Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Әҙәбиәт һәм ижад
28 Октября 2023, 15:55

Яҙыусыға зыяратта мемориаль һәйкәл асылды

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин - тәбиғәт йырсыһы. Уның күп әҫәрҙәре урманды, урмансыларҙы, тау кешеләрен данлай, тәбиғәтте һаҡларға саҡыра. Ишембай районы Ҡолғона ауылы халҡы бөгөн мәктәптә лә, ауыл мәҙәниәт йортонда ла Ноғман Мусиндың хәтер кисәһен уҙғарҙы.

Яҙыусыға зыяратта мемориаль һәйкәл асылдыЯҙыусыға зыяратта мемориаль һәйкәл асылды
Яҙыусыға зыяратта мемориаль һәйкәл асылды

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин - тәбиғәт йырсыһы. Уның күп әҫәрҙәре урманды, урмансыларҙы, тау кешеләрен данлай, тәбиғәтте һаҡларға саҡыра.
Ишембай районы Ҡолғона ауылы халҡы бөгөн мәктәптә лә, ауыл мәҙәниәт йортонда ла Ноғман Мусиндың хәтер кисәһен уҙғарҙы. Сарала Өфөнән, Ишембай ҡалаһынан килгән яҙыусылар, журналистар, Ишембай районы хакимиәте вәкилдәре, уҡытыусылар, уҡыусылар, ауыл халҡы ҡатнашты. Яҙыусыға зыяратта мемориаль һәйкәл асылды. Нурсилә Ноғман ҡыҙы атаһының рухына аят уҡытты.
Тау-урман ҡуйынында тыуып, тыуған ерен өҙөлөп яратып, халҡына үлемһеҙ әҫәрҙәр бүләк иткән Ноғман Мусиндың бөгөн рухы шатланғандыр. Киләсәк быуын да уның романдарын үҙ телендә уҡып әҫәрләнһен, изгелеккә, яҡтылыҡҡа ынтылһын!

Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА.

Яҙыусыға зыяратта мемориаль һәйкәл асылды
Яҙыусыға зыяратта мемориаль һәйкәл асылды
Яҙыусыға зыяратта мемориаль һәйкәл асылды
Автор:
Читайте нас