Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
2 Ноябрь 2023, 09:30

Мортаза Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға бағышлана

Ҡатнашырға теләүселәр башҡортса шиғыр ятлап, видеояҙманы 20 декабргә тиклем проекттың рәсми төркөмөнә ебәрергә тейеш. Финал 2024 йылдың февралендә Башҡорт опера һәм балет театрында була.

Мортаза Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға бағышланаМортаза Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға бағышлана
Мортаза Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға бағышлана

Башҡортостанда «Йөрәк һүҙе» шиғриәт бәйгеһе республиканың беренсе президенты Мортаза Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арнала.

Проект етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наилә Сәфәрғолова социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, был юлы проект күренекле дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә «Йөрәк һүҙе. Ил ағаһы Мортаза» тип атала.

Ҡатнашырға теләүселәр башҡортса шиғыр ятлап, видеояҙманы 20 декабргә тиклем проекттың рәсми төркөмөнә ебәрергә тейеш. Финал 2024 йылдың февралендә Башҡорт опера һәм балет театрында була.

Автор:
Читайте нас