Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
3 Август 2023, 11:23

ДОНЪЯ ҺӘМ КЕШЕ

Ипләп кенә:  “Һин кем?” — тип һораһаң, тирә-яҡтан: “Һин кем? Һин кем? Һин кем?”— тигән яуаптар ишетелә.

ДОНЪЯ ҺӘМ КЕШЕДОНЪЯ ҺӘМ КЕШЕ
ДОНЪЯ ҺӘМ КЕШЕ

 

Бер батша иҫ киткес һарай төҙөтә. Уның эсендә нимәләр генә юҡ. Тулыһынса көҙгөнән торған зал да бар икән. Көҙгөләр ныҡ сифатлы булған, кеше хатта ҡаршыһында үҙенең сағылышы торғанын ҡапыл аңламай ҙа икән. Бынан тыш, залда көслө шаңдау яңғырай. Ипләп кенә:  “Һин кем?” — тип һораһаң, тирә-яҡтан: “Һин кем? Һин кем? Һин кем?”— тигән яуаптар ишетелә.

Бер тапҡыр был көҙгөлө залға яңылыш ҡына эт барып инә һәм бүлмә уртаһында ҡатып ҡала. Ул бөтә яҡтан да үҙен эттәр өйөрө уратҡанын күрә. Эт ҡурҡыуынан тештәрен ыржайта. Башҡалар ҙа шулай итә. Хайуан уларға өрә башлай. Артынса шаңдау яңғырай. Ҡото осҡан эт зал буйлап йүгерергә тотона. Өйөр унан ҡалмай...

Иртәгеһенә этте үле килеш табалар. Залда уға зыян килтергән бер йән эйәһе лә булмай. Ул үҙенең сағылышы менән көрәшеп йән бирә.

 

ТИРӘ-ЯҠТА БАРҒАН ХӘЛДӘР — КЕШЕНЕҢ УЙ-ФЕКЕРҘӘРЕНЕҢ, ХИС-ТОЙҒОЛАРЫНЫҢ, ТЕЛӘКТӘРЕНЕҢ, ҠЫЛЫҠТАРЫНЫҢ САҒЫЛЫШЫ. ДОНЪЯ — УЛ ҘУР КӨҘГӨ. САҒЫЛЫШТА НИМӘ КҮРГЕГЕҘ КИЛӘ, ШУЛАЙ БУЛЫҒЫҘ!

 

Тәржемә.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас