Шоңҡар
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
20 Ноябрь 2023, 16:16

Бурала тыуған сабый

- Мин бура эсендә бәпес таптым. Уны ташлап киткәндәр. Бәләкәс кенә! Өшөгән ул. Курткам эсенә тыҡтым...

Бурала тыуған сабый
Бурала тыуған сабый

- Зиләйлүк! Зиләйлүк!

- Нимә булды? Ниңә тауышың ундай?! Теге оста ҡатындың үтә борсоулы тауышы яңғырап китте.

- Мин бура эсендә бәпес таптым. Уны ташлап киткәндәр. Бәләкәс кенә! Өшөгән ул. Курткам эсенә тыҡтым...

Динә шәп-шәп атлауын дауам итте. Әсе ҡышҡы елде лә тойманы ул. Ун алтыһын тултырған һылыу ҡыҙсыҡтың сырайынан балалығы ла китеп бөтмәгән әле. Шул саҡ тағы ла ҡабатланған көслө ауыртыу уны уртаға бөгөлөргә мәжбүр итте.

Ҡышҡыһын ҡараңғы тиҙ төшә. Ул барған тротуарҙан да кешеләр әҙ-мәҙ генә үтә. Ҡыҙ уттары балҡып янған йорттарға күҙ һалды. Их, шуларҙың береһендә йәшәргә ине! Хәҙер кешеләр эштән ҡайта, рәхәтләнеп ҡайнар сәйҙәрен эсә.

- Ыһ...

Динә ергә сүгәләп ултырҙы. Ауыртыу бөтөнләй түҙҙертмәй башланы. Ҡыҙ юлдан ситтә ултырған бураны күреп ҡалды. Көскә уның эсенә үтеп инде. Бураның мөйөшөнә һыйынып ултырып, билдән түбән кейемен сисеп ташланы. Аяҡтарын бүрәнәләргә терәп көсәнә башланы. Үҙе тауыш сығарып, кемдеңдер килеүенән ҡурҡты. Ауыртыуҙан күҙҙәрен сытырлатып йомған ҡыҙ тиҙҙән еңеллек тойҙо. Көсһөҙ генә сабый илауы ишетелде. Динә сабыйы менән тоташтырған кендекте илай-илай тештәре менән өҙҙө. Йәһәтләп кенә кейенергә тырышты. Һалҡында ятҡан сабыйҙы бер аҙ йәлләп ҡуйҙы. Салбарын кейҙе, ә бына колготкиҙарына баланы ураны. Күрәһең, ниндәйҙер әсәлек хистәре тоҡана башлағандыр. Сабыйҙы тотоп бер аҙ аптыранып торғандан һуң бура эсендә ятҡан ҡатырғаны күреп ҡалды. Баланы шуның өҫтөнә ипләп кенә һалды һәм әйләнеп тә ҡарамай сығып китте.

Ятаҡҡа ҡайтҡас ул хәлһеҙләнеп карауатына ауҙы. Әмәлгә бүлмәләш ҡыҙҙары ҡайтмаған ине әле.

 

Динә күп балалы ғаиләлә ауылда тыуып үҫте. Әсәләре һауынсы булып эшләне. Һәр саҡ арыған, ризаһыҙ ҡатындың йәшен дә билдәләп булмай ине. Балаларына артыҡ иғтибар бирмәй ине ул. Бәлки, ауыр эшенән тыш, көндәлек мәшәҡәттәр ҙә уны шулай бөтөргәндер. Өҫтәүенә тракторсы аталары һәр саҡ кемгәлер ярҙам итеп, “күңелләнеп” ҡайтыр ине. Уның шундай кәйефтә ҡайтҡанын йорттағылар ҡурҡып көттө. Сөнки барыһына ла эләгәсәк – әсәләренә лә, балаларына ла.

Динә әсәһенең атаһынан туҡмалғандан һуң һис ни булмағандай йөрөүенә аптырай ине. Ире менән шулай уҡ һөйләшә, хәбәр ҡуша, уны хәстәрләй. Әйтерһең, туҡмалған тәне ауыртыуҙан ул төнө буйы ыңғырашып ятмаған.

Апай-ағайҙары, ҡустыһы ла йорттан тиҙерәк ҡасыу яғын ҡараны. Динә лә 9-сы класты бөтөү менән ҡалаға һыпыртты. Һөнәрселек училищеһына уҡырға ингәс, бөтөнләй икенсе тормош башланды. Төрлө ауылдан йыйылған тиҫтерҙәре менән рәхәтләнеп ваҡыт уҙғарҙы. Ялдарға ҡайтмаҫҡа тырышты. Йәйгелеккә лә ул ятаҡта ҡалды. Тәрбиәселәр уларҙың барыһын да ҡайтарырға тырыша. Шуға күрә Динә каникул ваҡытына иҙән йыуырға ялланды. Ҡыҙҙың хәленә инеп уны ятаҡта ҡалдырҙылар. Училищены быйыл тамамлаясаҡ Морат менән дә ошо мәлдә яҡынайып китте улар. Үҙенән өс йәшкә өлкән егеткә ҡыҙ ғашиҡ булды. Каникул үткәс тә улар осрашыуын дауам итте. Йәндәре лә, тәндәре ҡушылған һөйгәне менән бергә буласағына ныҡ ышанды Динә.

Үҙенең ауырға ҡалғанын тик өс ай үтеп барғанда ғына белде. Был хаҡта Моратҡа әйтергә ашыҡты. Уныһы ҡыҙға һалҡын ҡараш ташлап: “Ә минең ни ҡыҫылышым бар унда? Һин ҡыҙ түгел инең. Минән башҡа әллә кемдәрең булғандыр әле”,-тип белдерҙе.

Динә оялышынан, ярһыуынан ни әйтергә лә белмәне. Морат менән ғаилә ҡороу тураһындағы хыялдары бер секунд эсендә юҡҡа сыҡты. Баланан ҡотолорға кәрәк ине уға. Мейеһендә тик шундай фекер йәшәне. Дауаханаға барырға ҡурҡты. Атаһына барып ишетелер тип ҡото осто. Әхирәтенә генә һөйләне. Уныһы ауырҙан ҡотолоуҙың төрлө ысулдарын өйрәтә башланы. Динә бейектән һикереп тә төштө, эҫе һыуға ла ятты, әллә ниндәй үләндәр эсте. Тик барыһы ла юҡҡа ине. Ҡыҙ беленә башлаған эсен ҡыҫып бәйләп йөрөнө. Береһе лә һиҙмәне.

Ә бына тулғағы тота башлағас ул урамға сығып китте. Сөнки дауаханаға барып эләкһә, барыһын да училищела ғына түгел, ә ата-әсәһе лә беләсәк. Шуға күрә Динә барыһын да үҙе ипләп кенә башҡарырға булды.

Ҡатырға өҫтөндә, анан-мынан уралған сабый Хоҙай Тәғәлә тарафынан бирелгән ғүмеренә сытырман йәбеште. Ул тәүҙә ипләп кенә, унан көслөрәк тауыш менән илай башланы. Яңы тыуған сабыйҙың ауазы ҡышҡы урамға таралды. Этен тышҡа алып сыҡҡан ир ҙә был тауышты ишетте. Бура яғына бер нисә берәҙәк эттең сабыуын күреп, аҙымдарын тиҙләтте, унан йүгерә башланы. Йөрәге ниҙер һиҙә уның. Көрткә бата-сума бураға барып ингәндә кешенең рәхимһеҙлеге менән бүрегә әүерелгән эттәр сабыйға ташланырға әҙер ине. Әммә ниндәйҙер көс уларҙың балаға ташланыу минуттарын әкренәйтте. Шул арала ирҙең эте ярһып өрә башланы. Пальма эттәрҙең сабыйға барған юлына арҡыры баҫты. Ә ир йүгереп барып бәпесте ҡулына алды.

- Йә, Хоҙай! Был ни хәл! Һин ҡайҙан сабый?!

Ир сабыйҙы курткаһы эсенә тыҡты.

- Өшөп кенә ҡуйма, бәпес. Өшөп кенә ҡуйма, бәләкәсем. Хәҙер, хәҙер мин һине йылыға алып барам.

Ир буранан сығып йорто яғына йүгерҙе. Унан телефонын алып, ҡатынына шылтыраттып.

- Зиләйлүк! Зиләйлүк!

- Нимә булды? Ниңә тауышың ундай?! Теге оста ҡатындың үтә борсоулы тауышы яңғырап китте.

- Мин бура эсендә бәпес таптым. Уны ташлап киткәндәр. Бәләкәс кенә! Өшөгән ул. Курткам эсенә тыҡтым.

- Хәҙер генә беҙгә алып килеп еткер!

Ир йорто янында торған машинаһын ҡабыҙып, дауахана яғына атлыҡты. Ҡатыны врач уның. Ярҙам итер бәләкәскә.

Ҡатыны уны көтөп кенә тора ине. Сабыйҙы шунда уҡ алып реанимацияға алып киттеләр. Ҡатыны ҡайтырға ҡушһа ла, ир дауаханала ҡалды. Сабыйҙы шулай ҡыш көнө ташлап киткән кешеләргә аптыраны. Улар ҡатыны менән һигеҙ йыл йәшәйҙәр. Ә бәпестәре юҡ! Күпме дауаланыу үттеләр. Күпме имсе һуҡмаҡтарын тапанылар, файҙаһы булманы. Сәбәбен дә аныҡ ҡына әйтә алманылар. Күпмелер ваҡыт үткәс ҡатыны күренде.

- Ҡайтманыңмы ни?

- Юҡ. Бәпестең хәлен белгем килде...

- Һалҡын үтеп өлгөрмәгән. Бәпесте тыуҙырғас та, ташлап киткәндәр. Хәлһеҙ бөтөнләй. Терелтә алырбыҙ, тип ышанам. Аллам һаҡлаһын, әгәр эттәр барып сыҡһа өҫтөнә... Сабыйҙан бер ни ҡалмаҫ ине.

Ир ҡатынын борсомаҫ өсөн бәпесте эттәрҙең ауыҙынан алып ҡалғанын әйтмәне.

- Ә нимә буласаҡ был балаға? Әсәһе кем икән?

- Хәбәр иттек. Хәҙер полиция килә.

Ир ҡатынына тағы ниҙер әйтергә теләне лә, өндәшмәне. Унан:

- Яңылыҡтар булһа әйтерһең. Мин Пальманы урамда ҡалдырып киттем. Юғалып ҡуймаһын. Ҡайтайым,-тип тышҡа йүнәлде.

Ирҙең күҙ алдынан ҡарлы ҡатырғала ятҡан сабый китмәне. Ниңәлер ошо бәләкәс өсөн йөрәге өҙөлә ине уның. Ғүмеренең тәүге сәғәтендә сабый нәҡ уны күрҙе бит. Әсәһенән тыш. Әсә? Юҡ, ул ҡатынды әсә тигән бөйөк һүҙ менән атап булмай. Ир ауыр уйҙар менән ҡайтып, хужаһын күреү ҡыуанысынан ырғаңлаған Пальмаһын вольерға индереп ҡуйҙы, ашарға һалды.

 

Был ваҡытта Динәнең хәле насарайғандан насарая барҙы. Температураһы күтәрелде. Ҡан китте. Бүлмәгә ҡайтып ингән ҡыҙҙар уны шундай хәлдә тапты. “Ашығыс ярҙам” ҡыҙҙы дауаханаға алып китте. Динәне көскә ҡотҡарып ҡалдылар. Аңына килгәс табип уның менән һөйләшергә янына ултырҙы.

- Һин бит бәпәй тапҡанһың, шулай бит?

- ...

- Йәшереп маташма. Беҙҙе алдай алмайһың. Баланы ҡайҙа иттең? Бәлки, уға ла ярҙам кәрәктер?

Динә башын ситкә борҙо. Күҙенән йәштәр тәгәрәне. Ул сабыйының быға тиклем тере булмауына ныҡлы ышанған ине. Хатта башына: “Кемдер тапҡансы, юҡҡа сыҡһын инде”,-тигән гонаһлы уйҙар ҙа килде.

Табылған бала һәм бәпесен үҙе ҡайҙалыр тыуҙырған үҫмер ҡыҙ тураһындағы мәғлүмәт хоҡуҡ һаҡсыларына шунда уҡ барып етте. Ике эште бергә бәйләүе лә оҙаҡ булманы. Бәләкәй ҡалала шау-шыу ҡупты. Әле балалыҡтан сығып өлгөрмәгән Динәне кемдер йәлләне, кемдер һүкте. Ата-әсәһенә лә был хәбәр барып етте. Дауахананан әле сығып торған Динәне атаһы ятаҡ бүлмәһендә сәсенән һөйрәкләп туҡмай башлағас, тауышҡа егеттәр инеп, уны ҡотҡарып ҡалды. Әммә ошо көндән, атаһы үлгәнгә тиклем, Динәгә тыуған нигеҙенә юл ябылды.

Буласаҡ әсә эсен һығып бәйләп, төрлө юл менән сабыйынан ҡотолорға тырышһа ла, бәпес һау-сәләмәт булып сыҡты. Уны ҡараған йәш табип ҡатын балаға тамам эҫенде. Бәпесте табып алған ире лә бәпес тураһында көн дә һорашты.

Бер көн улар оҙаҡ йоҡлай алмай ятты. Тынлыҡты ир кеше беренсе булып еңде.

- Һөйөклөм, әйҙә бәпесте үҙебеҙгә алайыҡ.

- ...

Ҡатынының мыш-мыш илағанын ишетеп, ир ҡурҡып китте.

- Илама, һөйөклөм, әгәр һин ҡаршы булһаң, кәрәкмәй. Тик ул шундай...

- Нисек кенә ҡаршы булайым мин! Үҙем бәпескә шул тиклем эҫендем. Һиңә нисек әйтергә белмәй, ҡыймай йөрөй инем.

- Ә мин һиңә...

- Исемен кем тип ҡушырбыҙ ҡыҙыбыҙҙың? Һин табып алғас, һин ҡотҡарғас, һин ҡушаһың инде.

Ир шунда уҡ:

- Айһылыу – тине. - Сөнки мин уны табып алғанда күктә беленер-беленмәҫ ай ҡалҡҡан ине...

Ирле-ҡатынлы бәхетле булып төнгө йоҡоға талды.

Икеһе лә эшләгән, йорт-ҡураһы теүәл булған парға баланы үҙҙәренә рәсмиләштереү бик үк ауырға төшмәне. Тиҙҙән уларҙың йортонда бәпес Айһылыуҙың ауазы яңғыраны. Айһылыуға дүрт йәш тулғанда Зиләйлүк үҙенең ауырлы икәнен белде. Бәхетле әсә Айһылыуҙы ҡосағына алды.

- Бәхетем минең! Һин беҙҙең йортҡа ҡыуаныс булып килдең!

 

Ҡала урамы буйлап ике әсә бер-береһенә ҡаршы килә. Өс айлыҡ улын коляскаға һалып этеп килгән Динә иренең ҡайтыуына ашарға әҙерләргә ҡабалана ине. Уның бәхетенә, училищены тамамлап, эшләп йөрөгәндә, юлында аҡыллы егет осраны. Бер-береһенә ғашиҡ булған йәштәр өйләнеште, әлеге ваҡытта өй һала. Кескәй улын да Динә һөйөп туя алмай. Ә бура эсендә үҙ аллы табып, үлемгә ҡалдырып киткән сабыйы хаҡында ул уйламаҫҡа тырыша. Шулай ҙа ваҡыты-ваҡыты менән был ваҡиғалар иҫенә төшөп, йөрәген семеткеләп ала.

Ҡаршыһына килгән әсәнең коляскаһына йәбешкән 5 йәш самаһындағы ҡыҙға һоҡланып ҡараны Динә. Бөҙрә сәсле, ялпылдап торған сағыу күлдәктәге матур ҡыҙсыҡ:

- Әсәй, ҡустыма машина алып ҡуяйыҡ. Бөгөн үк! Ҙурайғансы ултырып торор.

- Әллә һин уйнап тораһыңмы әлегә? -тип йылмая әсә.

- Миңә лә була инде...

Бәхетле әсә сыңғырлатып көлөп, туҡтап ҡыҙын ҡосағына ала. Уларға һоҡланып ҡараған Динә: “Их, беҙҙең дә киләсәктә ошондай ҡыҙыбыҙ булһа ине”,-тип уйлай.

Юлдар аймылыша. Зиләйлүк үҙенә һәм Айһылыуға текәлгән йәш ҡатынға йылмайып үтә. Динә үҙ юлына ашыға. Үҙе һоҡланып туя алмаған ҡыҙсыҡтың, ҡышҡы һыуыҡта, бура эсендә табып ҡалдырып киткән сабыйы булыуын ул, әлбиттә, белмәй. Һәм белмәйәсәк тә...

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:
Читайте нас: