Һеҙ Линиза апай булаһығыҙмы?
Ҡартайған, әммә ҡасандыр матур булғанын күрһәтеп тороусы йөҙ һыҙаттарын ташламаған ҡатын, танырға теләгәндәй, текләп ҡараны. Зарифа һорауын ҡабатлағас та, яуап бирергә ашыҡманы, энә күҙәүенән үткәргәндәй, уны баштан-аяҡ байҡай бирҙе. Зарифаға хатта әллә нисек булып китте. Күрәйем, тип, килгәйне, үҙен күрһәтергә килгән һымаҡ булып килеп сыҡты түгелме? Тәненме, йәненме ниҙер аңлайышһыҙ һыҙлатып һыҙып үтте. Эсенән ошо ҡатынды йәлләнеме, әллә күралманымы? Аңламаны.
-Мин, - сәйерһенеп, һаман уға текләгән был ҡатын Зарифаның йөҙөнән, күҙҙәренән ниҙер эҙләгәндәй ҡатып тора бирҙе лә тағы, - мин, - тине.
-Бынан ҡырҡ йылдар элек һеҙҙең ҡыҙығыҙ тыуырға тейеш ине...- Зарифа «балағыҙ» тип һорарға кәрәк, мотлаҡ ҡыҙ булырға тейеш, тигән ышаныста булған атаһы хаталаныуы ла ихтимал , тип, уйлап килгәйне. Тик һорау тап атаһы теләгәнсә килеп сыҡты. Хәйер, был һорауҙы атаһы үҙе бирһә, Линизанан тап шулай, ә бәлки ҡатыраҡ та һорар ине... – Шул мине ҡыҙыҡһындыра...
-Ҡыҙым... – Линиза нисектер ҡаушап ҡалды. Был һүҙ үҙенең ҡыҙына төбәп әйтелдеме, әллә уның үҙенәме, Зарифа аңламаны.
-Әйҙә, өйгә инәйек, ни эшләп торабыҙ? Сәй ҡуйырмын. Йыраҡтан киләһеңдер бит...
-Өфөнән.
-Өфөнән?- Линиза тертләне.
Улар өйгә ыңғайланылар. Өй тигәненең дә өй тиерлеге ҡалмаған. Иҫке генә. Мал һарайынан саҡ ҡына яҡшыраҡтыр... Ергә һеңеп барғандай, ныҡ сүккән. Ҡыйығы бер-нисә урындан яңыртып ямалған. Мөрйәһен, ҡолап китмәһен өсөндөр, тимерсыбыҡ менән ике яҡҡа тарттырып бәйләп ҡуйғандар. Ишектән эйелеп үтергә кәрәк. Өйгә ингәс тә баш түбәгә тейә яҙа, тәпәш. Тәҙрәләрҙән тоноҡ ҡына нур төшә, бәләкәй. Өйҙө уртаға бүлеп, шаршау ҡоролған. Әллә ҡасандан ағартылмаған йонсоу мейес өҫтөндә быйма ята. Йәй уртаһына тиклем ятҡас, бик кәрәктер. Өй арлы-бирле генә йыйыштырылған.
Линиза өтәләнеп сәй йүнәтте. Ултыртҡан табынының йәме лә, тәме лә булманы.
-Ҡыҙым булғайны шул, - тине Линиза бер аҙҙан. – Үҙең күрәһең бит, нисек йәшәйем, тыуғас, ҡалдырып китергә тура килде... Йәшәү шарттарым тап килмәгәс...
Үҙен йәлләһен тинеме, меҫкен генә ҡараш ташланы. Зарифа был ҡарашты күтәрә алмай, башын ситкә борҙо. Шул саҡ мейес артында теҙелешеп киткән эреле-ваҡлы тиҫтәләгән буш шешәлдәрҙе аңғарҙы. Бына нисегерәк икән! Күрмәмешкә һалышты. Тиҙерәк һорашырға ла, тиҙерәк китергә бынан, тип уйланы.
-Ҡасан таптығыҙ? Ниндәй бала табыу йортонда?
-Өлкәнең 3-сө һанлы бала табыу йортонда.
Зарифа сыға башланы. Линиза ҡунағын былай ғына ебәргеһе килмәй ине булһа кәрәк, инәлгәндәй артынан эйәрҙе.
-Ҡыҙым, исемеңде белмәйем. Һин кем булдың ул? Нимәгә минең ҡыҙым тураһында һорашаһың? Мин, ни, йәшәү шарттарымды яҡшыртырмын да, алып ҡайтырмын, тигәйнем. Күрәһең бит, нисек йәшәйем...
Алдан барған Зарифа уға ҡапыл боролдо, күҙҙәрендә уттар уйнатты.
-Ә һеҙ ҡыҙығыҙ һаман һеҙҙе көтөп ултыра, тип, уйлайһығыҙмы? Уға хәҙер ҡырҡ ике йәш! Аңлайһығыҙмы һеҙ шуны? Ҡырҡ ике йәш!.. Алдайһығыҙ, һеҙгә бала бер ваҡытта ла кәрәкмәгән!
Был һүҙҙәр Линизаны артҡа сигенергә мәжбүр итте. Шаңҡытты.
Зарифа машинаға ултырғанда ла, машина ҡуҙғалып киткәндә лә шулай торҙо ул. Оҙаҡ торҙо.
***
-Һеҙ законһыҙ рәүештә аҡса үҙләштереүҙә ғәйепләнәһегеҙ!
Линиза был һүҙҙәргә тәүҙә ныҡ аптыраны. Ни ҙә булһа төшөнөргә өлгөргәнсе, уны ҡулға алдылар. Туҡтауһыҙ һорау алыуҙар, камералағы йүнһеҙ ҡатындарҙың алмашлап мыҫҡыллауы уны аҡылдан яҙыр сиктәргә еткерҙе... Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә сәс-башын йыйып ала алмаған, йөҙө таушалған йәмһеҙ ҡатынға әүерелде Линиза.
Ә бит бөтәһе лә ул теләгәнсә генә бара ине. Ҙур йорт, өй тулы хеҙмәтселәр, таңға тиклем дауам иткән кәйеф-сафалар һәм шуларҙың бөтәһен дә булдыра алған Федяһы...
-Линиза, бәғерем, беҙҙең үҙебеҙҙең бала буласаҡ! Нимәгә ул һиңә бер инженер балаһы? Һин миллионер балаһының әсәһе булырға тейешһең! Үҙең миллионерша булырға тейешһең!..
Ошо һүҙҙәрҙе ҡолағына эҫе тындары менән өтөп әйткән Федя уны хыялдың әллә нисәнсе ҡатттарына алып менеп киткәйне. Ул ваҡытта ҡарынында әле яңыраҡ ҡына яралған балаға Линиза үҙе лә эҫенеп өлгөрмәгәйне. Шуға ла ҡайтып Ғарифын күндереп, баланан ҡотолорға ниәтләп ҡуйғайны. Уның ошолай донъяның бар ләззәтен татығыһы килә, ә тыуасаҡ бала уның аяҡтарын тышаясаҡ, ҙур донъяға ишектәрҙе ябасаҡ.
Ғарифты күндерә алырына ышанғайны Линиза, тик яңылышты. Уның балаға уҙғанының тәүге көнөнән үк «ҡыҙым буласаҡ» тип хыялланған Ғариф Линизаның теләген башта ысынға алманы. Ҡатыны шаярталыр тип уйланы. Уныһы һаман да үҙенекен тыҡығас, үҙенә иғтибар талап итәлер, тип, һығымта яһаны. Матур тормош яратҡан ҡатынын бер-бер артлы ике санаторийҙа ял иттерҙе Ул арала Линиза үҙе лә әйләнә-тирәләгеләр аңғарырлыҡ хәлгә етеште. Шулай итеп, уның бәпәй көткәнен барыһы ла белде, тик Федя менән осрашып йөрөгәнен генә берәү ҙә һиҙмәне...
Ә Ғариф башҡаһында Линизанан отолһа ла, ваҡыт яғынан ул, киреһенсә, ҡатынын ота алды. Аборт яһатыу ваҡыт үткәреп ебәрҙеләр...
Сираттағы осрашҡандарында Федяның тәҡдиме Линизаны теге саҡтағы хәтәр аҙымға этәрҙе...
-Һин Ғарифыңа әйтмәй генә Силәбегә кил, мин һине шунда көтөрмөн.
Йәне теләгәс, килде ҡатын. Һуңғы айҙарҙа шаҡтай ауырайып, саҡ –саҡ йөрөһә лә килде.
-Әҙерәк кенә көт, йәнем, баламдан ҡотолормон да, тулыһынса һинеке булырмын, - тип Федяһына шашынып ҡабатлар булды төндәрен...
Линиза тап Ғариф теләгәнсә ҡыҙ бала тапты. Ҡыҙына боролоп та ҡараманы. Ҡотолоуына сикһеҙ шат ине. Өр-яңы тормош башлана, тип, уйланы.
Бала табыу йортонан сығыр алдынан уны баш табип бүлмәһенә индерҙеләр.
-Ултырығыҙ, һеңлем. - Үҙенән күпкә өлкән дә түгел ине ул врач. – Мин һеҙҙең ҡарар менән танышмын. – Ҡулындағы ручкаһын өҫтәлдә бейетеп алды. Линизаға күтәрелеп ҡараманы. – Әйтергә кәрәк, ҡыҙығыҙ сибегерәк булып тыуҙы. – Шунда ғына күҙҙәр осрашты, тик быныһында Линиза ҡарашын йәшерҙе, шәл суҡтарын бармағына бер урап, бер ысҡындырып ғәмһеҙ ултырған булды. – Үҙегеҙ тураһында тулыһынса мәғлүмәт ҡалдырығыҙ, һеңлем. Бәлки, кире уйларһығыҙ. Юллағанда еңелерәк булһын өсөн, «әлегә йәшәү шарттарым тап килмәй, ваҡытлыса ҡалдырып торам» тип, ғариза яҙығыҙ. Аңлайһығыҙмы, һеҙҙең кеүек ҡалдырып китеп тә, һуңынан кире уйлап, балаһын ҡайтарып алам тигән ҡатындар байтаҡ ыҙа сигә... «Баш тартам» тип һуңынан да яҙып өлгөрөрһөгөҙ, тием...
Тиҙерәк сығып китеүҙе генә уйлап ултырған Линиза, врач ни тиһә лә, тиҙерәк эшләп, тиҙерәк бынан тайыуҙы хуп күрҙе. Врач әйткәнсә, ғариза яҙҙы. Кәрәкле ҡағыҙҙарҙың барыһына ла ҡултамғаһын ҡуйҙы.
Уны ҡаршы алырға Федя үҙе килгән ине.
-Теләһәң ҡайҙа алып кит мине. Мин һинеке генә! – тип шыбырланы уға Линиза. Шул тиклем бәхетле тойҙо үҙен ирҙең ҡосағында.
Тормошоноң үҙе күҙаллағанса бармауын һиҙеп ҡалғанда, бик һуң ине инде...
Башта Федяның «ошонда ғына ҡултамғаңды ҡуйһаң», «бында ғына ҡуйһаң», «тотош донъяға батшабикә итәм үҙеңде», тип үҙенән имзалар алыуына әллә ни иғтибар итмәне. Әммә Федяның үҙен нисектер сәйерерәк тотоуын аңғара килде. Тик әллә ниндәй түрәләр кеүек ҡул ҡуйыуҙар Линизаның үҙен әллә ниндәй мөһим кешеләй тойҙорта ине, батшабикәме ни...
Бер көндө Федяһы зым-зыя юҡҡа сыҡҡас, уны ҡулға алдылар. Шунда белде ул. Ниндәй ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйып ултырғанын төшөндө... Силәбенән генә түгел, Мәскәүҙән, Петербургтан, тағы әллә күпме банктарҙан ҙур сумма аҡсалар алған. Ҡайтарып бирмәгән. Ғүмере буйы бер йоҡламайынса эшләһә лә, түләп бөтә алмаҫлыҡ бурысҡа батҡан «миллионерша» икән ул...
-Эйе, булған беҙҙә ундай бала...- Зарифа ҡалҡыныңҡырап ултырҙы. Бына ептең табылған осонан ғына тарт, уны ҡыҙыҡһындырған хәл асыҡланасаҡ. Хатта документтарға үҙе үк ынтыла биреп ҡуйҙы. Ниндәйҙер таныш түгел тойғо ҡатындың күңелен елкендереп үтте. – Уллыҡҡа, әй, ҡыҙлыҡҡа алғандар .
Ни өсөндөр һөйләүҙән туҡтанылар. Урыҡ-һурыҡ мәғлүмәттәрҙең тулылана барып, ошолай кинәт өҙөлөүөн Зарифа башта аңғарманы. Башында мең уй ҡайнай ине. Ниндәйерәк икән уның атаһының ҡыҙы? Нисегерәк йәшәй? Нимәләр ярата? Ә нимәне йәне һөймәй? Үҙенең кемдең ҡыҙы икәнен белә микән?.. Нисек кенә булһа ла, атаһының ҡыҙы табылды шикелле...
-Тик ғәфү итегеҙ, артабан был бала тураһында бер ни ҙә әйтә алмайбыҙ.
-Нисек?
Зарифа тертләне, хатта тороп баҫты.
-Аңлайһығыҙмы, уны үҙ балаһылай ҡарап үҫтергән кешеләр алдындағы изге бурысыбыҙ. Ул бала, бәлки, атаһы менән әсәһенең үҙ балаһы түгел икәнен белмәйҙер ҙә. Бәлки унда барыһы ла бәхетлелер... Бала ла, ата менән әсә лә, ә һеҙ барып...
Һүҙҙәр тағы өҙөлдө.
Зарифа аңланы. Бәхетте, ниндәй булыуына ҡарамай, емерергә ярамай. Бәхетлелер ул бала, мотлаҡ бәхетлелер. Үҙе лә бит бәхетле. Ул да бит атайлы...
Кире ултырҙы. Атаһын уйланы. Кеҫәһенә тығылды. Ни өсөндөр шундағы тәңкәләрҙе берәм-берәм сығарып өҫтәл ситенә теҙеп һала башланы. Береһе иҙәнгә тәгәрәп төшөп киткәс, иҫенә килгәндәй булды. Тәңкәләрҙе тиҙ-тиҙ генә кире кеҫәһенә йәшерҙе. Бер аҙ ҡапшанып эҙләгәс, ҡулъяулығын сығарҙы.Яҙып һелкте лә, килешле итеп устарына ҡыҫты. Тамам тынысланғандай булһа ла, тағы бер аҙ һүҙһеҙ ултырҙы. Ҡаршыһында ултырған ҡатын хәлде ашыҡтырманы. Бүлмәлә тынлыҡ урынлашты.
-Аңлайһығыҙмы, минең атайым өсөн бик мөһим был. Ул белергә тейеш...
-Аңлайым. Тик законға ҡаршы бара алмайым.
Тағы тын ҡалдылар. Бүлмәләгеләр икеһе лә ҡағыҙға яҙылған законды боҙорға ярамай икәнде төшөнә. Һәм был осраҡта шул яҙылғандарҙан саҡ ҡына ситкә тайпылып булыу мөмкинселеге барлығын да яҡшы аңлай. Әҙ генә ситкә тайпылыу. Бер кемгә лә зыян килтермәҫлек бер аҙ ғына тайпылыу. Бар ул, бар. Был юҫыҡта тәүге аҙымды яһарға Зарифа баҙнат итте:
-Улай булғас, әйҙәгеҙ, былай итәбеҙ. Мин һеҙгә атайым тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт ҡалдырам. Һеҙ документтарҙы ике яҡлап өйрәнгәндән һуң, тағы берҙе һөйләшербеҙ. Бәлки уның ҡыҙына үҙ атаһы бөгөн нығыраҡ кәрәктер. Йәшәгән урынына запрос ебәрепме, берәй нисек әлеге тормошо тураһында белешмәләр алығыҙ. Яҙмышы нисегерәк килеп сыҡҡанын асыҡлағыҙ. Әгәр ҙә шуларҙан һуң да «Эйе ул, ысынлап та, бәхетле» тип мине ышандыра алһағыҙ, мин һеҙҙе башҡа борсомам. Зарифа папкаһынан аҡ ҡағыҙ бите сығарып, шунда атаһының исем-шәрифен, тыуған йылын теркәп, аҫтына үҙенең үтенесен асыҡлап ҡыҫҡа ғына яҙыу яҙҙы лы өҫтәл аша уны ҡабул иткән мөләйем ҡатынға һуҙҙы. –Яҡшы хәбәрҙәргә өмөт итәм, һеңлем.
Тегеһе ризалашҡанын белдереп баш ҡаҡты.
Оҙон коридор буйлап атлағанда Зарифаның телефоны шылтыраны, алманы. Телефонын ҡысҡырта-ҡысҡырта бара бирҙе. Хәйер, шул минуттарҙа уның үҙенең йәне лә шул телефондай өҙгөләнеп-өҙгөләнеп ҡысҡыра ине, буғай...
Атаһының ҡыҙы табылды...
***
Ҡайтты Зарифа. Атаһы өтәләнеп ҡаршы сыҡты. Уның борсолоуы йөҙөнә сыҡҡан. Гел шулай, Зарифа саҡ ҡына тотҡарланһа, йәне сыға яҙа.
-Ҡыҙым! Ҡайттыңмы?
-Ҡайттым, атай! – тине Зарифа. Ә үҙе эсәтән генә «атай» тип өндәшә алырлыҡ кешең булыуы ҡайһылай ҙур бәхет тип уйлап ҡуйҙы. Үҙен шунда йәнә ғәйепле тойҙо. Уның атаһына «ҡаттым, атай» тип үҙ ҡыҙы әйтергә тейештер бит...
-Балалар менән беҙ тамаҡ ялғап алдыҡ инде. Кейәү һине көтөп ултыра. Бар, көттөрмә.
Зарифа төпкә үтте. Диванда теҙелешеп ултырған,инде яйлап буй еткерә башлаған малайҙары, урындарынан тороп берәм-берәм килеп әсәләре менән иҫәнләште, шунда һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә һыйына биреберәк ҡағылып уҙҙылар. Рәхәт. Креслола ултырған иренә, Йәғәфәргә, һирпелеп ҡараны. Ғәйепле йылмайҙы. Тегеһе ҡәнәғәт ине, шелтәнең тамсыһы ла юҡ. Ирле-ҡатынлы кухняға сыҡтылар.
-Оҙаҡланың бөгөн.
-Эй, Йәғәфәр, белһәң икән, йәнем сығып бара...
-?!
Зарифа бышылдап һөйләүгә күсте.
-Атайымдың ҡыҙын таптым бит.
-?!
-Тик таптым тип әйтә алам микән?
-?!
-Ысынлап та ҡыҙы тыуған. Линизаһы менән үҙем һөйләштем. Уныһы, бөтәбеҙ ҙә фараз иткәнсә, балаһынан шунда уҡ баш тартҡан булған. Ҡайҙа, ҡасан тыуҙырыуын әйткәс, шунда барҙым. Шулар буйынса бала тураһында мәғлүмәттәрҙе асыҡлау еңел генә барған кеүек ине, илебеҙҙең ҡаты закондары аяғымды тиҙ тышаны. Ҡыҙлыҡҡа алғандар уны. Тәрбиәгә алған ата-әсәнең кемдәр икәнен әйтмәйҙәр. Баланың хәҙер ҡайҙа икәнен дә әйтмәйҙәр. Әйтә алмайҙар. Их, был закондарҙы!..
Зарифа менән Йәғәфәр таң атҡансы тиерлек һөйләштеләр.
Нисек кенә итһәләр ҙә, бер ҡарарҙан ары китә алманылар: көтөргә, көтөргә генә. Башҡа бер нәмә лә эшләп булмай.
Шул йоҡоһоҙ төндән һуң теүәл ике аҙна үткәс, уларға шылтыраттылар.
«Ошо арала килеп сығығыҙ, һорауығыҙға рәсми яуап бирербеҙ», тинеләр.
Зарифа өтәләнеп «Яҡшы хәбәргә өмөт итеп буламы һуң?» тиһә лә, өҙөп кенә яуап бирергә ашыҡманылар. «Килегеҙ, көтәбеҙ», тиеү менән сикләнделәр.Әле яңыраҡ ҡына ҡына үҙе көткән кеше башҡаларҙы көттөрә буламы, Зарифа менән Йәғәфәр ашығып йыйындылар ҙа юлға сыҡтылар. Йәғәфәр ике аҙна буйы ныҡ борсолоп хафаланған ҡатынын яңғыҙын сығарып ебәрә алманы.
-Саҡ ҡына көтөп ултырығыҙ.
Уларҙы ҡаршы алған секретарь ошо һүҙҙәрҙе әйткәс, ҡабаланып сығып китте. Бүлмәлә улар Йәғәфәр менән икеһе генә ҡалды. Нисектер шомло ине бында.Күрәһең, тап ошонда күптәрҙең яҙмышы хәл ителгәнгәлер... Зарифаның атаһының ҡыҙын да ошо бүлмәлә кемдәрҙеңдер ҡулына тапшырғандар, ышанып тапшырғандар. Ниндәйерәк кешеләргә эләкте икән? Кемгә «атай» тип өндәшеп үҫте икән? Был донъяла күптәрҙән күпкә яҡшыраҡ үҙ атаһы бар икәнен әҙгә генә булһа ла һиҙендеме икән ул бала?..
Ишек асылды.
Унан атаһы йәшендәрәк бер ҡатынды эйәртеп теге ваҡыт һөйләшеп ултырған мөләйем ханым инде. Зарифа менән Йәғәфәр тороп баҫҡайнылар, тегеләре ым менән “ултырығыҙ, ултырығыҙ” тинеләр.
Ултырышҡас та, һүҙ ҡапыл ялғанып китә алманы. Йәш ханым бындағыларҙың әле береһенә, әле икенсеһенә хужаларса хәстәрлекле йылы ҡараш ташланы. Бер аҙҙан, барыһы ла тынысланғандай булғас, ҡатындарҙың олоһо йәшенә «башлайыҡ» тигәндәй эйәк ҡаҡты.
-Зарифа Ғарифовна! Бик сетерекле булып сыҡты һеҙҙең үтенес. Теге аҙнала уҡ һеҙҙең мәсьәләне асыҡлаһаҡ та, үҙегеҙ менән нисегерәк һөйләшергә белмәй аптырандыҡ.
Зарифа ҡалҡынып ултырҙы. Хәбәрҙең бер ни тиклем яҡшы булырына өмөтләнгәне юҡҡа сығып ҡуйыуынан ҡурҡты. Ысынлап ҡурҡты. Күҙҙәрен ҙур асып алдында ултырған ҡатындарға алмаш-тилмәш ҡараны.
-Һеҙ бик борсолмағыҙ. Беҙҙең ҡарашҡа, хәбәрҙәр яҡшы ғына, тик нисек ҡабул итерһегеҙ...
Артабан оло ҡатын һөйләне, тауышы талғын, һүҙҙәре тигеҙ сыҡты:
-Бына ошо бүлмә аша нисә етем бала үтте икән, фаразлай алаһығыҙмы? – Ул яуап көткәндәй, күҙлектәренең өҫтөнән Зарифаға текләне. Зарифа, иһә, ҡайырылып Йәғәфәренә күҙ ташланы, тегеһе яурындарын ғына һикертә алды. – Ә мин уларҙың күпме икәнен әйтеү генә түгел, һәр береһенең исемен беләм, йөҙөн таныйым, - оло ҡатын шунда ниңәлер, - хатта ҡырҡ йылдан һуң да, - тип өҫтәп ҡуйҙы. Һуңғы һүҙҙәр нисектер тупаҫыраҡ яңғыраһа ла, бер ни тиклем серлелек сағылып ҡалды. Йәғәфәр менән Зарифа һағайҙы, бер-береһенә аптыраулы ҡарашты. Оло ҡатын уларға фекер тупларға ваҡыт бирмәне, һүҙен дауам итте. - Миңә бында мөдир булып оҙаҡ эшләргә тура килде. Һәм һүҙҙәремә ышан, ҡыҙым, эшемде ни тиклем яратһам, шул тиклем күралманым. Әллә нисә тапҡыр китергә лә йыйынғайным, китә алманым. Бик күп балаларҙы ҡабул итеп алдым мин. Нисә тапҡыр булды икән ошо ҡулдарым менән документтарға «етем» тигән һүҙҙе яҙыу?– Оло ҡатын ҡан тамырҙары беленеп торған ҡулдарын өҫтәлгә һалды, үҙе шуларға ҡарап бер аҙ һүҙһеҙ ултырҙы ла: -Һәм шул уҡ етемдәрҙе яңы ғаиләгә тапшырыу нисә тапҡыр булды икән? - тип өҫтәп ҡуйҙы. – Бында эшләү дәүеремдә бер нәмәгә ныҡ инандым, ҡыҙым, ул да булһа, балаларҙы етем итеүҙән дә ҙурыраҡ фажиғә, һәм етемдәрҙе атайлы-әсәйле итеүҙән ҙурыраҡ ҡыуаныс юҡ икәнен таныу... Бала алырға теләүселәр килһә, бына ошолай ҡаршыма ултыртып ала инем дә төрлө һорауҙар бирә инем. Улар яуап бирә, ә мин күңелемдән генә уларға тап килерҙәй балаларымды барлай торғайным. Өлкәндәр оҡшатырҙайын эҙләйһең. Сөнки улар һайлай, һайлап ала. Шунан уларға тап килгәндәй баланы ситтән генә күрһәтәһең, оҡшатһалар, балаға ла ипләп аңлатырға мөмкин... Бына шунда иҫемде китәргән бер нәмә һәр ваҡыт сәйер теүәллектә ҡабатлана ине. Ул да булһа, балаларҙың «Минең дә үҙ өйөм, үҙ атай-әсәйем буласаҡмы? Мин башҡа етем түгелме?» тип һорауҙары. Бәғерҙәрҙе телерлек ошо һорауҙарға бер тапҡыр ҙа күҙ йәштәрһеҙ яуап бирә алманым, гел күҙҙәремә йәш тығылып, тауышым юғала яҙа ине. Шул саҡтарҙа өндәшмәй генә балаҡайҙарымды ҡосағыма ала инем. Улар күҙ йәштәремде күрмәһен өсөн, илағанымды белмәһен өсөн... Эйе, етемдәр һайламай, улар бары тик кемдең дә булһа, ғәзиз балаһы булырға ғына теләй...
Зарифа килеште һүҙҙәр менән. Бик үк аныҡ иҫләмәһә лә, шул теләктең ҡасандыр уның үҙендә лә булғанын хәҙер ҙә иҫләй ул. Зарифаға таныш теләк, таныш тойғо тураһында һөйләй ине был апай...
-Мин эшләгән йылдарҙа уллыҡҡа алыу эштәре бик үк ҡатмарлы түгел ине, баланы ғаиләгә тапшырыу буйынса документтар хәҙергеләргә ҡарағанда күпкә ябайыраҡ ине. Рәсми ҡағыҙҙарҙы беҙ тиҙ һәм еңел тултыра торғайныҡ. Тик бер документты эшләгәндә генә күңелем һыҡрап-һыҡрай торғайны. Бала үкһеҙ етем булһа, ул документ кәрәкмәне, ә бына атаһы йәки әсәһе булғандарҙың шул атаһынан йәки әсәһенән «мин баламдан баш тартам» тигән ҡағыҙҙы яҙҙырып алыу. Беләһеңме, нисек күралмай торғайным мин уларҙы, закон тарафынан ни эшләп шуларға берәй яза ҡаралмаған икән тип гел уйлай торғайным...
Ҡатындарҙың олоһо тағы һүҙһеҙ ҡалды. Зарифа Линиза тураһында уйланы. Уны нисек хөкүм итергә тейештәр икәнлеген күҙалларға тырышты. Төрмәгә ултыртырғамы? Атырғамы? Аҫырғамы?.. Быларҙың береһе лә балаһынан баш тартҡан кешене язалау формаһына тап килмәй кеүек... Яза йә үтә ҡаты, йә үтә йомшаҡ һымаҡ... Ә ниндәй булырға тейеш уның үҙенең хөкүме? Зарифа белмәне... Бер аҙҙан тигеҙ, талғын тауыш артабан дауам итте.
- Ә беләһеңме, йылдар үткәс, мин бына нимәне төшөндөм, үҙ балаһынан баш тартҡан кәкүк әсәләр үҙҙәрен күп нәмәнән мәхрүм итәләр һәм шуның менән үҙҙәрен үҙҙәре язаға тарттырғандар ҙа да инде... Улар үҙ балаһын һөйөүҙөн мәхрүм, бала һөйөүенән мәхрүм... Һин дә аңларға тырыш, әсс..
Һөйләп ултырған апай нимәнәндер өрккәндәй, ҡапыл туҡтаны. Оҙаҡҡа түгел. Янында ултырған йәш ханымға күҙ һирпеп алғандан һуң, Зарифаға боролдо ла һүҙенең аҙағын тағы ҡабатланы.
-Һин дә аңларға тырыш, балам.
Шунан «артабан һин һөйлә» тигәндәй, йәш ҡатынға ҡараны. Тегеһе бер уға, бер Зарифаларға алмаш-тилмәш ҡарап алғандан һуң былай тине:
-Һеҙ ҡыҙыҡһынған баланы ла уллыҡҡа бына ошо апай аша алғандар. Таныш булығыҙ, Хөсниямал Таңғатаровна, шул йылдарҙа ошонда мөдирлек эшен алып барған.
Артабан нимә әйтергә белмәгәндәй, бер аҙ ыуаланды. Алдында ятҡан иҫке папкаға тотондо. Уның төйнәп бәйләнгән ептәрен ысҡындыра алмай бер булды. Остары тетелә башлаған бауҙар тиҙ генә сиселмәне, күрәһең бирешергә теләмәйҙәр, бәлки, эсендә һаҡланған серҙе берәүгә лә асырға ярамағанғалыр... Кемдеңдер яҙмышы һаҡлана бит был папкала, бәхетлеме, бәхетһеҙме яҙмышы йәшерелгән...
Зарифа йәнә ҡалҡыныңҡырап ултырҙы. Йәнгенәһе тәҡәт тапмай ҡайҙалыр үрһәләнә, йөрәге леберләп өҙөлөп төшөп бара. Йәғәфәре, ни аралалыр тороп, янына баҫҡан. Зарифаның яурындарын ҡағылыр-ҡағылмаҫ һыйпағандай итте.
Бына, ниһәйәт, папка бауҙары бер-береһен ысҡындырҙы. Йәш ханым һаҡлыҡ менән генә асты папканы. Унда ныҡ һарғайған ҡағыҙҙар күп түгел ине...
Мөләйем ҡатын, ҡалтыранғанын бер кемгә лә белгертмәҫкә тырышып, бар көсөн тупланы ла, рәсми тауыш менән уҡырға тотондо:
-Саттарова Линиза Әбүбәкер ҡыҙының 1963 йылдың 25 апрелендә тыуған Илүзә исемле ҡыҙы 1967 йылдың 3 майында (ҡыҙлыҡҡа) тапшырылды. Уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыусы Ҡасимов Ғариф Сәлимйән улы. Уллыҡҡа алыныусыны уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыусының үтенесе менән Ҡасимова Зарифа Ғариф ҡыҙы, тип, теркәргә. Яҙыу 1967 йылдың 3 майында …
Артабан бер нәмә лә ишетмәне Зарифа. Бүлмәләге төҫтәр ҡапыл юҡҡа сыҡты, дөрөҫөрәге, тәүҙә дөм-ҡараға әйләнде, шунан ап-аҡҡа ҡалды. Ҡолаҡтарын түҙеп торғоһоҙ геү баҫты. Кәүҙәһе ниндәйҙер өйрөлтмәккә эләккәндәй зыр әйләнергә тотондо. Ниндәйҙер көслө ҡулдар шуны туҡтата алды... Йәғәфәренеке икән...
***
-Ҡайттығыҙмы, ҡыҙым! – атаһы һәр ваҡыттағыса өтәләнеп ҡаршы сыҡты.
-Ҡайттыҡ, атай! – Зарифа сәй йүнәтергә, тип, кухняға ашыҡҡан атаһына яратып ҡараны. Тегеһе хәбәрен шул яҡтан дауам итте.
-Әсәйең шылтыратты. Бөгөн-иртәгә килеп алығыҙ, бәлнисе ялҡытты, тине...
-Ярай, атай... Әсәйемде алырға үҙең дә барырһың...
Бер аҙҙан Өфөнөң үҙәгендә урынлашҡан дауаханаларҙың береһенең ишегенән күмәк кешеләр сыҡты. Өймәкләшеп бергә атлағандарында ла, бер-береһен бүлә-бүлә һөйләшеп көлөшкәндәрендә лә, уларҙың бер ғаилә, бер бәхетле ғаилә икәне аңлашыла ине..