

XIV
Шәрип, Фәнис менән Фәриҙә эргәһенән сыҡҡас, коридорҙың һул яҡ осона барып, тәҙргә төбәлде.
Ишек алдында буранлай башланы. Телефон бағаналары зыңлай, шлак ҡатышлы ҡарҙар, өйөрөлөп, тәҙрәләргә бәрелә.
Шәрип, ҡапыл йөҙөн боҙоп, көрән ҡара буялған ашъяулыҡлы өҫтәл артына күсеп ултырҙы, тыныслана алманы. Тағы торҙо, тағы ултырҙы, күңелен төрлө уйҙар борсоно. Ул тыштан һиҙҙертергә тырышмаһа ла, эстән янып йөрөнө. Уға бөтә балалар йорто дошман кеүек күренде, үҙе эшләгән хаталарын һис тә хата итеп танырға теләмәне. Ҡайһыларын әрләне, ҡайһыларын бөтөнләй кешелектән сығарҙы, ләкин башын ҡалҡыта алманы. Уның һәр бер ҡыланышын күҙәтеп кенә торҙолар. Бигерәк тә уға ошо хәл ныҡ тәьҫир итте. Бергә «кәсеп итешкән» иптәше лә унан бик тиҙ ситләште. Улар хәҙер, элекке кеүек, икәүләп дәрес әҙерләргә лә ултырманылар, кистәрен йоҡо алдынан быш-быш һөйләшеүҙе лә туҡтаттылар. Койкалар йәнәш кенә торһалар ҙа, йөрәктә яңынан яҡынлаша алманылар. Ҡараштар ҙа ҡайһы саҡ иҫкәрмәҫтән бер-береһенә осрашып ҡуйһалар, тиҙ генә икенсе яҡҡа йүнәлделәр.
Бына хәҙер ҙә уның эргәһенән үтеүсе түбән кластағы бәләкәйерәк малайҙар:
– Ана Шәрип иртәгә нәмә урлаясағы тураһында план ҡора, – тип көлөшәләр. Уның йөрәгенә бындай һүҙҙәр энә булып ҡаҙалғандай тойола. Ләкин ҡаршы өндәшәһе килмәй.
Ул, урынынан ҡалҡынып, бүлмәгә табан атлағанда, стена гәзитендә үҙе тураһында яманлап төшөрөлгән карикатураны күрҙе. Өҫтәүенә, уның аҫтына эпиграмма кеүек нәмә лә яҙып ҡуйылған:
...Талы, талы
Талы бөгөлөп тора.
Тағы әйбер урлар өсөн
Эсем өҙөлөп тора...
Ул, тиҙ генә барып, гәзиттең мөйөшөнә йәбеште.
– Яхин! Был ни эшең?! – тип ҡысҡырҙы Сәлимә Мансуровна. Шәрип, ҡалтыранып, артҡа сигенде.
– Әллә ни эшләне ул Шәрип, – тине бер бала Сәлимә Мансуровнаға.
– Һеҙ уға үткәнде хәтерләтергә тырышмағыҙ, – тине завуч. – Оҙаҡламай ул коллективҡа ҡайтасаҡ. Һәм, икенсе булып, үҙгәреп ҡайтасаҡ.
Шәрип ни тиклем генә күҙҙәрен йоморға теләмәһен, булдыра алманы, ул, ахырҙа башын тәҙрә тупһаһына һалды.
– Их, мине! – тип бышылданы ул. – Кем һуң мине бындай юлға өндәне! Кем һуң?.. Малайҙар күҙенә күренергә ғәрләнәм, ҡыҙҙар алдында оялам... Миңә артабан ни эшләргә?.. Юҡ... юҡ... Минең Фәнис кеүектәрҙән ни ерем кәм!..
Шәрип, оҙаҡ ғазапланғандан һуң, шыбыр тиргә батып, йоҡлап китте.
Таң алдынан тәрбиәсе бүлмәгә инеп, Шәриптең иҙәнгә төшкән одеялын күтәрҙе, ул һаман да һаташа ине.
XV
Фариза Мәхмүтовна, мәктәптәге педсовет ултырышы бөткәс, ваҡыттың һуң булыуына ҡарамаҫтан, туп-тура балалар йортона килде.
Бөгөн ул ҡаршы алыусы балалар менән дә, тәрбиәселәр менән дә. башҡа көндәрҙәге һымаҡ, йылмайып иҫәнләшмәне.
Директор, бүлмәһенә инеп сисенеү менән, бер-бер артлы унлап баланы үҙенә саҡыртты. Беренсе булып Фәриҙә инде. Фариза Мәхмүтовна, өҫтәлдә ятҡан ҡағыҙҙан күҙен алмайынса:
– Фамилияң нисек? – тип һораны.
– Вәлиева, – тине Фәриҙә, тыныс ҡына.
– Вәлиева, ни өсөн математиканан алған икелеңде төҙәтмәйһең? Етмәһә, бөгөн тағы физиканан эләктергәнһең. Һеҙҙең өсөн миңә күпме әрләнергә була! Ана, алтынсы балалар йортоноң уҡыуҙан өлгәшеүе туҡһан һигеҙ процент. Шул уҡ мәктәптә уҡыйҙар. Кешеләр араһында йөҙөмдө ҡыҙартаһығыҙ бит...
– Апай, ошо арала төҙәтермен. Һуңғы көндәрҙә башым ауыртып торҙо бит...
– Мин һиңә апай түгел!
– Фариза Мәхмүтовна! Сирләгәс, ни эшләйем һуң?..
– Унда минең эшем юҡ. Һиңә бер көн срок. Иртәгә һуңға бөтөрмәһәң, балалар йортонан ҡыуылыуыңды белеп кенә тор. Башҡаларға ла һабаҡ булыр.
Директор список аҙағындағы һуңғы уҡыусыны әрләп торғанда, завхоз инеп, иртәгә ҡар баҙындағы серей башлаған картуфты айырырға кешеләр кәрәклекте аңлатты.
– Мә! – тине Фариза Мәхмүтовна, – өҫтәлдә ятҡан ҡағыҙы һуҙып. – Сүпләһендәр шулар. Уҡый алмағас, әйҙә, эшләһендәр.
XVI
...Еүеш, серей башлаған картуф еҫе тулған ҡараңғы ҡар баҙы. Тик фонарь эленгән ергә генә әҙерәк яҡтылыҡ төшә. Тыныслыҡ. Һирәк-һирәк кенә биҙрә тотҡаһының шылтыраған тауышы ишетелә. Тәрбиәләнеүселәр бер-береһе менән һөйләшмәйҙәр тиерлек. Уларҙың һәр ҡайһыһы уйға сумған.
Фәриҙә, картуфты сүпләй-сүпләй, кластағы иптәштәрен күҙ алдына килтерә. Ул бер картуфты биҙрәһенә һалды ла: «Бына улар алгебра дәресендә үткәндәр буйынса таҡтала күнегеү эшләйҙәр», – тине. Икенсе картуфты һалғас: «Бына уҡытыусы уларға аңлап етмәгән урындарын яңынан төшөндөрә... Ә унда мин юҡ, бөгөнгө дәресте лә аңлай алмай ҡалам», – тип, бошоноп, биҙрә ситенә таянды. Уның бөтә тәне ҡалтырай башланы. «Ял көнө күмәкләшеп таҙартырға мөмкин түгелме ни һуң?.. – Ултырмайым мин был ҡараңғы баҙҙа, сығам да мәктәпкә йүгерәм». Фәриҙә урынынан ҡалҡынды ла ҡар баҙының ауыҙына табан атланы. Ҡапыл шул саҡ Фариза Мәхмүтовнаның тауышы ишетелде. Ул кемделер ҡысҡырып-ҡысҡырып әрләй ине. Фәриҙә ҡурҡыуынан кире боролдо.
Тәрбиәләнеүселәр ҡар баҙында сәғәт алтыға тиклем эшләнеләр. Фәриҙә киске ашты ашаманы, уның дәрес әҙерләргә лә күңеле барманы. Күп уйланыуҙар уның башын һыҙлатты. Ул йыуынды ла койкаһына менеп ятты. Иптәштәренә: «Башым ауыртып тора», – тине.
Иртәгеһен мәктәптә алгебранан уҡытыусы унан үткән дәресте ҡабатлауҙы һораны. Фәриҙә, баҫҡан көйөнсә, башын түбән эйеп, парта өҫтөн һыйпаны ла бер ни тип тә әйтә алманы.
– Ултыр, тағы ике, – тине уҡытыусы.
Хәҙер Фәриҙә аңлатыуҙы төшөнмәне, уҡытыусыға күпме генә төбәлеп ултырмаһын, уның уйы Фариза Мәхмүтовнала ғына булды. «Һиңә бер көн срок! Иртәгә һуңға икелеңде төҙәтмәһәң, балалар йортонан ҡыуылыуыңды белеп кенә тор! Башҡаларға ла һабаҡ булыр», тигәйне ул.
Фәриҙә, дәрес бөткәс, бөтәһенән дә артҡа ҡалып, урамға сыҡты. Ул өс йыл буйына уҡыған мәктәбенә оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо. Ана уның дүртенсе ҡаттан тәнәфес ваҡыттарында Ағиҙел буйҙарын күҙәтергә яратҡан тәҙрәһе, ана уның сәскәләр түтәле тапҡыры; хәҙер уны ҡар баҫҡан. Ана уның үҙе ултыртып үҫтергән тармаҡлы йәш сағаны... Фәриҙә, мәктәбенә әйләнеп ҡарай-ҡарай, яй ғына балалар йортона атланы.
Төнгө сәғәт ун икенән һуң Фәриҙә ятҡан еренән һикереп торҙо ла: «Мин ҡыуылырға теләмәйем, мин үҙем китәм!» – тип уйланы, ҡулы менән йәшле күҙҙәрен һөртөп. Ул ҡаланың алыҫ ситендә йәшәгән ауылдаштарына барып, шунан тыуған яғына ҡайтып китергә уйланы. Фәриҙә, һәр бер койка янына барып, эстән генә, йоҡлаған иптәштәре менән һаубуллашты...
Ул, һаҡлыҡ менән генә ишекте асып, тышҡа сыҡты. Ҡарауылсы күренмәй. Ахырыһы, йоҡларға ингән. Фәриҙә шәп аҙымдар менән трамвай кольцоһына йүнәлде.
Фәриҙә, һуңғы трамвай менән ҡала ситенә сығып, өс разъезд барғас, яланда буран ҡупты. Буран көсәйгәндән-көсәйҙе. Ул трамвайҙы юлынан бына-бына ситкә һуғып йығыр кеүек. Трамвайҙың йөрөшө бөтөнләйгә аҡрынайҙы. Бара торғас, ул туҡтап ҡуйҙы: юлды көрт күмгән. Фәриҙә трамвайҙан төштө лә, ике пассажир артынан эйәреп, йәйәүләп, яҡындағы уттарға ҡарап атланы. Ләкин ул күп тә барманы, алдағы икәүҙән ҡалыша башланы. Был аяуһыҙ буран уның маңлайына бәрҙе, тынын ҡурҙы. Ул:
– Туҡ-та-ғыыыҙ! – тип ҡысҡырып ҡараһа ла, тегеләр арттарына әйләнмәнеләр, сөнки ишетерлек түгел ине.
Фәриҙә уларҙан бөтөнләй айырылды. Ул хәҙер юлды ла юғалтты. Ҡайһы яҡҡа төбәлһә лә йымылдап уттар күренде. Фәриҙә ҡысҡыра ла, илай ҙа алманы. Ҡыҙ артҡа трамвай яғына әйләнмәксе булды һәм уның күҙҙәренә тағы ла ошо яҡтан уттар сағылды. Ул шул уттарға табан атланы, атлаған һайын уттар яҡынайған һымаҡ тойолдо. Фәриҙә ике-өс сәғәт буйы бил бөгәре бейеклегендәге ҡарҙы йырып йөрөй торғас, урманлы ярға килеп төштө. Уттар уға һаман да яҡын ғына ҡалған һымаҡ күренде. Ул ҡысҡыра башланы. «Ай... мин ҡай-ҙа-мын... ни эшләйем икән?.. Ә-әсәй!.. Үләм! Фәнис, ҡотҡар! Ҡот-ҡа-ры-ғыҙ!»
Фәриҙәнең күҙҙәрен томан ҡапланы, ер менән күк бергә буталды. Ул бер текәрәк кенә үргә менеп, бөтөнләй хәлдән тайып, тар ғына оҙонса тимер өҫтөнә ауҙы. Был тимер юлы ине.
Ике көн буйына Фәриҙәнең ҡайҙалығын һис кем белмәне. балаларҙың эҙләмәгән ерҙәре ҡалманы. Мәктәптә лә, балалар йортонда ла һүҙ гел шул хаҡта ғына барҙы тиерлек.
Фариза Мәхмүтовнаның был ваҡиғаға иҫе лә китмәне. «Мал да көтөүҙән йәшәгән ҡураһына ҡайта, ҡайҙа китер тиһең уны, йөрөр, йөрөр ҙә әйләнеп ҡайтыр әле», – тине ул. Сәлимә Мансуровна, Фәнис һәм башҡа тәрбиәләнеүселәр тыныслана алманылар.
...Ашханала, балалар араһында: «Фәриҙә поезға тапалып үлгән икән», – тигән ҡайғылы хәбәр таралды. Малайҙар ашап ултырған ерҙәренән, аптырашып, тәрилкәләренең ситтәренә ҡалаҡтарын ҡуйҙылар. Ҡыҙҙар, мыш-мыш илашып, аштарын ташлап сыҡтылар.
Директор борсолған балаларҙы нисек кенә булһа ла тынысландырырға тырышты:
– Ни эшләйһең, үлгән артынан үлеп булмай, – тине ул.
– Фәриҙә апайҙы поезд ҡайҙараҡ тапаған икән? – тип һораштылар, һигеҙенсе класта уҡыған бәләкәйерәк малайҙар, ололарҙың күҙҙәренә мөлдөрәшеп ҡарап.
– Черниковкаға етәрәк урман буйында, – тинеләр өлкәндәр.
– Бында алып ҡайталармы икән?
– Юҡ, тиҙәр.
– Ниңә икән?
– Белмәйбеҙ...
– Эй аҡыллы апай ине... – тип ҡайғырышты балалар.
Фариза Мәхмүтовна Фәриҙәнең кәүҙәһен тәрбиәләнеүселәргә күрһәтергә ҡурҡты, сөнки ул тураҡланып бөткәйне, танырлыҡ хәлдә түгел ине. Ул уны больницанан ҡараңғы төшкәс кенә алып ҡайтып, йәшәрен рәүештә, башҡорт зыяратына күмдерҙе.
Был шомло төндә балалар, нәмәлер һиҙенгәндәй, таңға тиклем йоҡлай алманылар. Уларҙың күбеһе Фәриҙәнең үлеүенә ышанманы. Һаман да иптәштәрен араларында тип хис иттеләр.
Фәнис өсөн ошо төн – иң әрнеүле, иң ғазаплы төндәрҙең береһе булды. Ул, Байҙулла ҡарттың хәбәр итеүе буйынса, алдан уҡ зыяратҡа барып торҙо. Фәнис санаға һалынған табутты ихата эсендәге мәсет янында ҡаршыланы. Фариза Мәхмүтовна уны күреү менән ҡапыл туҡтап ҡалды. Ләкин бер һүҙ ҙә әйтмәне, ҡобараһы осҡан йөҙөн шәле менән йәшереберәк, сана артынан эйәрҙе.
Фәриҙәнең табутҡа һалынған кәүҙәһен ҡәбергә төшөрөү менән Фәнистең ҡото осто. Тик шул саҡта ғына ул иң яҡын иптәшен юғалтҡанын аңланы...
– Тыныс... буул, ҡы-ҙым... Йәшл-ләй ге-нә харап булдың шул... – тип Байҙулла ҡарт, көрәк башына таянып, илап ебәрҙе... – Фәнис улым, әйҙә кү-мә-йек инде... Ни эш-ләй-һең?.. Яҙ-мыш...
Фәнис тағы ла ҡәберҙең төбөнә ҡараны, бөрсөк-бөрсөк күҙ йәштәре табутҡа тамды. Ул усына тупраҡ алып ҡыҫты ла түбәнгә төшөрҙө...
Ярты сәғәттән кескәй генә өйөм ҡалҡты. Фәриҙәне күмергә килеүселәр ҡайтып киттеләр. Фәнис яңғыҙы ғына ҡалды. Ул:
– Хуш, Фә-ри-ҙә!.. Хуш!.. – тине.
– Әйҙә, улым, әйҙә. Һыуыҡ тейер, – яҡындан ғына Байҙулла ҡарттың тауышы ишетелде.
Фәнис әкрен генә ҡапҡаға табан атланы.
Күктән, яҡты эҙ ҡалдырып, йондоҙ һыҙылып атылды.
Фото: Бәйләнештә