Фәриха ВӘЛИУЛЛИНА
Ҡарасәс
Повесть
11
***
Ҡулдарына фельдшер дипломын алғас, әхирәттәр иң тәүҙә Туҡтарға барырға булды. Ҡарасәс шатлығын күңеленә иң ҡәҙерле ерҙәр менән бүлешкеһе килде. Барған һайын Мөниә әбей: “Балам, беҙҙе таштама, тәңгәл генә үҙемә кил, үҙ ҡыҙым кеүекһең бит һин”, – тип илап оҙата. Надя әхирәте хәҙер яратҡан еңгәһе, Ислам ағайының ҡатыны. Улар ҡалала йәшәргә ҡалды, Ислам заводта эшләй. Ҡарасәс артабан Өфөгә медицина институтына уҡырға барырға йыйына. Ошо арауыҡта әллә-күпме ваҡиғалар булып алды. Иң ҡыуаныслыһы – атаһының ҡайтып төшөүелер. Ауыл гөж килде. Әсәһе бер һүҙһеҙ генә индерҙе лә ҡуйҙы өйөнә. Ғүмер буйы уны һағынып, уйлап йәшәне. Күрәһең, яратҡандыр. Ярай, ҡартайған көндәрендә бергә ғүмер итһендәр, әсәй яңғыҙ булмаҫ, тип һөйөндө Ислам менән Ҡарасәс...
Яратҡан кешеһенең ҡайҙарҙа икәнлеген булһа ла белгеһе килеп барҙы Ҡарасәс Сәкинә ҡәйнәләренә. Артынан эйәреп килгән һандығы ла һаман ошонда. Ниңәлер алып киткеһе килмәне. Тәүге һөйөүе, табыш-юғалтыуҙары, күпме күҙ йәштәре ошонда түгелде. Бөтәһе лә ошо һандыҡ эсендә һаҡлана кеүек. “Берәй заман һандығымды алып китергә насип булырмы? Урынынан ҡуҙғатһам, ошонда әйҙәп, саҡырып торған өмөтөм һүнер төҫлө. Барыбер бер көн һандығым шатлыҡ менән тулыр”.
Бында шул бер үк һорауҙарҙы яуҙыралар.
– Ни булды ул һеҙгә ул саҡта?
– Нишләп, ҡабаланышып, өсөгөҙ өс тарафҡа ҡутарылып сыҡтығыҙ ҙа киттегеҙ? “Яххто“ тип йәшәр сағығыҙ ине ләһә?
– Ғәмбәрҙең этлеге. Миңә булмағас, Ҡарасәскә лә тәтемәҫлек иттем. Ҡастылар. Ире лә, ҡайнағаһы ла, тип маҡтанып һөйҙәгәнен кеше ишеткән. Теге мәл Нәҙершаны индереп, әллә нәмәләре менән һыйҙап илерткәндер. Ундай ямандарға язаны Хоҙай үҙе генә бирәсәк, шунан ҡурҡмайҙар. Көл булмайынса, гөл булып булмай, тигәндәр. Гөлдәй балҡып йәшәр көндәрегеҙ килер, иманым камил. Күңелем һиҙә барыбер, – Мөниә әбей күҙ йәштәрен тыя алмай һөйләнә.
Ауылдаштарының хөрмәт иткән абруйлы ағинәйе, ап-аҡ яулығын яҙып ябынып, сыҙыҡлы күлдәгендә йөрөгән өләсәһе йәл булып китә. Балаларҙы ҡот ҡойоп, өшкөрөп дауалаған имсе әбейҙе яратмаған кеше юҡтыр. Ни булһа ла уға йүгереп килеп етәләр. Ҡарасәс тә өләсәһен бер ҡосаҡлап яратып алһа, күңеленә рәхәт булып китә.
– Ярай әле һин эргәлә. Нәҙерша йылына бер килеп урай, ете йыл бит хеҙмәте. Батырша һуң? Аҡса һалып, иҫән икәнлеген белдереп, әллә ниҙә бер хат һала. Аҡса нимәгә ул, үҙе килеп күренмәгәс. Ана, яталар йыйылып һандығығыҙҙа. Тотонғо ла килмәй, – тип ҡайғырып һөйләнеп, Сәкинә яулыҡҡа төрөлгән аҡсаларын күрһәтә.
– Ҡайтыр, күрерһегеҙ, килеп төшөр, – тип йыуата ололарҙы Ҡарасәс. Үҙенә бер тапҡыр ҙа хат яҙмағанына эсе яна, үпкәләй, аптырай. Көтә-көтә, күнде, ахырҙа. Кешене көсләп яраттырып булмай. Иҫән-һау, бәхетле генә йәшәп ятһын.
...Ҡәйнәһе өйөнә яҡынлашҡан һайын, ғәҙәттәгесә, йөрәге ярһый, тулҡынлана. Бәлки, хаты килгәндер? Бәләкәй ҡапҡаның келәһен асып кәртә эсенә үтте. Ҡәҙерле, күңелгә яҡын өй. Солан ишеге таяҡ менән терәтеп ҡуйылған. Тимәк, өйҙә юҡтар. Хәҙер Мөниә әбей туйтанлап килеп етер, моғайын, күргәндер. Еңгәһе лә оҙаҡламаҫ. Болдорҙа ултырып көтөргә булды. Ошонда Батыршаны тәүгә күргәйне. Бәхетле булды ул был өйҙә. Бер күреүҙән яратыуы, Һөйләшмәй йөрөүҙәре, шаршау аша күҙәтеп, йүнәлтәм тип, ситтән генә яраларына өрөп ултырыуҙары, унан бесән сабыуҙар, етәкләшеп йөрөүҙәре оноторлоҡ түгел. Үкенес. Бергә була алманылар... Йырлы-моңло йорт. Үҙенең йырҙары. Һарай башында йоҡлап йөрөгәнендә шунда Батыршаның өҙҙөрөп ҡурай тартыуҙары. Ҡарасәс илай-илай тыңлай, эстән генә ҡушылып йырлай. Бер көн күрше әбей менән өләсәһе сәй эсәләр.
– Нисек йөрәгегеҙ түҙеп тыңдайығыҙ, Мөниә? – тип һорай күрше. – Үҙәктәрҙе өҙә ләһә. Сыҙап бумай.
– Шул йөрәк ярһыуын тышҡа сығара инде бәпкәм, бөтөрҙө яуыз Гитлер өрлөктәй егеттәрҙе.
– Ҡуй инде, күрҙеләр аҫыл ирҙәр һуғышта күрмәгәндәрен. Үҙебеҙгә лә етерлек булды ыҙалары. Бынан быяғына бәхетле булырҙар балдар.
Әбейҙәрҙең әңгәмәһенә ҡолаҡ һала-һала көй тыңлай Ҡарасәс. Ысынлап та, өҙөлә ине үҙәктәре. Әллә айырылышыуҙарын һиҙгәнме? Күҙенән йәш китмәй торғайны ҡай саҡ буштан-бушҡа. Шул саҡтағы моң әле лә яңғырап торғандай. Ирекһеҙҙән, һарай башына ҡарап ҡуйҙы... Яратмаған. Яратһа, яҙыр ине. Ә ул билдәһеҙлектә ҡалдырҙы. Мине көтмә, тип кенә яҙһа ла ни була.
Хәтирәләргә сумып ултыра торғас, тағы күҙҙәре йәшләнде.
– Бына шула-аай! – тип һуҙып ҡысҡырып әйтеп ҡуйҙы ултырған ерендә өләсәһе һымаҡ. Кит, нимәгә илап, буҫығып ултыра. Күптәнән үҙен ҡулға алырға ваҡыт. Әллә ҡайҙағы, үҙен уйлап та бирмәгән егетте көтөп, ғүмерен заяға үткәреп? Етте, бөттө! Бөгөндән яңы тормош башларға. Алып китәм һандығымды, юғиһә, магниттай үҙенә тартып тик тора. Бөгөн үк алып китәм...
Урынынан тороп, сумкаһындағы күстәнәсен алып, ишек тотҡаһына элде. Көҙгөгә ҡарағайны, ҡот осҡос: илауҙан күҙҙәре ҡыҙарған, йомола яҙып тора. Һалҡын һыу менән йыуынырға тип йылғаға китте. Йылға буйындағы ағастар араһында үҙҙәре ял иткән эскәмйәлә ултырып, тынысланып, утарға ҡарай атланы...
...Ошо ваҡытта ҡапыл ғына ҡайтып төшкән Батырша Мөниә өләсәһе менән Көртмәлетау сабынлығында тәмләп урман сәйе эсә ине.
***
Әсәһе менән өләсәһен ҡыуандырып, кисләтеп кенә ҡайтып төшкәйне ул. Һөйөнөстән илашты әсәләре. Сәй эсеп алғас, ололар бер-береһен бүлдерә-бүлдерә төбәшә башланы.
– Батырша, һинең ҡылығың башыбыҙға һыймай. Нимә булды ул һеҙҙең арала? – Үҙҙәренә тынғы бирмәгән һорауға тиҙерәк яуап алғылары килде.
– Һөйләрмен! – Ул моңһоуланып, бер аҙ уйланып ултырҙы. – Иң тәүҙә Ҡарасәстең Нәҙершаға ҡарап “эйе” тиеүе асыуыма килде. Унан, эргәмә лә килеп тормайынса, өйҙән сығып йүгерҙе.
– Шул ғынамы сәбәп?!
– Ул бит илап миңә килде. Шунан бында йүгерҙек. Индек, ә һин юҡ, – тине Мөниә әбей. – Бына бит. Ҡыҙыулыҡ, сабырһыҙлыҡ нимәгә килтерә.
– Ай, әттәгенәһе, ҡылғанһың ҡылыҡты.
***
Бесән әҙерләүҙең һуңғы көндәре. Батырша звеноһы менән Уралда бесәндә ята. Көн дә ҡайтып йөрөмәйҙәр, ҡыуыштарҙа йәшәйҙәр. Малы менән күсеүселәр бар. Бесәндәре шунда. Ҡарасәс менән Надя техникумдағы эштәре буйынса ҡайтып киткәйнеләр. Һуңғы кәбәнде ослағас, Батырша ауылға юлланды. “Аҡбулатов, тағы берәй айҙан госпиталгә барырға тура килер”, тип ҡайтарғайнылар. Һиҙҙермәҫкә тырышһа ла, яралары өҙлөкһөҙ һыҙлай. Тағы операция кәрәк булыр, тигәйнеләр. Әсәһенә лә, Ҡарасәскә лә әйтеп тормағайны. Һөйгәнен һағынып, ашҡынып килеп ингәйне өйгә. Ә унда ҡустыһы ҡаршы алды.
– Оһо, брат, мине ишетеп килеп еттеңме?
– Һаумы, ҡустым! Ҡасандан өйҙәһең? Ишетмәгәйнем, – тине, ҡустыһына һағайып ҡарап.
– Кисәге. Таа-аак, көтә инем үҙеңде. Һин тик ятмағанһың. Киленең менән теттерәһең, тиҙәр.
– Теттермәйбеҙ, ә бер-беребеҙҙе яратабыҙ, – тине Батырша тыныс ҡына.
– Между прочим, ул минең законный бисәм.
– Бәй, үҙеңдеке ҡайҙа? Нишләп килмәне?
– Булһын да, ти. Икәү, өсәү ҙә положено. Әйҙә. – Нәҙерша стаканға ниҙер ҡойоп маташты. – Бер шешә генә ул. Бал. Юлда алғайным.
Был ни ғәләмәт! Күҙҙәре ҡыҙарған, сәсе туҙған, йоҙроғо төйнәлгән ҡустыһы тора алдында. Өйгә килеп ингәндә үк аңғарып ҡалғайны. Нимә булған? Нимә эскән шул хәтлем? Әллә юрый ҡыланамы? Әлдә Ҡарасәс өйҙә юҡ, тип уйлап та өлгөрмәне, уныһы ла күренде. Ишек шар асыҡ тора ине.
– Ҡасан килдең? – тип һораны борсолоп, Нәҙершаға ҡарамай ғына.
– Яңы инеп торам.
– Кәләш, кил яныма. Йырлап һыйла беҙҙе. – Ул урынынан ҡалҡып тороп, ҡапыл ҡыҙҙың беләгенән тартты, уныһы урындыҡҡа барып төштө.
– Нәҙерша, әкрен, самалап! – Батырша ҡустыһына һуғып ебәрҙе. – Күрһәтермен һиңә кәләште!
– Асыулыға шул етә ҡалды.
– Инвалид, кеше бисәһен һалдырып алырға ята. Шиш, минеке ул. Ҡарасты әпкитәм. Ишетһен ҡолағың.
Нәҙершаның ҡот-осҡос булып ҡыҙарған күҙҙәрен күреп, артабан нишләргә тигән уй үтте башынан Ҡарасәстең. Ҡоторған был. Йоҙроғо әҙер генә тора. Шул саҡ Нәҙерша кеҫәһенән ялтырап торған нәмә сығарып, артына йәшерҙе.
“Бысаҡ. Хәҙер ағаһын яралай. Былай ҙа яралы кешене нисек тә ҡотҡарыр, ә тегене әүрәтер кәрәк иң тәүҙә, аҙаҡ үҙе ҡасыр. Миңә теймәҫ, моғайын”, – тигән уй килде ҡапыл ғына.
– Ҡарас, китәһеңме минең менән? Ҡаршылашһаң, һеҙгә көн булмаясаҡ! – тип ҡысҡырҙы теге.
– Һиңә эйәрмәйәсәк! Ул һинеке түгел. Ни булды һиңә? Тилебәрән орлоғо ашаныңмы әллә? – Тыныс ҡына итеп ҡустыһына яҡынлашҡайны, уныһы ҡапыл тубығы менән ағаһының эсенә типте. Батырша эсен тотоп сүгәләне.
– Вот, фашистан ҡалған ғына эсәктәреңде беләгеңә урап ҡуям хәҙер.
– Нәҙерша, тыныслан, йәме, зинһар, ағайыңа теймә. Былай ҙа һыҙлана, һин өҫтәйһең, – тине Ҡарасәс инәлеп.
– Әйт уға, бараһыңмы минең менән хеҙмәт иткән еремә? – Ул эсен тотоп ыңғырашып ултырған ағаһына төртөп күрһәтте. – Миңә эйәрәһеңме?
Ҡурҡышынан ҡалтыранған Ҡарасәс, быны юхалап ҡына еңеп буласағын аңлап, “эйе” тип баш ҡаҡты. Хәйләһен Батырша аңлар барыбер.
– Во-оот, күрҙеңме?
– Ҡарасәс ипләп кенә килеп Нәҙершаны әүрәтергә кереште.
– Ошонда ятып ял итеп ал. Нимә менән һыйланылар? Ниңә ҡапыл енләнеп алдың да киттең? Ят-ят! – Ул Нәҙершаны үҙенең урынына ятҡырып, өҫтөнә ябып ҡуйҙы. Ҡулындағы бәкеһен алып урындыҡ аҫтына, төпкә, ташланы. Теге нисек ятҡан, шулай йоҡлап та китте. Шаршауҙы тартып, Батырша яғына килеп сыҡҡайны, ул – юҡ.
“Көтмәгән. Әллә ышандымы? Юҡ, илергән ҡустыһына ҡарамаҫ”.
Ул илай-илай Мөниә өләсәһенә йүгерҙе. Урмандан килеп кенә торған әбей килененең ҡиәфәтенән үк ниҙер булғанын аңланы.
– Нимә? Нәҙерша рәнйеттеме?
– Өләсәй, ул аҡылдан яҙған. Батыршаның эсенә типте. Йәлләмәне лә ағаһын.
– Ах, ҡоромағыр малай. Нишләгән ул?
– Эскәнгә оҡшамаған, еҫ-фәлән дә һиҙелмәне.
– Ғәмбәргә барып йөрөмәгәндер? Шул ҡотортоп, берәй нәмә эсереп ҡайтармаһа ярар ҙа. Ул ҡыҙға үҙ ишен тапһын, кеше араһын бутап, яңғыҙ ҡаңғырып йөрөмәһен, Хоҙайым, ярҙам ит, тип теләктәр теләйем... Йә инде, хәҙер бер ул ғынамы ни ишһеҙ... Кит, зат-ырыуҙа бумағанды, оятһыҙ. Илама, хәҙер уның күрмәгәнен күрһәтәм. Ағайға ҡул күтәрмәҫлек итәм. Әмәлен табырмын!
– Батырша ҡайҙа китте икән, өләсәй? Тиҙерәк кенә беҙгә барайыҡ.
Улар килеп ингәндә Нәҙерша бер ни белмәй йоҡлап ята, ә Батырша күренмәй ине. Ҡарасәс йүгерекләп уның кейемдәрен, сумаҙанын эҙләне.
– Өләсәй, киткән! Әйберҙәре урынында юҡ. Нишләйем мин хәҙер унһыҙ?! – Ул кәртә эсенә сығып, шунда үҫкән йыуан ҡайынды йоҙроғон ҡанатҡансы туҡмап, үкһеп иланы. Күҙ асып йомған арала донъяһы түңкәрелде лә ҡуйҙы.
– Сеү, балаҡайым, ярһыуын баҫыр өсөн берәйһенә инеп торғандыр. Килер, ҡайҙа ғына барһын, – тип ҡушылып иланы өләсәһе.
Бер аҙҙан Ҡарасәс һарай башын, йылға буйҙарын ҡараштырҙы. Унан әхирәтенә йүгерҙе.
***
Эсенең һыҙлауынан бигерәк тә өҙөлөп яратҡанының “эйе” тиеүе, бала һымаҡ иркәләп, яғымлы һүҙҙәр менән ҡустыһын тынысландырыуы, етмәһә, үҙенең түшәгенә ятҡырып ҡуйыуы асыуын ҡабартты. Нәҙерша иртәрәк килеп, әллә бергә булдылар микән, тигән уй тынғы бирмәне. Насар уйҙарҙан арынырға тырышты. Шаршау артында сөсөлдәшкәндәрен ишетмәҫ өсөн, көс-хәл менән урынынан ҡалҡып, башын һалҡын һыу менән йыуырға тип йылғаға китте. Әҙерәк тынысланып килеүенә ҡыҙҙан елдәр иҫкән. Мине көтмәгән, хәлемде лә белешмәне тип йәне көйҙө. Унан тиҙ генә әйберҙәрен йыйып, кәртә артынан оло юлға атланы. “Икебеҙҙең берен һайлар. Әгәр өйҙә ҡалһам, барыбер көн күрһәтмәҫ. Ҡарасәс Нәҙершаға ҡарамаҫ. Һәр хәлдә, уны ҡурсалар өсөн араларында күҙ көйөгө булып йөрөмәҫкә кәрәк. Дауахананан сыҡҡас, беленер. Әлегә уның ауылдан китеүе хәйерле. Тик һөйгәненә генә ҡағылмаһын. Араларына инһәң, киреһенсә, зыяны тейеүе ихтимал. Ҡарасәс бирешә торғандарҙан түгел. Етмәһә, Надяһы бар, яҡлашыр барыбер”, – шулай тип уйланды юлда Батырша. Әмәлгә ярағандай, күрше ауылдыҡылар ҡалаға дауаханаға китеп бара. Ултыртып алдылар. Йәйәү барғанға ҡарағанда арбала яҡшыраҡ.
Ҡабаттан тикшереп ҡарағандан һуң, элек үҙе операцияла ятҡан Кисловодск госпиталенә ебәрҙеләр. Һуғыш бөтөп, тыныс тормош башланһа ла, Батырша өсөн әжәл менән көрәш һаман дауам итте. Ауыр эш ярамаған, яраларын көсәйткән. Унда тағы операциялар яһап, ете ай буйы дауаланылар. Кисловодскиҙан һуң шунда дауаланып ятҡан фронтовик менән Мәскәүгә эшкә киттеләр. Тәүге аҡсаһын унан ебәрҙе. Аҙағыраҡ хат яҙҙы. Ҡайҙалығын әлегә Ҡарасәскә әйтмәҫкә ҡушты. Ҡайтҡас аңлатырмын, тине. Яуҙашы Викторҙың ҡатыны аша Ҡарасәстең техникумда уҡыуын, әсәләренең иҫән-һау, ҡустыһының Сәмәрҡәндтә хеҙмәтен дауам итеүен белеп тынысланды.
Шулай итеп көндәр, айҙар, йылдар үтте лә китте.
***
– Хәҙер үк аңлат, ниңә, ни өсөн киленгә хат яҙманың? Әллә яратмағаныңды һиҙеп шулай ҡыландыңмы?
– Ныҡ яратҡанғалыр. Үҙемде зәғиф тип тойҙом. Ҡатын алып, балалар үҫтерерлек ҡиәфәттә түгел инем. Врачтар, әлегә өйләнергә тырышма, нығынып ал, тигән кәңәш бирҙе. Миңә шул етә ҡалды. Ҡыҙға белгертһәм, көтмәҫ, кейәүгә сығып ҡуйыр тип ҡурҡтым.
– Етер, инде эргәбеҙҙә генә дауалан, ситтә йөрөүеңде туҡтат.
– Шуға ҡайттым бит.
– Ҡарасәс кейәүгә сыҡҡан булһа нишләр инең?
– Ул эшләгән дауахананан сығышмаҫ, шунда тик ятырмын.
– Һаман шаяра, кеше ысынын һөйләй.
– Мин дә ысынын әйтәм.
– Ярай, балаҡайым, күрешерһегеҙ, аңдашырһығыҙ. Беҙгә һөйҙәгәнеңде уға ла белгертерһең. Ял ит, һуң булды.
***
Иртәнсәк өләсәһе ейәнен Көртмәлетауға алып китте.
– Сабынлыҡты күреп йөрөп ҡайт. Һағынғанһыңдыр. Һәнәк-тырмаларҙы, сәйнүкте алып ҡайтайыҡ. Йәшертеп киткәйнек. Әсәйең эштән ҡайтҡансы йөрөп әйләнербеҙ.
– Барайыҡ. Һағындым сабынлыҡты.
Шөкөр, бесәнде тиҙ алдыҡ. Кеше ялданыҡ ебәргән аҡсаңа, “һә” тигәнсе эштәшеп бирҙеләр.
Сабынлыҡта Батырша Ҡарасәс менән бесән сабыуҙарын, сәй эскән, еләк ашатышҡан урындарҙы һағынып, күҙ алдына килтереп, сикәләре ҡыҫып-ҡыҫып алды. Мәтрүшкәле сәй эскәс, йөрәк һыҙланыуҙары баҫыла төшкәндәй булды...
– Урман сәйе тәмле шул!
– Урманда сәй эсеүҙәре үҙе бер ғүмер! Йәнгә рәхәтлек алаһың.
– Яйлап йөрөп килеп, өйгә инергә булғайнылар, тотҡалағы яулыҡҡа төрөлгән әйберҙе күреп Мөниә әбей ҡысҡырып ебәрҙе:
– Килен килгән! Бына яулығы эсендә бөртөк сәйе. Зауыттан ошо сәйҙе әпкилә ул гелән. Бына ҡара, балам, уныҡы.
– Ысынмы? Уныҡымы?
– Кемдеке атыу, уныҡы!
Һаман өйгә инмәй торалар ине, күрше Ғәйникамал әбей килеп:
– Баяғы духтыр килен ошонда болдорҙа ултыра ине. Һеҙ бумағас, сәйгә индерәйем тиһәм, киткән. Йылға буйында тора ине аҙаҡтан.
– Әйтәм бит, бында.
Батырша өләсәһе менән күршеһен икеһен бергә ҡосаҡлап һөйҙө лә һыу буйына йүгерҙе.
– Йә, Аллам, балағынамдың китек күңелен бөтәйт! Һәр икеһенең күңелдәренә миһырбанлыҡ һал. Сәкинәгә һөйөнсөләйем, фермаға йүгерәйем.
– Иптәп, эләгеп йығылма! Аллам ярҙам бирер былай ҙа. Килеүҙәренә самауыр ҡуяйым. – Ғәйникамал әбей аласыҡҡа инеп китте.
***
Йоҡламаны әбей төнө буйы. Төнгө намаҙын уҡып, тиҫбе тартып, доғалар уҡып, тәҙрәһенән ҡаршы өйҙән күҙен алмай ултырҙы.
“Бындалар микән? Иртәнге сәйгә индерермен!”
Ул таң һарыһынан шишмәгә һыуға барырға булды. “Кеше-ҡара йөрөмәгәндә иң таҙаһын апҡайтып, сәйгә индерәйем”.
Ауыл уянмаған. Томан. Йылғаға етер саҡта әбейҙең күҙенә ике шәүлә салынды. Әллә томандан, әллә йоҡламағандан күҙҙәр тонған, ахырыһы, тип сырт-сырт йомдо. Йә, Хоҙай! Минекеләр! Ул туҡтап ҡалды. Етәкләшеп килгән икәү шишмәнән йылғаға ҡушылған урындан услап һыу эсеп, бит-ҡулдарын йыуҙылар.
“Эсегеҙ, тәмле, саф һыу эсегеҙ, балаҡайҙар. Йыуынығыҙ, нисәмә йылғы һағыш-хәсрәттәрегеҙҙе осмот та ҡалдырмағыҙ, йылғаға ағыҙығыҙ! Бәхетле көндәрегеҙ килде!” – тип ҡыуанып, улар күреп ҡалмаҫ элек эргәләге әрәмәлеккә инеп юғалды.
Дауамы бар.