Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
4 Август 2023, 15:54

ӘСӘ ҺӨТӨ - АЛЛАҺТЫҢ БЕР МӨҒЖИЗӘҺЕ

Магазинда әҙер «күкрәк һөтө» һатылғанда, үҙем имеҙеп ултырмайым инде, түштәремдең формаһы боҙола!» - тине бер танышым, сабыйы тыуғас. 

ӘСӘ ҺӨТӨ - АЛЛАҺТЫҢ БЕР МӨҒЖИЗӘҺЕӘСӘ ҺӨТӨ - АЛЛАҺТЫҢ БЕР МӨҒЖИЗӘҺЕ
ӘСӘ ҺӨТӨ - АЛЛАҺТЫҢ БЕР МӨҒЖИЗӘҺЕ
ӘСӘ ҺӨТӨ - АЛЛАҺТЫҢ БЕР МӨҒЖИЗӘҺЕ йәки Әсә һөтөнә еткән ризыҡ юҡ

«Магазинда әҙер «күкрәк һөтө» һатылғанда, үҙем имеҙеп ултырмайым инде, түштәремдең формаһы боҙола!» - тине бер танышым, сабыйы тыуғас. Мин бындай һүҙҙәрҙе беренсе тапҡыр ишетмәгәнлектән, уйға ҡалдым. Аллаһы Тәғәлә юҡҡа ғына бәләкәстәрҙе 2 йәшкә тиклем имеҙергә ҡушмағандыр һәм юҡҡа ғына, бәпәй тыуғас та, ҡатын- ҡыҙҙың күкрәгенә һөт төшмәйҙер бит? Тимәк, бында ниндәйҙер хикмәт бар! Һис шикһеҙ, әсә һөтө – бала өсөн иң яҡшы, тәбиғи аҙыҡ. Бынан тыш, күкрәк һөтө баланың һаулығын, мейе үҫешен яҡшырта һәм әсә менән баланың эмоциональ яҡтан бәйләнешен нығыта. Был мөғжизәнең бер нисә өҫтөнлөктәрен һанап үтәйек: – Инфекцияларҙан һаҡлай. Әсә һөтө лейкоциттарға һәм инфекцияға ҡаршы факторҙарға бай. Шулай уҡ, унда инфекциялар үҫешенә ҡаршы антиматдәләр ҙә бар. Әгәр әсә кеше ОРВИ кеүек сир менән ауырып китһә, уның организмы вирусҡа ҡаршы антиматдәләр бүлеп сығара башлай, ә улар әсә һөтө аша балаға тапшырыла һәм сабыйҙы инфекцияларҙан, әсә ауырыған сирҙән һаҡлап ҡала. – Бала организмы әсә һөтөн тиҙ һәм һәйбәт үҙләштерә. Миҫалға, әсә һөтөндә мөһим бер фермент – липаза бар, уның ярҙамында майҙар тиҙ үҙләштерелә. Был фермент хайуандар һөтөндә лә, кибеттәрҙә һатылған ҡатнашмаларҙа ла юҡ. Кәзә һәм һыйыр һөтөндәге казеинға ҡарағанда, липаза тиҙерәк һәм еңелерәк үҙләштерелә. – Мейе үҫешен яҡшырта. «Pediatrics » журналы күрһәтеүенсә, ғилми тикшеренеү өсөн 5 йәшлек 12 мең бала араһында аҡыл кимәлен анализлау үткәрелә. Балалар лексика һәм танып белеү буйынса тест эшләгән. Алты айға тиклем булһа ла әсә һөтө менән туҡланған балаларҙың һөҙөмтә күрһәткестәре яһалма ҡатнашма менән үҫкәндәрҙекенә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ булып сыға. – Иң яҡшы тынысландырыусы сара. Әсә һөтөн имгән балалар әҙерәк илай, тынысыраҡ була. Сөнки һөт аша сабыйға тынысландырыусы матдәләр бирелә. – Хәүефһеҙлек. Әсә һөтөнә бер ниндәй насар инфекция эләгеү ҡурҡынысы юҡ, ә яһалма туҡландырғанда, шешәне ентекләберәк йыумағанда, унда төрлө микробтар ҡалырға йә эләгергә мөмкин. Өҫтәүенә, кибеттән һатып алған яһалма ҡатнашманан айырмалы рәүештә, әсә һөтө бөтөнләй бушлай. Быларҙан тыш, имеҙеү әсә кеше өсөн дә бик файҙалы:   Бала тапҡандан һуң имеҙеү аналыҡтың кесерәйеүенә булышлыҡ итә. Ә был ҡан килеүен кәметә һәм анемиянан һаҡлай.   Күпмелер ваҡытҡа ауырға ҡалыуҙы кисектерә.   Һөт бүленеп сыҡҡанда яҡынса 200-500 калорий юҡҡа сыға. Имеҙмәгән әсәгә ошо уҡ калорийҙы «яғыу» өсөн бассейнда кәмендә 30 һуҡмаҡ йөҙөп сығырға йәки көн һайын бер сәғәт буйына велосипедта тауға менергә тура киләсәк. Тимәк, имеҙеүсе әсәләр йөклө сағында йыйылған ауырлыҡты тиҙерәк кәметә ала.   Төрлө ғилми тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре буйынса, имеҙеүсе әсәләр түллек биҙе һәм аналыҡ яман шеше (рак) ауырыуы менән бик һирәк ауырый. Был сирҙәр менән күбеһенсә күкрәк һөтөн имеҙмәгән ҡатындар ыҙалана.   Имеҙеү – мастопатияның тәбиғи дауаланыу юлы. Был осраҡта табиптар баланы 3 йәшкә тиклем имеҙергә ҡушалар. Әйткәндәй, сабый тыуғас та, әсә күкрәгенә һөт түгел, ә ыуыҙ ғына төшә – был яңы тыуған сабыйҙың ашҡаҙаны өсөн иң-иң ҡулай һәм еңел аҙыҡ. Ул аҡһыл һары, йәки крем төҫөндә һәм һөткә ҡарағанда шыйығыраҡ була. Шунан бер нисә көндән һуң ғына ыуыҙ яйлап һөткә әйләнә башлай. Ҡарында ятҡан сабый кендек аша туҡланғанға күрә, тыуғас та һөткә күсеп китеүе уға ауыр булыр ине. Туғыҙ ай буйы, ауырлы саҡта, ҡатындарҙың организмында ҙур үҙгәрештәр барлыҡҡа килә – организм ике кеше өсөн эшләй һәм бала тыуыуға әҙерләнә. Бәпес тыумаҫ элек үк түштәрҙә ыуыҙ һөтө барлыҡҡа килә башлай. Тимәк, сабый тыуғандан һуң, уны имеҙмәү алдан әҙерлек менән килгән тәбиғи схеманы боҙоу буласаҡ, һөҙөмтәлә әсә кеше организмында насар үҙгәрештәр булыуы бик ихтимал. Бында ла ҙур хикмәт бар. Аллаһы Тәғәлә тарафынан барыһы ла идеаль рәүештә уйланылған. Әйткәндәй, сабый әле тыумаҫ борон уҡ имсәк имергә өйрәнә башлай икән: әсә ҡарынында ятҡанда ул баш бармағын имә, был – инстинкт. Был темаға динебеҙ ҙә бик етди ҡарай. Ҡөрьәндә был хаҡта хатта бойороҡ бар: «Имеҙеүҙе тулыһынса үтәргә теләгән әсәләр үҙ балаларын теүәл ике йыл имеҙһен» («Һыйыр» сүрәһе, 2:233). Баланы имеҙеү шул тиклем мөһимдер, сөнки Аллаһы Тәғәлә был турала Үҙ китабында 14 (!) тапҡыр ҡабатлаған: «Һыйыр», «Ҡатындар», «Хаж», «Хикәйә», «Лоҡман», «Ҡомдар» һәм «Ҡатын айырыу» сүрәләрендә. Балаларҙың имсәк ташлаған осоро – уларҙың иң тәүге хәсрәте, иң тәүге оло ҡайғыһы, тиҙәр. Ысынлап та шулайҙыр. Быны мин ишетеп кенә түгел, ә үҙ миҫалымда ла яҡшы беләм – ҡыҙым үҫә. Был темаға бәйле бер кинәйәле генә шиғыр ҙа бар.

Иҫтә имсәк ташлаған саҡ…

Әсәй, һиңә асыуым бар ине

Йәш ярымлыҡ сағымда.

Шул тәүгеһе һәм һуңғыһы –

Минән өҙгәс ағыңды... Ғилман Ишкинин.

Күкрәк һөтө хаҡында тағы ла әллә күпме һөйләргә булалыр, әммә имеҙеүҙең ни тиклем яҡшы нәмә икәнен аңлау өсөн күкрәгенә сабыйын ҡыҫып тотҡан бәхетле әсәгә һәм донъялағы иң тәмле аҙыҡты супылдатып ятҡан бәләкәскә бер ҡарау ҙа етәлер. ◘ Айгизә Асҡарова, "Ваҡыт!" гәзитенән.
Автор:
Читайте нас