Бер ҡатын аҡыл эйәһенән ярҙам һорарға була:
- Улыма күҙ тейгеҙҙеләрме, ҡарғанылармы — белмәйем, финиктан башҡа бер нәмә лә ашамай. Инде нимә эшләргә лә белмәйем. Берәй кәңәш бирегеҙ инде, зинһар.
Аҡыл эйәһе малайға бер аҙ ҡарап торғас:
- Иртәгә килегеҙ, ярҙам итергә тырышырмын, —ти. Иртәгеһенә әсәле – уллы аҡыл эйәһенә тағы ла килә. Ул малайҙы алдына ултырта ла:
- Улым, донъяла башҡа тәм-том да бар икәнен онотма, — тип малайҙың финиктарын ала.
Аптыраған ҡатын:
- Быны кисә үк әйтә ала инегеҙ бит, — ти.
- Кисә мин улай тип әйтә алмай инем, сөнки үҙем финиктарҙы рәхәтләнеп ашаным, — ти аҡыл эйәһе.
КЕМГӘЛЕР АҠЫЛ ӨЙРӘТЕР, КӘҢӘШ БИРЕР АЛДЫНАН ҮҘЕҢ БЫЛ АҠЫЛ МЕНӘН ҠУЛЛАНАҢМЫ, ӘЛЛӘ ЮҠМЫ ИКӘНЕҢДЕ ОНОТМА. ДОНЪЯНЫ ҮҘГӘРТӘМ ТИҺӘҢ, ҮҘЕҢДӘН БАШЛА!
Тәржемә.