

Икенсе көн инде 4-се махсус милиция бүлегенең дежур часында “обезьянник”та ултырам. Ауыр енәйәт эшләп, киске ундар тирәһендә үҙ иркем менән бирелергә килдем бында. “Кеше үлтерҙем”, тигәс, дежурный менән уның ярҙамсыһы: “Шаяртаһың...” – тип тәүҙә ышанмай торҙолар. Сөнки мин ике аҙна элек кенә ошо бүлектең патруль-пост хеҙмәтендә стажер булып йөрөгәйнем, бығаса милиция формаһы кейгәнем булмаһа ла, күптәр мине бында белеп, танып торалар.
Шаяртыу урынһыҙ икәнен белгертеп:
– Мин йөрөгән ҡыҙымды үлтерҙем! – тип ҡысҡырҙым.
Ысынбарлыҡты тәүҙә дежур ярҙамсыһы, олораҡ йәштәге өлкән лейтенант аңланы:
– Ҡайҙа, нимә менән үлтерҙең? – тип һораны.
– Дөйөм ятаҡта, 506-сы бүлмәлә бысаҡ менән сәнстем, – тип саҡ әйтем өлгөрҙөм – тауышым быуылды, тамағыма ниндәйҙер төйөр тығылды, күңелем тулышып, күҙҙәремдән әсе йәш бөртөктәре тәгәрәне. Ығы-зығы ҡупты. Кемдер мине төрткөсләп ситлеккә япты, кемдер телефондан шылтыратып оператив төркөмдө йыйнарға тотондо.
Ярты сәғәттәнме ике оперативник килеп, мине баштан-аяҡ тентеп, ҡайышымды, кеҫәләге документтарымды, булған аҡсаларымды алып, үҙемде бүлек начальнигы полковник Поляков эргәһенә алып керҙеләр. Түкмәй-сәсмәй уға булған хәлде һөйләп бирҙем. Тыныс холоҡло, һәйбәт кеше булып сыҡты Поляков:
– Ярай, инде эш эшләнгән, терһәкте тешләп булмай. Артыҡ ғазаплама үҙеңде, енәйәтте көнләшеүҙән эшләгәнһең, шулай ҙа 6-7 йылға ирек менән хушлашырға тура киләсәк, – тине, көрһөнөп. – Ярай әле, исмаһам, беҙҙән эштән сығып өлгөргәнһең, бөтә бүлеккә тап төшөр ине, оятҡа ҡалыр инек...
Кемдер бүлмә ишеген шаҡыны. Кадрҙар бүлеге етәксеһе капитан Мерзликин икән. Миңә яман итеп ҡарай.
– Баштан уҡ оҡшатманым мин уны, сәйер күренде, ҡыҙының эргәһендә булыр өсөн генә беҙҙең ҡалаға күсеп, донъя бутаны, – тип Поляков үҙенең фараздарын теҙә башланы. – Әлдә ваҡытында беҙҙән эштән китте. Капитандың йөҙөндә ниндәйҙер ҡыуаныс, ризалыҡ билдәләре сағылды.
– Әле ҡайҙа эшләп йөрөгәйнең һуң? – Мерзликин һорап ҡуйҙы.
– ЖКУ-ла, электрик өйрәнсеге булып.
– Их, һин, аҡылһыҙ, ниңә кәрәк ине һиңә ҡыҙыңды үлтереү... – Өсөбеҙ ҙә тынып ҡалдыҡ.
Дауамын "Шоңҡар"ҙың 9-сы һанында уҡығыҙ!
Альбина Таҡалова һүрәте.