Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
11 Декабрь 2023, 14:20

Сәғиҙә Повесть (3) Рәйсә Иҫәнбаева

Килендең бәпесе лә тиҙ генә тыуымға килмәй йонсотто, шулай ҙа көн төшлөктән үтеүгә, улына иптәшкә ир бала донъяға һөрән һалды. Камила ҡарсыҡ күршеһендәге был йәш ирҙе бабайы бар ваҡытта уҡ ҡиәмәтлек ул итеп алғайнылар.

Сәғиҙә Повесть (3) Рәйсә ИҫәнбаеваСәғиҙә Повесть (3) Рәйсә Иҫәнбаева
Сәғиҙә Повесть (3) Рәйсә Иҫәнбаева

Мин - ҡунаҡ

         Көҙгө һыуыҡтар башланыуға, Сәғиҙәне атаһы килеп алды ла күрше ауылдағы Камила апаһына алып китте. Ара йыраҡ түгел, шуға артыҡ йылы кейемдәр ҙә алманылар. Көн һыуына башлаһа, алып килербеҙ, тип уйланылар ҙа Сәғиҙәне еңелсә генә кейендереп алып киттеләр. Сәғиҙә Камила инәһен үҙҙәрендә генә күргәне бар, уларҙың ауылы менән дә, өйҙәре менән дә таныш түгел ине. Юл буйына атаһынан шул турала һорашып йөҙәтеп бөттө.
         – Барып төшкәс тә үҙең ҡарап сығырһың, бер үҙең генә унда ла. Ағайың береһе ҡырҙа уҡый, икенсеһе армияға киткән.
         – Армия ҡайҙа була ул? Унда кемдәр генә бара?
         – Ул илде, һине, мине һаҡлау була. Унда үҫеп еткән егеттәр генә бара.
Ниһайәт, килеп еттеләр, атаһы еңел һуланы: һорауҙар хәҙер уға түгел, ә Камила апаһына биреләсәк. Шуны уйлап эстән генә йылмайып та алды. Ат туҡтауға Камила апайы ҡоласын йәйеп килеп тә сыҡты, шул ыңғайы Сәғиҙәне ҡосаҡлап та алды:
         – Ай әттәгенәһе, минең һағынғанды ҡайҙан ғына белгән минең мең һораулы ҡыҙым.
         – Атай үҙе алып килде. Мин һеҙгә торорға күсеп килдем. Әсәй, һин аяҡ араһында буталып йөрөп бер ереңде ауырттырырһың, тип ебәрҙе. Камилинәй, беҙ бит өй эшләйбеҙ. Атай әйтә, бер йәйҙә эшләп бөтөргә ине, ти, ивет, атай.
         – Эйе, эйе. Тағы ла алға сыҡты.
         – Кем сыҡты?
         – Кемһәндең үҙе, маңлайында ике күҙе.
     – Кем, атай?
     – Кем генә булһын инде, һин балам, һин. Ололарҙы көтә белмәйһең, алдан һөйләйһең, нисә әйтергә була. Һин хәҙер һур үҫкәнһең. Биш йәш тулды бит инде        
      – Алтыға китте тиген, үәт.
     Камила инәһенең ҡулынан төшкәс тә:
         – Мин өй менән танышам, атай шулай тине. Һаумы Камилинәйҙең өйө. Мин Сәғиҙә булам. Һиңә йәшәргә килдем, – тине лә йүгереп өйгә инеп тә китте.
      Атаһы менән инәһе һөйләшә-һөйләшә өйгә ингәнсе, Сәғиҙә кире йүгереп сығып та бара.
         – Мин урамды ҡарайым. Инәй, бында кемдәр тора? Бәрәстәрме? Быҙауҙар ҡайҙа тора? Улар нисәү? Ҡаҙҙарҙың өйө ҡайҙа? – тауыҡ себештәрен күреп алды ла,- и-и-й бәләкәстәрем, хәҙер һеҙгә һыу бирәм. Инәй, һыуҙы ҡайҙан алайым?
         – Рәхимә апай менән йәй буйы йәйләүҙә булғайны, нәҡ үҙе булып һөйләшеп өйрәнгән дә ҡуйған, бер аҙ маҙаңа тейер микән. Тыңламаһа сыбыҡ күрһәтһәң дә була, артыҡ ыңғайына булма, берәй әйбереңде боҙор. Бик ҡулсыр ул. Рәхимә апай гел ыңғайына булып, еңмешләнеп киткән. Өйҙә апайы менән ағайынан әллә ни ары үтә алмай ине. Былай мыжыһа ла, илап бармай.
   Шулай береһе Сәғиҙәнең – ҡылығын, икенсеһе үҙ хәлен һөйләп сәй эстеләр, Сәғиҙә генә әле ултырырға ла уйламай, һаман урамдан инә лә кире урамға сыға. Үҙенсә был донъя менән таныша ине. Хәҙер ул элекке кеүек бармайым, ҡалмайым, тип үсегеп еңмешләнмәй, тыңлаусанға әйләнеп бара ине инде. Килеп инде лә ҙур бер хәбәр әйтергә теләгән кеше кеүек:
         – Атай, һин мине ҡасан килеп алаһың? – тине.
         – Беренсе ҡар яуғас та, өйҙө бөтәбеҙ ҙә һине килеп алам, әлегә әсәйең бер аҙ ауырыҡһынып тора, шуға һылау кеүек эштәр эшләнмәй әлегә. Нигеҙен һыларға кәрәк.
         – Уныһын мине килеп алып ҡайт та, шул Рәхимә менән икәүләп һыларбыҙ. Килен балнисҡа барып докторҙарға күренһен. Сәғиҙәне күрше киленгә ҡалдырырмын. Ярты көнгә ярыш юҡ. Уның да миңә йомошо төшөп тора әле.
         –  Улай ҙа була инде, ҡайтып киленең менән һөйләшермен дә , балсыҡ алып, үҙеңде килеп алырмын.
         – Оҙаҡламай, көндәр һыуынғансы кибеп, аҡлап өлгөрөргә кәрәк. Унан аҡраб башы ырашҡылай башлар, шуға тиклем мейесеңде эшләп өлгөр, уға кеше ҡушмаҫһың инде, үҙең дә беләһең.
    Шулай бер-береһенә кәңәштәр бирә-бирә хушлашып, Камила инәһе өйгә ингәндә, Сәғиҙә һыуынып бөткән сәйен эсеп ултыра ине.
         – Камилинәй, ниңә һеҙҙең өйөгөҙ ике яҡта ултыртылған да уртала таҡта менән тоташтырылған?
         – Быныһы – ҡунаҡ өйө, ә быныһы – аш өйө.
         – Ҡунаҡ өйөндә ҡунаҡ ҡына буламы? Әтеү мин һеҙгә ҡунаҡҡа килдем, ивет. Мин ҡунаҡ өйөндә булам инде. Ашарға ҡайҙа барам?
         – Аш өйөндә ашарбыҙ.
         – Мин ҡунаҡҡа килгәс, һин миңә тәмлекәй ҙә бирәңме?
         – Эйе, – тип, Сәғиҙәнең арҡаһынан тупылдатып һөйөп алды, – яңғыҙыма күңелһеҙ ине, хәҙер икәүләп көңгөр-ҡаңғыр килербеҙ инде. Көн дә тиҙерәк үтер. Үәәт, минең телдәрем ҡунаҡҡа килгән бит. Иртәгә үҙеңде ҡыҙҙар менән таныштырырмын. Бөгөнгә кис булды. Ҡыҙыл эңерҙә йөрөп тормабыҙ инде. Ана һәүкәштәр килде, һауып алайым. Һарыҡтарҙы бикләйем, һин бына ошонда уйнап ултырып тор. Бөгөнгә улар янына сыҡма. Һинән өркөрҙәр, йәме, алтыным, – тип тағы тупылдатып һөйөп алды ла, алъяпҡысын биленә бәйләп, яуырыны аша таҫтамал һалып, биҙрәһенең ситенә бармаҡ башындай май һөртөп алды ла тышҡа сығып китте.
   Сәғиҙә ҡунаҡ өйөндә бер үҙе генә ултырып ҡалды. Әле ул уйлай ғына әле. Тик ул оҙаҡ уйлап тора торған бала түгел, уйлағанын тиҙ генә кемгә булһа ла һөйләргә күнеккән, был юлы инәһенең ингәнен көтөргә булды. Әсәһе лә урам ҡапҡаһын сыҡҡансы: “Инәйеңде тыңлап ҡына йөрө, берәй әйберен боҙоп ҡуйма, һорамайынса нәмәһенә теймә, аҡыллы бул," – тип оҙатҡайны. Әле ул аҡыллы ҡунаҡ ҡыҙ булып сыҙап ултыра. Рәхимә инәһенең "Ҡунаҡ тыйнаҡ була"- тигән һүҙҙәре лә иҫенә төштө, тик билдәһеҙ- сабырлығы күпмегә етер икән. Ул тиҙерәк инәһе инеүен көтә башланы, ултырған еренән генә өй эсенең йыйыштырылышын ҡарап сыҡты. Уға урындыҡ буйлатып йәйелгән сепрәктән эшләнгән балаҫтың биҙәктәре менән шул балаҫтың уртаһын ғына ҡалдырып, стеналарға терәтеп өс яҡлап түшәлгән ҡорама түшәктәр бик оҡшап ҡалды. Инәһе тиҙерәк инһә, ул турала һорашырға уйлап та ҡуйҙы. Сәғиҙә бик ашыҡһа ла, алда әле күп көндәр ошонда йәшәргә тура килеүен, һәм нисек оҙаҡ булып тойолоуын әле аңламай ҙа...  Ул әлегә ҡунаҡ булып сыҙап ултыра әле.

                            Дуҫ булайыҡ.

         Сәғиҙә төнөн тыныс йоҡланы, инәһе, илап-маҙар мыжымаһа инде, тип бик ҡурҡҡайны, ул-был булманы. Иртә менән һыйыр һауып, малды көтөүгә ҡыуғансы йоҡланы. Самауырға күмер төшһөн тип, усаҡҡа ут яғыуға, Сәғиҙә йоҡоло күҙен тырнай-тырнай асып, инәһе эргәһенә килеп сыҡты.
         – Ҡайҙа бәрәстәр? – тине ла, быҙауҙар янына атланы, – Быҙау бер үҙе генә торамы?- тип һорау яуҙыра башланы.
         – Бәрәстәр әсәләре менән ҡырға ашарға сығып китте. Быҙауҙы хә   ҙер сығарабыҙ, ул да ҡырҙа үлән ашай, тик бына көтөү ауылдан алыҫлашһын әле, әтүсә һыйыр тауыштарын ишетеп эйәреп китер ҙә , әсәһенә ҡушылып, имеп ҡуйыр.
         – Имһә туя ла инде, ул да әсәһе менән йөрөһөн.
         – Улай булмай шул, әсәһенең һөтө күп, эсе ташып үлә бит, күп имергә ярамай.
    Инәһенең әйткәндәрен аңлаған кеше кеүек, башын һелкеп ҡуйҙы, шунан ниҙер иҫенә төшөп:
         – Инәй, мында малайҙар бармы?
         – Бар, нимәгә ул, әллә ҡурҡаһыңмы. Улар ҡыҙҙарҙы рәнйетмәйҙәр ул.
         – Миңә уйнарға кәрәк. Йөрәккәйемдәрҙә мин малайҙар менән генә дуҫлаштым, унда ҡыҙҙар юҡ.
         – Бында ҡыҙҙар бар, мин һине бик матур, аҡыллы ҡыҙҙар менән таныштырырмын, яраймы.
          – Ыһы.
   Сәғиҙә күп осраҡта "эйе" урынына шулай яуап бирә. Былай яуап бирә башлай икән, йә ул күңелһеҙләнә башлай, йә нимәлер уйлай башлай, ә аҙаҡ уны, йә әүрәтеү, йә һорауҙарына яуап биреп бөтөү ҙә мөмкин булмай. Был юлы ла шулай булды. Атаһы апаһына был турала аңлатҡан ине, шуға күрә Камила инәһе был хәлгә әҙер булды. Сәғиҙәнең төп еңә торған ҡоралы – сабырһыҙлыҡ. Әсәләре уны сабырһыҙ тимәйҙәр, мыжыҡ тип кенә ҡуялар. Апайы менән ағаһы еңмеш тип үсекләйҙәр.
         – Ҡасан мине шул матур ҡыҙҙар менән таныштыраһың, Камилинәй, мин күргем килә.
         – Хәҙер, сәй эсеп, һөттө генә борайым да. Һин буш торғоң килмәһә, бына ошо сыбыҡ менән быҙауҙы ҡапҡанан сығарып, ана теге яҡҡа әҙерәк ҡыу әле, – тип, үҙенә эш ҡушты. 
     Сәғиҙә лә ҡаршылашманы, ыңғай ғына ҡыуып сығып китте. Быҙауҙы бер аҙ ҡыуып, кире боролғанда үҙе кеүек кенә бер ҡыҙҙың ҡапҡанан сығып килгәнен күрҙе. Камила инәһенеке шикелле ҡапҡаһынан бер аҙ ҙур ғына ҡапҡаның эргәһендәге бәләкәйенән сыҡты ла:
         – Һин кем? Камилинәйемә бер ҡыҙ ҡунаҡҡа килгән, тигәйне әсәйем. Мин шуға танышырға барам.
         – Мин Сәғиҙә, Камилинәйемә ҡунаҡҡа килдем. Ниңә минең инәйемде һин дә Кимилинәйем тиһең? Ул минең инәйем бит.
         – Ул бөтәбеҙгә лә инәй була. Улай булғас, һин ҡасан килдең? Әсәйем кисә килде, тигәйне.
         – Мин кисә килдем. Мин һинең менән танышмайым. Мин инәйемде һиңә бирмәйем. Инәйем мине үҙе матур ғына ҡыҙ менән таныштырам, тине, үәт.
         – Үәәт, минең уңғаным, безәүкәйҙе лә ҡыуған, мин таныштырырға уйлаған ҡыҙ менән танышып, ҡунаҡҡа ла алып килә. Эй өлгөрөмһөң дә инде,- тип, ҡапҡа тышына сығып ҡаршыланы уларҙы Камила инәһе.
         – Мин танышманым. Уны әсәһе ебәргән, танышып ал, тигән.
         – Бына шул матурҡай менән таныштырайым тигәйнем. Әйҙәгеҙ әле өйгә инеп, аш өйөндә әҙерәк уйнап алығыҙ, булмаһа усаҡлыҡ өйөндә уйнарһығыҙ, Тәслимә, ниңә атламайһың.
         – Ул минең инәйем, һинеке түгел, тей – тип, ошаҡлашып, ауыҙы иларға етешеп бүлтәйгән, күҙҙәренән бына-бына йәш атылырға тора.
         – Һаай иҫәркәйҙәрем, минең. Мин икегеҙгә лә инәй булам, бәләкәсем. Минең бабайым мәрхүм уның әсәһенең ағаһы. Икегеҙгә лә туғанмын. Һеҙ минең матурҡайҙарым, үсегешмәй генә уйнағыҙ, йәме. Үсеккәндәрҙе мин кәзәкәй тип үсекләргә яратам. Килештекме?
         – Ыһы.
         – Йә. Миңә һин исемеңде бая әйттең. Мин дә әйтәйем. Мин Тәслимә булам. Дуҫ булайыҡ йәме. Әсәйем әйтә кеше дуҫына бүләк бирә, ти. Мин һиңә ошо ҙур кәкере тарағымды, уртаға һындырып, яртыһын бирәм. Сәсебеҙҙе бер иш тараҡ менән тарап йөрөрбөҙ, йәме.
     Тәслимә лә Сәғиҙә кеүек телгә бөткән бала булып сыҡты. Камилә инәһе бер инһә- ҡурсаҡ уйнайҙар, икенсегә инһә, өй төҙөп уйнайҙар. Йәшенешеп тә уйнап алдылар. Үсегеп тә алырға өлгөрҙөләр. Камила инәләре иләп ултырған йөнөн орсоғо менән ҡуша тотоп килеп сыға ла уларҙы әүрәтергә керешә, бик булмаһа, уларҙы алдаштырып, кәнфит биреп яраштырып ҡуя. Тәслимә кискә тиклем булды, кискә ҡарай әсәһе эштән ҡайтышлай алырға инде.
         – Бикәсем, әйҙә бер юлы сәй эсеп сыҡ, кейәү, бөгөн ҡайтмайбыҙ, ағастарҙың ботаҡтарын өйөп, диләнкәне таҙалайбыҙ, ат арый, иртәгә тағы барырға тура килә тигәйне
         – Атаҡ, ул бөгөн, эшебеҙ фермала ғына, тигәйне ләбаһа.
         – Хужа үҙгәрткәндер, уныһын әйтеп торманы, һеҙ иген елгәрҙегеҙме, әллә урынлаштыра ла башланығыҙмы?
         – Юҡ, бөгөн элеваторға тейәп оҙаттыҡ. Ҡырҙан да машиналар килгән.
         – Ярай булһын әле, нисә йыл арыу уңыш булманы бит. Булһын ғына, илдә булһа иренгә тейә бит ул.
         – Әйҙә, Тәслимә, йыйын, ҡайтабыҙ, ағайыңдар ҙа хәҙер ҡайтыр, мәктәптән ҡайтҡас, балыҡ һөҙөргә ололарға эйәреп сығып киткән.
         – Ярай , йөрөһөн, имен йөрөһөн.
         – Тәслимә, һин иртәгә лә кил, хәҙер гел бергә уйнарбыҙ. Үсегешмәйек, Камилинәйем шулай, ти бит. Дуҫ булайыҡ, – тип, инәһе менән ҡапҡа тышына тиклем эйәреп сыҡты.
         – Бына минең ҡыҙым өйгә килгән ҡунаҡты оҙата белде.
         – Улар ҙа ҡунаҡмы?
         – Өйгә ингән һәр кем ҡунаҡ булып инә.
     Сәғиҙә тағы бер мөһим фекерҙе башына һалып алды. Был турала ул ағайы менән апаһына әллә нисә әйтеп маҡтанасағын да уйлап алды..

 

                   Ҡайтып барам.

         Көҙгө һыуыҡтар ҙа, Сәғиҙәнең атаһы уйлағанса, оҙаҡ килмәй йыбанып торманы. Сентябрь аҙаҡтарына ҡар ҡатыш ямғырҙар яуып көн, ҡапыл ғына һыуынды ла китте. Хәҙер Тәслимәне лә Камила инәһенә көн үҙәгендә генә ебәрәләр. Ағаһы өйҙә булһа, бөтөнләй сығармайҙар. Сәғиҙә бик сығыр ине, уның йылы кейемдәрен килтермәгәндәр. Камилә инәһе нигеҙ һылаша барғанда алып ҡайтырға онотҡан. Әле атаһы әсәһен дауаханаға алып барып һалған, шуға уның да ваҡыты юҡ. Шулай булғас, ике дуҫҡа осрашып уйнар көндәр сыҡмайыраҡ тора. Көн дә Тәслимә биргән тараҡ менән инәһенән сәсен таратҡанда:
         – Ул да ошо тараҡ менән сәсен тарата микән? Инәй, матур итеп үр йәме, Тәслимә килһә, насар булып ялбырап тормаһын, тараҡ бирһәм дә тарамаған, тиер, ивет, – тип һөйләнеп ала.
    Көн дә элекке кеүек күтәренке күңел менән уянмай, күпселек ваҡытын бесәй ҡосаҡлап тәҙрәнән ҡарап ултырып көн үткәрә башланы. Камила инәһе Сәғиҙәнең хәлен аңлай, тик бына йылы кейемдәре булмағас, алып барырға ашыҡмай. Үҙен ташлап та сыға алмай. Ҡайтам тип, сығып китеп өшөр, тип уйлай. Бер көнө күршеләге килене бала табырға ауырып киткән, ире башҡа кешегә бармай, уны килеп алды. Инәһе Сәғиҙәне ҡараны, ә уныһы урындыҡта ултырған килеш бесәйе менән йоҡоға киткән. Ишекте бикләп торманы, өҫтөнә һуғылған дебет шәлен япты ла сығып китте.
         Килендең бәпесе лә тиҙ генә тыуымға килмәй йонсотто, шулай ҙа көн төшлөктән үтеүгә, улына иптәшкә ир бала донъяға һөрән һалды. Камила ҡарсыҡ күршеһендәге был йәш ирҙе бабайы бар ваҡытта уҡ ҡиәмәтлек ул итеп алғайнылар. Үҙ әсәләре кеүек әле лә ҡәҙер итеп кенә торалар. Йосоп бала сағынан уҡ етем ҡалып, үҙенә өс туған тейеш олатаһында уллыҡта йөрөп үҫте. Өйләнергә ваҡыт еткәс кенә олатаһы үлеп киткәйне, өләсәһе:
         – Һин минең ҡан туғаным да түгелһең. Үҙ балаларым да бар, шуға һин нисек тә үҙ көнөңдө үҙең күр инде, - тип, сығып китергә ҡушты.
     Былай артыҡ тупаҫ ҡыланып, тауыш сығарманы, тик сыҡҡан саҡта, йәшәргә урын тапһаң, ярҙамың өсөн бер ҡат түшәк- юрған, яҫтыҡ алырһың, тип ырыя ғына әйтеп ҡалды. Бына шунда сығып ҡына торғанда, ҡаршыһына Камила ҡарсыҡ осраны. Ул бик үтә күрә торған әбей ине, ҡалҡып бер генә Йосоптоң йөҙөнә ҡараны ла, эстән генә:" Эээй, ҡан тартмаһа, ит тартмай тигәне, дөрөҫ инде, бабайынан һуң был тотмаҫ тип уйлағайным, моғайын, шулайҙыр," – тип уйланы, ә үҙе егеттән алда, оло башын кесе итеп, һаулыҡ һорашты.
         – Ни хәлдәрҙә генә тораһың, улым. Инәйең өйҙә юҡмы әллә? – тигән булды.
         – Өйҙә лә ул... – тине һуҙып ҡына.
      Аңланы Камила ҡарсыҡ.
         – Ней, теге бит әле, мин йомош менән бер ергә барайым , тигән инем, әле менә һиңә килдем.
         – Әйт инәй, ниндәй йомош?
         Һиндә түгел ул йомош. Минең икенсе кешелә йомошом. Бына бабайыма ашарға әҙерләгәйнем, яңғыҙы ашағыһы килмәй, әллә, мин әйтәм, эргәһенә инеп бергәләп аш эсеп сәйләп, иптәш булып ултырып сығаһыңмы тигәйнем. Инәйеңә әйт тә, берәй эше булып тормаһын. Мин ҡайта һалып, урындыҡҡа әҙерләйем дә, – тип, йүгермәләтеп баҫып өйөнә ыңғайланы.
    Өйҙә бабайына хәлде һөйләп бирҙе. Уныһы кеше менән гәп һатырға тиһәң, алдына кеше сығармаҫ кеше, бик ҡыуанып китте. Камила әбейҙең бабайы Зәбихулла ҡартты, йыланды телгә килтереп арбар кеше ул, тиҙәр ине. Был юлы ла шулай булды. Юҡ сәбәпте бар итеп Камила ҡарсыҡ ауыл осонда ултырған ҡатындар янына барып ултырып, ләстит тыңлағансы, бабайы урам уртаһына сығып, янғын сыҡҡанда һөрәнләгән кешене хәтерләтеп, әбейенә ҡысҡыра- ҡысҡыра түбәтәйен болғай ине. Ул да бабайының холҡон белеп бөткән, күҙен алмай, берәй ым- фәлән булмаҫмы, тип көткән, күрәһең. Бабайы ҡапҡа тышына сығып баҫыу менән, әбей ҡуҙғала башланы. Ҡыҫҡа ғына урамдың был осона тауыш ишетелгәнсе, ул тағы ла йыбырлата баҫып өйҙәренә ашыға ине, артынан ҡатындар:
         – Силәгенә күрә ҡапҡасы, тигәндәй, өтөктәр, бабайы сығып та өлгөрмәне, йүгереп тә ултыра. Ҡурҡа, тиһәң, ғүмер буйы бер- береһенә ҡысҡырып та һүҙ ҡатманылар. Әле, әйтерһең, ут ҡапҡан.
         – Әйтерең бармы, – тип төрлөсә һөйләнделәр.
    Эйе, улар йөрәгенә ут ҡапҡан ине шул. Бына ошо көндән алып Йосоп улар менән йәшәй башланы. Инәһе вәғәҙә иткән бер ҡат түшәк - юрған, яҫтыҡты ла алманы, уныһы ла ал, тимәне. Ике- өс йыл йәшәгәндән һуң өйләнеп, әлеге ғаиләнең ярҙамы менән туй үткәреп йәшәп алып китте. Зәбихулла ҡарттың иҫке өйөн, үҙе әйткәнсә, "синентләп", йәғни, боҙоп ситкә яңынан күтәргәндә серек бүрәнәләрен яңы менән алмаштырып, бәләкәй булһа ла өй эшләп алды. Өйгә сығып, тәүге ҡунағы итеп, уларҙы саҡырҙы ла:
         – Мин һеҙҙе рөхсәт итһәгеҙ, улдарығыҙ риза булһа, атай - әсәй, тип әйтәйем. Һеҙҙе бик тә шула әйткем килә, – тип уларҙың йөҙөнә ҡарап ҡатып ҡалды.
      Улар риза булдылар. Йосоп эшкә бик тырыш, аралашыуға ипле, өндәшмәҫ, ярҙамсыл ине. Бына ошо ҡылығы менән ул уларҙың күңелен яулап өлгөргәйне. Ике улдары ла риза булды. Шунан бирле Йосоп олоһона- ҡусты, кесеһенә ағай булып күршелә генә йәшәй. Әле бына нисә йыллап йәшәйҙәр, балалары ла булманы. Был – уларҙың тәүге ҡыунысы.
         – Бына, улым, һиңә ҡанат – малай.  Донъяғыҙҙы хәҙер өсәүләп көтә башларһығыҙ инде. Бына ирененә май һөртәм, мул ризыҡлы булһын, ҡашынан көмөш тәңкә йөрөтәйем, әсәһенә оҡшаған һылыу кәләшле булһын. Ҡолаҡтары ишетер, күҙҙәре күрер, аҡылы теүәл, тән ағзаһы һау булһын, – тип килененең ҡуйынына алып барып һалды, Йосоп та ҡиәмәтлек әсәһенең эргәһенән китмәй йөрөнө. Ҡыуанысының сиге булманы, – ҡана ҡайта һалайым, теге бала асығып илап бөткәндер,– тип, ҡулдарын йыуып, ашығып сығып китте.
      Был мәлдә ауылды сығып барған атҡа бер баланы берәү күтәреп ултыртып, нимәгәлер ураны ла күҙҙән дә юғалды.
     Камила апай өйгә инеп, баланы күрмәгәс, йүгереп күршеләргә, унан бикәсенә барып , Сәғиҙә булмағас, ауыл осондағы магазин яғына йүгерә атлай ашыҡты.
   – Өшөнөп кенә ҡуймаһын инде, әсәһенең сирләгәне етмәгән, сүп өҫтөнә сүп булыр. Эй иҫәүән баш, ниңә ишекте бикләмәҫкә инде, – тип һөйләнә -һөйләнә ашығып атланы.
    Артынан ҡарап ҡалған ҡатындар:
   – Камила апайҙың итәгенә ут ҡапҡан әллә, – тип бер-береһенә ҡарашып алдылар.        Магазин янына килеп еткәс, шундағы кешеләрҙән һораша башланы, араһынан бер олорағы:
         – Мин, ҡайҙа бараһың, Сәғиҙә, тип һорағайным, ҡайтып барам, ти. Инәйең рөхсәт иттеме һуң, тигәйнем, эйе, тине. Әйтәм ялан аяҡ ҡына галош һөйрәгән, башында йоҡа ғына яулыҡ. Уйлайым шул – нисек Камила улай сығарып ебәрер, тип. Һине лә әрләп тә бөттөк. Яҡшы кеше этен сығармай, ә ул – кеше балаһын. Шунан ни бына Дәүләт магазинға килгән ине, шуның менән һөйләшеп, ултыртып ебәрҙек. Һатыусы Ғәли үҙенең куфайкаһына ураны.
         – Әй әттәгенәһе. Килен бәпескә ауырып китеп, шуның янында булып, күҙ яҙлыҡтырҙым шул . Өйҙә уның кеме бар. Ағайы менән апайы Рәхимәләрҙә. Ҡустым килен янында. Килен дә ныҡ ауырый, хәле насарыраҡ – дауаханаға һалғандар. Хәҙер улым менән барып алып ҡайтырмын инде, – тип, өйөнә ҡарай атланы.
   Әле генә итәгенә ут ҡапҡан Камила апай, ауыр йөк күтәргән кешеләй башын эйеп. яй ғына, аяғын һөйрәп тигәндәй баҫып, өйөнә ҡарай ыңғайланы. Күп тә үтмәй бер алашаны егеп алған Йосоп менән магазин янынан Ташлы ауылы яғына ҡарай үтеп киттеләр

Автор:
Читайте нас