Ҡулымда ҡуш беләҙек… Ниндәй матур… Берҙән, ул ҡатын-ҡыҙҙың иҫ киткес матур биҙәнеү әйбере булһа, икенсенән, үҙе хаҡында әллә күпме тарих һаҡлай. Ундағы көмөш һәм ҡиммәтле таштар тыуған яғымдың хазиналар иле икәнлеген хәтерләтә, күңелдә һоҡланыу тойғоһо уята. Ә көмөш һаулыҡҡа файҙалы. Ҡарап тороуға ябай ғына күренгән беләҙектә оло хәтирә, иҫтәлек бар.
…Киленде яҫтыҡҡа баҫтырғас, ҡәйнәһе: “Таштай, ҡомдай бат, килен, беҙҙең йортҡа ҡотоң менән кил, ауыҙыңа бал да май”, – тип ихлас ҡаршыланы. Түр башына үткәс, ике ҡулына ҡуш беләҙек кейҙерҙе лә: “Егәрленең ҡулы етәү, егәрле бул, киленсәк. Ҡайныңдың оҫта ҡулдары һуҡҡан ҡиммәтле беләҙек һине яман күҙҙән, яман һүҙҙән һаҡлаһын, эштәреңә бәрәкәт өҫтәһен. Ҡомартҡы-беләҙек быуындан-быуынға дәрт-дарман ҡотон еткерә килһен”, – тип арҡаһынан иркәләп һөйөп ҡуйҙы…
Ошондай яҡты иҫтәлекте өләсәйем әсәйемә һөйләп, беләҙеген бүләк иткән, ә әсәйемдән ҡомартҡы миңә күсте.
“Ҡомартҡы-беләҙек дәрт-дарман ҡотон быуындан-быуынға еткерһен” – ниндәй матур теләк! Дәрт-дарман ҡото… Өләсәйем дә, әсәйем дә эштә уңған, нимәгә тотонһалар ҙа ҡулдарына күҙ эйәрмәй, һәр эшен еренә еткереп башҡаралар. Ҡул эштәре, аш-һыу һәм башҡа эштәргә, әйтерһең дә, ҡуш беләҙектең тылсым көсө күсә. Уңғанлыҡтың бар сере шунда һымаҡ.
Ә миңә беләҙектән ниндәй көс күсте икән? Ҡулдарым зымбырлап ҡуйҙы, күҙ алдыма аҡ ҡағыҙ бите йәйелде, ҡаурый үҙенән-үҙе һыҙмаҡлай башланы төҫлө. Тимәк, миңә ижад итеүгә дәрт-дарман ҡөҙрәте ҡунған. Эйе, минең хыялым – журналист булыу. Тылсымлы ҡомартҡы-беләҙек ярҙамында халҡымды, Тыуған илемде, ғәзиз телемде, туғандарымды, ҡәҙерле тәбиғәтемде данлап тарих биттәренә төшөрөрмөн, яуыз йәндәрҙе, ғәҙелһеҙлекте, ғәмһеҙлекте, көнсөллөктө, яһиллыҡты фашлап үткер ҡәләмем менән көрәшермен. Ата-бабамдан ҡалған ҡомартҡы-беләҙек, һиңә ант һүҙемде еткерәм, ышан миңә – ҡәләмем дә, йөрәгем дә һине һис алдамаҫ.
Авторы билдәһеҙ.