Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
27 Ғинуар 2024, 09:00

Әҙәбиәт йорто буласаҡ

Сөнки автор ни тиклем талантлы булып, заманыбыҙҙы борсоған ни тиклем шәп әҫәр яҙмаһын, әгәр ул ваҡытында донъя күрмәй икән, бының яҙыусыға ла, китап уҡыусыға ла, ғөмүмән, халыҡҡа файҙаһы юҡ тигән һүҙ.

Әҙәбиәт йорто буласаҡӘҙәбиәт йорто буласаҡ
Әҙәбиәт йорто буласаҡ

Күптән күрмәгән Яҙыусылар союзы бинаһына ремонт, Әҙәбиәт йорто булдырыу, грант аҡсаларын арттырыу, яҙыусыларҙың халыҡ-ара бәйләнештәрен, дуҫлығын нығытыу...  Республика Башлығы Радий Хәбиров республика әҙиптәре менән осрашыуҙа  ошолар хаҡында һүҙ алып  барғанда, моғайын, һәр ижадсының йөҙөндә  яҙыусы хеҙмәтенә оло хөрмәт тойғоһо уянғандыр. Былар барыһы ла ҡәләм әһелдәренең ижадына үҫтереүгә булышылыҡ итеүгә, уны халыҡҡа, китап уҡыусыға еткереүгә, китап уҡыусыны тәрбиәләүҙә үҙ өлөшөн индереүҙә  һөҙөмтәле йоғонто яһауы бәхәсһеҙ.  Сөнки автор ни тиклем талантлы булып, заманыбыҙҙы борсоған ни тиклем шәп әҫәр яҙмаһын, әгәр ул ваҡытында донъя күрмәй икән, бының яҙыусыға ла, китап уҡыусыға ла, ғөмүмән, халыҡҡа файҙаһы юҡ тигән һүҙ. Тап ошо изге маҡсаттар киләсәктә күп милләтле республика әҙәбиәтен үҫтереүгә етди йоғонто яһаясаҡ. 

Аллаға шөкөр, был йәһәттән һуңғы осорҙа республикабыҙҙа ныҡлы  иғтибар бирелә. Мәҫәлән, былтыр Башҡортостан Яҙыусылар союзы менән берлектә  “Шоңҡар, “Тулпар” журналдары менән берлектә  йәш яҙыусылар араһында үткәрелегән  “Асыш” конкурсы шуның асыҡ дәлиле. Сөнки бындай ижади бәйге күптән ойошторолмаған.  Конкурста проза, поэзия буйынса етмештән ашыу автор үҙ көсөн һынаны, еңеүселәргә аҡсалата бүләктәр бирелде.  Киләсәктә йәш ҡәләм әһелдәренең әҙәбиәтебеҙҙең төп көстәрен билдәләренә шик юҡ.

В. ШАХОВ фотолары.

Әҙәбиәт йорто буласаҡ
Әҙәбиәт йорто буласаҡ
Әҙәбиәт йорто буласаҡ
Әҙәбиәт йорто буласаҡ
Әҙәбиәт йорто буласаҡ
Әҙәбиәт йорто буласаҡ
Әҙәбиәт йорто буласаҡ
Әҙәбиәт йорто буласаҡ
Автор:
Читайте нас