әсәһебер ҡайсан да кистәрен әкиәт уҡымай, мәктәпкәсәсен үреп ебәрмәй, иртәнге аш әҙерләмәй. Был эштәрҙең барыһында ярҙамсылар эшләй.
Әлфиәгә был тормош оҡшай, мәктәптә арлы-бирлеуҡый, үҫә төшкәс бер төркөмгә ҡушыла, унда һыраэсә, наркотиктар ҡуллана башлай, бер һүҙ менән әйткәндә ҡыҙ яман юлдан китә. Әлфиәнең холҡоүҙгәреүен, шикле дуҫтары барлығын белмәйҙәр, һиҙмәйҙәр. 10синыфта уҡығанда ауырға уҙа. Әлфиәкәүҙәгә тулы булғас йөклө булыуын бер кемдәһиҙмәй.
Яҙғы каникул ваҡытында ата-әсәһе Египетҡа ялғакиткән саҡта, Әлфиә бар ярҙамсыларын өйҙәренәҡайтара, ике аҙнаға үҙе генә ҡала өйҙә. Шундаяңғыҙы тыуҙыра улын, алдан уйлап ҡуйғансакендеген киҫкәс, әҙерәк хәл йыйып ала ла, баланыбер одеялға урап тышҡа сыға. Күп уйлап тормай, яҡындағы Дим йылғаһы ярына бара, тәүҙә һыуғаырғытырға уйлай, һуңынан ни эшләптер йәлләп, ярҙағы скамейкаға һалып китә...
... Апрель башы, яҙ айы булһа ла көндәр һыуыҡ әле, Риф ағай һәр көн иртән Дим буйлап йүгерергә сыға. Бына был көндө лә йүгереп китеп бара ине, йәшбала илаған тауыш ишетеп ҡалды. Тауыш сыҡҡанергә барғас, үҙ күҙҙәренә ышанманы, скамейкалаодеялға төрөлгән йән киҫәге ята ине. Риф ағай тиҙгенә бәләкәсте ҡосаҡлайҙа өйөнә йүгерә, унда ҡатыны Әсмә апай бәләкәсте йыуындыра, һөтйылытып эсерә. Һуңынан полицияғашылтыраталар, тәүҙә больницаға, аҙаҡ балаларйортона ебәрәләр бәпесте. Риф ағай менән Әсмәапай нисек теләһәләр ҙә бәпесте ала алмайҙар, улар икеһе лә оло йәштә, пенсионерҙар шул. Балаға Дим тип исем ҡушалар, фамилияны Бүләков, атаһыныңисемен Риф тиҙәр.
Әсәһе йөклө саҡта аҙғын тормош алып барғанғаДимдең сәләмәтлеге зыян күрә, зәғиф була, бер аяғы икенсеһенә ҡарағанда 7см ҡыҫҡараҡ була. Психик яҡтан да йәштәштәренән ҡалыша, 6йәшенә тиклем һөйләшмәй, 5йәшендә аҡһап булһа ла атлайбашлай. Һаңғырау түгел, әйткәнде аңлай, бар ҡушҡан эште үтәй, ә бына бер өндә сығармай. Балалар йортонда уны ҡыйырһыталар, көләләрбашҡалар, төрткөләп, туҡмапта китәләр, Дим өндәшмәй, шым ғына илай.
Барыһын хайран ҡалдырып, үҙенең тыуған көнөндәберенсе һүҙен әйтә, Риф ағай тыуған көнө менән ҡотларға килгән, уны күргәс:-Атай!!! "-тип ҡаршыһына бара. Шуны әйтергә онотоп торам, Димде тапҡан Риф ағай, ҡатыны Әсмә апай менән бәләкәсте үҙҙәренә алмаһалар ҙа, һәр саҡ эргәһенәкилеп йөрөйҙәр, ял көндәрендә ҡунаҡҡа алыпҡайталар. Дим уларҙы яйлап атай, әсәй тип әйтәбашлай. Үҙҙәренең балалары булмағас Дим улар өсөн хоҙай биргән бүләк була. Риф ағайҙыңтәҡдиме буйынса Бүләков фамилияһын бирәләр.
Аяғының зәғифлене арҡаһында биш йәшкә тиклематлай алмай, Риф ағай аҡса йыйып Димдең аяғынаоперация эшләтә сит илдә, тимер ҡуялар. Аҡһапбулһа ла атлай башлай.
Мәктәптә уҡығанда ла еңел булмай Димгә, сөнки6йәшендә генә һөйләшә башлағас, 9йәшендә саҡмәктәпкә бара. Уҡыуы шәптән булмаһа ла, йыр-моңға оҫта була. Балалар йортоноң һандуғастанәйләнә, уның моңло тауышы барыһында хайранитә.
-Дим ҙурайғас кем булаһың?-тип һораһалар.
-Йырсы булам!!!-тип ҡыйыу итеп яуап бирә.
Риф ағай музыка мәктәбенә урынлаштыра, Дим унда пианинола, ҡурайҙа, гитарала уйнарға өйрәнә. Мәктәпте тамамлағас, 18йәше тулғас Риф ағайҙарғайәшәргә килә, сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Унда инде бер сығыш яһағанда билдәле продюсер күреп ҡала һәм Димдең хыялы тормошҡа аша, ул йырсы булып китә.
... Ә әсәһенә килгәндә Дим уны һәр саҡ күрә, тик белмәй генә.
Әлфиәнең яҙмышы бик аяныслы була шул, мәктәпте тамамлаған йылды атаһы менән әсәһеаварияла һәләк булалар. Әлфиә атаһы ғүмер буйыэшләп йыйған аҡсаны тиҙ сарыф итә, төҙөлөшфирмаһын банкрот була, аҡсаһы ҡалмағас йәшәгәнөйөн дә һата.
Бай ҡатын янында ир-ат күп була, тик улар үҙкеҫәләрен тултырғас тиҙ генә табандарынялтыраталар. Ғаилә ҡормай, бала тапмай. Өйөнһатҡас, әсәһенән ҡалған коммуналка бүлмәһендәйәшәй башлай, көндә хәмер эсә., аҡса юҡ, ә Әлфиәэшләгеһе килмәй, ул берәҙәк булып китә, яңы дүрттиҫтәһен ваҡлаған ҡатын магазин төбөндә хәйерһорап ултыра башлай. Бына шунда күрә лә индеДим әсәһен, ҡай саҡта тәнкәләр биреп китә.
... Дим йырын тамамланы, зал шау-гөр килеп баҫыпалҡышланылар.
Ана алғы рәттә уның иң ҡәҙерле кешеләре ултыраатаһы -Риф ағай, әсәһе-Әсмә апай!!!!
Лена Шәйәхмәтова.