Күҙенә тамсы ла йоҡо элмәй таң аттырҙы Файза. Ауыр кәүҙәһе тағы ла көс еткеһеҙ кеүек булып талғайны. Уның тороп ултырыуынан карауат ризаһыҙ ғына шығырланы. Янында сабый ише ирәмһеп йоҡлаған Миҙхәте уң яғына әйләнеп ятты. Ҡатын ҡыҫыҡ күҙен тағы ҡыҫа төшөп ирен байҡаны. Уянманы. Әллә ауыр уйҙарынан арына алмағанға, әллә йоҡоһо туймағанға, Файзаның башы тубалдай ҡупҡан кеүек ине. Бер аяғына һылтыҡлап, үҙен-үҙе һөйрәп тигәндәй, инде һыуалып барған һыйырын тартҡыларға сыҡты.
Ире бигерәк тыныс холоҡло шул. Уның һәр кемгә асыҡ йөҙлө, ярҙамсыл булыуы, сикә остарын уймаҡландырып ҡына аралашыуы ғашиҡ иттерҙе бит инде заманында. Миҙхәт тыныс тәбиғәтле, Файза, киреһенсә, утлы орсоҡ кеүек осоп-төшөп тора. Бер-береһен тулыландырып ҡына торған ике йәш йөрәк, күҙ ҡараштары менән генә аңлашҡан йәрҙәр, матур итеп тормош ҡороп йәшәп киттеләр. Ауыл ситенән бәләкәс кенә өй һатып алдылар. Эсле-тышлы төҙәттеләр. Йәш ҡатын бирнәгә тип әҙерләгән селтәрҙәрен ағас карауат баштарына, йәтеш кенә итеп уйылған ике тәҙрәгә элде, имән өҫтәлгә япты. Ап-аҡ мендәрҙәр ҙә иң түрҙән ҡуҡырайып урын алды. Ишек төбөндәге мейесте аҡ балсыҡ менән һылап ҡуйғас, өй тағы ла яҡтырып киткәндәй тойолдо. Ҡорама буй юрғандарын, кейеҙҙән һуғылған түшәктәрен урындыҡҡа йәйҙе. Таҫтамалдарын, бер-ике күлдәген мөйөштәге урҙаға йәпләп кенә урынлаштырҙы. Бар байлыҡ шунан ғибәрәт ине. Иң һуңынан иҙәнде, ек-ярығын соҡоп, ҙур бысаҡ менән ҡырып йыуып сыҡты. Өйҙәренең эсе әкиәт донъяһы кеүек булып ҡалды: йыйнаҡ, бөхтә, үҙенә тартып ҡына тора.
Һәүетемсә генә донъя көткән булып йәшәп киткәндәренән ярайһы ғына ваҡыт аҡты. Бөтәһе лә ал да гөл генә барыр ине лә шул: ошо бәләкәс кенә дәүләттең йәме булып бәпестәре тыуманы. Йыл һайын тиерлек бала тапҡан ауыл бисәләре, яйы тура килгәндә, төрттөрөп ҡалырға тырышты. Май баҫҡан бөйөрҙәренә бер ҡулдары менән генә таяна ла ҡайҡая биреп, аяҡтарын кирә баҫып, ауыҙ ситен йәмшәйтә хихылдап: “Ҡәйнешкә үҙебеҙ малай табып бирмәһәк, булмаҫ, ҡыҫыр килен ыжламай түгелме?” – тип йәш килендең дә, Миҙхәттең дә йәнен үртәнеләр. Уның араһында урам хәбәренең шауҡымына сорналған бейеме килеп:
– Улымдың бала һөйөр генә сағы, әллә ниткән анау ауыл осондағы Йәмиләне кире ҡаҡҡан булып... быға тиклем ултырыр ине балаға күмелеп, малайҙар йомшап! Мәхәппәт, тигән булышып, бер буш ҡыуыҡты алып, әрәм генә булды-ы-ы-ы, – тип яулыҡ сите менән күҙен ҡаплап, бер аҙ һеңкелдәп ултыра.
Миҙхәт илаған булып ҡыланған әсәһенә йылмайып ҡына ҡарай ҙа өндәшмәй. Ә килендең иһә ошо ҡарасҡыға оҡшап торған ҡаҡса-оҙон буйлы, бер аҙ алға эйелә биреп йөрөгән, биғәйни ҙә мәскәй әбейҙең бер туған һеңлеһенә йылмайыу түгел, ҡалҡынып ҡарағыһы ла килмәй. Сосмор танауындағы бармаҡ башындай миңенә, ташбыҡ йәшел күҙенә, ағас ботаҡтары кеүек тарбайып торған бармаҡтарына ҡарап, йә, Хоҙай, оса торған һеперткеһе генә етмәй, тип уйлап ҡуя.
Улының, уҡытыусы Йәмиләне алмай, етем Файзаны өҫтөн күреүен кисерә алмаған Хәсби аһ-зарын түгеүен дауам итте:
– Тупылдатып һөйөр ейәндәр булмауы етмәгән, кеше шикелле сы-ы-ы-у булып ҡатышыр ҡоҙа-ҡоҙағыйым да юҡ бит, исмаһам! Етем быҙауҙы алып отто был Миҙхәт мине! Бер бөртөк улыңдың зар-интизар булып йәшәүен күреүҙән дә әсерәге бармы икән, уф, йөрәгем...
Атай-әсәйһеҙ үҫкән Файзаның яҡлар кешеһе лә юҡ, ауылдағы тел биҫтәләренең дә, сарғаланып йөрөгән бынау убырҙың да өнөн тығыр берәүһе булһасы?! Әсәһе Файзаны тапҡас өҙлөккән, тинеләр... Аҙаҡ атаһы эскегә һабышып, ҡайҙалыр шунда урам буйында туңып ятҡан. Ҡыҙ бала өләсәһе менән үҫте. Ун ете йәшен тултырғанда, уныһы ла һаулыҡҡа мандый алмай китеп барҙы. Үҙе иҫән сағында, ейәнсәренә тип инселәгән һандығын асып, ҡайҙа, нимә, кемгә, тип тәғәйенләнгәнен аңлатты:
– Хәлемдән килгәнсә әҙерләнем, Файза. Һине эйәле-башлы итә алмай китеп барһам, кәм-хур булмаһын тип тырыштым. Ынйы-мәрйене ҡойолоп тормаһа ла, затлыһынан ғына ҡарап алып һалдым. Бара торған ерең рәнйетмәй, ҡаҡмай ғына ҡабул итһен инде. Үҙең дә ныҡ тырыш бул донъя көткәндә. Әсәй бәхетенән мәхрүм булдың, ҡәйнә арыу тура килһен, тип теләйем. – Был һөйләшеүҙән һуң өләсәй теүәл ике аҙна йәшәне...
Әрме хеҙмәтенән яңы ҡайтып йөрөгән Миҙхәт Файзаны бер күреүҙән яратты. Күп тә үтмәй өйләнешеп тә ҡуйҙылар. Инде донъяһы түңәрәкләнде тигәндә, ауырға уҙа алмауы теңкәне ҡорота. Тағы күпме һынауҙар аша үтергә мөмкин, әллә ҡайғы-хәсрәтте яҙырға Файзаның ҡаҡ маңлайынан башҡа маңлай булманымы икән был Хоҙайға?!
Осоп-төшөп торған Файза күҙгә күренеп шиңде, бер кем менән дә ҡатышҡыһы килмәне, ҡунаҡҡа ла йөрөмәне, үҙен күрә алмаҫлыҡ сиккә етеп йомолдо. Таңда ла, төндә лә, ямғыр яуһа ла, буранда ла күккә ҡарап үкереп-үкереп иланы, ялбарып бала бәхете һораны:
– Йә, Аллам, әллә минән башҡа һынай торған кешең бөтөп ҡалдымы? Етемлекте өйөп бирҙең – түҙҙем, утығып та өлгөрмәнем, өләсәйемде алдың – сыҙаным, әсәйемдәй яҡшы булырҙай ҡәйнә һораным – ишетмәнең, инде бала бәхетенән дә мәхрүм итәһеңме, инде Миҙхәтем дә китһенме мин буш ҡыуыҡтан? Ниндәй юйылмаҫ гонаһ өсөн яфалайһың мине? Кемдең ғәйебе өсөн мин яуап тотам? Бәпес бирмәҫ булһаң – йәнемде ал, бындай йәшәүҙең кәрәге юҡ, йәшәүемдең мәғәнәһе ю-ю-ю-ҡ!!!
– Тор инде, аҡыллым, әйҙә инәйек, өшөп кенә бөткәнһең, тор, матурым!
Өшөп-туңып, илай торғас шешенеп, һыуыҡ ерҙә тубыҡланып торған ҡатынын Миҙхәт әллә нисә тапҡыр сығып алды. Бер рәнйетмәне, кеше һүҙенә төшмәне, балаң юҡ, тип битен йыртманы, ниндәйҙер мөғжизә булырын белгән кеүек, үҙен тыныс тотто.
Ә мөғжизә булды ла. Ниһайәт, Файзаның да йөрәге аҫтында йән барлыҡҡа килде. Яңылыҡтан ҡатындың башы әйләнде, күҙ алдары ҡараңғыланып китте, ышанырға ҡурҡып, өнһөҙ ҡалды. Был турала ире лә белгәс, шатлыҡтан икеһе лә күңелдәре булғансы иланылар, ҡосаҡтарынан айырыла алмай, бер талай бәүелеп ултырҙылар. Миҙхәт бер туҡтауһыҙ кәләшенең күҙҙәренән, ирендәренән, керпектәренән, бит остарынан үпте, сәстәрен яратты, көслө ҡулдары менән үҙенә ҡыҫты. Шул килеш таң аттырҙылар. Эйе, алһыуланып ҡалҡҡан шәфәҡ нурҙарына мансылып уларҙың яңы тормошо тыуҙы.
Әле был сер тураһында бер кемгә лә әйтмәҫкә килештеләр. Күҙ тейер тип ҡурҡтылар. Ҡатыны менән буласаҡ балаһын наҙлы сәскәләй ҡурсаланы Миҙхәт. Ҡулына бер эш тейгеҙмәне, йорт буйынса барлыҡ ваҡ-төйәкте лә йүгереп йөрөп үҙе башҡарҙы. Быға тиклем эшһеҙ сыҙамаған Файза ла бәпес хаҡына һаҡланырға булды. Ана, өндәшмәй генә йөрөгән ире нисек ҡабул итте атай буласағын, тимәк, ул да көйгән, ул да көткән. Йәнә йәше лә үтеп бара бит ҡатындың. Ошо баланы юғалта ҡалһа, тәүбә-тәүбә, бер ҡасан да үҙен ғәфү итмәйәсәк.
Таң ата ла кис була, тигәндәй, көн артынан көн үтеп кенә тора. Хәсби ҡарсыҡ бер бөртөк улы Миҙхәттең донъяһын барып урауҙы, ишек алдында темеҫкенеп бер аҙ йөрөп алыуҙы, юҡ ерҙән етешһеҙлек табып килендең тетмәһен тетеүҙе төп шөғөлдәренең береһе итеп алды. Өйгә йөҙө емерелеп, һөмһөрө ҡойолоп килеп инә. Май ҡояшылай балҡып, бер нимә булмағандай, йылмайып ҡаршы алған киленен күрһә, ҡорт саҡҡандай тоҡанып китә:
– Донъяһы түңәрәк был байбисәнең! Өйҙә ятып маҙрайып, ап-аҡ булып һимереп киткән, ҡоролоҡ йылында
шашып уңған шалҡанмы ни?! Миҙхәт йөрөй, ана, энә ашаған эткә оҡшап йонсоп, атлағанда башы ергә етә яҙып бәүелеп бара, балта һабындай ғына үңәсе элмәйеп. Баламдың сыҡмаған йәне генә тороп ҡалған, әҙәмдән оят!
Сәй артында ла ҡаш аҫтынан ғына ҡарап, тешһеҙ ауыҙын мөйтәңләтеп рәхәтләнеп ашап ултырһа ла, әллә күпме ағыуын сәсеп өлгөрә. Бер һүҙ әйтмәй, түҙә килен, йөрәк түрендә йөрөткәне хаҡына түҙә, уға әйтеү юҡ, хәҙер һеперткеһенә атланып алып бер тынала ауылды урап сығасаҡ.
Күпме генә йәшермәһендәр, бер килгәнендә эштең айышына төшөндө ҡарсыҡ.
– Сепрәк яһаны улымдан, ир йораты, ки-и-и-т, беҙ ҙә бала таптыҡ, улайтып билебеҙгә шәл урап, арт һаныбыҙға көсөбөҙ етмәй ултырманыҡ, ыстырам, сит кеше күреп ҡалмаһын, ир башың менән бисәләр эшен эшләп йөрөйһөң, иҙән йыуһын, тип үҫтерҙемме мин һине, бисәһөрәт, эййй, – тип илаған кеше булып тағы яулыҡ осона йәбеште.
Был юлы сыҙаманы Миҙхәт:
– Әсәй, килһәң, матур итеп кил, изге теләктәрең, аҡыллы кәңәштәрең менән кил. Буласаҡ баламдың именлегенә һәм ҡатынымдың һаулығына беҙҙең өйҙә тыныслыҡ кәрәк.
Файза иренең тәү тапҡыр уны яҡлап һүҙ ҡатыуынан, баҫып торған булһа ултыра төшөр ине, биллаһи. Асҡан ауыҙын яба алмай, бер Миҙхәткә, бер бейеменә ҡараны. Бөттө, китте – хәҙер яр аҫтынан яу сығасаҡ!
Шомбай ғына улының уға төбәп әйткән һүҙҙәренә ҡапыл-ҡара төшөнә алмай ултырған Хәсбиямал, айнып киткәндәй:
– Ә-ә-ә, шулай икән дә, берәүҙәргә тыныслыҡ кәрәк булған икән! Ҡуян бала тапҡан – ҡуйыр урын тапмаған! Ярар, бының был яғына ике аяғымдың береһен баҫмам, тыныслыҡ боҙоп йөрөмәм. Бына, шулай була ул артын үбеп үҫтергән балаңдың рәхмәте, буҡтан тапҡан мунсағын әсәһенән артыҡ күреп ултыра, кешенән оят, – тип сыулап илап сығып китте. Урамда осраған һәр кемгә:
– Миҙхәт ҡыуып сығарҙы, ялбыр башы, нәкәнис, бала табырға булған. Шуныһына һүҙ тейгеҙмәй, мине рәнйетеп әрләп сығарҙы, – тип шемәреп, сурытып йөрөнө.
Бәғзеләре тел сартлатып ҡушылып “ҡайғырҙы”, кемдер Хәсбиҙең холҡон белгәс, артыҡ иғтибар биреп торманы. Бынан ары улының донъяһына ҡарай бик байтаҡҡа юлы өҙөлдө.