Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
23 Сентябрь 2023, 06:20

"Алтын башаҡ" юбилейын билдәләне

Халҡыбыҙҙың бөйөк әҙиптәре Рәшит Ниғмәти, Баязит Бикбайҙар тарафынан ойошторолған был берекмә бөгөн дә гөрләп эшләй.

"Алтын башаҡ" юбилейын билдәләне"Алтын башаҡ" юбилейын билдәләне
"Алтын башаҡ" юбилейын билдәләне

Туймазы ҡалаһында “Алтын башаҡ” әҙәби берекмәһенең 90 йыллыҡ юбилейына арналған әҙәби кисә үтте. Халҡыбыҙҙың бөйөк әҙиптәре Рәшит Ниғмәти, Баязит Бикбайҙар тарафынан ойошторолған был берекмә бөгөн дә гөрләп эшләй. Рус, башҡорт, татар телендә ижад итеүселәр бында фекер алыша,  үҙҙәренең шиғырҙары, хикәйәләре менән матбуғатта сығыш, төрлө сараларҙы йәмләй.

     Сарала Туймазы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Подоприхин Сергей Анатольевич, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәмзин Рифҡәт улы Әбсәләмов берекмәнең иң әүҙем ағзаларын почет грамотолары менән бүләкләне. Байрамға ҡасандыр ошо берекмәгә етәкселек иткән шағирә Хәлисә Мөхәмәҙиева, бөгөн “Ҡызыл  тан” гәзитенең баш мөхәррире урынбаҫары Резеда Нуретдинова, “Шоңҡар” журналының яуаплы сектретары Венер Исхаҡовтар ҙа килгәйне.  Ҡунаҡтар ҡәләмдәштәренә ихлас теләктәрен еткерҙе

"Алтын башаҡ" юбилейын билдәләне
"Алтын башаҡ" юбилейын билдәләне
"Алтын башаҡ" юбилейын билдәләне
"Алтын башаҡ" юбилейын билдәләне
Автор:Венер Исхаков
Читайте нас