Бирһә бирә бит Хоҙай әҙәм балаһына талантты! Өлгөр уҡытыусы, шәп әсәй, артист, яҙыусы... Шулай тип ҡылыҡһырланылар Әлиә Саматованы Инйәр мәҙәниәт үҙәгендә үткән “Уртаҡ яҙмыш” китабының исем туйында.
Әлиә Марс ҡыҙын байрамы менән ҡотларға төрлө яҡтан ҡәләмдәштәре, әҙәбиәт һөйөүселәр килеп еткәйне. Белорет районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Илгиз Сөләймәнов, Башҡортостан Яҙыусылар берлеге рәйесе урынбаҫары Искәндәр Хәсәнов изге теләктәрен еткереп, гөлләмә тапшырҙы.
Байрамда Инйәр мәҙәниәт йортоноң "Елмерҙәк" халыҡ һәм "Ҡолонсаҡ" өлгөлө балалар театры коллективтары авторҙың “Кәкүк” повесы буйынса эшләнгән спекатклде күрһәтте.
Әлиә САМАТОВА 1973 йылда Йөйәк ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт пелагогия институтында белем ала. Әлеге көндә Инйәрҙәге 2-се мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. 2016 йылдан ижадҡа килә. Уның повесть-хикәйәләре республика матбуғатында донъя күрә, конкурстарҙа еңеү яулай. Сабир Шәрипов исемендәге “Иҙел башы” яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе. Яныбай Хамматов исемендәге премия лауреаты, Яҙыусылар союзы ағзаһы. уңыштар теләне.