

Өфөлә шағирә Миңлегөл Хисамованың ижад кисәһе үтте.
Тиҫтәнән ашыу китаптар авторы, педагог, шағирә Миңлегөл Сәлимйән ҡыҙының 75 йәшлек юбилейына арналған сара үтте. Тантана Өфөлә Мәкәрим Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһында ойошторолдо.
Сарала Башҡортостандың яҙыусылар Союзы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова, балалар яҙыусыһы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, юбилярҙың һеңлеһе, шағирә Зөһрә Ҡотлогилдина, Башҡортостан Республикаһы Милли әҙәбиәт музейы директоры Миләүшә Ҡаһарманова, йырсы Лилиә Ишемйәрова, журналистар, шағирәнең туғандары яҡындары, дуҫтары ҡатнашты.
"Миңлегөл Хисамованың ижады, миңә ҡалһа, урман төпкөлөнән тиртеп сығып, шым ғына ағып ятҡан, көмөш тәңкәле йылдам бәрҙеләр уйнаҡлаған саф һыулы
шишмәне хәтерләтә. Уға юлыҡҡандар шифалы һыуын мотлаҡ эсеп, яңы көс-ҡеүәт, сихәт алып китә.
Миңлегөл Хисамова - тәрән хисле лирик шағирә. Нисә йәшендә лә тәбиғәт балаһы булып ҡала. Уның балалар өсөн сыҡҡан "Һары мәтрүшкә" исемле китабы үҙе бер энциклопедик мәғлүмәткә эйә дәреслеккә әйләнә. Шағирә үткер күҙле, һиҙгер йөрәкле кеше булараҡ, һәр үлән ҡыштырлауында, япраҡ шауында, йондоҙ- ҡар яуыуында, ямғыр шыбырлауында үҙенсә моң тоя", — тип яҙа шағира тураһында Мөкәрәмә САДИҠОВА, яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премия лауреаты.
"Миңлегөл Хисамованың йырлап торған шиғырҙарына бик күп композиторҙар йырҙар яҙған. Салауат Низаметдинов, Ғәзиз Дәүләтбирҙин, Рәшит Йыһанов, Альбина Имаева, Айгөл Ихсанова, Риф Арыҫлан, Руслан Ҡарасурин, Фәтих Ҡолһарин, Бәхтейәр Байморатов, Дамир Солтанов, Венер Абдуллин һәм башҡаларҙың йырҙары радио, телевидениенан йыш башҡарыла.
Руслан Ҡарасурин шағирәнең һүҙҙәренә яҙылған көйө менән Ямал-Ненец автономиялы округында үткән эстрада йырҙары фестивалендә авторы Миңлегөл Хисамова менән бергә дипломант исеменә лайыҡ була. Фәтих Ҡолһариндың "Ете тажым" тигән йыры "Тамыр" телеканалының үҫмерҙәр өсөн төшөрөлгән "Ышан" телесериалында Гәлсәр Байғусҡарова башҡарыуында яңғыраны", - тип яҙа Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА, шағирәнең бер туған һеңлеһе, Салауат Юлаев ордены кавалеры.
"Ниндәй генә хәлдәр булғанда ла, шағирә Миңлегөл Хисамованың лирик геройы һөйөү һәм тоғролоҡ сифаттарына таянып, ғазаптарҙы ла, һағыштарҙы ла, яңғыҙлыҡты ла, ауырлыҡтарҙы ла еңергә көс таба үҙендә. Үткәндәренә ғәйеп ташламай, уларға хыянат итмәй, тик йылы елдәрҙе, зәңгәр һауаны, аҡ хыялдарҙы, онотолмаҫ тәүге һөйөү таңын, бәхет миҙгелдәрен юлдаш итеп ала. Тыуған тупрағынан көс һәм йәм алып, илһам ҡояшын йылы яҙҙарҙа табып, саф ҡар бөртөгөндә лә өмөт балҡытып үҙ юлынан килә ул", - тип яҙа Луиза КИРӘЕВА, филология фәндәре кандидаты.