Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
31 Октябрь 2023, 09:17

Хыялдар яҡты булһын

“Эй хыялдар, хыялдар... Мин был рәхимһеҙ донъяла һеҙҙең менән генә йыуанып йәшәйем, һеҙҙән ауырлыҡтарҙы еңерҙәй көс алам. Иң ҙур хыялым – матур ғаилә ҡороу. Унда һөйгәнем, ғәзиз балаларым менән татыу ғүмер итәбеҙ..." Татлы хыялдар диңгеҙендә йөҙгән Айгөл, ниндәйҙер ҡыштырлауҙы ишеткәс, тертләп китте. Төйлөгәндән ҡурҡҡан ҡош шикелле, атаһынан ҡасып ҡараңғы һарай мөйөшөнә боҫҡан ҡыҙҙың йөрәге сығырҙай булып типте.  

Хыялдар яҡты булһынХыялдар яҡты булһын
Хыялдар яҡты булһын
Ул тын алырға ла ҡурҡып, тирә-яғына ҡолаҡ һалды. Аяҡ тауышы түгел икән, ә тиреҫ өйөмөндә себештәрен эйәртеп тауыҡ тибенеп йөрөй. Ишек ярығынан тирә-йүнде күҙәткән Айгөлдөң, себештәренә ем эҙләп йөрөүсе тауыҡты күргәс, күңеле тулды. Иртән атаһы туҡмағандан һуң иҫ белмәгән тәне ҡабаттан һыҙлай башланы. Ошо минутта кеше түгел, ә себеш булып тыумағанына үкенеп ҡуйҙы...
“Ана бит ул,ҡош булһа ла балаларын ҡайғырта. Ә минең ата-әсәйем беҙгә ҡарағанда хәмерҙе артығыраҡ күрә. Хужаһы тарафынан ҡыуып сығарылған эт кеүек, урам уртаһында тороп ҡалдыҡ...".
Һарай ишеге ҡапыл асылып китте лә һеңлеһе Гөлнур инде:
- Апай, атайҙарға теге аҡсаны бир, әтеү һине тапһам үлтергәнсе туҡмайым, ти. Ә әсәй, аҡсаны бирмәһә, өйгә индермәйем, тине. Бир ҙә ҡуй, әпәкәйҙе күрше Нәғимә инәйҙәрҙән алырбыҙ. Минең ашағым да килмәй бөгөн. Бир аҡсаларын...
Айгөл икмәк алырбыҙ тип алған аҡтыҡҡы аҡсаһын һеңлеһенең ҡулына тотторҙо ла, үкһеп иларға тотондо. Гүйә уның һыҡтауы барлыҡ ата-әсәләргә: “Эскелектән арынығыҙ, донъяла баланан да ғәзизерәк кем бар?”, тип оран һала һымаҡ ине...
 
Авторы билдәһеҙ.
Автор:
Читайте нас