х х х
...Зөһрә дүртенсегә ауырлы сағында Фәрхәттең эсеүе нығыраҡ көсәйҙе. Быға тиклем, ниндәй хәлдә булһа ла, өйөнә ҡайтып ятыр, ҡаршы һүҙ әйтмәҫ ине. Башҡа эсмәҫкә анттар биреп, ғәфү үтенер булды. Зөһрә өмөтләнде, кисерҙе, өс ҡыҙҙан һуң малай тыуһа, бәлки, үҙгәрер, тип уйланы. Тик бушҡа ғына. Ирҙе балаһы, бигерәк тә улы тыуыуы яҡшы яҡҡа ауҙарыр, тип хыялланыу – ул мәғәнәһеҙлек. Боҙоҡлоҡ ҡанында булған кеше үҙгәрергә уйламаны ла. Ҡатын иланы, ялбарҙы, үпкәләне — файҙаһыҙ. Фәрхәт шашҡандан-шашып, ике-өс көнләп, хатта аҙналап юғалып тороусанға әйләнде. Юҡты сәбәп итеп, тауыш ҡуптарҙы. Күрше Хаят еңгәнән уның икенсе ҡатын менән сыуалғанын да ишетте. Инде күпме кисерергә була? Эскесе менән ғүмере заяға уҙғанын аҡылы менән аңлаһа ла, йөрәге ҡабул иткеһе килмәне, әллә ул уйҙарға бирешкеһе килмәнеме?
Ире уның йәш саҡтан уҡ тәртипһеҙ булған. Эсергә, шау-шыу, дуҫ-иштәр араһында ултырырға яратҡан. Тик ниңәлер Зөһрә уны һиҙмәне, бөтөнләй ҙә икенсе кеше ине уның алдында. Апайҙары, ҡәйнәһе лә, моғайын, Фәрхәттең өйләнеп баҫылыуын теләгәндәрҙер. Әммә, көмрөнө ҡәбер төҙәтер, тигән кеүек, был ир аҡтығы тормош йәмен башҡа нәмәлә тапты...
Ике балаһы булғас, Зөһрә ире менән тағы бер тапҡыр һөйләшеп ҡараған булды. Бушҡа ғына. Аңламаны... Ошо хәлдән һуң, тыуған илемә ҡайтып китәм, тип йыйынып бөткәйне лә, тик ҡәйнәһе аяғына ятып үкһеп иланы.
– Мин тере саҡта ҡайтма, үлеп китһәм, бер көн тормаһаң да торма, хәҙер ташлама беҙҙе, килен!
– Ҡәйнәм, мин Фәрхәт өсөн бөтә нәмәнән баш тарттым. Атам-әсәйем, туғандарым, дуҫтарым, уҡыу йортом, хатта тыуған илемдән, телемдән. Нишләп ул минең өсөн шул бер эсеүенән баш тарта алмай? Нишләп балалар өсөн матур тормош башлай алмай? Ул мине алдап алып ҡайтты. Ун көндән кире Башҡортостанға алып киләм, тине. Беҙҙең тормош алдаҡтан башланды... — Зөһрә үкһеп иланы.
– Юк, килен. Ул шулай тип әйтте ул. Һеҙ килгән көндә үк, бер аҙнанан кире китәбеҙ, тине. Мин янымдан ебәргем килмәне. Сәй артында уҡ эләгештек, Фәрхәт асыуланып сығып китте. Тик минең һүҙемде генә йыға алманы. Әллә инде, эсте шул. Йәштән әүәҫ булды ла ҡуйҙы. Әллә атаһы юҡ, тип буйлатып ташланыҡмы, әллә атаһының холҡо күстеме, яуап таба алмайым. Хәҙер, ана, малайым юҡ, тип эсә бит...
Малай табырҙай бисәгә барып ингән түгелме?
– ...?
– Мин малайын да табырмын, барыһын да ғәфү итермен. Тик уның яҡтан йылы ҡараш, матур һүҙ генә булһын.
Фатима ҡарсыҡ шул тиклем яратты киленен, шул тиклем хөрмәт итте. Тик Фәрхәт кенә ҡәҙерһеҙләне. Уның атаһы мәрхүм дә хаяһыҙ ғына булған, тиҙәр.
Ҡәҙимге ҡатын ҡорона ингәс кенә Зәлифә апаһының ҡылыҡтарын, ни өсөн бында никах, туйҙы тиҙләтеүҙәрен төшөнгәндәй булды. Үзбәкстандағы тәүге төндә Мәҙинә апайҙың ипләп кенә арҡаһынан һөйөп ятыуы ла иҫенә төштө. Фәрхәттең холҡон Зөһрәнән башҡа барыһы ла белгән, ни тиклем тиҙерәк эйәле-башлы итеү төп маҡсат булып торған инде. Атаһы менән әсәһенең кейәү егетен тәү күргәндән кире ҡағыуҙарын да яңы аңланы. Оҡшатмағандар, һиҙенгәндәр. Күҙе тонған Зөһрә барыбер һис кемде тыңламаҫ ине. Яратам, имеш... Йәшлек мөхәббәттең бер көнлөк икәнен ҡабул итмәй. Иң мөһиме — бына шул һөйөү хисе хөрмәт менән тулышһын ине. Ир кеше тормош көтәм, тип тырышып торһон. Алдамаһын. Хыянат итмәһен. Ҡыуаныста ла, ҡайғыла ла яныңда ҡалһын. Ышаныслы булһын. Әсәһе әйтмешләй, үҙеңсә һөйөшөп, үҙеңсә ирешеп ултырмағас... Нишләп саҡ ҡына булһа ла әсәһенең һүҙҙәрен ишетмәне икән? Ни тиклем өҙгөләнде яҡыны! Эх, терһәкте тешләп булмай шул...
Зарыҡты Зөһрә. Тыуған илкәйенең һауаһын, һыуын, ҡояшын, айын һағынды. Нимә бар бына был яҡта? Бер яҡыны юҡ, рәхәтләнеп үҙеңдең телеңдә аралашыр кешеһе юҡ, йә Хоҙайым. Эххх, бөгөнгө аҡылы булһа?! Сит ил түгел, икенсе районға ла китмәҫ ине... Ҡыҫҡа ғына аҡ күлдәк, бейек үксәле итек кейеп, бөҙрә сәстәрен елберҙәтеп килгән башҡорт һылыуҡайынан бер нәмә лә ҡалманы. Күрше Хаятты тәү күргәндә, нисек үҙеңде яратмаҫҡа мөмкин, тип иҫе китеп аптырағайны, шул көн үҙенә лә килде. Поездағы Сардор... Нишләп Зөһрә бер кешенең дә һүҙен ҡолағына элмәне икән?
Сиктәр ябылыу сәбәпле, тыуған яғына ҡайтыуҙы ла төшөндә генә күрә хәҙер. Элегерәк йылына бер булһа ла Башҡортостанға ҡайтырҙар ине,ата-әсәһе лә нисәмә килде. Тәүге килгәндәрендә өсәүләп кенә Ургенч ҡалаһына сыҡтылар. Зөһрә тәүге ҡыҙына ауырлы ине. Уны сабый кеүек итеп алып йөрөнөләр, рәхәтләнеп иркәләнде. Миҙхәт, ҡыҙы нимә ашағыһы килә — шуны һатып алды, Файза матур-матур кейемдәр алып бирҙе, хаҡына ла ҡараманылар. Ошо сит яҡҡа килгәндән иң бәхетле, иң татлы көн булды ул. Зөһрә ваҡытты һуҙғыһы килде. Ҡайтҡыһы килмәне. Өсәүләшеп урамдағы эскәмйәлә ултырып оҙаҡ итеп һөйләштеләр, көлөштөләр. Был хәлдән һуң күп тә тормай Үзбәкстан сиктәре ябылды. Зөһрә бына ун йылға яҡын ата-әсәһен күргәне юҡ. Тик хаттар...
Бекзод тыуғаны бирле Зөһрә Башҡортостан тураһында көндән-көн нығыраҡ уйланды. Нисек тә ҡайтырға! Нисек тә ҡасырға бынан! Ерекмәне ул шыҡһыҙ Үзбәкстан еренә. Ерекмәне лә, яратманы ла. Яратты ул Фәрхәт өсөн, әммә ир кеше был һөйөүҙе балта менән өҙә сапты. Бөттө, китте хистәр. Эсеүе, ҡул күтәреүе, хыянаты менән үҙәккә үтте. Шул тиклем дә ҡайнар һөйөүҙе лә юҡ итеп була икән! Ҡатын үҙенә йомолдо. Фәрхәт менән күршеләр кеүек йәшәп яталар.
Ҡәйнәһен ерләгәнгә лә байтаҡ ваҡыт уҙып бара. Бөгөн ҡайтып китер ине, сәбәптәре сыға ла тора. Бер-бер артлы ике ҡыҙын кейәүгә бирҙе. Күркәм итеп туйҙар яһаны. Ярай, ҡыҙҙарына аҡыллы кейәүҙәр тура килде. Ошо ерлектә тыуғас, тәрбиәләнгәс, үҫкәс — Зөһрәнең балаларына был яҡтар тыуған ил бит инде. Уларға күпкә еңелерәк. Ҡыҙҙары өсөн күңеле тыныс. Улы Бекзод та уҡырға төштө. Бында йәшәгәнгә егерме йыллап үтте. Ҡайтып китеү уйы ғына ташламаны ҡатынды. Бик оҙаҡ йылдар йыйынғандан һуң, улын һәм Фәриҙәһен алып юлға сығырға әҙерләнде. Фәрхәттең ярым айныҡ аҡылы менән уйлауынса, улар Башҡортостанға ҡунаҡҡа ғына ҡайталар. Ә ҡатын бөтә документтарҙы ла тыуған илендә ҡалыу өсөн йүнәтте...
х х х
...Балаһы менән осрашыу Файза өсөн бәхеттең етенсе ҡаты кеүек күренде. Берҙән-бер ҡыҙыҡайы, йөрәккәйе, йән киҫәге. Бөтөнләйгә ҡайтҡанын белгәс, бигерәк тә ҡыуандылар. Хәҙер уларҙы борсоған иң төп мәсьәлә – нисек тә Зөһрәне һәм ейән менән ейәнсәрен үҙҙәрендә ҡалдырыу ине. Сөнки балалар – сит ил кешеләре, анһат ҡына итеп бында күсереп алыу мөмкин түгел. Килеүҙәренә ай булды тигәндә, Миҙхәт ипләп кенә ҡыҙының тел төбөн белергә итеп һүҙ башланы:
– Зөһрә, артабан нимә эшләйбеҙ? Һеҙҙең был яҡта булырға бүленгән ваҡыт үтеп бара. Кейәү көнө-төнө шылтырата, киләм, тип янай. Үҙеңде ҡалдырһа ла, ике баланың бото-ҡулын ергә тейгеҙмәй алып китер инде ул... Закон уның яғында. Ул хаҡлы буласаҡ.
– Атай, мин адвокат менән кәңәшләштем. Ҡалып була ул, тик ай һайын Үзбәкстан сигенә барып билдәләнеп ҡайтырға кәрәк буласаҡ. Уныһы ла аҡсаға барып төртөлә...
– Зөһрә, беҙ һине ғүмер буйы көттөк. Аллаһы Тәғәләнән ялбарып һорап, өҙөлөп көтөп алдыҡ. Иң татлы, иң бәхетле ун һигеҙ йыл бүләк иттең беҙгә. Шунан тағы зарығып, ҡайтыуыңды көттөк. Башҡаса ситкә ебәрәһебеҙ юҡ, инде һине көтөргә ғүмеребеҙ ҙә самалы. Бер нимә лә йәл түгел, балам, һинең өсөн. Ауыртмаған яғыңа ят. Беҙ һәр яҡлап ярҙам ғына итәсәкбеҙ, ул мәхшәргә кире ебәреп ултырасағыбыҙ юҡ инде, — тине Файза, күҙ йәштәрен мөлдөрәтеп.
Бөршәйеп кенә ҡалған ата-әсәһе алдында Зөһрә үҙен шул ҡәҙәр ғәйепле тойҙо, ике сикәһе буйлап әсе ынйы бөртөгө тәгәрәп төштө.
Бекзод менән Фәриҙәне уҡыуға урынлаштырырға һәм үҙемә ниндәй ҙә булһа эшкә төшөргә ине... Эш стажым да юҡ, тегендә шул көнө буйы баҫыуҙа ғына эшләнек.
– Балаларҙы мәшәҡәт булмаҫ та ул, үҙеңә эште белмәйем инде, ауыл халҡына хәҙер эш тә юҡ бит, — Миҙхәт ауыр итеп көрһөндө.
Талғын ғына тауыш менән бер-береһенә йәндәй ҡәҙерле был өсәү таңға тиклем гәпләште. Иртәгеһенә Зөһрә ауыл мәктәбенә килде. Директор ҡатын бик мөләйем ҡаршы алды. Ауылдағы хәл ус төбөндәге кеүек бит, бөтәһе лә хәлде аңлап тора.
– Хәлеңде ишетеп торам, Зөһрә. Яҙмыш тигәнең бына шулай уйнатыпмы-уйната инде. Ярар, ошонан насар булмаһын әле. Бөтәһе лә яйланыр. Улыңды нисәнсе класҡа алып килдең? Ҡыҙыңды?
– Дүртенсе... Әммә телде белмәй, тегендә тик үзбәксә һәм инглизсә уҡыны... Ҡыҙым район үҙәгенә училищеға урынлашыр, тегенсеме, ашнаҡсымы, тигән кеүек...
– Өсөнсөгә ултыртайыҡмы әллә? Өйрәнеп алғансы үҙенә ауырға тура килер ул....
– Юҡтыр, өйрәнер. Йәштәштәренән артта ҡалып китер, –тине Зөһрә
– Йә, ярар. Хәйерле сәғәттә!
Зөһрә яйлап ҡуҙғалды ла сығыр яҡҡа ыңғайланы. Директор ҡапыл ғына:
– Зөһрә һылыу, һинең үҙеңә эш кәрәк булмаймы? Бер иҙән йыуыусым декретҡа китергә тора. Риза булһаң инде...
– Ыста... — Зөһрә һулҡылдап илап ебәрҙе...
Гөлбәҙәр Юнысовна, әллә ҡапыл кешене рәнйетеп ҡуйҙыммы, тип ҡурҡып китте лә ырғып торҙо:
– Ғәфү ит, һылыу! Мин ярҙам итергә генә теләнем. Кем белә, әллә документ-фәлән менән күп йөрөргә тура килһә, аҡса артыҡ булмаҫ тип кенә ....
– Юҡ, юҡ, Гөлбәҙәр Юнысовна, үпкәләмәйем. Кәрәк булмаған ҡайҙа! Атайым ауыл кешеһенә эш юҡ әле, тигәс, һорарға бөтөнләй уйымда ла булманы... — тип шат йылмайып, күҙ йәштәрен һөрттө.
– Бына ҡалай яҡшы булды. Үҙең икенсе аҙна башынан эшкә сығырһың, малайың каникулдан һуң килә инде.
Мәктәп директоры ла тормош ауырлыҡтарына дусар булған элекке уҡыусыһына ярҙам итә алыуына күңел ҡәнәғәтлеге кисереп оҙатып ҡалды. Яңғыҙ ултырып ҡалғас, күҙ алдынан, кинофильм кадрҙары кеүек, Зөһрәнең бала сағы, мәктәп йылдары үтте. Шәп ҡыҙ булды. Тик уның егет артынан сит илгә сығып китеүен белгәс, бөтә ауыл йығылып ятып аптыраны. Кемдер Файзаны уйлап борсолдо, ҡыуанған кешеләр ҙә булманы түгел. Кеше ҡайғыһына ҡыуанып ултырыу эт ботонан да ҡырын инде. Иртән нимә булырын берәү ҙә белмәй. Үҙ балаларың нимә күрһәтер әле. Әсә күңеле – балала, бала күңеле – далала. Юҡҡа әйтелмәгән бит был. Гөлбәҙәр Юнысовна, ауыр уйҙарынан ҡотолорға теләгәндәй, ныҡ итеп битен ыуалап алды, башын сайҡаны, бармаҡтары менән сәс араларына массаж эшләне.
– Йә, ярар, Аллаға тапшырайыҡ. Барыһы ла яҡшы булһын.
Тыуған ауылына ҡайтып йәшәй башлағанына апаруҡ ҡына ваҡыт уҙҙы. Ҡыҙҙары менән телефон аша аралашып торҙо, шылтыратҡан һайын Фәрхәттең хәлен белеште. Һуңғы һөйләшкәндә оло ҡыҙы атаһының ныҡ бирешеп китеүен, ҡаҡ һөйәккә ҡалып ябығыуын әйтте. Һуңыраҡ яман шеш менән ауырып, түшәккә ятыуын хәбәр иттеләр. Зөһрә ирен йәлләүҙән үҙәге өҙөлдө, әммә уның күрһәткән яуызлыҡтарын ғәфү итә алманы. Йәшлегенең заяға үткәнен уйлап, төндәр буйы илаған саҡтары ла булманы түгел. Шулай ҙа Бекзодты алып Үзбәкстанға юлланырға көс тапты. Улы ҙурайғас әсәһен ғәйепләп торор...
Оҙон юл ҡаршылыҡһыҙ тамамланды. Улар барып еткәндән ике көн үткәс, Фәрхәт ҡатыны ҡулында йән бирҙе. Һуңғы һүҙҙәре “ғәфү ит” булды, күҙҙәренең алмаһында ла Зөһрә ҡалды. Үзбәкстандың тынсыу һауаһынан, өтөп барған эҫе көндәренән Бекзод ныҡ ҡына ауырып алды, хатта система аҫтында ла ятырға тура килде. Башҡа бармаҫтай булып ҡайтты. Оҡшатманы.
Йәшлеге үткән яҡтарҙан йөрөп ҡайтҡас, Баймаҡ ҡалаһында Зөһрә Зәлифәне осратты. Танымаған кеше булып үтеп китер булғайны, апаһы туҡтатты:
– Зөһрә, аҡыллым, һинме был? – инде олоғайып киткән Зәлифә күҙҙәрен ҡыҫа биреп Зөһрәгә текләне. Сәстәренә күптән сал ятҡан, элекке матурлыҡтың эҙе лә ҡалмаған был ҡатын Зөһрә өсөн бөтөнләй ят тойолдо.
– Мин, әммә һинең аҡыллың түгел. Йә? — Зөһрә һалҡын булырға тырышты, был ҡатын янынан тиҙерәк китергә теләне.
– Үзбәкстандан йөрөп ҡайтҡан, тип ишеткәйнем, еҙнәң тураһында хәбәр ишетелмәнеме, нисек кенә йәшәп ята икән?
Эйе, һеңлеһе менән булған хәлдән һуң Зәлифәнең дә тормошо кирегә тәгәрәне. Бер нисә йылдан ире лә үҙенең яғына ҡайтты һәм башҡаса кире килеп торманы. Күпме күҙ йәштәре түгелде, төн менән көн буталды. Әммә хәл-әхүәл үҙгәрешһеҙ ҡалды. Ил сиктәре ябылғас, Зәлифә төңөлгәндәй ҙә итте. Үҙе барыр ине — аҡса арттыра алманы. Ә иптәше үҙенең яғында кәләш алды, балалар үҫтерҙе. Быларҙың барыһы ла балдыҙының күҙ алдында булды. Ошо барғанда еҙнәһен тап итмәгәс, Зөһрә туғандарынан белеште.
– Уға ни инсульт булғас, килен ҡарттар йортона алып барҙы ла тыҡты. Хәҙер шунда ул, кеше лә танымай, йүнләп һөйләшә алмай, уң яҡ кәүҙәһе бөтөнләй эшләмәй, тиҙәр, — тип яуапланылар. Зөһрә был хәбәрҙән бик оҙаҡ шаңҡып йөрөнө. Апайы менән йәнә килеп осрашҡас, йәшереп ҡала алманы:
– Еҙнәм ҡарттар йортонда. Инсульттан һуң ғаиләһе унан баш тартҡан. Былар барыһы ла һинең аламалыҡтарың өсөн Аллаһы Тәғәләнең язаһы.
– Һылыуым, ғәфү ит, башыңды бутағаным өсөн, һине алдаштырып оҙатҡаным өсөн, мин алдан белә инем кире ҡайта алмаҫыңды, шулай ҙа еҙнәң ыңғайына һинең яҙмышың менән уйнаным, кисер мине, йондоҙом. — Зәлифә һулҡылдап иланы. Әммә Зөһрә артабан уны тыңлап тороуҙан мәғәнә тапманы. Йәшлек йүләрлегенән, үткән тормошонан ҡотолорға теләгәндәй, ҡыҙыу аҙымдар менән атланы ла атланы.
Баймаҡтан йөрөп ҡайтҡас, оҙаҡ ҡына итеп атаһы менән ниҙер тураһында кәңәшләште Зөһрә. Файза улар янына инмәне, ҡыҫылманы. Ул иң ҡәҙерле кешеләре янда булыуы менән бәхетле ине, донъяһы түңәрәкләнде. Ейәндәре уҡып йөрөй, ҡыҙы эшкә төштө, Миҙхәте инде – күптән ауылда хөрмәтле имам. Атаһы менән һөйләшкән төндән һуң, күңел тыныслығы эҙләп, Зөһрә лә намаҙға баҫты. Инде илле йәшкә табан барған ҡатын тыуған яғына ҡайтырға үҙендә көс табыуына, олоғайған көндәрендә ата-әсәһен хөрмәтләй алыуына Раббыһына шөкөрана ҡылды.
Һәр уңыш артында дөрөҫ ҡарар тора, һәр дөрөҫ ҡарар тәжрибә менән килә, ә тәжрибә дөрөҫ ҡабул ителмәгән ҡарарҙарҙан туплана