

ХХХ
Ҡыҙыу көндәр башланды. Урамдарҙа йән эйәһе күренһә, ҡарсыҡ-ҡорсоҡ аласыҡ тирәһендә буталды; бала-сағалар күлдән сыға белмәне, эттәр, телдәрен һәлберәтеп, донъяны болдор аҫтынан ғына күҙәтте. Бөтә ҡатын-ҡыҙ плантацияла сөгөлдөр һирәкләне. Мөслимәне звено башлығы итеп һайланылар. Ул тәүҙә:
– Һеҙгә баш эймәгән бисәләрҙе мин нисек тыңлатайым. Бустуйҙы һөйләмәгеҙ. Минән башҡа ла нәсәльниктәр бил быуарынан, – тип ҡаршы ла торғайны.
Идара ултырышында, Мөслимә апайҙан да һәйбәт кандидатура юҡ тип, Бикбулат үҙе тәҡдим яһаны.
– Хужа һүҙен йыҡмайыҡ инде, – тине бригадир. Бер аҙ арттырып та ебәрҙе:
Ярты етем ҡатынға күп кәрәкме ни, йылы һүҙ ишетеү менән:
– Кемдәр керә һуң? – тине.
– Үҙегеҙҙең урамдыҡылар, – бригадир бармаҡтарын бөкләй-бөкләй һанап китте.
– Сабира ламы? – Мөслимә, ғәжәпләнеп, ботона сапты. – Бау менән бәйләп, ат менән тарттырһаң да сыҡмай ул.
– Теләһә ни эшләр, ал ҡалдырабыҙ.
– Ике ятып бер төшөнә керерме икән? Әйтәм былтыр утанылар. Күпме ер, күпме сөгөлдөр әрәм ителде. Йәйҙең йәй, көҙҙөң көҙ буйына һыҙаттар, ауылға ҡара тап булып, йөрәкте әрнетеп ятты. Ни беҙҙең ҡул етмәне, үҙебеҙҙең сөгөлдөрҙән арына алманыҡ. Ул бит бик ентекләп, бөртөкләп эшкәрткәнде ярата.
– Һеҙҙең кеүек эшләп йөрөгән ҡатындарға ғына бүлһәк, күпкә, ауырға төшә.
– Улай икән! – тине Мөслимә, ҡыҙып. – Берәүҙәр күҙҙәрен секерәйтеп, оҙон көн буйына ер сапһын, икенселәр күләгә аҫтында сәй эсеп ятһын. Көндәре ниндәй һуң, яндырып алып бара, баш ҡалҡытырға әмәл юҡ. Ҡуй, быйыл да ҡар аҫтында сөгөлдөр ҡалдырһаҡ, әҙәмдән оят.
– Дөрөҫ, апай.
Мөслимә көн дә көтөү ҡыуыу менән, ҡояш һауалағансы тип, плантацияға ашыҡты. Көн һүрәнерәк саҡта тәпкеләүе, нисектер, күңеллерәк тә, еңелерәк тә ине. Үҙенең еренә табан атлағанда, бер ыңғай иптәштәренең алдына ла күҙ һалды: «берәүҙәр дөрөҫ айыра, икенселәр көҙгө мәшәҡәттәрҙән ҡурҡып, бик ныҡ һирәкләй, өсөнсөләр ояла икешәр-өсәр үҫенте ҡалдыра һәм иң теремектәрен тәпке остары менән киҫеп китә. Өйрәткәнгә ҡолаҡ һалғандары, ауырға алғандары бар. Һүҙгә килешергә лә тура килә. Йыш ҡына уйландыра ла. Йыл аҙағында: «Кем звеноһы мул уңыш йыйған? Шуныҡы. Кем звеноһы шунса центнер ғына ҡаҙыған? Шуныҡы», – тиерҙәр. Әгәр исемең кемдәрҙер арҡаһында һуңғылар рәтенә эләкһә, ҡыҙарып, башыңды эйеп ултырыуың да ихтимал».
Алдан һиҙенгәндәй, Сабираның эҙе-юлы ла күренмәне. Имеш, ауыр эшкә ярамай, бүҫере ҡуҙғала икән, тигән һүҙҙәр ҙә ишетелде.
Закирйәндең ферманан йәйәү генә ҡайтып килгәнен шәйләп:
– Бисәләр! – тип Мөслимә, ҡулын болғай-болғай, һөрән һалды. – Әйҙәгеҙ әле, әйҙә!
Ҡатындар эштең нимәлә икәнен һиҙгәс, шаулашып, уның артынан йүгерҙеләр.
Ҡамалыуҙа ҡалған Закирйән, аптырап, бер һауала йылтырашҡан тәпкеләргә, бер ҡаҡ юлға теҙелешеп баҫҡан ялан аяҡтарға ҡараны. Юл киҫеүселәрҙең түңәрәге тарайғандан-тарайҙы, тыны ҡыҫыла башланы.
– Ни булды? – тине ул ахырҙа.
– Күптән осрашҡаныбыҙ юҡ ине бит, һағындым, – тине Мөслимә, ябыҡ түшен киреберәк. – Көнөнә нисәмә мәртәбә үтәһең, туҡтап, хәлебеҙҙе лә белешеп китмәйһең, ә? Сабираңды һиңә ҡарағанда ла нығыраҡ һағындыҡ.
Закирйән ыҡ-мыҡ итте лә:
– Сирле бит, – тине. – Ҡоро кәүҙә йөрөтөү менән генәме ни?
– Йөрәген май бөргәнме?
– Хәҙер духтырға алып барайым, ҡырҡ төрлө яҙыу бирәсәк.
– Үҙенең баҡсаһында соҡонғанда бер ере лә ауыртмай. Күл буйына тиклем һуҙылған картуфын ике мәртәбә утап сыҡты инде, ә беҙҙеке тәүге ҡатҡа ла бөтмәгән.
– Бына был кем өлөшө тип уйлайһың? Хәләл ефетеңдеке. Бик йомшаҡ урын эләкте. Килеп һелкенеүе менән, майҙары ҡойола башлар. Юлдың ситенән генә ҡалдырҙыҡ. Бөтә үткенсе-һүткенсе күрһен, тинек. Атыу баҫыу уртаһынан күҙгә бик салынмай.
Аллы-артлы әсе һүҙҙәр яуҙырып, Закирйәнде һаман ҡыҫырыҡланылар. Уйындан уймаҡ сыға тигәндәй, ул шөрләп тә ҡуйҙы. Белмәҫһең, дүрәк, әллә нәмәгә төшөүҙәре бар. Нисәмә йыл председатель булып эшләп, бындай хәлгә ҡалғаны юҡ ине әле. Ни эшләгән былар, ә? Көпә-көндөҙ оло юл сатында тотоп алдылар ҙа, ғәйепле кешеләй, уртаға баҫтырҙылар. Йәш-елкенсәккә ни етмәгән? Бот буйы бала-сағаһына тиклем уға ҡаршы тәпке күтәргән дәбаһа! Хут, ғәрлегеңдән, уртаға ярыл. Сит кеше күрһә, нимә тиер? Донъяға таратырҙар бит, әҙәм көлкөһөнә ҡалдырырҙар. Мөслимә эше генә был. Бисә-сәсәгә баш эйеп тор инде.
– Һүҙегеҙ бөттөмө? – тип түңәрәкте йырмаҡсы булды.
– Еңел генә ҡотолорға уйлайһың, ә? – тине Мөслимә, уны күҙе менән ашарҙай булып. Закирйән артҡа сигенде. – Ҡатыныңды ҡасан ебәрәһең?
– Ниңә минән һорайһығыҙ уны?
– Кемдән? Анауы ятҡан таштанмы ни? Әгәр ҙә иртәгә Сабираң сөгөлдөрөн утарға сыҡмаһа, бынан тыныс уҙырмын тимә. Ошонда күпме кеше – йыйылабыҙ ҙа өйөңә барабыҙ.
– Әйтермен.
– Ҡара уны. Бисәләр, юл бирегеҙ.
Закирйән ҡатындар ҡулынан ысҡынғас, йыш-йыш тын алып, арҡаһына йәбешкән күлдәген тартҡыланы һәм күп тә атламаны, ҡысҡырышып көлөшкән тауыштар ишетте. Артына әйләнеп ҡарарға баҙнаты етмәне.
XXXI
Закирйән ҡайтҡанда, Сабира, күлдәк итәктәрен ҡыҫтырған килеш, ялан аяҡтан ғына баҡсаһынан керҙе.
– Атаһы, өҫтән бер йөк төштө, – тине ул, еңелсә һулап. – Төпләйһе генә ҡалды.
– Яраған, – тине Закирйән, артыҡ иғтибар итмәй.
– Ямғыр кәрәк, һеңдергәнсе яуһа, баҡса аҡ сәскәгә күмелер, һабаҡтар ҙа эре генә күренә.
– Улай, – Закирйәндә картуф ҡайғыһы юҡ ине. Ҡатындарҙың ҡарашы һаман күҙ алдынан китмәне. Сәйҙе лә элеккесә ләззәт менән эсмәне, ауыҙының тәме юғалды. Сынаяғын бер яҡ ситкә этте дә диванға һөйәлде.
– Әллә сирләйһеңме? – тине Сабира.
– Юҡ, былай ғына. Ахырыһы, йонсотҡан.
– Ятып тор.
– Ваҡыт юҡ. Шуны уйлап ултырам әле. Сабира, нисәмә йыл йәшәйбеҙ, һәйбәт тә йәшәнек кеүек, иркенләп күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшкән ваҡытыбыҙ булдымы икән? Юҡтыр, хәтерләмәйем. Барыбер донъяның артынан ҡыуып етелмәне. Тәгәрмәс, эйәр өҫтөндә үтте ғүмер.
– Шулай шул, – Сабира ире эргәһенәрәк тартылды. – Әллә йәшлегең иҫеңә төштөмө?
– Йәшлек ул һәйбәт нәмә, значит, беҙҙең иң матур йылдар йәшлеккә бәйләнгән.
Закирйән һүҙҙе уратып, эҫерәк осорҙан башланы һәм бөгөнгө күңелһеҙ ваҡиға менән ослап ҡуйҙы.
– Бына шулай, – тине, көрһөнөп, һәм ҡатынының яурынына ҡулын һалды.
– Мөслимә лә Мөслимә тип, һинең ауыҙ һыуың ҡороно. Имеш, унан егәрле, унан уңған кеше юҡ. Йыл да уҙарник иттең.
– Эш унда ғына түгел, Сабира. Төптәнерәк уйларға кәрәк. Әлдә бит быға тиклем ел-ямғыр теймәне.
Эйе, Сабираның тормошо, бик матур башланып, тыныс, тигеҙ генә аҡты. Закирйән үҙенең тырышлығы, аҡыллылығы менән ауыл егеттәре араһында айырылып торҙо. Ҡылысбай ҡарт улын мәҙрәсәлә алған белем менән генә ҡалдырманы, күрше урыҫ мәктәптәрендә лә уҡытып йөрөттө. Яҡтыкүлдә ап-арыу ғына урыҫса һупалаусыларҙан, йыйылыштарҙа килештереп һөйләй белеүселәрҙән Закирйән булды. Колхоз төҙөлөп, етәксе һайлауға күскәс, уның кандидатураһы күрһәтелде.
Сабира Закирйәнгә кейәүгә сыҡҡанда, оҙон буйлы, нәҙек билле, оялсан ғына ҡыҙ ине. Тәүге балаһы тыуғансы, ул арыу-талыуҙы белмәй баҫыуҙарҙа эшләне. Күмәкләп көлтә бәйләүҙәре, ашлыҡ һуғыуҙары үҙе бер кинәнес ине. Кистәрен, ҙур хеҙмәттән һуң, күтәренке күңел менән арбаларҙа йырлап ҡайтылды.
Ғаиләне шатландырып, бигерәк тә ата кешене ҡыуандырып, донъяға малай тыуҙы.
Мәрхүм Ҡылысбай ҡарт, шәп аттарға ғына ҡыңғырау тағалар ул, тип улына һөйләргә ярата торғайны. Закирйән дә үҙенә ҡыңғырау бәйләгәндәй итеп хис итте. Ауылдаштары ҡотлап ҡулын ҡыҫтылар: «Һай, егет икәнһең», – тинеләр.
Малай артынан ҡыҙ сәрелдәп тыуҙы. Сабира ҡалынайҙы, атлауҙары һалмағайҙы. Йорт тирәһенән бушамай башланы, шәхси хужалыҡ эштәре уның ҡарамағына күсте. Күп нәмәләрҙе Закирйән үҙе лә һиҙмәне. «Ағайың шулай тип әйткәйне» тиеү менән, кладовщик арҡыры бөтәһе лә килеп торҙо. Тулы власлы хужабикәгә әйләнде. Көндөҙҙәрен председателде осрата алмаған колхозсылар уның менән кәңәшләштеләр. «Улай, улай икән», – тип ул башын ҡағып тыңланы һәм: «Борсолмағыҙ, ағайығыҙа аңлатырмын», – тиеп ҡапҡаға тиклем оҙатып ҡалды. Ҡапҡаны ябыу менән, бөтәһен дә онотто, яңынан үҙ хужалығына сумды. Ҡунаҡҡа ла йыш ҡына саҡырҙылар. Сабира иҙерәйеп ире менән түрҙең башында ултырҙы. Йырлап стакандар һондолар, иҫәнлек-һаулыҡ теләнеләр һәм ололап оҙаттылар.
Балалар, үҫеп, ояларынан остолар. Йөҙгә һырҙар ҡунғылаһа ла, төҫ ташламаны, ҡолаҡтарҙа уйнашҡан алҡалар ысындырылманы, һаман элекке дәрт менән йәшәп ятылды. Баҫыу юлдары онотолдо. Уларға тик ҡартының айғырында район үҙәгенә баҙарға барып ҡайтҡанда ғына күҙ һалынды. Закирйәндең күҙе төшөп йөрөгән саҡтары хәтерләнде, көрһөнөп йылмайып, дилбегәһен тартты, ашҡынып юртҡан атын тыйырға тырышты. Айғыр баш бирмәне, әйтерһең дә, ул ҡасандыр үткән һуҡмаҡтарға ҡарарға ирек бирмәйенсә, алыҫҡа алып китергә ашыҡты. Сабираға уҙған ғүмере елгән ат юлы һымағыраҡ тойолдо.
Арғымаҡты туҡтатып була, ә аҡҡан көндәрҙе туҡтатырлыҡмы һуң? Юҡ. Әгәр ҙә улар һинең өсөн матур үтһә, һағынып, әгәр ҙә улар йөрәгеңә мәңгегә уңалмаҫлыҡ яра һалып үтһә, көйөнөп иҫкә алырға ғына ҡала. Сабира өсөн улар бик һәйбәт үтте. Ә үҙеңә генә арнаған көндәр башҡаларға нисегерәк күренде икән? – Был хаҡта Сабираның башына ла килмәне.
– Үҙең өндәшмәнең бит.
– Бөтә бәлә шунда: значит, һинән башҡа ла колхоздың эше барыр, тип уйланым. Ул барҙы ла.
– Хәҙер бармай инде.
– Улай түгел. Сөгөлдөр булмағанда тағы бер хәл ине. Сәсергә планлаштырғанда уҡ өй башына һалып иҫәпләйҙәр бит. Йәшкә һинән олораҡ бик күп ҡатындар йөрөй. Шуныһы уңайһыҙ, Сабира.
– Тапҡандар нәмә, быға тиклем сөгөлдөрһөҙ ҙә йәшәлде әле.
– Унһыҙ йәшәлмәне. Беҙгә тигәнде башҡа яҡтар үҫтерҙе. Шәкәрһеҙ сәй эселмәне бит. Хәҙер үҙебеҙгә сәсергә ҡуштылар. Фабрикаға ла, колхозға ла кәрәк. Йылдан-йыл малдар ишәйә. Һиңә бүленгән алды әйтәм, сүп баҫҡан.
– Эшкә ярамағанлыҡҡа справкам бар ҙабаһа.
– Ҡасан алғайның уны?
– Былтыр көҙ.
– Ни эшләп миңә әйтмәнең?
– Онотолған, атаһы.
– Сирле икәнлегеңә, түшәккә ятҡас ҡына, ышаналар шул. Унан бит әле бер ҙә зарланғаның ишетелмәне.
– Йөрәкте сәнсеп-сәнсеп ала инде.
– Ҡайҙа шул справкаң?
Сабира, оло тимер һандыҡты асып, эҙләнә башланы.
– Ошонда ғына ине, илаһым, – тип, әйберҙәрен аҫтын өҫкә әйләндерҙе. – Бынауы шикелле. Эйе, бер мөйөшө йыртылғайны.
Закирйән, ҡағыҙ киҫәгенә күҙ йүгертеп сығыу менән:
– Был нәмәңде кешегә күрһәтә күрмә, оятҡа ҡалдырырһың, – тине. – Таҙа тип яҙылған. Ниндәй врачҡа күренгәйнең?
– Теге һинең таныш духтырың юҡ ине шул. Бик йәш ине. Яңыраҡ уҡыу бөтөп килгән, тигәйнеләр. Эрзинкәһен ҡуйып тыңланы ла, ит-май самалап ҡуллан, тип ошо ҡағыҙҙы биргәйне.
– Һуҡыр тауыҡҡа барыһы ла бойҙай.
– Әллә, атаһы, быйыл тағы барып ҡарайыммы икән?
– Йөрөмә инде. Эш эшләп берәү ҙә үлмәгән. Тик бына ере ҡатыраҡ урындан эләккән. Һөрөлгән юл өлөшө тура килгән. Бикбулатты әйтәм, юлдарҙы тарайтып бөттө. Атлағанда, хатта тын ҡыҫыла.
– Һөйләмә, һинең заманда ниндәй киң ине. Юл һөрөп байырға уйлайҙыр. Булғанын йүнләп сәсһен әле.
– Ярай, уныһы беҙҙең эш түгел. Көҙөн ҡаҙығанда, может, ярҙамлашырмын да.
– Бер үҙем генә еңә алмам шул. Бушаған арала уташырһың да инде, атаһы.
– Барып төш әле, күҙ күрер.
– Тик бына кеше һүҙенән генә оят.
– Оялма, һинең был ҡулдар – колхоз төҙөгәндә сыныҡҡан ҡулдар.
– Ул ваҡыттарҙы һөйләмә инде, арыу-талыуҙы белмәй инек бит, – тип Сабира ирен фермаға оҙатып ҡалды һәм ҡапҡа төбөнән оҙаҡ ҡына ауыл осона ҡарап торҙо. Плантацияны аҡ яулыҡтар сыбарлағайны. Ҡапыл күҙ алдына Мөслимә баҫты. Тертләп китте. Уның башында ике фекер көрәште. Береһе «бар», ә икенсеһе «барма» тине. Электән килгән ғорурлыҡмы, нимә еңер?
XXXII
Көн ҡыҙҙыра башлау менән, башмаҡтар, уйнаҡлашып, туплауға сапты. Яубаҫар улар артынан үҙ яйы менән генә төштө лә:
– Әйҙә, Дүрткүҙ, ҡоро-һары йыйыштырайыҡ, – тип оло ҡара бурҙайына өндәште. Эт, ҡойроғон болғап, хужаһы артынан эйәрҙе һәм күп тә барманы, тирә-яҡты яңғыратып ике-өс мәртәбә өрөп ҡуйҙы.
– Ни бар?
Дүрткүҙ юл яғына ҡарап тағы лаулап алды.
– Уҙғынсылыр, юҡҡа борсолма. – Шулай ҙа Яубаҫар, туҡтап, ҡолаҡ һалды.
«Тыррр» тигән тауыш ишетелде. Тиҙ генә ул ағас араһынан сыҡты һәм өҫтө-башты онға буялып бөткән Закирйәнгә тап булды.
– Тирмәнсе иттеләрме әллә, йәштәш? – тине Яубаҫар, йылмайып.
– Төрлө һүрәткә керелә, гадук. Сусҡаларға отход тарттырып киләм. Һыуһаттырҙы шайтаның. – Закирйән пинжәгенең итәге менән тирләгән елкәһен һыпырҙы. – Ҡаран һыуын эсеп китергә уйланым.
– Бик шәп иткәнһең. Бына хәҙер сәй ҡайнатабыҙ. Ҡабаланмаһаң, атыңдың башын анауы ялбыр ҡайын ҡуйынына төртөп тор.
– Арттан ҡыҫтаусы юҡ юҡлыҡҡа.
– Бигерәк һәйбәт.
Яубаҫар, һәр ваҡыт үҙе менән бергә йөрөткән һарғылт кожанын ағас күләгәһенә йәйеп:
– Рәхим ит, – тине.
– Рәхмәт, – Закирйән, аһылдап, ҡырын төшөп ятты. Яҡында ғына шишмә сылтырауын, баш осонда ҡош сутылдауын ишетте. – Курортта ятаһың икән. Ҡырымың ары торһон.
– Шулай, – тине Яубаҫар, котелогын аҫып.
– Һаман йөрөтәһең әле уны.
– Һалдат иҫтәлеге бит, туҙмай ҙа, юғалмай ҙа. Бының менән, йәштәш, ниндәй генә һыуҙар һирпелмәне? Хас теге радионан йырланған кәтәлүк инде. Бик килештереп йырлайҙар бит. Ишеткән һайын, һуғыш юлдары иҫкә төшә. Үлемдән дә ҡотҡарғыланы ул, арыған пулялар ҡағылғыланы.
– Нисек тишеп үтмәгән тиген, ә?
– Тәҡдире етмәгәндер.
– Эйе, эйе. Ауыр заман ине. Башмаҡтарың ни эшләй һуң? – тине Закирйән, һүҙҙе икенсегә бороп.
– Аламаҡ йөндәрен ҡойҙолар. Ҡышын арыҡ сыҡҡайнылар ҙа. Малды ла, әҙәмде лә аҙыҡ йөрөтә шул. Алтындай һалам, көмөштәй һыу эсереп кенә һимеҙ ит, ҡуйы һөт алып булмай. Үләнгә кинәнгәс, губси матурланып киттеләр. Ай аҙағында үлсәтеп ҡарарға уйлайым әле, тәүлек әйләнәһенә үҫеш ап-арыу тартыр төҫлө.
– Тырышаһың бит.
– Һуң үҙеңдең хәл? Балаларыңдың тауышы бармы?
– Бер көйгә йәшәү шунда. Бейә имсәгендәй ике бала инде. Беҙҙең өсөн бала, башҡалар өсөн ир, ҡатын, атай-әсәй. Малайҙың эш һәйбәт уның. Үҫә. Значит, духтырский яҡлаған. Үҙенең янына йәшәргә саҡыра. Кейәүҙең әфицәр икәнен беләһең. Ялға ҡайтабыҙ, тип хат яҙғандар. Ҡатын ары һуғыла, бире һуғыла, әҙерләнә башланы. Уғаса сөгөлдөрөн утап бөтөрһә, ярай ҙа.
– Күп сәстегеҙме ни? – тине Яубаҫар, хәйлә менән генә елкәһен тырнап.
– Кем? Беҙме?
– Эйе, – тип, Яубаҫар тоҡсайын систе, унан ҡағыҙға төрөлгән сәйен алды.
– Миндә ниндәй сөгөлдөр, ти. Колхоздыҡына инде. Ҡайҙа тартҡаныңды һиҙәм, ташла шул бәйләнеүеңде. Бығаса бисәләрҙең ҡулына йүнле-башлы эш тейҙеме ни? Бына мин әйткәйне тиерһең, сөгөлдөрөн дә баштан-аяҡ эшкәртә торған машина уйлап табырҙар, тағы халыҡтың күбеһе бушап ҡалыр. Значит, заман шундай, һаман еңеллеккә барабыҙ, гадук.
– Дөрөҫ, – тине Яубаҫар. Ул Закирйәндең икенсе кеҫәһен дә ҡапшап ҡарарға самаланы. – Мин онға буялып, ҡапсыҡ күтәреп сусҡа араһында йөрөгәнсе, ҡалаға ғына күсер инем, йәштәш.
Закирйән бер өндәшмәй ятты ла:
– Анауы ҡошто күрәһеңме? – тине, йыуан һуҡ бармағын һауаға һоноп.
Яубаҫар, башын ҡырын һалып, бәләкәй күҙҙәрен һөҙә биреп, елгә ярылған ҡалын ирендәрен ялай-ялай, ҡара нөктәгә төбәлде.
– Ну, һабан турғайы.
– Талпынамы?
– Талпыныр өсөн яратылған зат та.
– Ашыҡма, күҙәтәйек.
– Аҫҡа төшә башланы.
– Шулай тиген. Значит, өҫтә донъя уға ни тиклем генә иркен, матур тойолмаһын, барыбер моронлаған ҡыуағы төбөнә төшөп ҡунаҡлай. Ҡалаға тиһең? Минең өсөн сит ер ул. Сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул, тигәндәр. Тар урамдары йөрәгеңде ҡыҫыр, улыңдың квартирына бер керерһең, бер сығырһың, Волгаһына ла барып урарһың, йәм тапмаҫһың. Яҡтыкүл буйҙары, таныш ағастар, хатта, эләгеп йығылған таштарыңа тиклем күҙ алдына баҫыр. Терһәгеңде тешләрҙәй булырһың, эш уҙыр. Ышту һин, гадук, хәҙер һинең менән минән ҡала кешеһе яһармын тимә.
Шул саҡ уларҙың һүҙен бүлеп, ат кешнәп ҡуйҙы.
– Ҡолонон бикләп киткәйнем, – тине Закирйән. – Инәһенә бер ҙә тынғылыҡ бирмәй, талап имеп тик йөрөй. Юҡһыналыр, бейәне әйтәм.
– Кәкже, кунних булып эшләгәндә, башлап үҙем өйрәттем. Ауыҙлыҡ ҡапмай бер, йығып икенсе этләне. Һуңынан дуҫлаштыҡ. Һуғыш йылында сиғандар урлауы раҫмы шул?
– Эйе, – тине Закирйән, көрһөнөп. – Үҙем егә инем. Көтөүҙән ҡайтманы. Кунних малай йоҡлаған, һиҙмәгән. Ат тышаулы булған, еңел тотҡандар. Төн буйына бик йыраҡҡа, Зылатау аръяғына ҡыуғандар. Значит, Орлик сит ерҙе ят күрә, ҡаса, үҙебеҙҙең яҡтарға йүнәлә. Артынан ике һыбайлы сыға. Малҡай йән-фарманға саба, еткермәй. Әй буйҙарын күргәс, йөрәкте өҙөрҙәй итеп, кешнәп ебәрә. Ялдарынан тирҙәр тамып килгән хайуан йылғаға ташлана, һаҡлын һыу эсә-эсә арғы ярға ынтыла. Ергә аяҡ та баҫа, тәгәрәп тә китә. Янып үлә. Шулай ҙа тыуған тупрағына ҡайтып йығыла. Хайуан һынлы хайуан түгел ине. Барлыҡ ауыл йәлләп иланы үҙен. Һуғыштан һуң станцияла бер ҡарт сиғанды осраттым. Сиған халҡын беләһең, яҡшы ат өсөн хатта ҡыҙын да йәлләмәй. Ат тураһында һүҙ сыҡҡас, ҡарт мауығып, ошо хәлде һөйләп ташланы. Орликты ҡыуған һыбайлыларҙың береһе уның улы булған. Һиҙҙермәнем, үткән юлына үлән үҫкән, тинем. Һаҡалы ергә тейергә торған сиғандан ни таптыраһың? Мин быны ниңә һөйләйем, гадук? Әлеге тыуған ер – башлап тәпәй баҫҡан ер. Һәр кемгә лә эҫе.
Имән төбөнә һуҡҡылап, йомортҡалар әрселде, уңып бешкән икмәк телемдәре өҫтөнә һалҡын шишмә һыуында ултырған ҡуйы ҡаймаҡ яғылды.
– Былай һыйлаһаң, яныңа йышыраҡ туҡталмай булмаҫ, – тине Закирйән һәм өрә-өрә ләззәтләнеп ялан сәйен эсте.
– Кеше өсөн минең һәр ваҡыт ишек тә, йөрәк тә асыҡ, – тине Яубаҫар. –Мин көнө буйына ҡырҙарҙа яңғыҙ йөрөйөм бит. Кисен ауылдаштарҙы бик һағынып, гүйә, Яҡтыкүлгә муллыҡ, бәрәкәт арттырып ҡайтам.
– Мин һине шуның өсөн хөрмәт итәм дә, гадук.
Башмаҡтар тау битләүенә үрмәләне, арба, шығырҙап, ауыл яғына йүнәлде.
Яубаҫар – Закирйән, Закирйән Яубаҫар тураһында уйланды. Уйланмайынса, улар бит оҙаҡ йылдар буйына бер юлдан атлайҙар, ә юл еңел үтелмәне. Йәштәштәр бер-береһен яңы, оло тормош юлында һынаштылар.
XXXIII
Йәйҙең иң матур, иң күңелле ваҡыттары – бесән өҫтө етте. Йыраҡтарҙан һауа тирбәлдереп кәкүк тауыштары ишетелде, тауҙарҙан ҡырағай сәскәләрҙең хуш еҫтәре бөркөлдө. Баҫыуҙарҙы иңләп-буйлап һарғылт тулҡындар уйнаны.
Башҡа йылдарҙағы һымаҡ күҙ күргән урындар ғына сабылманы, һәр ҡыуаҡ төбөнә тиклем боталды: ҡатын-ҡыҙҙар хатта салғы осо эләкмәгән ерҙәрҙең үләненә тиклем йолҡҡоланылар. Был хәл ҡайһы бер ирҙәргә оҡшап етмәне.
– Эҫкәк кенә алып килергә кәрәк ине, – тиештеләр.
– Ҡыштың ҡыш буйына бесән һатып яттығыҙ ҙа бит, хәҙер бөттө, трудҡа бүләбеҙ, – тинеләр, сәмләшеп.
Бөгөн колхоз бригада һайын өмә иғлан итте. Иң ҙур сабынлыҡтар һайланды. Һәр етәксе үҙе йәшәгән ауыл кешеләре менән сыҡты. Һәр кемдең дә, ҡайҙа эшләүенә ҡарамаҫтан, ҡатнашыуы һоралды. Тик бына Сөләймән ҡарт ҡына һуңлап уянды. Таң һыҙылғанда, тыштан кереп, серем генә итәйемсе, тип башын терәгәйне, ҡояш һауалаған да ҡуйған.
– Үҙебеҙҙкеләр ҡый, һүҙләмәҫтәр әле, – тип, сүкеш, һандалын тоҡсайына һалып, ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырҙы ла, ҡаҡ юлға галоштарын бәреп атлай-атлай, Аҙнабай төбәгенә йүнәлде. Ҡабаланманы. Бесән өйөүселәрҙең хәлдәрен дә белеп сығырға уйланы. Күптән, мал тояғынан ғына тапатмаһалар ярар ине тип, тешен ҡыҫып йөрөй ине, йығып арыу иткәндәр икән әле. Күбәләре арыу ғына күренә.
– Кеше бер тын эшләп арығас ҡына киләһең, ә? Туҡланыу исемлегенә кертелмәнең инде, – тине Яубаҫар, шаярып.
Былай күктән ҡысҡырып ҡаршы алыу Сөләймән ҡартҡа оҡшап етмәне.
– Ашау өсөн иҫ киткән юҡ та ул, – тине, эре генә сирттереп, һәм туйтаңлап-туйтаңлап эҫкерт тирәләй әйләнде. – Күҙ насармы, белмәйем, ослаған нәмәң Мәрфуға килендең мөрйәһенә оҡшаған түгелме?
Мәрфуға уның ҡатыны ине.
– Юҡы һөйләмә, – тине Яубаҫар, ҡушлауының ян-яғына һәнәге менән һуҡҡылап.
– Бәлки, өҫтән һәйбәтерәк күренәлер.
– Тарта төштөң тип әйттем бит, – тине Мөслимә, йылмайып.
– Заманында кәбәндәрен дә, эҫкерттәрен дә күп ҡойҙоҡ уны, ҡустым, – тип ҡарт китеп барҙы.
Мөслимә, ышанмайынса, ситкәрәк китеп ҡарап торҙо ла, тирә-яҡты яңғыратып, рәхәтләнеп көлдө.
– Ҡыйыш шул! – тине, тыйыла алмайынса. Уйындан уймаҡ сыҡҡанын Яубаҫар һиҙмәй ҙә ҡалды. Бик уңайһыҙланды, ләкин белдерергә теләмәне, уйын-көлкөгә борорға тырышты, эстән генә ҡартҡа бармағы менән янаны. Ә был ваҡытта ҡартың «Ауыҙыңды яптымы?» – тип, ҡәнәғәтләнеп, галоштарын өҫтөрәй ине.
Ана, ҡыр ҡаҙҙарымы ни, теҙелешеп ҡалай берҙәм талпыналар! Бер-ике... ун... утыҙ... Юҡ, һанап бөткөһөҙ. Харап ҡый! Иртәнге ысыҡта түшәгәндәр ҙә һалғандар. Ә тегендә? Аба-ба! Ҡашҡа тау буйҙарын ат косилкалары тунай. Ҡырлы морондо трактор уратып алған. Үләне йоҡа ла йоҡалыҡҡа, юҡ ише түгел.
...Салғы яныған егеттең
Кем икән уйҙарында!
– Кем булһын, һин.
– Атла, үксәңде киҫәм.
– Абау, хөрәсән.
– Кемдәр улар, ә, йәштәр икән.
Ҡарттың күҙе аяҡ аҫтындағы еләккә төштө. Тиреп-нитеп тормайынса, эйәк бейетергә тотонмаһынмы! Мауығып китеп, сысҡан эҙәрләгән бесәй һымаҡ, тубыҡланып үлән араларын бутай башланы. Бер аҙҙан һуң, быны ашап туймаҫһың, тип ҡул һелтәне һәм покостарға иғтибар иткеләне. Улай, ҡыҙҙарҙың һәйбәт кенә һелтәп, ап-арыу ғына ялатып алдырғандары ла, араларында үләндең муйынынан киҫеп йөрөгәндәре лә бар икән. Бигерәк тә уның бер покосҡа йәне көйҙө, ә ул покос Гөлйөҙөмдөкө булып сыҡты.
– Ҡайҙа, бир әле, ҡыҙым, салғыңды, – тине.
– Үтмәй, суҡынған, – тине Гөлйөҙөм, аһылдап.
– Ир маҡтаныр, ҡорал эшләр, тигән боронғолар. Йүнләп көйләнмәгән ҡый.
Сөләймән ҡарт, салғыны рәтләп:
– Аша һелтәмә, бына былайыраҡ, – тине.
Гөлйөҙөм ҡабарған усы менән яңынан сабырға йәбеште.
– Буш ҡына тот. Ҡабаланма, ана шулай.
Ҡыҙ шөйлә әҙәм рәүешле атлағандай итте.
– Ҡарап торма әле, бабай, – тине Гөлйөҙөм, албырғанып.
– Ярай, ярай, артыҡ эйелмә.
Әтә-тә-тә-тә! Мәрйәм, зәңгәр күлдәктәрен кейеп, косынкалар сөйөп, Байрам менән Бикбулатты ҡыуа ҡый. Егеттәреңде әйтәм, янып төшкәндәр, майкалары шыбыр һыу.
Байрам еңелерәк һелтәй һелтәүлеккә, ә бына Бикбулат, оҙаҡ йылдарҙан һуң, бөгөн башлап ҡулына салғы алды, күнегелмәгән. Ә, өҫтәүенә, артынан Мәрйәм төштө. Кеше әллә нәмә тиеүе бар. Уңайһыҙ. Етмәһә:
– Минең салғыны ла янып бирегеҙ әле, – тип, хәл йыйырға туҡтаған һайын, янға килә.
– Ана, Байрам минән оҫтараҡ яный, – ти Бикбулат.
– Миңә ни ҡайһығыҙ яныһа ла ярай, – ти. Яуабын таба. «Шулаймы икән?» – тип Байрам ситкә ҡарай.
– Китер. – Ул йән асыуынан уның салғыһын саңғытырға тотона.
– Бармағыңды киҫеп ҡуйма, – ти Мәрйәм.
Байрам өндәшмәй, унда яңынан йәшлек хистәре яна. Бөтә көсөн һалып, салғыһын һелтәй башлай, артынан покостар бөтөрөлөп кенә ҡала. Бер аҙ атлағас, тағы баҫыла төшә, Бикбулатты көтөбөрәк ала, йөрәген көнсөллөк тырнай, Мәрйәм менән икеһен ҡалдыраһы килмәй.
– Ер башына етергә байтаҡ әле, – тине Сөләймән ҡарт. – Мәрйәм ҡыҙым йәнегеҙҙе ҡыя ла. Еҙбаш үлән менән шаярмағыҙ, уға беләк тә, йөрәк тә кәрәк. Ә улар Мәрйәм ҡыҙымда бар икән.
– Ҡыйһа ҡыя инде, – тине Бикбулат, көлөп. Ул йөнлө беләге менән тирләгән битен һөртөп алды. Байрам өндәшмәне, ул Сөләймән ҡартты ене менән бер күрә ине, ҡарт та унан шөрләңкерәй ине.
Улай, Закирйән дә сыҡҡан. Ул һалмаҡ ҡына һелтәгән еренән туҡтаны ла, алюмин бидонын күтәреп, нимәлер эсте. Сөләймән ҡарт һыуһағайны, төкөрөктәрен йотоп ҡуйҙы.
– Ни эшләп йөрөйһөң? – тине Закирйән.
– Күреп тораһың ҡый. Ҡайҙа, үтмәһә, сүкеп бирәм.
– Һинән боҙҙорор хәл юҡ әле.
– Шул элекке тупаҫлығыңды һаман ташлай алмайһың. Ниңә ауырлы бисәләрҙәй ҡуҙғалаһың, ҡорһаҡ ебәрмәйме әллә? Хәйер, көн оҙон әле, кискә тиклем шиңер. Ҡайҙа, ниең бар, ауыҙ иттерсе, ауыҙ кибеп китте.
– Бер нәмә лә юҡ.
– Ташла әле шул ҡатылығыңды. Әле генә ғолтолдатып йоттоң ҡый.
– Һинән ҡотола алмаҫһың. Ана, ҡыуаҡ төбөндә.
Сөләймән ҡарт йөрөгәне генә етмәгән, юл ситенә тағы кемдәрҙер баҫҡан. Салғы сүкеүсе ҡарттар икән дә. Әйтерһең дә, оло командирҙар күҙәтеү пунктынан һуғыш ҡырына төбәлгәндәр. Бик важный торалар. Әйҙә тора бирһендәр, уларҙың эштәре шул.
Танау ит бешкәнен һиҙә, керәшин. Халыҡ шишмә буйына ағылды.
Ауыҙ һыуҙарын ҡоротоп, ҡаҙандарҙың боҫтары борҡой. Геү-шау килеп, икмәк, ит тарата башланылар. Сөләймән ҡартҡа тиклем өлөш бүлергә өлгәшеүселәр булған икән. Яубаҫарҙы арты менән баҫтырҙылар ҙа:
– Быныһы кемгә? – тип ҡысҡырырға тотондолар. Бик күп тараттылар, дүрт-биш киҫәк кенә ит ҡалды, ләкин Сөләймән ҡарттың исеме ишетелмәне. Уның түҙемлеге бөтөп:
– Яубаҫар, һин мине оноттоңмо әллә? – тине.
– Юҡ, юҡ, сабыр ит, кеше күп бит. Нисек барыһының да исемен бер юлы өндәшәйем.
Ҡарт ауыҙ эсенән генә мығырҙанды: «Баяғы өсөн үс ала инде», – тине. Уға өлөштөң һеңерле ере эләкте, яртыһы һөйәк тә ине.
– Алдыңмы? – тине Яубаҫар, көр, бик ҡәнәғәт тауыш менән.
– Алаһың инде, алмай ни эшләйһең, – тине ул, хәтере ҡалып.
– Өлөшөңә сыҡҡан көмөшөң, ағай.
Ҡарт, кәмһенеп, бер яҡ ситкәрәк барып ултырҙы. Ҡунаҡбикә ҡарсыҡ аш килтергәс кенә, эсенә йылы йүгерҙе. Етмәһә, ҡайғырма тигәндәй, туҡмас араһында майлы ғына бер киҫәк ит тә күҙ ҡыҫып ята ине.
– Үҙемдең өлөш, – тине ҡарсыҡ, бышылдап. Ул да өмәгә аш бешерергә килгәйне. Ҡарты йәл булып китте.
Сөләймән ҡарт, ике оло туҫтаҡ аш һуғып, ике киҫәк ит тондорғас, тешен соҡой-соҡой кеше араһына керҙе.
Төшкө ял ваҡыты тиҙ үтте. Яңынан туғайҙарҙа геү-шау башланды. Был шау ҡояш байыр алдынан ғына тынды. Сөләймән ҡарт, атҡа ҡарсығының һауыт-һабаһын тейәп, күҙ бәйләнгәндә генә бик ҡәнәғәт булып ҡайтты. Өмәнең йолаһы буйынса киске сәй янына мәйе лә эләккәйне. Йырлап та ебәрҙе:
Егет тә генә булһаң, елеп ҡал,
Арҡаларға сыҡҡан боландай.
Егетлектең ғүмере уҙып китһә,
Кәкерәйерһең ҡара йыландай.
– Йә, йә, ҡыуа төш атыңды, – тине Ҡунаҡбикә ҡарсыҡ. – Егет, имеш.
XXXIV