Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
9 Ноябрь 2023, 14:03

Барлыҡ яраштыра, юҡлыҡ талаштыра

Ниңә һәмтәңләп бер нимәһеҙ ҡайтып киләһе? Йәш егетме ни. Анһат шул бисә елкәһендә ултырыу. Ә мин арзаныраҡ колбаса, май эҙләп эштән ҙуң урам ҡыҙырам, шунан күтәренеп ҡайтып киләм. Балаларыңа кәнфи кәрәк. Тамаҡтары ашҡа туйһа, етмәгән.    

Барлыҡ яраштыра, юҡлыҡ талаштыра
Барлыҡ яраштыра, юҡлыҡ талаштыра

- Һуңғыһы, тинем бит, һуңғыһы. Последний була... Кәнфит һорап һыңғылдаған балаһына, инде түҙеме бөтөп, Фәндиә ҡысҡыра башланы. -Туҡта, тип. Атаңа оҡшап... Шул саҡ ишек асылды. - Атаһына ни булған? Тағы ҡайһы ерем оҡшамай? Иренең буш ҡул менән ҡайтып инеүен күргән ҡатын, асыуын уға күсерҙе.

- Ниңә һәмтәңләп бер нимәһеҙ ҡайтып киләһе? Йәш егетме ни. Анһат шул бисә елкәһендә ултырыу. Ә мин арзаныраҡ колбаса, май эҙләп эштән ҙуң урам ҡыҙырам, шунан күтәренеп ҡайтып киләм. Балаларыңа кәнфи кәрәк. Тамаҡтары ашҡа туйһа, етмәгән.

Атаһы ҡайтҡас, тағы ла ярһыбыраҡ илай башлаған улына йәне көйөп, башына һуғып ебәрҙе.

- Ҡағылма балаға! Ни бар үсеңде уға төшөрәһең? – тип, Раһип ҡатынына һелтәнде.

Уныһы иренән ялтанайым тип, өҫтәлдәге һөтлө банканы ауҙарҙы. Аҡ шыйыҡса сөбөрләп иҙәнгә аҡты.

- Ах, әҙәм аҡтығы, балаға бутҡаны хәҙер һыуҙа бешерәйемме ни?

Шу арала ата-әсәһенең ҡысҡырышыуынан ҡурҡҡан бала сәбәләнеп, ярманы түгеп ебәрҙе.

- Йүнһеҙ, инде ашар ризығыңды түгәһеңме? – Тағы ла бер сәпәргә тип улына уҡталғайны, ире тотоп ҡалды. Көрмәкләшеп, Фәндиә линолеумға түгелгән һөткә тайып, башын ултырғыс ҡырына бәрҙе. Ауыртыуҙан бирегәк асыуы килеп, ҡулына эләккән таба менән иренә тондорҙо. Таба уның танауына тейҙе һәм соборлап ҡан аға башланы. Ҡан күреүҙән ҡото осҡан Раһип, ярһып ҡатынын дөмбәҫләргә тотондо. Шарылдап илап, бала ултырғыстан осоп төштө.

Мәктәптән ҡайтып ингән ҡыҙҙары, был хәлде күреп, күрше инәйгә йүгерҙе. Атаһы эсеп, янъял сығарғанда гел шул инәйгә бара. Ир-атҡа оҡшап, уҫлаптай кәүҙәле, тос йоҙроҡло ул Шәмғиә инәй. Юҡҡамы ни, подеъзда тәртип өсөн яуапплы. Полиция ваҡ-төйәк ыҙғышҡа килә һалмай, ә инәй – эргәлә генә.

- Нишләйһегеҙ ул, көпә –көндөҙ тауыш сығарып...

Күкгәрен киреп, ҡыҙыу атлап аш бүлмәһенә уҡталған инәй, ҡапыл дөп итеп иҙәнгә һуҙылды. Артынан ингән ҡыҙ ҡурҡыуҙан илай башланы. Бәләкәй генә бүлмәлә өс оло кеше һәм бала. Күршеһе килеп инеүҙән батырайып киткән Фәндиә, тора һалып ирен этеп ебәрҙе. Уныһы абынып, Шәмғиә өҫтөнә йығылды. Шул ваҡыт ҡулы менән стенала эленгән кәштәгә бәрелде. Булған һауыт-һаба, селпәрәмә килеп, иҙәнгә ҡойолдо.

Фәндиә ҡысҡыра, ике ерҙә ике бала илай, өҫтөнә ваҡыт һауыт төшкән йыуантаҡ Шәмғиә “бых” та “бых” килә.

Был бисә халҡынан, улар утта тотҡан табалай ҡыҙған саҡта, алыҫыраҡ булайым тип, тиҙерәк кейенеп, танауын ҡулъяулығы менән ҡаплап, Раһип урамға ашыҡты. Ишекте асып ебәреүгә, урамда йөрөп өшөп, асығып ҡайтҡан бесәйенең ҡойроғона яңылыш баҫты. Уныһы әҙәм ҡурҡытырлыҡ тауыш менән ҡысҡырып, баҫҡыстан тышҡа атылды.

Ниндәй уңмаған көн булды әле һуң был? Йүнле эш эҙләп йөрөп, асыҡһа ла, талсыҡһа ла, ир йәнә урамға сыҡты. Бәлки, ярһыған йөрәген тынысландырыр өсөн, һыра булһа ла алып эсер. Кеҫәлә бер аҙ тимер тәңкәләр шылтырай, шикелле. Ә был ваҡытта ҡатыны, һыҙлаған башын бәйләп, Шәмғиәне көс-хәл менән күтәреп торғоҙоп, ярҙамға тип килгән күршеһенә сәй булһа ла эсереп сығарайым тип, сәнүккә үрелде. Сөнки ғауғалашҡан арала ашы ҡайнып бөтөп, кәстрүленең төбө көйә башлағайны.

 

Мәрйәм Күсмәева

Автор:
Читайте нас: