Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
1 Ноябрь 2023, 04:00

Рәшит Назаровтың тыуыуына 79 йыл

Ҡояштың бер яҡты нуры булып, Донъя буйлап мәғрур осормон,

Рәшит Назаровтың тыуыуына 79 йылРәшит Назаровтың тыуыуына 79 йыл
Рәшит Назаровтың тыуыуына 79 йыл

Кешеләргә юлдар илтер мине,
Юлдар улар байтаҡ үтелде.
Килер әле бер саҡ бәхет таңы,
Көтөлөрө байтаҡ көтөлдө.
Ер өҫтөнә атылып мин менермен,
Ҡаршы алыр алыҫ ҡояшым.
Һағындырып ҡайтҡан улы итеп,
Йәйер миңә тормош ҡоласын.
Ҡояштың бер яҡты нуры булып,
Донъя буйлап мәғрур осормон,
Кешеләрҙе, Ерҙе, бар Йыһанды
Күкрәгемә ҡыҫып ҡосормон.
Үтәһе юл ләкин бар әле,
Ғазабы күп, тормош тар әле,
Яҙ етмәгән, ян-яҡ ҡар әле. 

 ***
Аҡ ҡылғандар һыйпай ҡулдарымды,
Сәскәләре ап-аҡ, иркә лә.
Аҡ бәхеттең төҫө шулмы әллә,
Йөрәк көтә, йөрәк өркә лә...
Бәхетемдән иҫереп йығыламмы,
Күкрәгемдә бейей йөрәгем.
Һеҙҙең алда минең намаҫым саф,
Һаумы, ауылым! Һаумы, төйәгем!
Тыуған ерем! Ап-аҡ бәхетем һин.
Аҡ ҡылғандай ул да – ҡурҡма, бар.
Һөйгәндәргә аҡ наҙ – сәскә ул тик,
Бәғерһеҙгә - унда уҡ та бар.
Таң һуҡмағы ауылым урамына
Атылып инә балҡып, йымылдап.
Осам, осам, ауылым, ҡосағыңа
Таң нурҙары һалған юл буйлап.

Автор:
Читайте нас