

Һин үгәй атай булаһыңмы?
Бына Өфө. Ниндәй уйҙар менән ҡайтарыр уларҙы...
Өфөлә ҡан биреү тиҙ тамамланды. Хатта ҡыҙы тиҙ генә йүнәлгәндәй өмөт тә уятты. Зәбирә ҡыҙының сикәләрендәге алһыу таптарға ҡарап, хатта йөрәге дарҫлап типкәнен дә тойманы. Ул балаһы өсөн шатлана ине.
Был ваҡытта Айҙар Ғиләжевичтың бүлмәһендә, ике ир араһында, Ғәлимдең йылдар дауамындағы сеймәлгән төйөнө ауыр һөйләшеү аша сиселә ине.
– Һеҙҙең ҡанығыҙ тап килде, башта һеҙҙе Себерҙә тигәс ҡатынығыҙ, хафаланғайным. Ҡыҙығыҙға бик аҙ ваҡыт ҡына ҡалғайны. Шул ҡан уға ярҙам итеренә ышанғайным, тик һеҙ ҡайтып өлгөрмәҫ, тип тә борсолдом. Ҡайттығыҙ. Мин шулай бала саҡтан, әсәй әйтмешләй, кеше йәнле булып үҫтем инде. Был юлы сабый хаҡы. Минең бит үҙем ярҙам итә алмай, игеҙәктәрем бер- бер артлы үлде. Ҡайһы ваҡыт кеше һаулығы хаҡына Гиппократ анты тотҡандар ҙа көсһөҙ була шул. Бына шуны ҡатыным аңларға теләмәне. Ул үҙе медицинанан алыҫ торған кеше ине шул – инженер. Ҡыҫҡаһы, механизмдар докторы, – тине.
– Ҡатынығыҙ ни эшләне?
– Айырылып, мине ташлап, Дәүләкәнгә ҡайтты. Беҙ ете йыл айырым йәшәнек.
–...?
– Шул ваҡыт уның әсәһе ҡаты сирләп китте. Ҡайным ҡатыныма ҡарамай миңә килде. Мин ҡәйнәмде ныҡ ҡына ихтирам итәм. Аралағы үпкәләшеүҙәрҙе оноторға тырышып, уны мин профессорҙарға күрһәтеп, үҙемдең әле ныҡлы бәйләнештәрем булмаған көслө врачтар менән һөйләшеп, аяҡҡа баҫтырыуға ярҙам итә алдым. Ошо сәбәп булдымы, әллә ҡайнымдың етәксе булып эшләп, кешеләрҙе бойһондора алыу һәләтеме, аңлата ла алмайым, тик беҙ бына утыҙ йыллап бергәбеҙ. Ике бала ла үҫеп етеп, ейән- ейәнсәр менән ҡыуандырҙылар.
– Шунан, ул бала минеке буламы? – Ғәлим ҡапыл ғына баҙнат итмәгән һорауын бирҙе.
– Ниңә улайтып һорайһығыҙ?
– Йәшерен батырыны юҡ. Мин шикләнгәйнем. Әсәй бик ныҡ ышандырғайны.
– Һеҙ ҡайҙа инегеҙ?
– Армияла.Тик мин ҡайтып өс ай булыуға кәләштең ауырлы булыуын белдем. Ул үҙе әйтте.
– Бала һеҙ юҡта тыуҙымы? Ғәжәп. Мин ундай осраҡта ҡандың тап килеүенә аптырар инем, тик ҡатынығыҙ медицина кешеһе бит. Ул һеҙгә белгәнгә әйткән. Һеҙҙеке булмаһа, әйтеп тормаҫ ине. Әле лә, ҡан кәрәк тигәс, шул ыңғайы һеҙҙе әйтте. Шуныһын өҫтәне: “Ул килмәҫ ул, ошо бала мәсьәләһе менән айырылдыҡ,”– тине.
– Бала үҙеңдеке булмаһа ҡан тап килмәйме???
– Әлбиттә.
Ғалим ике ҡуллап башын тотоп, нимә эшләргә белмәне. Нисек итеп ҡатынына алты йыл буйы ышанмай, ниндәй хыянатсыл ҡылығын күрһәткән. Ул, бәлки ошо турала уйлағандыр, быныһы инде бер Хоҙайға ғына мәғлүм инде. Ҡапыл ғына урынынан торҙо ла, ашығып врач өҫтәленә барып, тыңламай ҡуймаһын тигән шикелле, һүҙҙәрен хатта еткерә лә әйтмәйенсә, үҙе менән Зәбирә араһындағы хәлде һөйләне лә:
– Миңә бала янына инергә мөмкинме? – ялыныслы ҡарашын врачҡа төбәне.
– Әйҙәгеҙ, бергә барайыҡ. Ҡатынығыҙҙы ла индерербеҙ, – тип, үҙе менән эйәртеп палатаға алып китте.
Палатала Зәбирә баланың ҡулдарын тотҡан да илап, карауат ситенә башын эйгән. Ғәлим бер нәмәгә иғтибар итмәй:
– Зәбирә, һин мине ғәфү ит,– тип тулҡынланып башлағайны, врач ишаралап туҡтатты.
– Тауышланырға ярамай. Зәбирә Ильясовна, бала нисек тип уйлайһығыҙ?
– Миндә өмөт уянды, – тине, йәштәрен һөртә- һөртә бышылдап ҡына.
Ғәлим, бала янына барҙы ла, ипләп кенә:
– Балаҡайым, мин килдем. Инде мин һинең яныңдан китмәйем. Мин һине һағындым, яратам, – тине лә, тағы нимә әйтәйем икән тип, ярҙам һорағандай, врач менән Зәбирәгә ҡараны.
Улар баштарын ситкә борҙо. Ғәлим тағы балаға эйелде, бышылдап ҡына нимәлер һөйләне, биттәрен һыйпаны, маңлайынан үбеп алды. Зәбирә уға ултырғыс килтерҙе лә сығып залда торҙо. Ул беренсе тапҡыр өләсәһенең васыятын боҙҙо “ Һиңә ниндәй генә ауыр булһа ла, күҙ йәшеңде сығарма, ул көстө ала. Көслө булып ҡал. Дошман түгел, дуҫ - туған да күҙ йәшеңде күрмәһен. Ауыр булһа ла түҙ. Кеше күрмәгәндә, яңғыҙ саҡта иларһың” – тигәйне. Залда уның янынан үткән шәфҡәт туташтары– берәүҙәре уға – аптырап, икенселәре – йәлләп, өсөнсөләре, хәленә инергә теләгәндәй, янына туҡтап, арҡаһынан һыйпап үттеләр. Зәбирә иланы ла иланы.Тауышланып иламаны, күңеле менән һыңҡылдап, бөтөн ғазаптарын, уның юшҡындарын сығарып иланы...
Бына палата ишеге асылып, врач менән Ғәлим сыҡты. Айҙар Ғиләжевич ситкәрәк китеп торҙо ла, ниҙер уйлағандай, уларҙың янына килде.
– Мин егерме йыл ошонда эшләү осоронда тәүге тапҡыр ошондай аңһыҙлыҡты күрҙем. Зәбирә Ильясовна, һеҙ бит медик. Нисек ирегеҙҙе ышандыра алманығыҙ. Юҡ, ышаныуы ауыр был осраҡта, шулай ҙа...
– Мин, Айҙар ағай, шул тиклем ғәрләндем, үҙемде лә, уны ла ошо бәхәс менән түбәнһетергә теләмәнем. Күңелемә ауыр булһа ла түҙҙем.
– Һеҙгә, дуҫтар, ҡыуанырға һәм балағыҙға рәхмәт уҡырға кәрәк.
–...
– Балағыҙ ошо авариянан больницаға эләкмәһә, һеҙ, бәлки, Магомедһыҙ ике тау булып айырым- айырым йәшәр инегеҙ. Һиңә, Ғәлим, ике баланың атаһы булып йәшәргә кәрәк. Был турала мин аңлаттым инде. Ҡатынығыҙ бик кешелекле кеше. Һеҙҙең достоинствоғыҙҙы ла төшөрмәй йәшәргә тырышҡан, – тине лә, китергә ашыҡты.
Өфөнән улар Зәбир эргәһенә бергә ҡайттылар. Сибайҙан колхоздың ҡаршы алырға килгән машинаһына ултырып ауылға ҡарай сыҡҡанда , Ғалим:
– Бәлки беҙгә тура ҡайтырбыҙ, – тип, ҡыйыуһыҙ ғына өндәште.
Зәбирә өндәшмәне, ул һаман да уйы менән ҡыҙы янында ине. Уның янына бер шәфҡәт туташына аҡса түләп, ун биш көнгә яллап ҡалдырып киткәйне. Барыһын да Айҙар Ғиләжевичтың кәңәше менән эшләне. Ун биш көндән һуң ул бер бушаған урынға шәфҡәт туташы булып урынлашасаҡ. Зәбирәнең ҡыҙына тағы ла ике ай тирәһе ятырға тура киләсәк, тип белдергәйне. Әле бына шуларҙы уйлап, Ғәлимгә яуап бирмәне. Икеһе ике ауылға ҡайттылар.
Вәлимә Зәбирәһе ҡайтыуға ейәне менән шул тиклем итеп әҙерләнде, әйтерһең ҙур ҡунаҡ көтәме. Улы ла бер туҡтауһыҙ уға үҙенең хәбәрҙәрен һөйләй, нисек итеп өләсәйенә ярҙам итеүен, картуф уташыуын, баҡсалағы түтәлдәрҙе утауын һөйләп бер булды. Өйҙә элекке ваҡыттар кире әйләнеп ҡайтҡандай тойолдо.
Кискә Ғәлим кәләше менән килде. Бында уларҙы берәү ҙә көтмәгәйне, шулай ҙа Зәбирәнең күңеленә ошоға оҡшаш тойғо килгәндәй булғайны...
Дүрт кешелек табын уйламағансараҡ төҫ алды.
– Вәлимә апай, һеҙ мине, Зинһар, ғәфү итегеҙ инде. Әсәйем өсөн дә, үҙем өсөн дә ғәфү үтенәм. Әсәйемде беләһегеҙ бит инде. Ул миңә бай ғаиләнән кәләш алып биреүҙе хыял иткән, ә мин, уға ҡаршы килеп, имеш, үпкәләткәнмен, бер нәмәгә лә иғтибар итмәгәнмен. Бына Ғәлиәгә Зәбирә ауырға ҡалғас, әсәй уны оҫта итеп, үҙе теләгәнсә файҙаланған. Механик кеше медицинанан алыҫ бит инде ул, тип, Өфөлә оперция яһаған Айҙар Ғиләжевичтың һүҙенә яҡыныраҡ итеп әйтеп ҡуйҙы.
– Был туй үткәс, дөмбәре, һуғыш үткәс, йоҙроҡ кеүек була инде. Мин бер тапҡыр бала тапмаһам да эштең ниҙә икәнен беләм, – тине лә, артыҡ ысҡындырҙым, тигән шикелле, Аняға ҡараны.
– Ә Зәбирәсе, Уны кем тапҡан? – тине Аня.
– Ярай ул турала потом, – тип, Ғәлим туҡатты.
– Ярай, хәҙер мин әйтәм. Зәбирә, мине бөгөндән, ошо минуттан һиңә лә Ғәлимгә лә дуҫ, тип иҫәплә. Ғәлим балаларына, һиңә ҡайтырға тейеш. Мин Себергә барғас, уның бөтә документтарын теүәлләп ҡайтарырмын. Быныһына ҡурҡмағыҙ. Үҙенән заявление алып ҡайтам. Мин бит шул яҡтың ҡыҙы. Атайҙар репрессия ваҡытында шул яҡҡа барып сыҡҡандар, дөрөҫөрөге ебәргәндәр. Улар сығышы менән Благоварҙан. Шулай. Шуға мин ике телде лә арыу ғына беләм. То есть русса, татарса. Башҡортса ла һөйләшәм, Ғәлим өйрәтә. Хәҙер һеҙҙең менән дуҫ булғас, вообще өйрәнермен, шулай бит, – тине.
Табын артында ниндәйҙер бик үк теләгән дә, теләмәгән дә тынлыҡ урынлашты. Тынлыҡты Ғәлимдең улы Зәбир боҙҙо.
– Хәҙер һеҙ, – Ғәлимгә ҡарап, – миңә үгәй атай булаһығыҙмы. Гел беҙҙең менән торағыҙмы. Атайҙары ана минең дуҫтарымдың бергә тора. Хәлимдең генә атаһы көн дә булмай. Хәлим әйтә, уның ищеү бер бисәһе бар, тей. Унда ла ике ҡыҙы бар тине, ә ҡалған дуҫтарымдың аталары бергә тора.
Табындағылар бер- береһенә ҡарарға баҙнат итмәне.
– Эйе, Зәбир, хәҙер атайың һеҙҙең менән торасаҡ. Китмәйәсәк.
– Һин уны алып китмәйеңме?
– Юҡ.
–Һин уның бисәһе түгелме?
Уңайһыҙ тынлыҡ урынлашты. Һәр кем Аняның нисек яуап биререн көттө.
– Юҡ. Мин уның дуҫы ғына. Бына әсәйең менән өләсәйеңдең дуҫы булам, һиңә лә дуҫ булам, теләһәң.
– Минең дуҫтарымдың улай оло дуҫтары юҡ.
– Теләһәң мине дуҫ итерһең, оло дуҫың булырмын. Тогда һинең генә оло дуҫың буласаҡ, – тине.
– Балам, мин һиңә үгәй атай түгел, үҙ атайыңмын. Бына Себерҙә йөрөп, аҡса эшләп, оҙаҡ ҡайта алманым, – тине Ғәлим, ғәфү итенгәндәй.
Был һүҙҙәрҙе ул ауырлыҡ менән әйткәне күренә ине.
– Ярай, Ғәлим, үҙеңде язалама ла , яфалама ла. Бөтәһе лә арыу. Минең бер ниндәй үпкәләүем юҡ. Мин һинең бер аңларыңды ғына көттөм.
– Эйе, эйе. Ана Ғәлиәгә спасибо. Не было – бы счастья, да несчастье помогло, тиеп ҡуяйыҡ инде, – тине Аня.
Табындағы йәнле һөйләшеү таңға тиклем дауам итте. Ғәлим иртәнсәк Аняны әсәһенең ауылына алып барып, үҙенең кейем, башҡа кәрәктәрен алып, кире Аня менән килде. Аняны Себергә ошонан оҙатырға килештеләр. Аняны оҙатҡас, Ғәлим әсәһен алып килеп, ауыр, тик еңеллек килтерерҙәй тағы бер аш табыны үткәрҙеләр. Шулай ҙа Зәбирәнең күңелен гел генә ҡәйнәһенең “Уйнаш балаһы” тигән һүҙе менән икенсе ҡыҙына ҡарата миһырбанһыҙлыҡ тыуҙырғандай ҡылығын ғәфү итә алманы.
Саҡ ҡына алғараҡ китеп шул да мәғлүм булһын: Зәбирә шулай йәшәп, үҙенең артабан уҡырға тигән хыялын тормошҡа ашыра алмай ошо йәшенә етте.
Ғәлим өйләнгәндә бик вәғәҙә итһә лә, онотолдо. Тормошто көйләү өсөн дә ун йыллап ваҡыт китте. Утыҙ йәше тулғанда, Айгөл дуҫы килеп бик өгөтләне, ярҙам итергә лә вәғәҙәләне, Ғәлим дә риза ине. Әсәһе Вәлимәне ташлап китергә баҙнат итә алманы. Вәлимә һуңғы арала йыш ҡына ауырый башланы, хәҙер ул баҡсаға ла, ҡош-ҡорт, мал- тыуарға ла ярҙам итә алмай башланы.
Икенсе киҫәк
1
Бала ғәйепле түгел, йәки көтмәгән хат
Зәбирә хәҙер байтаҡ ваҡытын, ҡыҙын Өфөнән алып ҡайтҡас, үҙ иҫәбенә өҫтәмә отпуск алып әсәһендә үткәрҙе. Ҡәйнәһенән байтаҡ ҡына сәнскеле хәбәрҙәр менән бергә ҡорот, май, эремсек кеүек күстәнәстәр ҙә килгеләне. Ғәлим дә әсәһе янына ике көн һайын барып эштәрен эшләп торҙо. Ошолай һәүетемсә генә йәшәп алып киткән мәлдә, Ғәлимдәрҙең ауылында медпункт асылыуы билдәле булды. Вәлимә әсәһе, бик йөрәге әсенһә лә ҡыҙын кейәүе менән шунда ҡәйнәһе эргәһенә ебәрергә ризалыҡ бирҙе.
Улар күсеп китер алдынан ҡоҙағыйын саҡырып Зәбирә тураһында Ташбулат менән Зәлифә, Зарифа тураһында ла һөйләргә мәжбүр булды. Һөйләп бөткәс:
– Ҡоҙағый, быны мин үҙем тапмаған бала өҫтөнән ғәйбәт итеп һөйләмәнем, киреһенсә, үҙем баҡҡан баланың артабанғы тормошон бер аҙ еңеләйтер өсөн һөйләнем. Дөрөҫ, мин был ауылға ситтән килгән килмешәкмен, ауыл халҡы әйткәнсә, тик ҡыутомшоҡ түгелмен. Уйнаштан түгел былай ҙа бала тапманым. Ирҙәрҙе мин ана шул Ташбулат вәхшилеген Зәлифәнән, Зарифа апайҙан ишетеп күрә алмайым. Тик бына Зәбирә ҡыҙым хаҡына барыһын күтәрергә әҙермен. Йөрәгемде ярып сыҡҡан бала булмаһа ла, бар йәнемде биргәндәймен. Зәлифә лә уны уйнаштан тапмаған, сараһыҙлыҡ таптырған. Ул уны күмеп бөткән ине, Бәлки үлер ине, мин бәхетенә килеп сыҡтым. Мин быны аҡланыуҙан түгел, ә Зәбирәне һаҡлауҙан һөйләйем. Ҡасан да булһа ул хәбәр тоҡто тишеп сыҡҡан беҙҙәй булып килеп һеҙгә юлығыр. Һин, ҡоҙағый, дөрөҫөн бел. Кейәү бынан ун йылдан ашыу элек белде. Уға рәхмәт. Хәбәр таралманы, һинән дә таралмаҫ тип ышанам. Беҙ бына дүртәү беләбеҙ. Тик әле Ташбулаттың ауылдағы туғандары белмәй. Уларҙың Зәбирә менән минең хаҡта белмәүе хәйерле. Кем белә, бүре балаһы бүре булып ҡалмаҫ тимә. Бындай хәл, ҡылыҡты быуындан быуынға еткереүсе ҡан бар бит әле. Мин дә ауырыштырып алғылайым. Үлем йәште, ҡартты айырмай. Мин алда китһәм, һүҙеңде алайым Улыңды итәгеңә бәйләмә тейем. Һүҙеңде бир, ҡыҙымды нахаҡ һүҙҙәрең менән рәнйетмә. Улар икеһе бер- береһе менән табышып ҡауышҡандар. Уларҙың шулай йәшәүен телә. Минең әйтерем шул.
Табын артында уңайһыҙ тынлыҡ урынлашты, бер кем бер нәмә өндәшмәне.Был тынлыҡты башлап боҙоуҙы Ғәлим үҙ өҫтөнө алды:
– Бына, әсәй, барыһын да белдең, тик был хәбәрҙе елгә лә һөйләмәүең һинән тора.Төрлө яҡлап уйла. Был үткәндәге ваҡиға,тик уның шауҡымы бер тапҡыр Ишбулатҡа, Ташбулаттың улына килеп бәрелде. Шаңдау оҙаҡ яңғырай, ишетмәгән кеше ҡалмаҫ. Шуға күрә был ваҡиға икенсегә ошо ерҙә онотолһон ине. Мин һинән шуны һорайым. Былар барыһы ла сараһыҙлыҡ. Вәлимә ҡәйнәм дә шул сараһыҙлыҡ ҡорбаны. Зарифа ҡәйнәмдең васыяты тип, тыуған ауылын ташлап шул нигеҙгә күсеп килгән. Был сараһыҙлыҡ Зәбирә өсөн эшләнелгән хәл. Зәбирәнең был донъяла бер генә лә ғәйебе юҡ. Унда Зәлифә ҡәйнәм, Зарифа ҡәйнәм мәрхүмдәрҙең дә ғәйебе юҡ. Үткәндәрҙән ғәйеп эҙләп йәшәмәйек.
Был һөйләшеүҙән һуң Ғәлим менән Зәбирә ысынлап та ҡәйнәһе Хөснә әбей менән дә бик татыу йәшәй башланылар. Ҡыҙҙары Ғәлиә лә матур ғына булып нығынып үҫеп килә. Ғәлим дә балаларын һөйөп туя алмай. Зәбир башта уны сит кеше тип ҡабул итһә лә, тора- бара Вәлимә өләсәһе уны ныҡлап ышандыра алды. Ауыл араһы яҡын булғас, аҙнаһына бер Вәлимә өләсәһенә барып торҙо
Яңы медпунктты асыу, уны тейешле талаптар буйынса йыһазлау ҙа байтаҡ ваҡытты алды.Кешеләрҙе башлап ҡабул итеү ҙә тик 9- сы майҙан һуң ғына мөмкин булды. Ошо уҡ ваҡытта ауылда балалар баҡсһы ла асылды. Хәҙер Ғәлиә балалар баҡсаһына йөрөй башлап, ҡәйнәһе бер мәшәҡәттән ҡотола төштө. Улар инде тик кискә ҡарай ғына осрашҡас, бер- береһенә эҫенә лә төштөлөр. Ҡәйнәһе Хөснә әбей барыбер ҡаты ҡылығын ташлай алманымы, әллә улын бер бөртөк итеп иркәләтеп үҫтергәнгәме, юҡ- юҡта хәтер ҡалдырырлыҡ һүҙҙәр әйтеп ала ине.
Ғәлим колхозға инженер булып эшкә сыҡҡаны бирле, өйгә ҡайтып та инә алмай. Көн дә техниканың бер мәшәҡәте сығып тора: йә трактор, машиналарға запчасть алырға сыға, йә булмаһа шуларҙы механик менән бергәләп төҙәтеү менән булышалар.
Бер тапҡыр ул бик һуңлап ҡайтты һәм йөҙөндә ниндәйҙер үҙгәреш бар кеүек ине. Килеп инде лә өҫтәлгә асып уҡылған, бер аҙ йомарлана төшкән хат һалды.
.– Бына был хатҡа ней әйтерһең?– тине, йөҙөнә борсолоуҙан бигерәк тулҡынлныу сатҡылары бөркөлә ине.
Зәбирә иренең бындай сағын күргәнгә күрә, тимәк, шатлыҡлы хат, тип уйлап ҡуйҙы. Ипләп кенә конвертты ҡулына алды. Тышындағы почта штампын ҡараны ла,тимәк Антонина яҙған. Йөрәгенең ҡайһылыр минутта сәнсеп киткәнен һиҙҙе лә йөрәгенә ҡулын ҡуйып, үҙен тынсландырырға теләне. Күңелен ҡыҙғаныу кеүек хис тә тырнап алғандай тойолдо. Үҙе шул минутта “Мин уны әллә яратаммы икән. Бит ғүмерҙә лә ярата алмам, тик Ишбулаттың дуҫы булып, бергә аралашҡас, һөйөүем икебеҙ өсөн буласаҡ тигән һүҙҙәренә күнеп кейәүгә сығырға ризалыҡ биргән инем бит”– тигән уй күңеленең бер мөйөшөнән ҡалҡты. Тимәк, үҙе уйлаған, минең өсөн Ишбулат үлгәндән алып ваҡыт туҡтағандыр, тигән уйының күптән инде юҡҡа сыҡҡанын, һәм ул шул юҡҡа сыҡҡан ваҡыттан алып Ғәлимдең тормошо менән йәшәгәнен тойғандай булды. Ул ваҡытта уға кемгә сыҡһа ла барыбер кеүек тойола ине. Хатта Ғәлим Антонина менән ҡайтҡас та уның күңелендә бер ниндәй кәмһенеү, ғәрләнеү, нәфрәтләнеү тойғоһо уянмағайны. Әллә ярата башланыммы икән, тип икеләнеп ҡалды ла, үҙ-үҙенә яуап бирҙе. Булыр, шулай ҙа айырым йәшәгән йылдарҙы иҫәпләмәгәндә, инде егерме йылдан ашҡан бит. Бына күпме ғүмер уҙылған. Балаларҙа ишәйгән.Кейәүҙә булыуына ла егерме дүрт була икән.
– Был һиңә килгән хат, ниңә миңә уҡырға, – тип, кире һалды.
– Ә һин уҡы, унда сер яҙылмған, уҡы, аҙаҡ миңә кәңәш итерһең.
Зәбирә ипләп кенә хатты яңынан ҡулына алды. Ҡалтыранған ҡулдары менән асып уҡырға тип хатҡа күҙе төбәлеүе булды, күҙҙәрен йәш томаланы.
– Юҡ, булдыра алмайым, Ғәлим. Рәнйетмә мине. Булмай, – тине.
– Зәбирәм, һөйөклөм, һин мине яратаһың, яратаһың бит. Яратмаһан был йәштәрең түгелмәҫ ине. Һин хатты уҡыр инең, әле тоторға ҡалтыранып тораһың, – тип, ҡосаҡлап, битенән үбә башланы, – мин нисә йыл көттөм, өмөт иттем. Һин яратаһың, яратаһың, – тип шашынды.
Шул ваҡыт өйгә йүгереп инеп килгән бәләкәсе ишекте асып уларҙы күрҙе лә:
–Ояяят. Үбешеп торалар. Өләсәй, инмәй тороғоҙ, – тип, артынан инеп килгән өләсәһенә ҡысҡырып ебәрҙе.
Уларҙың кинйәкәүе шулай телдәр бала инде. Быйыл уҡырға барасаҡ, тип ҡәйнәһе лә осондороп ебәрә. Улар икеһе лә оялыпмы, уңайһыҙланыпмы, тиҙ генә икеһе ике яҡҡа китергә ашыҡты. Ғәлим йәһәт кенә килеп өҫтәлдән хатты алып өлгөрҙә, тик бала күреп өлгөргән икән.
– Кемдән хат? Зәбир ағайымданмы, Ғәлиә апайҙанмы? Зариф ағай һаман мәктәптәме?. Ниңә улар хат яҙмай? Атай, күрһәт инде,әйт, – тип, Зәлиә танауын мыш-мыш тартып инәлә башланы.
– Апайыңдан, – тине лә Зәбирәгә ҡараны.
Уныһы аптыраңҡырап Ғәлимгә ҡараны ла өндәшмәй сығырға ашыҡты. Ул ошо минутта барыһын да аңлаған ине. Тимәк, Антонинаның ҡыҙы бар. Бына нимәгә минән уҡытырға тырыша. Бына нимәне... Ғәлиме...
Тышҡа сығып, тупһала бер килке аптыраңҡырап торҙо ла күҙ йәштәрен иреккә ҡуйҙы. Уның бөгөн иртәнән бирле күңел күтәренке түгел ине. Өҫтәүенә өс сүмес тигәндәй, ул туҡтай алмай тешләнеп үкһене. Бына уның йылдар дауамында ҡоршаған ғаиләһе тағы ла сатнаған урындарынан ярылған быяла кеүек таралырға тора. Балалар һуң. Балалар. Улар ни эшләрҙәр, тигән уйҙарына яуап таба алмай тупһала ултырып иланы ла иланы. Артынан сыҡҡан Ғәлим ишек яҡтауына һөйәлеп, уйға ҡалып тын ғына тора. Ул инде хәҙер был күҙ йәштәренең нимә өсөн түгелеүен дә аңлай алмай ине, шикелле. Ипләп кенә килеп ҡатыны янына тупһаға ултырҙы ла, Зәбирәнең яуырындарына ҡулын һалды.
– Һин һуң хатты уҡыманың бит, ә илайһың. Мин бер ҡайҙа ла китмәйем, аңлайһыңмы? Мин бер хаталандым инде, ул хатам әле булһа йөрәгемдәге бер шеш кеүек һыҙлай. Ул минең артымдан ҡалмай эйәргән шәүлә кеүек... Ул шеш хат булып ҡайтанан иҫкәртә, аңлайһыңмы. Был хатта ана шул хатанан тыуған ҡыҙ бала тураһында һүҙ бара. Галина тураһында . Аня юҡ. Ул үлгән...
– Үлгәән?– һорау ҡатыш аптыраулы сырай менән иренә ҡараны.
Бына ул ир бирмәк, йән бирмәк, Зәбирәне бер нисә минут эсендә алҡымынан ала яҙҙы. Ниңәлер еңел көрһөнөп тын ҡалды. Ғәлимдең ҡулындағы хатты алып уҡый башланы.
“ Һаумы һөйөклөм, Ғәлим! Мин ун дүрт йыл буйына үҙем тураһында белдертмәнем, сабыр иттем. Һин дә артыҡ белергә теләмәнең. Һин Зәбирәне яратҡаныңды мин теге ваҡытта уҡ аңлағайным инде. Шуға ла мин көс туплап, үҙ иркем менән һине ҡалдырырға үҙемде мәжбүр иттем. Бик теләһәм, һине үҙем менән алып китә ала инем, тик аҙаҡ күп тапҡырҙар уйлап, күп тапҡырҙар үкенгән сағым булды. Һин ул осорҙа үтә йомшаҡ кеше инең. Мин ул йомшаҡлығыңды файҙаланып, кеше бәхете менән бәхетле булырға теләмәнем. Әсәйем:
– Кеше бәхетен тапап, үҙ бәхетеңде төҙөп булмай, ул күҙ йәше, рәнйеш кенә килтерә, – тип әйтә торғайны.
Мин уның шул кәңәшен иҫемдә тотоп, нисек кенә ауыр булмаһын, һине ташлап ҡайтырға көс таптым, тик... Тик мин һинән ауырлы булып ҡайтҡанмын. Туғыҙ ай тулыуға ҡыҙың Галина тыуҙы.Мин уны тик башҡортса ғына өйрәттем. Үҙем дә һинең телеңде таҙа беләм. Әле хатты ла ауырлыҡ менән булһа ла башҡортса яҙам. Ауырлыҡ яҙа белмәүҙән түге, ә ауырыуҙан шулай. Мин инде өс ай постелдә ятам. Ярай арыным, ҡалғанын ял итеп алғас яҙырмын...
Дауамы бар