

– Геҙей, геҙей-гет, Гөлкәй!
– Кит, тим, hыйыр былай ҙа тик тормай. Кит, тим, Әкрәм! – Гөлмәрйәм асыуынан hыйырҙың имсәктәрен ҡушлап тотто ла, маңлайына төшкән сәсенә аҫҡы ирендәре аша зәhәр өрөп, күҙҙәренең ағын әйләндерҙе. – Кит, тим, Әкрәм, зитыма теймә, зинhар! – Һуңынан hәүкәшенә өндәште: – Малҡай, малҡай, тыныслан, Зинкам... Пр-р-ҡай, пр-ҡай, хәҙер hауып бөтәм...
– Геҙей, геҙей, геҙей-гет, Гөл-кәй! – Ир яңынан үҙ эшендә булған ҡатынының фуфайкаhы эсенә ҡулын тығып, биленән ҡапшамаҡ итте. Майға тығыҙланып, тиреhенән hалыныбыраҡ төшкән тәненең йылыhын устарында тойғоhо килде. – Геҙей, геҙей, геҙей-гет, Гө-өл-кәй-й...
Ҡатын ҡарышманы. Тик теләк ҡырына терәк кәрәк шул, суҡынмыш, Гөлмәрйәме нишләп өндәшмәй әле тиhә, тегенеhе эске яҡлап мамыҡ шәлен урап ҡуйғансы. Тығыҙ ураған. Ләкин Әкрәм дә төшөп ҡалғандарҙан түгел, яй ғына, миллиметрлап, сантиметрлап бармаҡтарын эскәрәк шыуытты. Мышнаны. Танауын тартты. Уныhы тағы, кәрәкмәгән саҡта ғына ебей ҙә ҡуя. Ике яҡлап бармаҡтар эскә шыуышты. Тәне янды. Ҡул суҡтары эскә үткән hайын аяҡ араларын да киңерәк баҫа барҙы. Яйлап ҡатынының арҡаhы буйлап шылып төшкән ир тамам сүгәләне, тубыҡтары Гөлмәрйәмдең тулҡынланыуҙан йүгерешкән күҙәнәктәрен дә тоя hымаҡ. Һәр хәлдә, Әкрәмгә шулай тойолдо. Шулай булмай ни, ана бит, айғырға ҡарышҡан бейә hымаҡ ҡыланды ла, эшкә hылтанған булып, тымды ҡатыны. Тик ҡулдары ғына hыйыр имсәктәрен йышыраҡ тарта, hөт биҙрәгә шыж да пыж hиптереүен белә.
– Йә, ышҡынып туйманыңмы ни әле?!
Ҡалын елкәгә йәбешкән ошондай уҡ ҡалынлыҡтағы муйындың боролоуы булды, Әкрәмдең йөҙөнә төкөрөк сәсрәне, hөйгәненең төймәләй матур танауының тишектәре күҙ алдында тәрән соҡорға әйләнә барҙы, hалҡын тулҡын бәргән ҡараштары йөрәген туңдырҙы. Яйлап йыйылған хистәр, ләззәтле тойғолар – бөтәhе лә "hә" тигәнсе селпәрәмә килде.
– Геҙей-геҙей... – тип ҡараны Әкрәм, ҡулдарын әле генә йәне-тәненә рәхәтлек биргән урында йөрөткөләп, баяғы хистәрҙең остоғон ғына булhа ла табырға тырышып.– Кит, тинем бит, ки-ит!
"Сыты-ырр... Сыр-р" Һаҙағай-ялағайhыҙ ғына йәшен йәшнәне. Хәтәр йәшен. Ҡолаҡтары тондо. Күҙ алдарында пәйҙә булған ике йондоҙ сәсрәп осто. Илаhи яҡтылыҡ! Бер аҙҙан барыhы ла – hарай ҡараңғылығы, hыйыр елененә ҡулын hуҙған бисәhе, тиҙәккә ҡатҡан улаҡтар, уңлы-hуллы сайҡалған ҡойроҡ – яйлап ҡайта барҙы.
– Тағы кәрәкме? Әйткәнде аңламағас... Харап, эскән була ла дәрте таша. Пеләмә үгеҙ ише ҡылана, хәстрүш...
Әкрәм ауған еренән ҡалҡынды. Тәне быуынhыҙ, йәне өшөгән.
– Бр-р... бр-р... – Ир башын hелкте. Мөйөшкә hөйәлеп, тәнен еңеләйтте лә аҙбар ишеген асты. Ауыҙ эсенән генә яратҡан йырын мөңгөрләп, өйгә табан ыңғайланы. – Йәйләүҙәргә көтөү ҡыуған Гөл-мәр-йәм...
Ләкин йыр ғына түңкәрелгән күңел тырызын тултырманы, киреhенсә, элгәреге йылы хистәрҙән арындыра барҙы. Уларҙың урынын ғәрлек ғәләмәттәре алды, тора-бара күкрәк тәңгәлендә ниҙер кителеп төштө. Яҙын ярhып сабышҡан көслө тулҡындарҙың үҙен ҡосорға ниәтләгән ярҙы ишеп төшөрөүенә бәрәбәр ине был тойғо. Әле генә ҡаялай ғорур торған яр киҫәге ошо ҡаҙан эсендә ҡалды ла, барса бысраҡлыҡҡа ҡушылып, йылға ихтыярына буйhондо. Әкрәмдең ирлеге лә ғәрлек, түбәнhенеү шарлауығында ҡайнаны: тамағына төйөр булып тығылды, тойғолары күҙ ҡабаҡтарын әсетте, танау эсен ярып үтте, күкрәк тәңгәленә тулышып үҙен билдәhеҙлеккә ашыҡтырҙы, йоҙроҡтарын төйнәтте – барса донъяға асыулы итте. Башын, ҡулдарын бәреп ҡанатҡыhы, ҡайҙалыр алыҫҡа – әҙәм аяғы баҫмаған ергә олаҡҡыhы килде. Ниңәлер уны береhе лә аңламай төҫлө ине.
Әкрәм аласыҡҡа үтте. Сөйҙә эленеп торған көтөүсе кажаны кеҫәhен hәрмәне. Әhә, урынында. Һыуыҡ, ҡәhәрең. Һәй, барыбер бер үлергә, өйрәнгән тамаҡ инде, ошонан ғына ғолтлатhаң да ярай. Әселеге hиҙелмәне. Шулай ҙа сөйгә эленгән балан бәйләменән туң емеш өҙөп ҡапты. Быныhы тәмләнеп, шәрбәтләнеп киткән. Тора-бара теге нәмәҫтәкәй үҙенекен итте: ҡыҙыл үңәстән төшкән hайын йылынды, ашҡаҙан тәңгәлендә хатта эсте яндырырлыҡ та көс тапты. Тағы уртланы. Бынағайыш, баяғы ярhыулыҡты ла, ғәрлекте лә тарата башланы был дарыу. Хатта ҡыҙыулығы тартылған hеңерҙәргә лә йәшәү hуты бирҙе, быуындарҙы йомшартты.
– Эх-х, өйгә инеп, өҫтәлеңә салат-малатын ҡуйып, ҡыҙҙырылған иттең боҫон әрhеҙләнеп hулай-hулай әҙәмсә ике генә рюмка эсемлек эсергә лә, диванға hуҙылып ятып, телевизорҙы тоҡандырырға ине-е... Бына, ҡала халҡы hымаҡ.
Аптырай Әкрәм, Өфөләге ағаhына барhа, еңгәhе өлтөрәп йөрөй, дөйөм ятаҡтың тар бүлмәhе киңәйеп киткәндәй була, билләhи. Әллә юрый, әллә ысын бер-береhенә шаярып ҡына төртөшөп алалар ҙа "хи-хи-хи" ҙа "ми-hи-hи"... Тағы килеп, карауат менән өҫтәл араhында юл бирешәлмәгән булып ҡыланалар: нәҡ киҫешкән ергә генә етеүҙәре була – ағаhы ҡорhаҡ тәңгәлен кәпәйтә бирә, еңгәhе, уны этәргәндәй ҡыланып, осаhын сығара. Әй, юл бирешәлмәй аҙапланалар, әй, аҙапланалар. Һуңынан инде еңгәhенең арт hыны уйнаҡлап-уйнаҡлап китә, бил аҫтына эләгеп, күтәрелә биреп ҡуйған итәген рәтләгән була. Белә Әкрәм, рәхәт уға шулай юл "бирешеүҙәре". Иренә: "Әй, ошоно, ҡартая белмәгәнде!" – тип шелтәләүе лә, күренеп тора, юрый ғына. Нисектер ул hүҙҙәр: "Хәҙер, иркәм, ҡәйнеш ҡайтып китhен дә, иркенләп юл бирешербеҙ", – төҫлө. Шуға ла оҙаҡ ултырмай уларҙа Әкрәм. Ауылдан ебәргән күстәнәстәрҙең hыйғанын hыуытҡысҡа, hыймағанын тышҡы яҡлап тәҙрәгә беркетелгән ситлеккә тултырғанын көтә лә, үҙҙәренән сәләм хаты – Әкрәмдең уларҙа булғанлығын раҫлаусы ҡағыҙ яҙҙырып, сығып китеү яғын ҡарай. Уларҙан сыҡҡас оҙаҡ бара киске ҡала буйлап. Өҫтәлдәге hыйҙы уйлай, теш араhына ҡыҫылып ҡалған валсыҡтарҙы теле менән сүпләп hурып бара – тәмдәрен оҙаҡҡараҡ еткергеhе килә, кикерткәндә тамаҡ төбөнә килгән шараптың тәме менән хушhына. Ләкин ул төп сәбәп түгел, юҡты бушҡа ауҙарып, ваҡыт үткәреүе генә. Ә ысыны...
– Ҡайҙа булды икән, тип торам. Нимә, тағы сығып ысҡынырғамы уйың?! – Гөлмәрйәмдең үткер күҙҙәре шундуҡ шешә башын шәйләне. – Әйтәм аҙбарҙа уҡ сыҙашалмай инең, Сәлиханың сәмәйен алғанhыңдыр әле. Ҡайhыhына димедрол hалып эшләй, ҡайhыhына... Әhә, hиңә возбудитель болғатҡан! Иманын уҡытып, күрмәгәнен күрhәтәйем әле мин уға! Үҙ иренең башын ашаны ла хәҙер кеше ирҙәрен аҙҙырып ята, силсәүиткә барам иртәгә, ауылдан ҡыуҙыртам!
– Иренең аварияға эләккәнен беләhең дә инде, Гөлмәрйәм, нишләп гонаhына керәhең?
– Ах, hин бер фәхишәне яҡлап маташаhыңмы?
– Яҡламайымсы, ысынын әйтәм...
– Аҡырма миңә, йәме. Аҡырма! – Гөлмәрйәмдең сәрелдәк тауышы ҡолағын ярҙы. – Бар, ҡайтып күренәhе булма, олаҡ толдарға! Харап, ирҙәрен дөмөктөрәләр ҙә, мать-героиня hымаҡ, "әдинушкә" праваhы менән типтереп яталар. Уф-ф, күрәhеләрем бар икән, хоҙайым... Ниңә шул йолҡошҡа сыҡҡанмындыр инде, бөгөн үк ташлар инем, балалар хаҡы бар...
Әкрәм ҡатынының ҡылығын белеп бөткән: балаларҙы иҫкә төшөргәс, йомшарыуы ине был. Нәҡ шул саҡта уның "тылы"на hөжүм итергә кәрәк – сығып китеп йөрөп ҡайтырға, тип уйланы ир. Бер-ике сәғәттән тынысланыр ҙа, балаларҙы йоҡлатҡас, икәү генә ята торған бүлмәгә инеп, иренең ҡайтҡанын көтөр...
– Мә, шешәңде лә ал! – тип сәрелдәне уның артынан ҡатыны, аҡбашты быраҡтырып.
– Тимәк, тағы эсергә... – тип юраны Әкрәм, алдына төшкән шешәнең ҡарға төбө менән сумыуын күргәс.
– Берәй ерҙә йығылып, ҡаҙалып ятhаң – үҙеңә үпкәлә, мин hине балнис юлында йөрөтөп, түшәккә ҡалғас, ҡарап ултырырға йыйынмайым, хут суҡынып ят, хут туңып, артыңдан грам да сығып йөрөмәйем...
Ләкин был hүҙҙәр ҡапҡа бағанаhына әйткән төҫлө ине: "дып" итеп килеп бәрелделәр ҙә тыңҡлап ҡойолоп төштөләр. Уның ҡарауы, ысҡынғас үҙем белермен әле, тигән уй hеңеште Әкрәмдең башына. Тик был хәл оҙаҡҡа барманы. Ҡапыл ғына ирек тойған ир төнгө донъя тарлығында ҡала барҙы, яңғыҙлыҡ уны үҙ ҡосағына алды, декабрь hалҡыны ҡайнарлығын hүрелтте. Пәрҙәләре тартылып бөтмәгән өй эстәренән урғылған йылылыҡ, төндө түҙемhеҙләнеп көткән ир менән ҡатындарҙың балаларын йоҡларға ашыҡтырыуы, сепрәк ҡорғандарҙы тишеп емелдәшкән шыршы уттары – барыhы ла Әкрәмде яңғыҙлыҡҡа, бәғергә үтерлек hалҡын төн ҡоршауына этәрә төҫлө. Ир шешә бөкөhөн асты. Fолтлатып алғас, ары атланы. Бәлки, класташы Айнурға инергәлер? Эйе шул, күптән ихластан hөйләшеп ултырғандары юҡ.
– Кем бар унда? – эске ишек шығырҙауына ҡушылып, класташының ҡарлыҡҡан тауышы ишетелде.
Гадук, был мин инем...
Әк-рә-әм?.. Нишләп йөрөүең ул, сәғәт ун тула лаhа. Мин хәҙер. – Ишекте асыусы булманы. Эскеhе ҡыҫылып ҡалдымы, Айнурҙың ҡатыны менән hөйләшкәне асыҡ ишетелде. – Әкрәм килгән, асайыммы? Класташ таhа...
Суҡынып йөрөмәhен ете төн уртаhында. Башы ауырталыр. Бар, hин дә эйәреп сыҡ алкаш дуҫыңа. Тик өйгә инеп ултыраhы булмағыҙ. Ана, феләктән бал hоҫоп бир ҙә, оҙат үҙен. Ысҡынған тип ишеткәйнем шул. Йөрөр инде хәҙер өй беренсә hоранып...
– Э-э... Ярай, хәҙер... Э-э, ә яңы мунса, мунса мейесен кем сығарыр hуң? Асыуланмаҫ микән?
– Бар, бар, сығып кит!
Уныңса булмай, тышҡы ишек асылды.
– Ней, Әкрәм, hин асыуланма инде, йәме, йоҡларға ятырға йыйыналар. Әҡлимәне, ней, үҙең беләhең бит инде, – тип өҙөк-өҙөк hүҙҙәрҙе бер фекергә төйнәй алмай аҙапланды синыфташы. – Ҡарале, әйҙә, теге ней, мин бында ғына берәй сүмес бал алып сығам. Мунса ла яғылған, унда барып ултырhаҡ та була инде. Мин хәҙер...
Әкрәм урамға сыҡты. "Ысҡынған", "алкаш дуҫыңа"... Мейеhен телгеләне Әҡлимәнең hүҙҙәре. Кем-кем – унан ошоларҙы ишетермен тип hис уйламағайны ул. Ни тиhәң дә, уныhы ла hабаҡташ бит. Айнур менән Әкрәм ун йыл буйына бер партала ултырҙы, ә алдарында – Әҡлимә менән Сәлиха. Эйе, бисәhе уйнашсынан hалдырған Сәлиха. Ҡайhы бер малай ҡыҙҙар менән ултырыуҙы хуп күрhә лә, быларға ошолай яйлы ине. Ике ҡыҙ – ике йоморо баш – алда. Мәсьәлә сисә торған дәрестәрҙә контроль эш булhа, варианттарға бүлеүсәндәр бит. Бик ҡулай килеп сыға торғайны: Айнур менән Әҡлимә, Сәлиха менән Әкрәм. Тора-бара улар шул тиклем эҫенде, дүртеhенең араhына күнәкләп hыу ҡойhаң да үтерлек түгел. Ҡайҙа ла бергә булдылар, уларҙы айырым-айырым күреүселәр хатта ғәжәпләнә торғайны. Өйләнешкәс, ә хәл мотлаҡ был парҙарҙың өйләнешеүе менән тамамланырға тейеш hымаҡ ине, ғаилә дуҫтары булып ҡалырға вәғәҙә лә бирештеләр. Тик ваҡиға мөхәббәт тураhында яҙылған китаптарҙағыса булды: Әкрәмде армияға алдылар, Сәлиха ул ҡайтыр алдынан ғына кейәүгә сыҡты. Ә бына Айнурҙар дөрөҫ эшләне – икеhе ике институтҡа уҡырға инде лә, береhе зоотехник, икенсеhе уҡытыусы булдылар ҙа киттеләр. Матур итеп туй ҙа үткәргәндәр. Уныhын Әкрәм күрмәне. "Асыуланма, дуҫ, ауылда йәштәрҙе йыймайым, ҡалала, үҙең беләhең, дөйөм ятаҡта урын тар – курсташтар ғына була", – тине бер ярты күтәреп килгән Айнур. Туйҙағы шаhиттар ҙа студенттар ине...
Әле килеп – "алкаш"... Һәй, юҡҡа үҙемдең күңелемде тырнайым, бисәләр бөтәhе лә бер иш була торғандыр инде. "Ҡыҙҙар бөтәhе лә матур, аҡыллы, ә алама бисәләр ҡайҙан сыға икән?" – тип аптыраған, ти бит берәү. Шуның ише, аптырамаған ереңдән дә аптырарhың. Гөлмәрйәмде генә ал. О-ох, бр-р, ошо Гөлмәрйәме, аңламағас аңламай бит ир күңелен...
Урам осонда ике шәүлә күренде. Әкрәм ҡуйынындағы шешәне ошо яҡ бағаналағы лампа яҡтыhына ҡуйып ҡараны – тап яртыhы ҡалған. Тегеләр берәр әшнә булhа, эсерер ҙә өйөнә табан атлар ине. Ҡатыны тиргәhә тиргәр, ҡайтып, мыр-р-мыр ғына итеп, мейес эргәhендәге карауатҡа ауыр, исмаhам. Ысынлап та, өс балалы иргә урам алкашылай өй беренсә йөрөү эш түгел. "Ах мин – йүнhеҙ, үҙем прастуй булғас, барыhын да шулай уйлайым. Бөтәhе лә минең hымаҡ ыштанhыҙ түгел инде", – тип үҙен hүкте ул.
– Һа-ай, әллә Әкрәм ағай инде, hаумы? – Килеп еткән шәүләләрҙең береhе Илдус ине. Туған тейешле кеше. Ҡасандыр уның өләсәhе менән Әкрәмдең олатаhы бер ҡарында ятҡан. – Ағай, hине бер осратып, hөйләшеп ултырған да, hыйлаған да юҡ. Әйҙә, hыйлайым әле үҙеңде.
– Уныhы миндә лә бар, – тине лә Әкрәм, Илдус менән Иреккә ҡулын hуҙҙы. – Бына, саф hауа hулармын тип сыҡҡайным. Бер сәкәй тирәhе hөйләштерә торғаны ла ҡултыҡ аҫтын ҡытыҡлай.
– Урын ноу проблем, киттек!
Күп тә барманылар, Мотаhарҙың өйөнә боролдолар. Ул яңғыҙы йәшәй. Ҡырҡҡа етеп барhа ла өйләнмәгән. Маладис, әсәhенең итәгенә йәбешеп ятмай, ҡалай матур итеп өй hалып сыҡты, тип уйланы Әкрәм.
Егеттәр, өйөнә ҡайттылармы ни, ишекте шар асып инеп тә киттеләр. Тәмәке төтөнөнә ыҫланған сепрәк-сапраҡ, дымлы, тағы әллә ниндәй еҫтәргә ҡушылған hауа Әкрәмде уҡшытты. Тик былары тыштан ингәндәге тәүге кисерештәр генә икән, тора-бара бар нәмә үҙеңдеке – өйөңдәге hымаҡ тойолдо. Ир шулай уйланы ла эстән ете тапҡыр "тәүбә"hен әйтеп ҡуйҙы. Аллам hаҡлаhын, тине ул үҙ-үҙенә, лутсы өйөң, уны йылытып, йыйыштырып тороусы ҡатының – ажғырып, өрөп торған булhа ла ҡатының – булhын, балаларың эргәңдә йөрөhөн. Хужаны уяттылар.
– Һин нимә, беҙ барып килгәнсе Бөрө баҙарына ла киткәнhең, тор, ятма килештереп, – тип hелкетте уны Илдус.
Мотаhар тәүҙә бер, аҙаҡ икенсе күҙен аҡайтты. Ҡараштарын бер нөктәгә туҡтата алмайынса оҙаҡ аҙапланды. Ахыр сиктә, аҡ шарҙарға йәбештерелгән hоро төймә эсендә ҡара нөктә хасил булды ла Әкрәм тирәhен бырауланы. Сырамытты, ахыры, ауыҙы ситенән hеләгәйе ағып төштө, танауын hыҙғыртып тартты, телен килбәтhеҙ сығарҙы, шешенгән ирендәрен шапылдатты:
– Ә-ә... Ә-әкрәм! Һин бит бы-ыл, – тип, hикереп торҙо. Күрешергә бармаҡтарын тармаҡландырыуға, башына балға менән hуҡтылармы ни, кире урынына ауҙы. – М-мин хә-хәҙе-ер...
– Ярай, йоҡлаhын, – тине Ирек. – Үҙебеҙгә күберәк тейер.
Тәүҙә Әкрәмгә ҡойҙолар. Ул бер ҡулына стаканын, икенсеhенә hуған бүлкәhен тотоп, ҡалалағы хеҙмәттәшенең тосын әйтергә әҙерләнде. Тәрән итеп тын алды.
– Тосhыҙ эсhәң эскесе булаhың, тигәндәй, туғандар, тос тост әйтеү лазым.
– Во! Күрҙеңме минең ағайҙы? Тыңлап, аҡыл төйнәп ултыр, – тип, Илдус Иректең ҡабырғаhына төрттө.
– Миңә лә ағай инде, – тигән булды уныhы.
– Һеҙгә, туғандар, шул тиклем яуызлыҡ, насарлыҡ теләйем... – Әкрәм тегеләргә ҡараны.
–?!
– Ни-ни?...
Ауыҙҙар асылды. Муйындар hуҙылды. Йөҙҙәрҙе hөрөм баҫа башланы.
– Мин hеҙгә шул тиклем аламалыҡ теләйем, ошо стаканда ҡалған шарап хәтле! – тине лә Әкрәм, түңкәреп ҡуйҙы. Һауыттың төбөн әйләндерҙе, тамсы ла төшмәне. – Бына шулай...
– Во-от, аға-йым, әйттең hи-ин!
– Би-ик шәп!
Илдус сәсәне. Ауыҙын асты ла йәшләнгән күҙҙәрен алартып, тын ала алмай ултырҙы. Ирек уның арҡаhына, елкәhенә hуҡты.
– Вәт, әй, ағай, мин hине беҙҙең hымағыраҡ йыуаш бер кеше тип йөрөhәм-м... – тип аптыраны Илдус.
2