+21 °С
Болотло
9 ғинуарҙа Сибай халҡы Илсур Нурмөхәмәтов менән хушлаша. Был хаҡта «Сибайский рабочий» гәзите хәбәр итә. Матәм сараһы иртәнге сәғәт 10-да Йәштәр йорто янында башлана.
Илсур Нурмөхәмәтов рядовой булып хеҙмәт иткән. Социаль селтәрҙәрҙә халыҡ яугирҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
"Йөрәк өҙөлә, Илсур, беҙҙе ғәфү ит, Герой тип хәтерләрбеҙ, яратабыҙ, ҡайғырабыҙ», «Ауыр тупрағың еңел булһын, һин мәңгегә беҙҙең күңелдәрҙә һаҡланырһың", - тип яҙа яҡташтары.