Әсәйемдең биш ҡыҙы барлығын, һәр саҡ хәстәр-хөрмәттә йәшәгәнен күргән апай уға: “Һин бәхетлеһең... Минең дә ҡыҙым бар ул, тик сит илдә йәшәй, ике йылға бер ҡайтһа ла шәп. Скайп аша аралашабыҙ көн дә тиерлек... Күреп һөйләшеүгә етәме инде...” – тиер ине.
Улы һәм килене менән торған әсә, ситтән ҡарағанда, насар йәшәй тип әйтеп булмай – балалары тәртипле, тәрбиәле, иғтибарлы, һәр хәлдә, оло кешене артыҡ күреп зарланғандарын ишеткәнем юҡ. Тик тыныс күренгән тормошона ла апайҙың үҙ ҡарашы бар икән...
...Кәре китеп, донъя мәшәҡәттәрендә бергәләшә алмай башлағандан алып, үҙенә йыһазға кеүек ҡараш барлыҡҡа килгәнен һиҙемләй Сәмәрә апай. Юҡ, әрләшеү-тәмһеҙләшеү юҡ ғаиләлә, быны ул яҡындарының күҙ ҡараштарынан, ым-ишараһынан тойоп, күңеленә яҡын алып көйәләнә.
Ҡарты менән ике бала – ҡыҙ һәм ул – үҫтереп, кинйәләре менән ғүмергә бергә йәшәргә яҙған уларға. Ҡыҙҙары уҡып бөткәс, сит илгә ял итергә сығып киткән еренән ҡайтмай, ҡырҙа төпләнеп ҡала, ике йылға бер ҡайтһа ла хуп. Улдары өйләнгәс, фатир ҙур, айырым сығып йөрөмәгеҙ, тип эргәләрендә ҡалдыралар. Ул ваҡытта үҙҙәренең емертеп донъя көтөр шәп, көслө саҡтары була шул. Бер-бер артлы тыуған ике ейәндәрен ысын мәғәнәһендә тәрбиәләшә олатай менән өләсәй: спорт секцияларына, түңәрәктәргә йөрөтәләр, мәктәптә ата-әсәләр йыйылыштарында ла ҡатнашалар. Ҡыҫҡаһы, бар хеҙмәт-тырышлыҡтары улдары менән килендәре, ейәндәре өсөн була уларҙың. Тылдары ныҡлы булғас, улары балаларын тыныс күңел менән ата-әсәгә ҡалдырып, отпуск алып диңгеҙ буйҙарына, ял йорттарына йөрөй, бер ниндәй хәсрәт күрмәй йәшәйҙәр.
Шулай ыңғай ғына барған тормошҡа бер көн бәлә килә: көтмәгәндә оло ғаилә башлығы, инфаркт кисереп, баҡыйлыҡҡа күсә. Донъя түңкәрелгәндәй була Сәмәрә өсөн. Шулай ҙа ул бирешмәҫкә, артабан йәшәргә ынтыла. Яңғыҙ түгелмен, эргәмдә яҡындарым бар, тип йыуана.
Әммә ҡартлыҡ берәүҙән дә һорап тормай килә. Һуңғы йылдарҙа Сәмәрә апай бирешә башлағанын һиҙә, элеккеләй донъя тотҡаһы түгел инде ул. Улы хәҙер пландарын һөйләмәй, кәңәшләшмәй, ә килененең быға тиклем дә әллә ни алсаҡлыҡ күрһәткәне булмай. Ейәндәре менән мәж килгән ваҡыттар ҙа үткән заманда тороп ҡалған, ҙурайғандар инде, хәҙер өләсәй янына һирәгерәк инәләр.
Уңайһыҙ хәлдәргә лә күп тарый хәҙер Сәмәрә әбей. Бер көн ашап ултырғанда, ҡулы ҡалтырап, ҡалағы иҙәнгә төшөп китә. Улы менән килененең йөҙҙәрендә ҡәнәғәтһеҙлек күрә лә үҙен эшкинмәгәнлектә ғәйепләй. Тештәре булмағанлыҡтан, ашамлыҡ валсыҡтары ла түшенә төшөп кенә бара, бының өсөн уға ерәнеп ҡараған һымаҡтар. Унан да ғәрлеклерәк хәлгә тарый әле ул, уныһын иҫкә төшөргөһө лә килмәй. Бер ҙә өндәшмәгән килененең: “Әллә юрый ҡылана ул”, – тип һөйләнеүе һаман ҡолағы төбөндә яңғырағандай. Уларға түгел, үҙенә ныҡ йәне көйгән ҡатын: “Ярай, ҡартайғас, хәлемде аңларһығыҙ әле”, – тип эстән әрнеп ҡуйыуҙан үтә алмай.
Тағы бер нәмәне күңеленә ауыр ала оло йәштәге әсә: балалары һуңғы тапҡыр ҡунаҡ йыйғанда уны өҫтәл янына саҡырмай. Һорашҡандарға “ул ауырып тора” тип ишекте нығытып ябып ҡуялар хатта. Тимәк, мине кешегә күрһәтергә уңайһыҙланалар, ғәрләнәләр, тигән һығымта яһай әбей, уйланып ята торғас. “Быйыл Ураҙа ғәйетендә лә өйҙә япа-яңғыҙы ултырҙым, бер ҡайҙа сыға алманым. Ә улым менән киленем дуҫтарында ҡунаҡта йөрөнө. Ҡартайһаң, шулай кешелек исемлегенән төшөп ҡалырға ла күп кәрәкмәй икән. “Тиң-тигеҙ йәшәгеҙ” тигән теләкте ошолай йәмәғәтенән тороп ҡалып, яңғыҙлыҡ кисергән берәйһе тәүгә әйткәндер, моғайын. Ҡартым иҫән булһа, бер-беребеҙҙе ҡайғыртып, терәк булып йәшәр ҙә ятыр, әлегеләй үкенес ҡорттары мейемде бырауламаҫ ине, гел генә үткәндәрҙе иҫләп ултырмаҫ инем”, – тип әрней Сәмәрә апай. “Ниңә генә яңғыҙымды ҡалдырып, мәңгелеккә алдан юлландың?” – тип һәр көйөнөсөнән һуң әллә ҡасан үлгән бабайын әрләүҙе ғәҙәт иткән ул.
Сит кешеләрҙең йыуатыу һүҙҙәренә, кәңәштәренә мохтажлыҡ кисермәй әсә. Уның ихласлыҡты ла, ике йөҙлөлөктө лә тиҙ тойоп ала торған ҡылдай нескә күңеле бөтөн булһын да балалары тарафынан иғтибар, ихтирам күберәк булһын – шул ғына.
Әҡлимә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.
Фото:Яндекс.Дзен.