

Төркиәлә башҡорт шиғриәте антологияһы сыҡты.
Башҡортостандың Яҙыусылар союзы хәбәр итеүенсә, был китапты Анкаралағы Төрки телдәр институты баҫтырған. Антологияның яуаплы мөхәррире — ғалим - төркиәтсе, политолог, филология фәндәре докторы, Эгей университеты профессоры Мостафа Онер.
Баҫмаға 13 башҡорт шағиры - Мәжит Ғафури, Сәйфи Ҡоҙаш, Шәйехзада Бабич, Ҡадир Даян, Назар Нәжми, Мостай Кәрим, Муса Ғәли, Әнғәм Атнабаев, Рәми Ғарипов, Рауил Бикбаев, Сафуан Әлибаев, Ҡәҙим Аралбай, Гөлфиә Юнысова ижады ингән.
Шиғырҙар башҡорт һәм төрөк телдәрендә бирелгән. Бынан тыш һәр шағирҙың ижады буйынса фәндәр докторы, башҡорт теле буйынса күп китаптар авторы Морат Узджахин яҙған фәнни мәҡәләләр индерелгән.
— Бөгөнгө көндә милли әҙәбиәтебеҙҙе популярлаштырыу буйынса күп проекттар өҫтөндә эшләйбеҙ. Ошо юҫыҡта антология сығыуы - беҙҙең өсөн мөһим ваҡиға. Киләһе йылда был китаптың презентацияһын үткәреүҙе планға индергәнбеҙ, — тип билдәләй Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе, Дәүләт йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Айгиз Баймөхәмәтов.