Профессор дәрес ваҡытында кеҫәһенән мең һум сығара ла:
- Кемгә аҡса кәрәк? — тип һорай. Студенттарҙың бараһы ла ҡулын күтәрә.
- Мең һумды берегеҙгә мотлаҡ бирәм, тик унан алда ошолай итәм, — ти ҙә профессор аҡсаны йомарлай. — Хәҙер кемгә кәрәк?
Баш тартыусылар булмай.
- Әгәр ошолай итһәмсе, — тип профессор аҡсаны иҙәнгә ташлап, тапай. — Ә хәҙер кем мең һумды алғыһы килә?
Берәү ҙә ҡулын төшөрмәй.
- Күрәһегеҙме, нисек килеп сыға? Аҡсаны ни тиклем йомарлаһам да, тапаһам да, бысратһам да, һеҙ унан баш тартманығыҙ. Сөнки ул ниндәй генә хәлдә булмаһын, үҙ ҡиммәтен юғалтмай. Кешеләр менән дә шулай булырға тейеш. Ҡайһы саҡ үҙебеҙҙе бер кемгә лә кәрәкмәгән кеүек тоябыҙ. Әммә ни тиклем тапаһалар ҙа, бысраҡ менән бутаһалар ҙа, кешенең ҡәҙере юҡҡа сыҡмай.
НИМӘ БУЛҒАНЫ, НИМӘ БУЛЫРЫ — МӨҺИМ ТҮГЕЛ. БЕР ВАҠЫТТА ЛА ҮҘЕҢӘ ҠАРАТА ХӨРМӘТТЕ ЮҒАЛТЫРҒА ЯРАМАЙ. УҢЫШТЫҢ ВАҠЫТЛЫСА КИТЕҮЕ ИХТИМАЛ, ӘММӘ ҮҘЕҢӘ ЫШАНЫС ҺӘР ВАҠЫТ БУЛЫРҒА ТЕЙЕШ.
Тәржемә.