

Легендар шағир-йырҙар яҙыусы, Александра Пахмутованың ире Николай Добронравов вафат булған.Уға 94 йәш ине. Николай Добронравов 1928 йылдың 22 ноябрендә Ленинградта (Санкт-Петербург) тыуған. 1950 йылда — Горький исемендәге МХАТ янындағы Немирович-Данченко исемендәге мәктәп-студияны, ә 1952 йылда Потемкин исемендәге Мәскәү ҡала педагогия институтын тамамлаған. Ул — «Команда молодости нашей», «Трус не играет в хоккей» һәм башҡа бик күп популяр, шулай уҡ Мәскәүҙә үткән Олимпиадаға «До свиданья, Москва, до свиданья» йырына шигырҙар һәм Рәсәйҙең бер нисә ҡалаһының гимндары авторы.
1956 йылда ул Пахмутова өйләнә. Улар 66 йыл бергә йәшәгән.