+21 °С
Болотло


Альмира Кәримова ошондай кәңәш бирә. "Эсәктәрҙе тәүге ҡат йыуып тоҙ һибеп,ҡарҙа тапап, ҡат-ҡат йыуғандан һуң ике-өс сәғәткә лимон кислотаһы һибеп һалып тораһың да, йәнә яҡшылап йыуаһың, лайлаһы ҡалмай, ап-аҡ була, йәки Гүзәл апай әйткәнсә аш һеркәһе һалһаң да мөмкин, ләкин был осраҡта аш һеркәһенең тәме бер аҙ һиҙелә. Беҙҙең яҡта эсәккә үпкә-бауыр, йөрәк, һуған ҡушып ит тартҡыстан үткәрәләр, эс майын бөтөнләй һалмайҙар, тоҙ, борос һәм Артек ярмаһын саҡ ҡына ҡушып яҡшылап бутайҙар ҙа, эсәктәргә тултыралар, эсәктә саҡ ҡына урын ҡалырға тейеш, сөнки ярмалар бүртә. Тәмле булһын,ризыҡтарығыҙ!!!