Тиҙ генә ашнаҡтағы ике мейескә лә яғып ебәрҙем, һәләт кенә бер нисә төрлө торт, бисквиттәр бешереп алайым, ҡаҙандарҙы йышып, йыуып, ҡоротоп ҡуя һалдым, береһендә сәк-сәк болғай һалып алырға, икенсеһендә былау бешерергә әҙер торһондар. Ыңғайына самауырҙарҙы тултырып тере ҡуҙ һалам, ҡайнап ултырһындар. Сәк-сәккә ҡамыр баҫа һалып, салфетка ябып ҡуйҙым. Газ плитәһенә ҙур кәстрүлгә сөгөлдөр, картуф, кишер, йомортҡаларҙы бөтәһен бер ыңғайға бешерергә ҡуям, бешкәнен ала барырмын әҙер торһондар, салаттарҙы турап болғап, биреүе ҡыйын булмаҫ. Ҙур, сөм сеүәтәгә һуған турап укроп, петрушка һибеп шыйыҡ май һалып ҡуйҙым. Кәрәк булһа, ниндәй ашҡа ҡушһаң да ярай. Айырым салат кеүек өҫтәлгә бирһәң дә яҡшы була.
Шулай ашнаҡтан, ишек алдына, өйгә, келәткә, кире ашнаҡҡа йүгереп ул көндө мин мировой рекорд ходока ҡуйғанмындыр ул. Хәҙер аптырайым, нисек өлгөрҙөм, нисек йығылып ҡалманым икән?
Балаларҙан һорап алған ваҡытта, ниәтләгән бар аҙыҡтарҙы бешереп өлгөрҙөм дә ул, тик матур итеп өҫтәлгә теҙеп ҡуйырға ла, балаларҙы һыйларға ла кәрәк бит әле. Ә минең хәл һәлпәйҙе, эш мөшкөл. Аҙыраҡ ултырып хәл йыймаһам, йығылып үләм хәҙер, тип өй тупһаһына килеп терәлгәйнем генә, Миләүшә бикәс килеп инде. *Һаумы еңгәй! Алыҫтан ҡарап киләм, нимә һин ут сыҡҡан шикелле, ул яҡҡа был яҡҡа йүгерәһең? Нимә булды? Нишләп арып киткәнһең?*-тип һорауҙар яуҙыра бикәс. *Уй АЛЛАҺЫм Миләүшә, бикәскәйем һине миңә АЛЛАҺЫм үҙе ебәргәндер ул. Эй Хоҙайым мең рәхмәт һиңә! Һинең миңә ярҙамың кәрәк, срочно! Зәниә һылыуың әллә 30-лаған бала саҡырып ташлаған тыуған көнөнә. Мин бөтәһен дә әҙерләп өлгөрҙөм, тик өҫтәлгә ултыртышып, һыйлашһаң шәп булыр ине.* Миләүшә бикәс ихлас ярҙамлаша ла башланы, шулай балаларҙы бөтәһенең дә күңеле булырлыҡ итеп һыйлай алдыҡ. Арманһыҙ булып арыныҡ әлбиттә, ләкин һис тә үкенмәнек, һуҡранманыҡ.
Уларҙың күплегенән, барыһына ла етмәй ҡуймаһын тип ҡурҡып, ризыҡтарҙы ныҡ күп бешереп ташлағанмын. Туйға әҙерләгәндәй, үтә күп сәк-сәк, 12 сүрәк(бүлек, өшә) икмәк һыйырлыҡ йәйләү (лист, форма) менән 4 төрлө торт, бисквит, кекс бешергәнмен. Оло бер ҡаҙан былау, бер нисә төр салат. Өҫтәүенә, көнө буйы сиратта тороп алып ҡайтҡан, тәмле-татлыларҙы ла сығарып өҫтәлгә теҙеп ҡуйғас, бик матур, мул һыйлы табын килеп сыҡты. Балалар үтә күп булғанға күрә, уларҙы өс партияға бүлеп ашатырға тура килде. Тәүҙә иң бәләкәстәрен, шунан ҙурыраҡтарын, ә иң аҙаҡтан иң ҙурҙарын һыйланыҡ. Бөтәһен дә ашатҡандан һуң, ризыҡтарҙың яртыһы ла бөтмәгән ине әле. Миңә уларҙың алдына тағы барып баҫырға тура килде:* Берегеҙ ҙә ҡайтып китмәгеҙ, уйнап туйғас, кире килеп тағы сәй эсеп ҡайтығыҙ йәме!*- тиеүмә балалар ҡыуанып риза булдылар.
Шулай итеп балаларҙы ике тапҡыр һыйлап, һәр береһенә күстәнәстәр биреп ҡайтарырға етте, уларҙан һорап алған ваҡыт эсендә әҙерләгән ризыҡтарым. Балалар риза булып, бөтәһе лә ҡыуана-шатлана, уйнай-көлә таралыштылар.
Һуңынан ҡыҙымдан нишләп шул тиклем күп бала саҡырып ташлағанһың ул?-тип һорағайным: Мин берәүһенә генә әйткәйнем, башҡалары үҙҙәре килгән дә ҡуйған бит!- тине. Ни тиһең инде ул балаға!
Бына шулай экстренный формала тыуған көнөндә ҡунаҡ һыйлатты минән Зәниә ҡыҙым!
Зилдә Хәмиҙуллина