Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
1 Октябрь 2023, 13:20

Күккә осто йәнем Повесть (5) Әминә ЯХИНА

Әсәйемә ҡушылып минең йәнем илай, һыҡтай. - Һин ғәйепле түгел, әсәкәйем, үҙем ғәйепле! Ниңә мин түҙеп йәшәнем һуң? Ниңә мин унан ҡурҡып йәшәнем? Эх, әсәй, әсәй…

Күккә осто йәнем   Повесть (5)    Әминә ЯХИНАКүккә осто йәнем   Повесть (5)    Әминә ЯХИНА
Күккә осто йәнем Повесть (5) Әминә ЯХИНА

Бер көн мунсала кер йыуҙым да, ҡоҙоҡ эргәһендә кер сайҡап йөрөгәндә Зәминә апайым килеп инде, минең тас-тос кер сайҡауымды күреп;

  • Әсимә, был ни эшләүең ул?,- тине аптырап.
  • Кер сайҡайым, -тигән булдым.
  • Хәҙер бит йәй айы түгел, көндәр һалҡынайҙы,сентябрь аҙағы.
  • Әлләсе, керҙәр таҙараҡ була тей ҡәйнәм.
  • Керҙәр таҙараҡ булыр ҙа ул, ауырып китереңде уйлаһаң ни була?
  • Ҡуй әле апай, мин бит әле йәш.
  • Һеңлекәшем, мин һиңә аптырайым. Ниңә һин уларға һәр саҡ ярарға тырышаһың? Былай дауам итһә, һинән һаман арҡан ишерҙәр тимә. Һаулығыңды уйла. Һин быны минән яҡшыраҡ аңлайһың.
  • Ярай, апаҡайым.
  • Тулыланып киткән кеүекһең, һеңлекәшем.
  • Шулай шул, апаҡайым, - тинем дә йылмайып ҡуйҙым.
  • Ай-һай, тигенгә түгел, әллә ауырлыһыңмы?
  • Шулайыраҡ.
  • Дә-ә-ә. Һиңә һаҡланырға кәрәк, ә һин кер сайҡатып тораһың тышта. Эх, Әсимә, Әсимә…
  • Борсолма, апай, барыһы ла яҡшы.

   Ҡыш аҙағына улым тыуҙы. Айгиз тип исем бирҙек. Тумалаҡ ҡына, шалҡандай ап-аҡ һау бала булыуы мине ҡыуандырҙы, ҡайным менән ҡәйнәм, иптәшем дә уны үлеп яраттылар. Беренсе ейәндәре , етмәһә малай, саҡ ҡына илаһа ла, мыжыһа ла ҡулдан төшөрмәй үҫтерҙеләр тиһәм, яңылыш булмаҫ. Ул тыуғас, өйҙөң тарлығы ла һиҙелә башланы , ни тиһәң дә, бала режим тигән нәмәне аңламай, төн менән көндө лә бутап ебәрә. Ҡайһы ваҡыт көндөҙ йоҡлай ҙа, төнө буйы уның менән керпек тә ҡаҡмаған саҡтарым әҙ булманы. Шуғалыр ҙа ҡайным менән иптәшем яҙ етеү менән төҙөлөш эштәренә тотондолар. Ҡайһы ваҡыт коляскамды һөйрәтем, үҙем дә төҙөлөп ятҡан өй эргәһенә барып әйләнәм. Йәй уртаһына ҡыйығын да ябып ҡуйған инеләр, инде йәшәрлек өйгә әйләнде тиһәм, эске эштәре бигерәк ыуаҡ икән, тиҙ генә бөтөрлөк түгел. Бала бәләкәй әле, бер ҡышҡа түҙерһегеҙ тигәс ҡайным, уның менән килештек. Хәҙер инде улыбыҙ ҡәҙемге кеше булып, йәше тулыуға атлап та китте.

    Шатлығымдың сиге юҡ. Өйҙө төҙөп бөттөләр. Хәҙер индн көн һайын һылау, буяу эштәре менән мәшғүлбеҙ. Улымды ҡартәсәһенә ҡалдырабыҙ ҙа, иртә таңдан өйгә югерәбеҙ. Мал бирәбеҙ тигәстәр, һарайын да яһатырға булдыҡ.Үҙеңдеке үҙеңдеке инде. Имен-һау йәшәргә насип булһын тип, әсәйем дә көндә доғаларын уҡый. Балаң яҡшы йәшәһә, әсәйҙәргә лә ҡыуаныс шул.

    Үҙебеҙҙең өйгә сыҡтыҡ. Өйөбеҙ иркен, кинәнеп кенә  йәшә. Үҙебеҙгә күрә, һыйырыбыҙ бар, көн дә иртән уны һауып, көтөүгә оҙатам, һөттәрен айырып, ҡаймаҡтан май бешәмен, ҡорот та эшләп ҡуям. Ағайым, апайым яҡын ғына йәшәйҙәр, улар ҙа беҙҙән алда ғына өй һалып сыҡҡандар ине. Әсәйемдәр ҙә алыҫ түгел. Ә иң яҡшыһы- балалар баҡсаһы алыҫ түгел, ун минутлыҡ юл. Ҡәйнә менән йәшәгәс, үҙең хужа ла булмағас, әсәйем дә, туғандарым да бик килә һалманылар. Ә хәҙер рәхәтләнеп улар менән ҡатышып йәшәрмен инде. Ысын дан да, беҙҙең йортто күрәбеҙ тип, иң беренселәрҙән апайҙарым килеп еттеләр. Улар йортто, һарай-ҡураларҙы ҡарап сығып, бар нәмәнең еренә еткерелеп, уйлап эшләнгәненә һоҡланып, кейәүҙәренең тырыш булыуына бик һоҡландылар. Урамда төҙөлгән йәтеш кенә аласыҡтың йыйнаҡлығына, йәй айҙарында сәй эсеү, хатта икмәк бешереү өсөн яйлы мейесе  булыуына көнләшеп тә ҡуйҙылар шикелле. Мин дә ҡыуанысымдан аш яраштырып, улар менән сөкөрләшеп сәйҙәр эстек, аллаға шөкөр, ризыҡ мул, үҙем дә тик ултырмайым, бешеренергә яратам. Инде сәй  эсеп, хушлашайыҡ тигән дә генә, иптәшем эштән ҡайтып инде. Һаулыҡ һорашты ла, юҡ йомош тапҡан булып, баҡса яғына юнәлде. Ул арала апайҙарымды оҙатып ҡуйҙым. Сәйгә иремде саҡырҙым. Ҡара янып килеп инде лә, миңә аҡыра башланы. Ап-айныҡ ине, әгәр эскән булһа, бер хәл. Алдына ултыртҡан ашты тарелкаһы менән миңә елгәрҙе. Ҡаршы һүҙ әйткән инем, миңә килеп йәбеште лә муйынымды һыға башланы. Тын ҡыҫылғандан ҡыҫылды, инде хәлем бәтөп, үләм инде тигәндә , карауатта йоҡлап ятҡан балам уянып, тауыш бирҙе. Ә ирем, бармаҡтарын ысҡындырҙы ла, бер нәмә булмағандай тышҡа сығып  китте. Баламды ҡосаҡлап, тынһыҙ ғына иланым, ҡысҡырып илар инем, теге тағы килеп инер ҙә, миңә йәбешер төҫлө тойолдо. Иртәнсәк, һыйырҙы һауып, һөтөн үткәреп ултырғанда, ирем:

  • Бынан былай, минең рөхсәтһеҙ бер кемде лә индереп ултырма, - тип ишекте шарт ябып сығып китте.

        Йә, хоҙай, ҡайнымдарҙа шым ғына йөрөгән кеше, тағы холҡон күрһәтте. Нимә эшләргә? Улар бит минең өсөн сит кешеләр түгел, бер туған апайымдар. Был турала мин бер кемгә лә өндәшмәнем, шулай ҙа апайымдарҙы киҫәтеп ҡуйҙым, әгәр ҙә күхня тәҙрә төбөндә гөл ултыра икән, беҙгә инегеҙ, әгәр юҡ икән, өйөбеҙҙе урап үтегеҙ тип.  Үҙем дә иҫәр инде, шул хәлдән һуң яу һалырға кәрәк булған, ә мин ҡурҡышымдан тағы ла  нығыраҡ ҡурҡа башланым. Етмәһә, кешеләрҙән оят.

   Көҙгөлөккә эшкә сығып, баламды балалар баҡсаһына бергә йөрөтә башлауым, әҙерәк хәлемде яҡшыртты. Ни булһа ла мин унда кешеләр араһында йөрөйөм, аралашам, төшкө ял  ваҡытында югереп әсәйемдең хәлен белеп китә алам. Ул командировкаға киткән саҡтарҙа, туғандарым, дуҫтарым  менән аралашһам да, әсәйемдәргә барһам да иремә әйтмәнем. Шулай яҡшыраҡ булыр тип уйланым. Үҙенең күңеле асылып киткәндә генә кешеләр менән аралышыр ине ул, ни тиһәң дә урыҫтар әйтмешләй, человек настроения булып ҡалды ул ғүмергә. Үҙе донъя көтөргә тырыш, аҡсаһын да табып торғас, түҙергә тырыштым.

   Ҡәйнешем дә хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, өйләнде. Хәҙер ҡәйнәмдәрҙә йәшәйҙәр. Ҡайным менән ҡәйнәмә бер һүҙем юҡ, ярҙам итеп кенә торалар. Баламды ла үлеп яраталар. Улының холҡон белгәнгә күрә, мине һәр ваҡыт тартып торалар.

    Һуңғы ваҡытта ирем һуҡмыш ҡайта башланы. Ундай ваҡытта тауыш ҡына сығарып ҡуймаһын тип, шым ғына йөрөйөм,  шым ғына өҫтәл  әҙерләйем, хатта уға йөҙ грамм  да һалып бирәм, ни бары ул асыуланмаһын тигәндән. Йөҙ грамды күрһә, йөҙө балҡып китер ине. Ә миңә ни бары, уның тиҙерәк түшәккә ауып, йоҡлап китеүе кәрәк.

   Бөгөн дә һуҡмыш, етмәһә, эшендә кем менәндер ныҡ ыҙғышҡан, шуға күрә лә ажарланып ҡайтып инде лә, бар көсөн миңә төшөрә башланы. Өндәшмәҫкә тырышһам да, ниңә минең менән һөйләшмәйһең тип, сәсемә килеп йәбеште. Минең дә бит йәнем бар, уны этеп ебәрҙем, кемдең туҡмалғыһы килһен. Шуны ғына көтөп торғандай, мине йыға һуғып, типкесләргә кереште. Ул арала балам ҡурҡышынан, ҡысҡырып илап, миңә табан килә ине, уны аҡыртып диванға бырғатты. Шул арала, нисектер, югереп тышҡа сығып, үлтерәләр тип ҡысҡырып, урам буйлап югерҙем. Юлыма күрше ҡатын осрап , мине үҙҙәренә индерҙе. Телефондары булған икән, күп уйлап тормай, милиция саҡыртты. Минең баш ярылған, унан сабырлап ҡан аға, тиҙ генә яулығы менән башымды бәйләне.Күп тә тормай, милиция килеп етте. Өйгә ингәндә, ирем бер ни булмағандай, ашап ултыра ине. Милицияны күргәс, бер аҙ ҡаушағандай булһа ла, күптән күрмәгән танышылай, уға  аптыраулы ҡараш ташланы.

   Ауыл ауыл инде, бында бөтәһе лә бер-берен белә.  Милицияһы ла уның менән ҡул бирешеп күреште. Ә минең ир мине яңы ғына күргәндәй;

  • Нимә булды һинең менән?, -тип һорап ҡуйҙы.
  • Нимә булғанын һинән һорарға ине, - тип милиция уға ҡараны.
  • Яңы ғына эштән ҡайттым, бала ҡысҡырып илай, ҡатын өйҙә юҡ, - тимәһенме.
  • Кем улай булғас, ҡатыныңды туҡмаған?
  • Белмәйем.
  • Һеңлем, ни булғанын хәҙер һин һөйлә.
  • Мин һеҙгә барыһын да һөйләнем бит инде, - тинем.
  • Ул бит тана, нимә эшләйбеҙ?
  • Һеҙ милиция, миңә ышанмайһығыҙмы?
  • Мин көнө буйы эштә, һин бында кемдәр менән эсеп, йығылып, башыңды ярып, хәҙер минән күрәһеңме?, - тип ирем өҫкә менеп килмәһенме.
  • Да, Айрат ҡусты, шулай ҙа протокол яҙырға тура килер. Ә һин һеңлем, ғариза яҙ.
  • Ниндәй ғариза?
  • Был хәл нисек килеп сыҡҡаны тураһында. Мин уны хәҙер алып китәм дә, ун биш сутка ултырып сығыр, уйланырға ваҡыты ла булыр.
  • Ун биш сутка?
  • Ярай сержант, үҙ-ара килешербеҙ, улай уҡ ҡаты бәрелмә, - тип ирем дә йомшарып китте.
  • Ярай, улайһа, - тип сержант сығыу яғына атланы, иптәшем уны оҙатырға сыҡты.

 

Миңә больницанан һыйыр типте тип, справка алып, бер аҙна өйҙә ятырға тура килде. Һылтау бер, ни сыҡһа, шул эскелектән сыға.

 Ғаиләлә ундай тәрбиә күрмәгәс,  ауыртыныуҙан да бигерәк, ҙур күңел көсөргәнеше кисерҙем. Тәндең түгел, йәндең яраһы нығыраҡ һыҙлай, бөтәшмәй, тиҙәр бит.  Өлкәндәрҙең әйтеүе дөрөҫ икән: бер күтәрелгән ҡул кире төшмәй.

                                   +                     +                 +

                                    

     Машина ҡапыл туҡтаны. Йоҡлап киткән балалар ҙа сырылдашып уянып киттеләр. Еңгәйем уларҙы тыйып маташһа ла, балалар ишекте астылар ҙа:

  • Бында кешеләр күп килгәндәр, - тип аптырап киттеләр.

  Ысындан да кешеләр күп йыйылған ине, ул арала минең кәүҙәмде тиҙ генә машинан төшөрөп өйгә индереп тә алып киттеләр. Өй тулы кеше, тик күҙҙәрем менән бары яҡындарымды эҙләйем. Ана әсәйем, уның янында апайҙарым диванда ултыра. Әсәйем минең кәүҙәмә текләп, ҡатып ҡалғандай булды, ҡулъяулығын алып күҙҙәрен һөртөп алды. Ул арала мулла ясин сығара ла башланы. Әсәйемдең ирендәре ҡыбырлап-ҡыбырлап ала, беләм, эстән генә хушлашыу доғаларын уҡыйҙыр. Ауыр, бик ауыр хушлашыу, мәңгелеккә…

     Бына мине тышҡа алып сыҡтылар, машинаға һалдылар. Ҡайҙа минең балаларым? Йәнем үрһәләнә, теге яҡҡа ла, был яҡҡа ла осоп йөрөп, балаларымды эҙләйем. Улым машинаға ултырған икән минең кәүҙәм эргәһендә, уның яурынына ҡундым да, баштарынан һыйпап алдым, бәхил бул, улыҡайым тиеп. Ҡыҙым ҡайҙа, бәләкәсем ҡайҙа? Күмәк кеще араһында тиҙ генә табып та булмай икән. Ана! Ана! Өләсәһе алдында тора, аласыҡ эргәһендә. Эй, һөйөклөм, ғәзиз балаҡайым, бәхетле генә бул тиеп, уның сәстәренән һыйпап, мәңгелеккә бәхилләштем.

    Зыяратҡа килеп еткәс, миңә үҙебеҙҙең туғандар янында урын әҙерләгәндәренә,  шатланып та ҡуйҙым. Эргәмдә генә улымдың ҡәбере. Йә, хоҙай, яңғыҙ түгелмен, тип күңелемде йыуатып та алдым. Ул арала мулла ясин сығарып, мине ҡараңғы ҡәбергә төшөрөп, ир-егеттәр көрәк менән көҫөп алып, минең өҫтөмә тупраҡ ташлай ҙа башланылар, туғандарым, дуҫтарым илай-илай һәр-береһе ҡәберемә услап тупраҡ һалдылар. Тиҙ арала рәшәткәһен дә ҡуйып, исемем яҙылған ташты беркетеп, уның янына сәскәләр өйөмө һалып, мәңгелеккә минең менән хушлаштылар. Барыһы ла таралышып, бер үҙем генә ер ҡуйынында ятып ҡалғас, йәнем үкһене. Ауыр, бик ауыр, үле кеше бер нәмә лә белмәй тип уйлағандар бар, ә бит кешенең тәне үлһә лә, кешенең йәне тере! Минең дә йәнем ҡәбер тарлығында үрһәләнде, үрһәләнде лә тупраҡ араларын йыра –йыра тышҡа, яҡтыға атылды.

   Туп - тура атылып, йортома ҡайттым. Унда килендәштәрем, еңгәләрем минең өсөмдө уҡытырға тип, табын әҙерләйҙәр ине. Көндәр йылы булғас, табынды урамда уҙғарырға булып, ир-егеттәр урамға өҫтәл ултырттылар, скамейкалар ҡуйҙылар.   Йола буйынса мулла минең рухыма бағышлап аят уҡыны, һәр-береһе хәйер-саҙаҡа таратты. Аяҡтары һыҙлауға ҡарамаҫтан, әсәйем таяҡ тотҡан ҡулына  пакетын аҫып, һәр –береһенә  миңә инләп , эстән генә доғаларын уҡып, хәйер-саҙаҡаһын тотторҙо. Эсе тулы һағыш булһа ла, кешеләргә уны күрһәтмәҫкә тырышҡаны һиҙелеп тора, тик күҙҙәренең нуры китеп, тауышҡайы ҡалтыранып- ҡалтыранып китә ҡәҙерлекәйемдең.

  Доғалар уҡылып, аш ашап, сәйҙәр эселеп бәткәс, мулла хушлашып, ҡайтып китте, туғандарым таралышты. Бары иремдең яҡындары ғына ултырып ҡалды.Улар ҡайтҡас, шым ғына ултырған туғандары  йәнләнеп ,бер ни булмағандай, әллә күптән осрашмағанғамы, бер-береһенең хәлдәрен һорашып,көлөшөп, ҡысҡырып һөйләшергә тотондолар. Ул арала кемдәрҙер шәшлек бешерергә тотоноп китте. Шулай, кеше үлһә яҡындарына ғына ауыр ҡайғы, ә ҡалғандарға бары йола атҡарыу ғыналыр….  Ҡапҡа асылып китте лә, Зәлифә апайым килеп инде. Уны көтмәгән ир туғандары бер аҙ юғалып ҡалдылар ҙа:

  • Әйҙә , ҡоҙаса, шәшлектән ауыҙ ит, - тигән булдылар. Апайым үртәләнеп:
  • Нимә, ашамағанығыҙ шәшлекме? Әллә минең һеңлемдең үлгәнен байрам итәһегеҙме? - тип , онотолоп ҡалған кофтаһын алды ла, - ҡотолдоғоҙ инде, рәхәтләнеп йәшәгеҙ , - тип, илай- илай ҡапҡаны шарт ябып сығып китте.

  Минең йәнем дә апайым артынан эйәрҙе, уның менән бергә үрһәләнде, уның менән бергә иланы. Апайым уны көтөп торған еҙнәйемдең мотоциклына илай- илай барып ултырҙы, еҙнәм мотоциклын тиҙ генә ҡабыҙҙы ла тиҙерәк был урындан ҡуҙғалып та китте. Йә, хоҙай, түҙемлек бир ҡалғандарға, түҙемлек бир балаларыма, түҙемлек бир әсәйемә…

 Әсәй! Әсәй! Иң ауыры һиңә.. Йәнем тыуған йортома осҡанын һиҙмәй ҙә ҡалдым. Йә, хоҙай! Ҡайғыһынан ҡара янып сыҡҡан әсәйем диванда үкһеп илай,илай ғына түгел, бар күңеле менән һыҡтай, бөтә тәне ҡалтыранып- ҡалтыранып китә. Фариза апайым, әсәйемде йәлләп:

  • Әсәй, илама, илама, - тип әйтеп алған була.

Бына әсәйем ҡапыл урынынан ҡуҙғалды ла, аяҡтарын тота алмайынса, иҙәнгә йығылды ла, тәгәрәп- тәгәрәп илай –илай һамаҡланы:

  • Йә, хоҙайым, ниңә мине генә алып китмәнең? Ниңә генә минең балаҡайымды алып киттең? Ниңә минең йөрәгемә ауыр ҡайғы һалдың? - тип ҡабатлай- ҡабатлай һыҡтаны.
  • Йә, хоҙайым, ниңә уның балаларын етем иттең?
  • Йә, хоҙай, ни ғәйебе булды уның һинең ҡаршыңда?
  • Кисер мине Әсимә, йән киҫәгем, мин, мин ғәйепле һинең ҡаршыңда! Шул яһилдан туҡмалып, илап ҡайтҡан ваҡыттарыңда , һине йәшәһен тип, кире ниңә борҙом икән? Ниңә генә уның таҫма теленә ышандым? Ниңә улдарымды тыйҙым, үҙҙәре ярашырҙар тип?

Әсәйемә ҡушылып минең йәнем илай, һыҡтай.

  • Һин ғәйепле түгел, әсәкәйем, үҙем ғәйепле! Ниңә мин түҙеп йәшәнем һуң? Ниңә мин унан ҡурҡып йәшәнем? Эх, әсәй, әсәй…
  • Һинең тормошоң да бит еңелдән булманы, атайың һуғыш яланында ятып ҡалған… Иреңдән, атайымдан береһенән- береһе бәләкәй ете балаң менәң, ҡырҡ бер йәшеңдә тол ҡалғанһың…Ә хәҙер мин һиңә ҡайғы өҫтәнем…

Сеңләй-сеңләй әсәйемдең күкрәгенә һыйындым. Ул илай, мин илайым…

Дауамы бар.

Фото: Бәйләнештә

Автор:
Читайте нас