Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
13 Ноябрь 2023, 14:35

Фәрештә йылмайған көн

Тәүҙә ҡатын үҙенән алда сиратһыҙ үтергә ынтылған иргә асыулы ҡараш ташлап, уның тураһында нимә уйлағандарын еткерергә уйланы. Шул саҡ бар Баймаҡты ҡосағына алып, сафлыҡ өләшеп, яуған ап-аҡ ҡарҙың битенә йомшаҡ ҡына итеп ҡағылыуы хәтеренә төштө. 

Фәрештә йылмайған көн
Фәрештә йылмайған көн
Ашыға-ашыға почтаға атлағанда нисек был рәхәтлек биргән хис-тойғоға иғтибар бирмәгән! Донъяның бар бысрағын, яуызлығын ҡапларға теләгәндәй ябалаҡлап яуған ҡар бөртөктәренә тәҙрә аша тағы бер тапҡыр күҙ ташлағас, ир кешене алға үткәреп, артҡа сигенде. Әр-битәргә әҙерләнгән ир аптырау ҡатыш һораулы ҡарашын төбәгәс: “Һеҙ ҡабаланаһығыҙ, шикелле. Үтегеҙ, мин көтә алам”, - тип йылмайҙы.
Ир Яңы йыл алдынан түләргә тейешле бар түләүҙәрҙе индереп, йүгереп машинаһына сыҡты. Бер туҡтауһыҙ шылтыратҡан әсәһенә хәҙер килеп етәсәген белдерҙе. “Һеҙ дауахана яғына бармайһығыҙмы?”-тигән һорауға боролоп ҡараны. Башҡа ваҡытта ул юҡ тип китеү яғын ҡарар ине. Был юлы урта йәштәрҙәге ханымды ултыртып алды. Уныһы мең рәхмәттәрен әйтеп төшөп ҡалды. Әсәһе һәр саҡтағыса ризаһыҙ йөҙ менән ҡаршы алып, улының уның хаҡта уйламағаны арҡаһында табипҡа һуңлаясағын белдерҙе. Ир тәүҙә өндәшмәй ҡалырға йәки “мин эш кешеһе” тип екерергә уйланы. Унан яңғыҙ йәшәгән әсәһенә ни тиклем иғтибар етмәүен, хатта һөйләшергә кешеһе лә юҡ икәнлеген аңланы. Ысынлап та аҡса эшләйем, кредит түләйем тип иң ғәзиз кешеһен бөтөнләй онотто бит. Хатта “бөгөн шылтыратмаһа ярар ине” тип уйлаған саҡтары булыуын хәтеренә төшөрөп оялып китте. Әсәһе әҙерләгән өҫтәлгә иғтибар итте. Күрәһең, улының һәр саҡ сәйҙән баш тартыуына күнеккән әсәһе был юлы уға тәҡдим итеп тә тормағандыр... “Әсәй, әле ваҡыт бар бит, әйҙә, сәй эсеп алайыҡ”. Улының алдына ни ҡуйырға белмәй өтәләнгән әсә туҡтауһыҙ хәбәрен теҙҙе, улы ла бала саҡ хәтирәләренә бирелеп әсәһен көлдөрҙө...
 
Дауаханала инәй табиптың ҡабул итеү ваҡытын бутауын аңланы. Күтәренке кәйеф менән хушлашҡан улын ҡабаттан борсоғоһо килмәй, ысынлап та эш кешеһе бит, әле унда, әле бында саба. Регистратуралағы ҡатын тәүҙә “ваҡытында йөрөргә кәрәк” тип ҡырт киҫергә уйланы, унан үҙенең бөгөн эшкә һуңлаған ерҙән (етмәһә аҡсаһы өйҙә тороп ҡалған) изге күңелле әҙәмдең бушлай алып килеп еткереүен иҫләп йылмайҙы. “Туҡтағыҙ, апай, хәҙер берәй нәмә уйлап табабыҙ”,-тине ул.
Табип аҙна һайын тиерлек килеп йөҙәткән инәйгә текәлде. Хәҙер тағы башланасаҡ: “Яҙған дарыуҙарығыҙ килешмәй, ҡиммәт. Дауаханаға һалырға теләмәйһегеҙ. Ҡарт булғас үлергә тейеш тип уйлайһығыҙ инде!..” Тик был юлы инәй бөтөнләй икенсе һүҙҙәрҙе яңғыратты: “Балам, һине аптыратып бөттөм инде. Ҡартлыҡты дауалап булмағанын беләм. Һеҙгә эшкә йөрөгән кеүек килеүем өсөн ғәфү итегеҙ инде”.
 
Табип инәйҙе йәлләп китте. “Әйҙәгеҙ, һуңғы анализдарға күҙ һалайыҡ. Борсолмағыҙ, ыңғай үҙгәрештәр бар. Хәҙер мин һеҙгә дарыуҙар яҙам. Бынауһын мотлаҡ алығыҙ. Рәсәй препараты, ҡиммәт булмаһа ла, бик һәйбәт ярҙам итә”. Инәй үҙенең ҡан баҫымын үлсәгән, ентекләп ҡарап сыҡҡан табипҡа ташты ла иретерлек йылмайыуын бүләк итеп сығып китте. Табип был көндө ҡатмарлы, ауыр эшен айырыуса бер еңеллек менән башҡарҙы. Уға ингән ауырыуҙар ҙа аҡ халатлының хәстәрлекле ҡарашын тойоп, шунда уҡ йүнәлгәндәй, ҡәнәғәт төҫ менән сыҡты.
Өйөнә табан атлаған табип туҡталыштан саҡ ҡына ситттә бер ирҙең машинаһы янында улай-былай йүгергеләүен күрҙе. “Был һыуыҡта һүнһә, ҡабыҙып булмай торған. Дауаханамы? Бына янда ғына”,-тип кем менәндер һөйләшә үҙе. Табип борсолоуы йөҙөнә сыҡҡан ирҙең янынан үтеп китеп кире боролдо. “Ярҙам кәрәкме?” “Машинам ана һүнәм, бына һүнәм тип ултыра. Ҡустым килеп еткәнсе һүндермәҫ кәрәк ине. Юл ыңғайы булғас, ауылдан күрше бабайҙы алып килгәйнем. Кисә дауаханаға ятырға тейеш булған. Йә уны алып барып еткерә алмайым, машинаны ла һүндерергә ярамай”.
Табип өлкән кешене ҡултыҡлап дауаханаға алып китте.
“Рәхмәт, балаҡай, үҙем китер инем, тайғаҡ бит”,-тине олатай күҙ йәштәре аша. Табип ҡартты палатаға индереп һалғансы янында булды. Ҡайтырға сыҡҡас: “Һин оҙаҡлағас, үҙемә урын тапмай килеп еттем”,-тип көтмәгәндә ҡосаҡлап алған һөйгәненә һыйынды. Табип иртәнсәк үҙҙәренең юҡтан ғына талашып китеүҙәрен хәтерләп, тормош иптәшенә тағы ла нығыраҡ һырылды: “Хоҙайым, ошо бәхеттән айырма”,-тип бышылданы ул. Ир: “Ә һин беләһеңме, мин һин яратҡанса ит ҡыҙҙырырға ҡуйҙым, хәҙер ҡайтмаһаҡ, ул күмергә әйләнәсәк”,-тип ҡатынын күтәреп өйөрөлдөрҙө лә етәкләп машинаға алып китте. Ул ҡатынының йылмайыуын күреп үҙен донъялағы иң бәхетле кеше итеп тойҙо һәм ҡатыны ни тиклем көйһөҙләнһә лә башҡа бер ваҡытта ла уға яуап ҡайтармаҫҡа үҙ-үҙенә һүҙ бирҙе.
Атаһының дауаханаға эләгеүен ишеткән йәш ҡатын икенсе көндө үк палатаға килеп инде. “Атай, ғәфү ит мине! Һин миңә бик кәрәкһең”-тип иланы ул. Атай кеше ҡыҙының башынан һыйпап тынысландырырға тырышты. Әбейе мәңгелек донъяға күскәс оҙаҡ ҡына яңғыҙы йәшәне ул. Балалары ситтә, бер ҡыҙы күрше ауылда йәшәһә лә, йыш килә алмай. Яңғыҙлыҡтан миктәгән бабай әбей алырға булды. Йәш саҡтан белгән танышы ҡартайған көндәрен бергә үткәрергә ризалашты. Тик был хаҡта ишетеп ҡалған ҡыҙы килеп: “Үлергә ваҡытың еткән, әбей уйлап ятаһың!”-тип бик күп ауыр һүҙҙәр әйтте. “Атай, теләйһең икән өйлән, тик йәшә генә!”-тип ялбарған ҡыҙын саҡ тынысландырҙы бабай. Иркә үҫте шул ҡыҙы, тормош михнәттәрен, аллаға шөкөр, татығаны юҡ. Шуға күрә күп нәмәне аңлап етмәй, ҡабул итмәй. Ә былай бик аҡыллы булып буй еткерҙе, кейәүе лә бынамын тигән.
Йәш ҡатын уйлана-уйлана ауылына ҡайтып еткәнен дә һиҙмәй ҡалды. Әсәһенең вафатына арыуыҡ ваҡыт үткәнен аңлай ул. Ир кешегә яңғыҙ йәшәүе бигерәк ауыр икәнлеген дә белә. Тик атаһын яһил телле бисә арҡаһында рәнйетте бит. Килен булып төшкәненән алып ҡаныҡты бит шул! Иптәше был ауылдыҡы булғас уның холҡона өйрәнеп бөткән, ҡул һелтәй ҙә ҡуя, ә уға ҡыйын. Нимә тип кенә һөйләп бөтмәне бит! Ә инде атаһының әбей алыуынан ҙур ваҡиға яһауына түҙә алманы. Бар асыуын атаһына төшөрҙө. Туҡта-туҡта, ул ҡатын да ғүмере буйы яңғыҙы йәшәй. Бәлки, кемдеңдер ҡартайған көнөндә лә үҙ парын табыуы уның йөрәген йәрәхәтләйҙер? Йәш ҡатын үҙен рәнйетеүсегә ышаныслы аҙымдар менән барып инде. Тегеһе уны күреп баҙап ҡалды. “Апай, ирем өйҙә юҡ, ҡоймаҡ ҡойорға йөрөйөм. Ярты сәғәттән миңә сәйгә кил, йәме”,-тип сығып та китте.
Сәйгә саҡырылғаны ултырғыс өҫтөнә лап итеп ултыра төштө. Унан яулығын алмаштырып ябынды ла, шәлен дә һалып тормай урамға ашыҡты. Уны күрмәмешкә һалышҡан ауылдаштары менән матур итеп иҫәнләште, аптырап ҡалыуҙарын күреп: “Бына килен ҡунаҡҡа саҡырҙы әле, шунда китеп барам”,-тип юлын дауам итте. Йәш килен һәм етерлек тормош һурпаһын татыған ҡатын үтә күренмәле ҡоймаҡтар менән оҙаҡ итеп тәмләп сәй эстеләр. Ә инде хужабикә: “Апай, йәшлегем менән аңламай һине үпкәләткән булһам, ғәфү ит”,-тип матур шәл-яулыҡ бүләк иткәс, өлкәне түгелеп иларға тотондо. “Һин мине ғәфү ит, килен. Беләм, холҡомдоң ауыр икәнлеген, һөйләп-һөйләйем дә һуңынан ғына уйлайым бит”. Ике ҡатын был көндө сәйнүк артынан сәйнүкте лә, хис-тойғоларын да бушатты.
“Булмай былай, Яңы йыл етеп килә, әҙерләнергә кәрәк. Киленгә иң матур бүләк һатып алырға кәрәк”,-тип уйланы ҡатын. Ауылдаштарын яһил теле менән аптыратҡан ҡатын Яңы йыл төнөн һәр саҡ яңғыҙы ҡаршылай ине. Төнөн клуб тирәһен ҡарап сыға ла, кемдең балаһының нимә ҡыланыуын иртәнсәк бар ауылға тарата, үҙенән өҫтәп ебәрә етмәһә. “Юҡ, быйыл балаларын, ирҙәрен, бисәләрен үҙҙәре ҡараһындар! Ә уны йәш килен Яңы йыл төнөн бергә ҡаршыларға ҡунаҡҡа саҡырҙы, вәт!” Шуға күрә туҡталышҡа ла ғорур ғына атлап килеп, унда торғандар менән мәртәбәһен белеп кенә һаулыҡ һорашты. Ҡатындарҙың Яңы йыл тураһында һөйләшкәнен ишетеп, үҙенең дә ҡунаҡҡа йыйынғанын, ә инде 1 ғинуарҙа үҙе яуап итеп, ауылдың иң уңған ғаиләһен ҡунаҡҡа саҡырасағын, йәш килендең ни тиклем аш-һыуға оҫта булыуын, өйөнөң таҙалыҡтан балҡып тороуын бәйән итте. Ауылдаштары ҡатындың кемделер маҡтап һөйләүен иҫе китеп тыңланы. Ҡатын йәш киленгә көмөш алҡа һатып алырға булды. “Һеңле итеп алайым да ҡуяйым. Йәш булһа ла ни тиклем аҡыллы бит”,-тип уйланды ул биҙәүес һайлай-һайлай. Күңеленә ятҡаны табылды ниһайәт. Байрам алды булғас кеше күп. Магазиндан сығып барғанда алдында китеп барған кешенең нимәнелер төшөрөп ҡалдырғанын күрҙе. Эйелеп алды һәм ни күрә—аҡсалы янсыҡ! Бер-береһенә һыйынышып ҡына ятҡан меңлектәр, хатта ҡыҙғылт ҡына биш меңлеге лә бар. Быға тиклем ҡатын нимә тапһа ла “Асығауыҙланып йөрөмәһендәр!” тип кеҫәһенә һалып алыр йә өйөнә алып ҡайтыр ине. Башынан икеле-микеле уйҙар үтте. Был табыш уның өсөн ҙур, бик ҙур, тик... “Эй, көтөп тороғоҙ, һеҙгә әйтәм көтөп тороғоҙ тием бит! Бар донъяғыҙҙы онотоп аҡсағыҙҙы юғалтып йөрөйһөгөҙ, етмәһә, мин һеҙҙе баҫтырырға тейеш. Мәгеҙ!” Ир янсығын танып аптырап китте. “Рәхмәт, ҙур рәхмәт! Мин һеҙгә күпмелер бирергә тейеш бит бының өсөн?”. Ҡатын: “Миңә һинең аҡсаң кәрәкмәй. Аллаға шөкөр, пенсиям килеп тора”,-тип әйләнеп китеп тә барҙы.
 
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА
Автор:
Читайте нас: