Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
8 Август 2023, 09:45

Сәхнәнең имләр көсө бар

Һынауҙар әҙәм балаһына күтәрә алырлыҡ ҡына бирелә, тиҙәр. Геройыма иһә ҡайғы силәктәрен көйәнтәләп иңдәрендә мөлдөрәмә килеш күтәрергә тура килгән.

Сәхнәнең имләр  көсө барСәхнәнең имләр  көсө бар
Сәхнәнең имләр көсө бар

Кисте уны күрер өсөн генә көтөп ала инек. Илгәҙәклегенә, ябайлығына, һылыулығына һоҡланмаған телевизор ҡараусы булдымы икән?! Буй еткереп килгән ауыл ҡыҙҙарына үҙ баһаларын бер ҡарышҡа үҫтереүсе лә ул бит. Ғәҙәттә, үҙәк телеканалдарҙа оло донъяға аяҡ баҫҡан төпкөлдән сыҡҡан гүзәл заттар шәл ябынған, толопҡа уралған, быйма кейгән, үҙен ҡарап, биҙәнергә маташһа ла, көлкөлө хәлгә ҡалған герой итеп күрһәтеләләр ине...
Ә Айһылыу, баш ҡалаға килгәс, ваҡытлыса һынауҙарға дусар булһа ла, юғалып ҡалманы. Уға бармаҡ менән төртөп көлөүселәр ҙә юҡ ине. Киреһенсә, яңы таныштарын сит ерҙә үҙенә арбай ғына барҙы.
Кем тураһында һөйләүем яйлап хәтерегеҙгә төшкәндер. Эйе, эйе, егерме йыл самаһы элек төшөрөлгән беренсе башҡорт телесериалы “Ай ҡыҙы” фильмының төп геройы Айһылыу – Эльмира ЮЛДАШЕВА хаҡында.

Яратҡан эшемдән баш
тартҡаным юҡ...

Ҡурайсылар төбәге, хозур тәбиғәте менән тотош республикала дан алған Йылайыр районы Юлдыбай ауылында донъяға килә буласаҡ актриса. Атаһы Марат Заһит улы өҙҙөрөп гармунда уйнаһа, Тәнзилә Мөбәрәк ҡыҙы моңло итеп йырлай. Әсәһе ауыл хакимиәтенең кассаһында эшләгәндә йыш ҡына туйҙарҙы рәсми теркәү эшен алып бара. Яңы ғаиләгә нигеҙ һалынған был мәлде бәләкәс Эльмира ла йыш ҡына ҡыҙыҡһынып күҙәтә. “Сәх­нәгә сығып, халыҡ алдында сығыш яһау хыялы, бәлки, шул ваҡытта барлыҡҡа килгәндер”, – ти ул.
Бала сағында йыш ауырый үҙе. Район, республика дауаханаларында ята, шифаханаларға ебәрәләр. Дүрт стенаға бикләнеп, күңеленә толҡа тапмағанда, яҡындарын һағынып үҙәге өҙөлгәндә, һағыштарын әҙәби китаптар уҡыу менән баҫа.
Ун-ун ике йәштәр самаһында булғандыр, ауыл мәҙәниәт йортонда эшләгән бер апай әсәһенә: “Ҡыҙыңды, бәлки, халыҡ театрына йөрөтөп ҡарарһың? Сәхнәнең һәләтте генә асмай, ә күңелде, ауырыуҙарҙы имләр көсө лә бар”, – тигәс, ғәзиз кешеһе ҡаршы килмәй. Ысынлап та, һүҙҙәре раҫҡа сыға. Төрлө сир-сорҙар яйлап ҡына артҡа сигенә. “Хәҙер ҙә үҙемде насар тойһам да, яратҡан эшемдән – сәхнәгә сығыуҙан баш тартҡаным юҡ. Ыңғайына хәлем дә еңеләйеп китә”, – ти Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында ике тиҫтә йыл эшләгән нәфис һүҙ оҫтаһы.
Бынан тыш, спорт менән дә даими шөғөлләнә, өй эштәрендә лә ярҙамлашырға ваҡыт таба өлгөр ҡыҙ. Йыш ҡына күрше ауылдарға концерт, спектакль ҡуйып йөрөп, төндәрен генә ҡайтырға тура килһә лә, уҡыуҙа ла һынатмай.
Тик үҫмерҙең төрлө яҡлап һәләтен үҫ­терергә тырышыуын уҡытыусы­лар­ҙың ҡайһы берҙәре өнәп бөтмәй. Шуға ла мәктәптә үҙенә ҡарата һал­ҡын ҡарашты тойоп, туғыҙынсынан һуң, Салауат музыка училищеһына уҡырға барырға ҡарар итә.
Төрмәнән дә яҙалар...

Эльмира Юлдашева – матурлыҡ конкурстарының еңеүсеһе булараҡ та танылыу алған шәхес. Төпкөл райондан сыҡҡан ҡыҙ, башҡа һылыуҡайҙар кеүек, бәләкәйҙән оҫталыҡ дәрестәренә лә йөрөмәй, махсус өйрәтеүгә лә мохтажлығы булмай. Әсәһе генә бәләкәс сағынан: “Башың – юғары, арҡаң төҙ булһын”, – тип әйләнгән һайын тылҡып тора. Шуға ла тәбиғи сибәрлеге, мөләйемлеге аҙым һайын үҙен төрлө яҡлап күрһәтергә ярҙам иткәндер.
Тәүге йондоҙло балҡышы үҫмер сағында уҡ була. 1993 йылда Йылайыр районында Башҡорт йәштәре көнөндә матурлыҡ конкурсын да үткәрәләр. Тамаша ҡарарға килгән ҡыҙға: “Хәҙер һин дә ҡатнашасаҡһың”, – тиҙәр. Кемдә нимә бар шуның менән тигәндәй, биҙәндереп-төҙәндереп тә ҡуялар. Алдан бер ниндәй әҙерлекһеҙ сәхнәгә сыҡһа ла, лайыҡлы сығыш яһай ул. Һуңынан “Башҡортостан ҡыҙы” журналының фотографы тау башында әсәһе менән дә, яңғыҙын ултыртып та фотоға төшөрә. Бер ай самаһы ваҡыт үткәс, тыуған көнө алдынан көтөлмәгән бүләк була – журналдың тышлығында сыға. “Әле ул фотоға ҡарайым да, берсә, атай-әсәйем янында үткән ғәмһеҙ, иркә бала сағымды һағынам, берсә, нимә етте шуның менән биҙәндерелгән, кейендерелгән ҡыҙҙа нимә таптылар икән, тип көлөп тә алам. Хәҙер теге йәки был образ тыуҙырам тип, әллә ниҙәр ҡыландырып бөтәләр. Минең иһә алҡам менән муйынсағым ғына ла бер иштән булмаған”, – ти ул хәтер йомғаҡтарын һүтеп.
Күрәһең, эскерһеҙ йылмайыу, күҙҙәренә сыҡҡан ихласлыҡ, мөләйем йөҙ һәр осорҙа ла гү­зәл зат өсөн иң яҡшы визит карточкаһы булып ҡала киләлер. Фотограф иһә үҙенең оҫталығына таянып, шуларҙы аса, күрһәтә алып, мәңгеләш­тер­гән.
Фото аҫтында Эльмираның тыуған районы, ауылы ла яҙыла. Бер мәл Юлдыбай почтаһына төрлө тарафтан хаттар ағыла башлай. Төрлө йәштәге ир-аттарҙан (хатта төрмәлә ултырыу­сы­лар­ҙан да). Төрлө йөкмәткеле сәләмдәргә яуап яҙыу түгел, уҡырға өлгөрмәгән саҡтары ла булғылай ҡыҙыҡайҙың. - хата киткән. Төрлө йәштәге ир-аттарҙан (хатта төрмәлә ултырыу­сы­лар­ҙан да) төрлө йөкмәткеле сәләмдәргә яуап яҙыу түгел, уҡырға өлгөрмәгән саҡтары ла булғылай ҡыҙыҡайҙың. Икенсе юлы “Һылыуҡай” тажын 1997 йылда алырға насип була. Сала­уат­та ике йыл уҡығандан һуң, унан китергә ҡарар итә. Тап шул ваҡытта конкурс ойош­тороуҙары хаҡында ишетеп, Өфөгә юллана. Бер ниндәй яҡлауһыҙ, ҡурсалауһыҙ иң-иңдәр араһында Гран-при ала. Сәхнәгә сығыр өсөн махсус кейемдәр менән генә Йылайырҙан ярҙам итәләр.
“ Ҡыҙым Нуриҙә лә бер мәл матурлыҡ конкурстары менән ҡыҙыҡһынып алды. Кастингка ла барып ҡараныҡ. Күп нәмә үҙгәргән. Элеккеләре менән сағыштырғанда, ер менән күк араһы тиһәң дә шаштырыу булмаҫ”, – ти ул.
“Боҙолоп” өлгөрмәй

Салауатта уҡыуын ҡалдырһа ла, сәнғәт юлынан белемен артабан камиллаштырыу уй-хыялы үҙе менән ҡала. Икенсе йылына уҡ Өфө сәнғәт институтының эстрадала махсус һүҙ оҫталарын әҙерләгән яңы төркөмөнә эләгә. Өсөнсө курста уҡығанда ғүмерлек йәре – Стәрлебаш районы Ҡабыҡҡыуыш ауылы егете Юрис Венер улы менән таныша. Оҙаҡламай ҡауышалар.
Сығарылыш курсына еткәс, студенттар ҡуйған спектаклдәргә йыш ҡына ситтән режиссерҙар ҙа килә ҡарарға. Араларынан Әнүәр Нурмөхә­мә­тов менән танышып китәләр. Тәүге башҡорт сериалы “Ай ҡыҙы” фильмын төшөрөргә артистар эҙләп йөрөгән икән. Яңы ғына ҡулына диплом алған йәш белгесте төп геройҙы уйнарға тәҡдим итә. Уға тиклем унлап актриса кастингка килә. “Әнүәр ағай саҡырҙы ла: “Камера алдында көлгән-илаған, шатланған-һағышланған саҡ­та­­рыңды күрһәт”, – тине. Ба­ры­һы ла уңай ғына килеп сыҡҡандыр инде. Ми­нән һуң Айһылыу роленә кеше эҙләмәнеләр, – тип йылмая үҙен актриса булараҡ танытҡан фильмға төшөү мәлдәрен иҫләп. – Актерҙар, ғәҙәттә, ике төркөмгә бүленә. Беренселәре, сәхнә өсөн. Улар тамашасы алдында ғына ныҡлап асылып китеп уйнай ала. Икенселәре, кино өсөн. Уларға камера кәрәк. Мин иһә сәхнәлә “боҙолоп” өлгөр­мәгән инем. Шуға ла барыһы ла тәбиғи килеп сыҡҡандыр инде...”

“Ҡалдырып киткән” улын һағына

Өс айға яҡын Өфө – Белорет юлын тапап, тәүге башҡорт фильмын уңышлы итеп төшөрөүгә өлгәшә татыу команда. Ҡаты бәғерле кешеләр арҡаһында әсәһенән айырылып, төпкөл бер ауылда табылдыҡ ҡыҙ, һуңынан ярһыу күңелле, тәбиғәттән моңло егет Ғайсарҙың кәләше булараҡ һынлана “Ай ҡыҙы”нда. Ул ваҡытта кино сәнғәтен үҙ итеүселәр Айһылыу яҙмышы менән генә йәшәне тиһәң дә, хата булмаҫ. Уның менән бергә яндылар-көйҙөләр, уңыштарына һөйөндөләр.
Кинола беренсегә “әсәй” булырға ла өлгөрә. Бала табыу йортонан яңы ғына ҡайтҡан сабыйҙы Айһылыу менән Ғайсарҙың мөхәббәт емеше итеп төшөрәләр. Баланың әсәһе иһә башта эштең айышына төшөнә алмай ҡала. “Ҡайҙа алып киттегеҙ?” – тип яр һала. Саҡ тынысландырып алалар үҙен. Актриса иһә егерме йыл элек “ҡалдырып киткән” улын һаман да һағына. “Күптән егет ҡорона инеп бөткәндер инде. Үҙе менән яҡындан күрешеп, киренән танышып, тупылдатып яратҡым килә”, – ти.


Икешәр тапҡыр исем ҡушыла

Премьера уңышлы үткәс, икенсе бүлеген төшөрөү башлана. Был юлы ла актриса яратҡан эшенә баш көллө сума. Тап шул мәлдә әсәй булырға йөрөгәнен белеп ҡала. “Киләсәктә һиңә кәрәкле йүнәлештә генә төшөрөрбөҙ”, – тип режиссер ҙа был яңылыҡты ҡыуанып ҡабул итә. Тик дәртләнеп башланған эш аҙағынаса барып етә алмай ҡала. Актриса үҙен насар тоя башлай. “Икенсе өлөштә лә иңемә ятҡан яуаплылыҡты етди ҡабул итеп, ентекле әҙерләнгән инем. Тик тыуасаҡ балаларымдың хаҡына баш тартырға тура килде. Сөнки алдан ике игеҙәк улым биш айлыҡ яралғы саҡтарында үлеп ҡалдылар. Сценарийҙы дауаханан килеп алдылар. Шулай кәрәк икәнлеген бар булмышым менән аңлаһам да, барыбер йөрәгемдең бер өлөшө кителеп төшкәндәй булды”, – ти ул.
Кеше ғүмерендә, шулай ҙа, ваҡиғалар ҡабатланып торалыр ул. Бер ерҙә нимәлер килеп сыҡмаһа, икенсеһендә ниндәйҙер мөмкинлек асыла тиеү дөрөҫөрәктер ҙә, бәлки. Үткән йылы “Йөрәк һүҙе” бәйгеһендә ҡатнаша. Сәхнәгә сығыр ваҡыт еткәндә актриса Римма Ҡаһарманова бәпәй көткәнлектән баш тарта, икенсе финалға алмашсы булараҡ алынған нәфис һүҙ оҫтаһы уның урынына сығыш яһай. Ярым финалға ла үтә. Еңеү өсөн алышҡа бер аҙым ҡалғас ҡына төшөп ҡала. Һуңынан бының өсөн тамашасы төрлө яҡлап ризаһыҙлығын белдерә. Финалда бер һүҙһеҙ ҡатнашырға тейеш ине, тип иҫәпләй улар. Жюри ағзалары ла быны инҡар итмәй. Бары тик ул уҡыған Рәми Ғариповтың “Урал йөрәге” әҫәрендә Ленинға ҡағылышлы юлдар булыуын ғына оҡшатмайҙар.
Ә теге юлы малай менән ҡыҙ тыуасағын берәүгә лә, хатта яҡындарына ла әйтмәйҙәр. Тәүгеләрҙән булып ғаиләнең яҡын дуҫтары “Юлдаш” радиоһында Рөстәм Ғиззәтуллин алып барған “Күстәнәс” тапшырыуынан бөтә республиканан һөйөнсө алалар.
Бәләкәстәргә Нурис менән Нуриҙә тип исемдәрен аталарыныҡына оҡшатып ҡушырға теләйҙәр. Юрис исеме Стәрлебаш яҡтарында киң таралған. Урындағы халыҡ латыштар менән ҡатышып йәшәгәс, уларҙан килеп сыҡҡан тип фаразлана.
Тик әсәй кешегә улының исеме ҡолағына ятмаған кеүек булып тойола. Нимә аңлатҡанын белмәүе лә күңелен өйкәп тора. Бер мәл БСТ каналында “Аҡ тирәк, күк тирәк” тапшырыуына саҡыралар. Шунда уйы тормошҡа аша. Телевидениеға махсус саҡырылған мулла бар халыҡ алдында Нурислам менән Нуриҙә тип ҡабаттан аҙан ҡысҡыра.
Ағаһы менән апаһы үҫеп бөткәс кенә донъяға килгән Динисламға ла исем ҡушыу йолаһы ике тапҡыр атҡарыла. Беренсеһендә, йәш балалы ғаилә яҡындары менән Өфөнөң бер мәсетенә баралар. Йола буйынса сабый мендәргә һалынырға тейеш. Тик мулла быларҙың береһен дә эшләмәй. Етмәһә, Ҡөрьән уҡыған сағында телефоны шылтырай. Яуап бирә лә өҙөлгән доғаны кире дауам итә. Был күренеш, әлбиттә, берәүгә лә оҡшамай. Шуға ла исем туйын ауылда ҡабаттан йыйылышып үткәрәләр.
Был донъяла әсә мөхәббәтенән дә юғарыраҡ, татлыраҡ хис юҡлығын үҙендә татып белгән Эльмира Юлдашева ҡушарлап ҡушылған исемдәре кеүек балаларының бәхеттәре лә игеҙ булһын тип теләй. Әлеге ваҡытта Нуриҙә менән Нурислам техни­кум­дарҙа белем алһалар, Динислам алтынсы класта уҡый, футбол менән етди шөғөлләнә.

Көҙ миҙгеле ниңә
моңһоу икән?

Һынауҙар әҙәм балаһына күтәрә алырлыҡ ҡына бирелә, тиҙәр. Геройыма иһә ҡайғы силәктәрен көйәнтәләп иңдәрендә мөлдөрәмә килеш күтәрергә тура килгән. Бер йыл эсендә тиерлек яҡындарын юғалта ул. Барыһы ла 17 генә йәшлек Вилдан ҡустыһының үлеменән башлана. Күп тә үтмәй, бала ҡайғыларын күтәрә алмайынса, атаһы донъя ҡуя.
Ғәзиз балаһының, хәләл ефетенең ер ҡуйынына инеп ятыуын әсә йөрәге ауыр кисерә. Бер йыл тигәндә өйөндә япа-яңғыҙы саҡта йән бирә. Һуңынан табиптар инсульт, тиҙәр. “Ауылда бер үҙе ҡалғас, Өфөгә күсергә күндереп бөткәйнем. Янымда күңелемә лә тыныс, балаларға ла күҙ-ҡолаҡ булыр тип уйлаған инем. Шулай тейеш булғандыр инде. Өлгөрмәнем”, – ти актриса, ғәзиз кешеләрен юғалтыу мәлдәрен иҫләп, күҙ йәштәре аша.
Әсәләрен ерләргә ҡайтҡан Данил туғаны башҡаса эшләгән ере – Себер тарафтарына юлланып тормай. Тыуған яғында күңеленә толҡа тапмай аңҡы-тиңке йөрөгәндән һуң, ул да китеп бара.
Янған һайын кирбес нығына ғына, тиҙәр. Геройым да шундай заттарҙан: көҙ миҙгеле йөрәк пәрҙәһенә ҡайғы мөһөрөн парлап-парлап баҫһа ла, барыһын да сабыр ғына үткәреп ебәрә алған оло йөрәкле кеше.

Тегенсе, ирекмән...

Атаһының гармуны, әсәһенең теген машинаһы актрисаның өй түрендә ҡәҙерле ҡомартҡы булараҡ һаҡлана. Бәләкәс сағынан уҡ ҡустыларының һүтелгән кейемдәрен тегеп өйрәнгән ҡыҙ хәҙер был шөғөлгә ныҡлап тотонған тиһәң дә була. Халыҡтың һорауын ҡәнәғәтләндерерлек нимә эшләргә икән тип уйлай ул. Хәҙер милли биҙәктәргә ҡыҙыҡһыныу артҡас, аксессуар булараҡ һаҡланған, бер үк ваҡытта ҡолаҡтарҙы ла ел һуғыуҙан һаҡлаған, сәсте лә йыйнаҡ ҡына итеп тотҡан повязка тегеүгә тотона. “Ҡусҡарҙы хәтерләткән һүрәтте һатып алып йәбештерергә тип уйланым башта. Тик улай ҡул эше булмаясаҡ бит. Бер нисә тапҡыр йыуғандан һуң, һүрәте бөтөнләй уңалып ҡуйыуы ла бар. Шуға ла махсус буяуҙар ярҙамында үҙем төшөрә башланым. Һәр миллиметрын ентекләп эшләгән эш ваҡытында күңел тынысланып ҡала. Бер туҡтауһыҙ мыжғыған уйҙар ҙа рәткә һалына. Бер көндө ҡыҙым да тотоноп ҡараны. Еренә еткерә алмағас: “Әсәй, һин элекке тормошоңда рәссам булғанһыңдыр ул”, – ти. Ниндәй генә эшкә тотонһаң да, дәрт янына дарман да кәрәк бит. Мин иһә бала саҡтан һүрәт төшөрөргә лә яраттым”, – ти заманса баш кейемен эшләү серҙәре менән бүлешеп.
Филармонияла тәүгеләрҙән тиерлек ирекмән эшенә лә тотона. Оло йәштәгеләргә, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, мәктәп ашханаларына үҙ машинаһында аҙыҡ-түлек ташый. Төрлө сетерекле хәлдәргә лә тарып бөтә. Оло йәштәгеләрҙең ҡайһы берҙәре сит кеше тип ишек асмағандар. Уларға төйөнсөктө ишек төптәрендә ҡалдырырға тура килгән. Хаҡлы ялдағы бер апай үҙенең ауыр хәлдә ҡалыуы хаҡында һөйләгән. Аллергия менән йонсой икән. Пенсияһы ҡиммәтле дарыуҙарға саҡ еткәнен белгәс, Эльмира Марат ҡыҙы үҙенең сәхифәһендә уға ярҙам итеү маҡсатында халыҡҡа мөрәжәғәт итә. Кеше хәленә инә белеүселәр тиҙ арала уға ярҙам ҡулы һуҙалар. “Икенсе тапҡыр төйөнсөк күтәреп барғас, күҙҙәре йәшкә тулды. Үҙем алып барған нәмәләр араһынан берәйһен үҙеңә күстәнәскә ал, ти ҙә ҡуя. Саҡ тынысландырҙым. Үкенескә күрә, беҙҙең йәмғиәттә осон-осҡа ялғап көн күргән оло йәштәгеләр күп. Быға мин ирекмән бу­ла­раҡ йөрөгәндә тағы ла бер тапҡыр инандым”, – ти ул.
БСТ каналының “Сәләм” тапшырыуында Эльмира Юлдашева аш-һыу серҙәренә лә өйрәтә. Оҫта ҡуллы хужабикә бешеренергә, оҫталыҡ дәрестәренә лә йөрөп, белемен камиллаштырған. Заказға торт, төрлө тәмлекәстәр ҙә әҙерләй. Таныштары араһында барыһына ла ҡайһы арала, нисек өлгөрәһең тип, аптыраусылар ҙа, тилберлегенә, етеҙлегенә һоҡланыусылар ҙа етерлек. Сере ябай ғына. Ул уйлағанын оҙаҡҡа һуҙмай, һуҙылмай ғына ваҡытында тормошҡа ашырырға күнеккән.
Серле йомғаҡ һымаҡ ул. Һүткән һайын башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас күркәм сифаттар менән таныша бараһың. Хәйер, кинола ла, үҙ тормошонда ла төп геройҙы башҡарған, ябайлығы менән бүтәндәрҙән бер яғы менән дә айырылмаған, әммә шул уҡ ваҡытта ғүмеренең һәр мәлендә үҙе булып ҡала алған заттар шулай булырға тейештер ҙә.

Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.

2020 йыл.

Автор:
Читайте нас