Фәриха ВӘЛИУЛЛИНА
Ҡарасәс
Повесть
2
***
Иртәгеһен эштән ҡайтыуына өйҙә таныш булмаған егет менән Ислам ағаһы ултыра. “Китсе, әллә күрәҙәлек ҡыла башланым ул, ағайымдар ҙаһа”, – тигән уй үтте ҡылт итеп башынан. Әсәһе усаҡ янында булыша. Нимә менән генә һыйларбыҙ икән ул ҡунаҡты? Әһә, һикелә бер йомғаҡ май күренә. Сүлмәктә картуфы ла етерлек. Йыйындығын сығарған икән. Күңеленә рәхәт булып китте.
– Ҡарас та килде эштән, – тине ағаһы ауыҙы, йырып. – Сисенә һал. Таныш бул – Нәҙерша другым.
Егет урындыҡтан тороп баҫҡайны, иҙән таҡталары эйелеп киткәндәй булды. Башы өрлөктәге шәмгә тейеп, уныһы саҡ килеп төшмәне. Ҡайһылай ҙа оҙон, әллә түбә таҡта тәпәш. Саҡ көлөп ебәрмәне Ҡарасәс.
– Һылыу ғына һеңлең барлығын ниңә әйтмәнең, бүләк алыр инем, – тине, шаяртып, ҡунаҡ егет.
– Әйтмәнемме ни? Ошо инде минең ҡарындашым.
Сәй эскәндә әсәһе ҡыҙын ағас ҡырҡырға ебәрәләр, тип һүҙ башланы.
– Ҡалайтаң, утын етешмәй ти бит зауыттарға, – тип улына ҡараны.
– Йәшерәк тәһә, әсей, Бикә апайға барып ҡараманыңмы?
– Әйе шул, олораҡтар ҙа барҙыр. – Ҡунаҡ егет тә һүҙгә ҡушылды.
– Кәрәк булғас, барам. Минән дә бәләкәйерәктәр, саҡ-саҡ аяҡтарын һөйрәтеп йөрөгән ҡарт-ҡоро эшләгәнде ни, мин булдыра алмаҫ тиһегеҙме? Үҙегеҙ белеп, күреп тораһығыҙ. Ун етеләре саҡ тулғандарҙы һуғышҡа ебәрәләр. Йә кейәүгә сығыу, йә – эшкә!
– Нимә тинең? Аңламаным.
– Сәйет бәйләнә. Миңә сыҡмаһаң, әрҙәнәгә ебәрәм, тип ҡурҡыта.
Ағаһы асыуынан һикереп үк торҙо.
– Теге сатанмы? Барып икенсе аяғын имгәтәм. Әйҙә, бараңмы минең менән?
– Ҡуй, балам, эт менән эт булып ни. Башыңды төрмәгә тыҡтырмаҡ итәһеңме. Теймә, Ҡарас уға әйләнеп тә ҡарамай, – тине әсәһе, улының юлына арҡыры төшөп.
– Дөрөҫ әйтә әсәйең. Бына-бына фронтҡа китергә торабыҙ, ҡулыңды бысратма. Шулай уҡ ҡурҡыныс әҙәмме ни?
– Һуғыштан ҡасып ята, сатан, – тине бер аҙ асыуы һүрелгән Ислам.
– Матурҡайҙың егете лә барҙыр әле? – тип һорай ҡуйҙы Нәҙерша.
– Юҡ! – тине ҡырҡа ғына ҡыҙ һәм төпкө бүлмәгә инеп китте. Нәҙерша уның артынан эйәрҙе.
– Миңә кәләш бул да ҡуй!
Быны ишетеп, Шәкирә менән Ислам эргәләренә килеп баҫты.
– Сығам! Сығам да ҡуям! – тине ҡыҙ әйләнеп, бөтәһен дә аптыратып.
Әсәһе менән ағаһы, ни тиергә белмәй, бер-береһенә ҡарашты.
– Әсәйем бер үҙе генә йәшәй, ағайым һуғышта. Өйөбөҙ иркен. Зато әрҙәнәгә бармаҫмын.
– Дуҫ, һин шаяртаһыңмы ул, ысын әйтәһеңме? – тине Ислам. – Күрешеүегеҙгә бер сәғәт тә булманы.
– Бер күреүҙән күҙ төшөрлөк тәһә ҡарындашың. Мин, исмаһам, күрҙем, атайым менән әсәйем ижәптә генә танышҡан. Нисауа, татыу йәшәнеләр.
– Беҙҙең заманда шулай булды. Һеҙ икенсерәк, уҡыған кешеләр, – тигән булды Шәкирә, ҡыҙына йәлләп ҡарап.
– Ауылың алыҫтамы?
– Туҡтарға бынан илле саҡрым барҙыр.
– Барам улай булғас!
Дүртәүләшеп көлдөләр.
– Ниңә? Яҡын булғас, ҡасып ҡайтырға ла мөмкин тиһеңме?
– Бер барһам, ҡыуһаң да ҡасмам. Моғайын, һуғышмаҫһың, – тине ҡыҙ.
– Туҡмап ҡына ҡараһын! – Ислам дуҫына йоҙроҡ күрһәтте.
Әсәһе һаман иҫенә килә алмай ҡаңғыра.
– Ҡыҙым, уйлап әйтәһеңме, әллә шаярыпмы? –Ҡыҙы дауна кейәүгә сыҡты, ә ул һаман ышанмай. – Тағы ныҡлап һорайым. Әллә Сәйеттән ҡурҡып ҡына сыҡмаҡ булдыңмы?
– Әйттем дәһә. Китәм ауылдан, сығам! Ә һин, егет, әллә кире уйлай башланыңмы? – Ул Нәҙерша янына килеп баҫты.
Ҡыйыу ҡыҙға ҡарап, икеләнеберәк тә тора ине Нәҙерша. Ысынлап та, әллә ашыҡты ул. Әсәһе, өләсәһе ни тиер. Ағаһы өйләнмәгән. Ҡабаландым микән? Ул ҡыҙға ҡараны. Эстән генә “шаярттым” тип әйтерен көткәйне. Ҡыҙ иҫе лә китмәй генә “барам” тине лә ҡуйҙы. Кире сигенеү юҡ. Үҙе башланы лаһа. Ни булһа ла булыр, алып ҡайтам, тип уйлап алды. Ахыры:
– Егет һүҙе бер! – тигән булды яуап.
Шәкирә, өтәләнеп, тегеләй-былай йүгерекләргә тотондо.
– Аллаҡайым, ижәп уҡытырға кәрәк тәһә былай буғас. Әҙерлек-фәләнем дә юҡ. Ҡалайтайым икән?
– Аптырамағыҙ, апай. Мулла күршемдә генә, үҙебеҙҙә уҡытырбыҙ. Таңға юлға сығырбыҙ.
– Э-йй, бер нәмәм дә әҙер түгел. Ҡыҙҙың ике ҡулын буш ебәрәһеңме? Ҡана, йыйнай һалайыҡ.
Шәкирә урындыҡта торған һандыҡ өҫтөнә рәтләп һалып ҡуйылған ҡаралтыларының иң арыуҙарын һайларға тотондо.
– Ошо арҡыры юрған матур, ивет? Ҡорамаһын өләсәйең ҡорағайны, – тип күрһәтте эргәһендә күңелһеҙ генә баҫып торған ҡыҙына. – Бәй, әллә кире дүнеп тораңмы? Ҡапыл уйлау шулай була ул.
– Юҡ, әйттем – бөттөм. Күрмәгән-белмәгән яҡтарға сығып китеүе барыбер әллә нисек. – Ҡыҙҙың күҙенә йәш эркелде. Быны күреп, әсәһе эргәһенә килеп ултырҙы.
– Барма ла ҡуй, берәй әмәлен уйларбыҙ.
– Барам тинем бит. Ҡорамаларға ҡарағас, өләсәйем иҫкә төштө. Матур шул. – Ул төрлө төҫтә, төрлө үрнәктәр яһап ҡоралған арҡыры юрғанды һыйпаны.
– Шай шу. Һиңә тип инселәгәйне, бахыр. Анау кейеҙҙе лә ул бирҙе. Һап-һары буяулы, үҙем дә яратам.
– Атыу ҡалдыр.
– Юу-ууҡ, икенселәре лә еткән. Ҡомартҡы итеп кенә тотон, йәме?
– Ярай.
Шәкирә ҡыҙына бер йылы, бер арҡыры юрған, кейеҙ, балаҫ, урындыҡҡа тип һуғылған әрмәк, ҡорған ҡорорға ҡыҙыл сәскәле шаршау, ашъяулыҡты һандыҡҡа рәтләп һалып, ныҡлап тултырҙы.
Яҫтыҡтарың ғына һыйманы. Уларын айырым төрөрбөҙ. Һандыҡ та өләсәйеңдән ҡалған ҡомартҡы. Бына бетеү, доғалары ла кәштәһендә. Камауай шәкәрҙе ярырға ҡыҫҡысы ята. Һиңә булһын. Ҡара, иҫеңдә ҡалдыр. Бына был суҡлы яулыҡтарҙы ҡәйнәләреңә, кейәүҙең өләсәһен әйтәм, һуғышта йөрөгән ҡайнағаңа күрнискә - таҫтамал. Кейәүгә йөн ойоҡ менән бейәләй. – Ул әйберҙәрен тотоп һыйпап-һыйпап ала. – Иҫеңдә ҡалдырҙыңмы?
– Күрәм, бирермен.
Һаман тыныслана алмай. “Яратыу нисек була икән? Кире ҡайтарып ебәрмәһә ярар ҙа”.
– Атайың килеп инер кәрәк ине. Ҡана һуң. Ҡаҙағстандан да кешеләрҙе алғандарҙыр ул һуғышҡа?.. Кейәү бала былай һөймәлекле генә күренә. Уҫал кешегә оҡшамаған. Һәйбәт кешеләр нәҫеленәндер, моғайын. Атайың беләлер ҙә, упалнамуш булғанда күп йөрөнө. Бына, булды. Исмаһам, ҡоро ҡул килде тип әйтмәҫтәр, ҡалғанын үҙегеҙ йыйырһығыҙ яйлап. Кейемдәреңде ҡалдырма. Уларын минең шаҡмаҡ бухауай шәлгә төрөп бәйҙәйек.
– Шул сығып киткән атайымды килтереп ҡыҫтырмаһаң, күңелең булмаҫ. Һаман онотмай, гел уйында.
– Нисек онотаһың. Балдарымдың атаһы. Уйлайым шул: һеҙҙе, атайығыҙҙы, Гитлерҙы ла.
– Уй, әсәкәйем, ул фашисты ниңә уйҙап ҡаңғыраң? Уф, көлдөрмә!
– Һуғышын туҡтатһын тиҙерәк, тием. Башың йәш. Аҙаҡ аңдарһың үҙең дә. Иреңде, балаларыңды ҡайғыртырһың минең һымаҡ.
Шәкирә бер туҡтауһыҙ һөйләнеп, ҡыҙына бирнә әҙерләй, илап та ала.
Егеттәр ҡайтып инде.
– Әсей, Усман апа атын бирҙе. Апарам да, шундуҡ әйләнәм. Юлда кейергә толобон да алдым.
– Күреплеһен бирҙеме? Ҡалай һәйбәт буған, – тине әсәһе ҡыуанып.
– Юу-ууҡ, ҡанатлы санаһын. Быныһы ишшу шәп.
– Ҡар тәрән түгел, беҙ атларбыҙ күбеһендә. Атыу атҡа ауыр булыр. – Нәҙерша урындыҡта әйбер тултырылған һандыҡҡа ҡарап торҙо.
***
Ҡарасәстең яҙмышы шулай ҡырҡа үҙгәрҙе лә ҡуйҙы. Аңғармаҫтан ғына. Һөйләшеп, мыш-мыш илашып, йоҡламай таң аттырҙы әсә менән ҡыҙ.
– Көйәләнмә, ҡурҡма минең өсөн. Барыбер уҡып сығып, фельдшер буласаҡмын. Бала саҡтағы хыялым икәнен беләһең дәһә, – тине сығыр алдынан.
– Һуғышы ғына тиҙерәк тымһын, илгә тыныслыҡ килһен. Булырһың, балам, Аллаһ ҡушһа! Кейәү, баламды рәнйетеп тотма, матур ғүмер итегеҙ! – тип оҙатты балаларын Шәкирә ҡара таңдан.
***
Ауылдаштарын аптыратып, Ҡарасәс ҡапыл ғына күрше районға кейәүгә сыҡты ла китте.
“Ҡаңғырышмағыҙ, белә инем ул уның яратҡан егете барлығын. Миңә әйткәйне, хатташып торғандар”, – тип ҡыуанып һөйләне Сәлиха, әйтерһең, яҡын әхирәттәр булған. Сәйет асыуынан ҡара янды. Әрҙәнәгә ебәртәм, тип әйткәненә үкенеп тә ҡуйҙы. Һуңынан тешен ҡыҫып түҙҙе. Сәлиханы алып, бергә йәшәй башланылар. “Ҡасып ҡотолмаҫһың, китерһең барыбер әрҙәнәгә, үсемде алырмын”, – тип уйланы.
Дауамы бар.
Альбина Таҡалова һүрәте.