Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
14 Октябрь 2023, 06:25

Миләүшә Ҡаһармановаеның Минскиҙа ҡолай яҙғаны

Быға нимә сәбәпсе булған һуң? 

Миләүшә Ҡаһармановаеның  Минскиҙа ҡолай яҙғаныМиләүшә Ҡаһармановаеның  Минскиҙа ҡолай яҙғаны
Миләүшә Ҡаһармановаеның Минскиҙа ҡолай яҙғаны

"Минскиҙа Әҙәбиәт йорто бар, - тип яҙа яҙыусы. - Ҙур бина. Шунда уҡ яҙыусылар союзы ла урынлашҡан. Бөтә нәмәләре лә үҙҙәрендә: китапхана, концерт залы, осрашыуҙар өсөн аудитория, кафе. Гөрләп эшләүгә барлыҡ шарттары ла бар.

Залдарҙы ҡарап йөрөгәндә башҡорт көйөн ишетеп ҡалдым бит! Ишек һайын асып эҙләйем. Бер кабинетты ҡарап ебәрһәм - бер төркөм башҡорт костюмындағы ҡатын-ҡыҙҙар. Аптырауҙан ҡолап китә яҙҙым.

"Ләйсән" төркөмө булып сыҡты был. Башҡортостандан килеп, яҙмыш ҡушыуы буйынса ошонда ҡалған башҡорт-татар ҡыҙҙары үҙ илдәрен һағыныу һағышын ошолай баҫҡан".

 

Автор:
Читайте нас