Закир ӘҠБӘРОВ
Повесть
Сөңгөлдөң сиге юҡ
1
Егет ултыра. Хәҙер ике ай инде “следственный изолятор” атлы төрмәлә ултыра. Уйҙары һуңғы бер йыл эсендә булып үткән ваҡиғаларҙы барлай. Башында мең-мең һорауҙар. Нисек был хәлгә төштө һуң ул? Бынан ҡотолоу юлдары бармы? Билдәһеҙлек…
…Студент ятағының тынсыу бүлмәһенән егеттәр урамға сыҡты. Киске ҡала ығы-зығыһы үтеп бөтмәгән ине әле. Нисек үтеп бөтһөн инде, был бит Рәсәй тормошо, Рәсәй халҡының үҙенсәлеге. Яңы йылды гөрләшеп үткәреп кенә ебәргәндәр ине, алда Раштыуаһы көтөп торған икән. Унан һуң иҫке Яңы йыл ғәләмәтенә лә йыраҡ ҡалмаған. Раштыуаһы уның Раштыуа инде. Урыҫтар өсөн генә түгел, француз менән инглиздәр өсөн дә. Тик улар уны урыҫтарҙан ун көн алда байрам итеп өлгөрә. Хәйер, байрам яратыусылар католиктар Раштыуаһын да ситкә типмәй. Шулай итеп, ҡайһы бер әҙәмдәр декабрҙә үк байрам итә башлай ҙа кәйеф-сафаларын февралгә тиклем дауам итә.
Әғләм менән Таһир ундайҙарҙан түгел, студенттар. Тик уларға ла бөгөн сәбәп табылды: сираттағы имтиханды тапшырып, елкәләрендәге ауыр йөктән ҡотолдолар. Әғләм – ”бишкә”, Таһир – “өскә”. Ниңә, “өс” булһа ла, экзамен бирелгән бит әле ул, ҡойроҡ түгел. Стипендия мәсьәләһенә килгәндә инде, Таһир Әғләм кеүек ярлы түгел, атаһы – бер өйөр йылҡы малына эйә фермер, итләтә, ҡаҙылата ла, аҡсалата ла тамыҙып ҡына тора. Тик уҡыһын ғына, тик диплом ғына алһын. Атаһы кеүек ғүмер буйы һәнәк тотоп һыҙырылмаһын. Шуның өсөн имтиханды “йыуырға” тигән тәҡдимде лә Таһир индерҙе. Ҡайһы студенттың ундай һыйҙан баш тартырға батырлығы етһен. Икәүләп ултырып, ҡаҙы ҡапҡылап, бер шешә хәмерҙе төпләп ҡуйҙылар. Иҫереүен әллә ни иҫереп китмәнеләр ҙә, көрәйгән күңелдәре егеттәрҙе урамға саҡырҙы. Улар беренсе курсҡа килгәс үк дуҫлашҡан инеләр, биш йыл була, һаман береһенең һүҙен икенсеһе йыҡмай йәшәйҙәр. Юҡҡа ғына бар курс уларҙы “Ағылый менән Тағылый” тип атамай шул. Әғләме кәүҙәгә оҙон, йөҙгә сибәр, Таһиры тәпәшәк буйлы, йыуаныраҡ кәүҙәле, һипкелле йөҙлө. Уның тиҙ ҡабына, тиҙ һүрелә торған ғәҙәте бар. Әғләм яйыраҡ ҡуҙғала, уйлабыраҡ эш итә, әммә бер ҡарарға килһә, кире ҡайтарырмын тимә. Бәлки, бына ошондай холоҡтары был икәүҙе бер-береһенә бәйләп тоталыр.
Ә урам!.. Халыҡ гөж килә. Ҡара күк төбөнән әкрен генә ябалаҡлап ҡар яуа. Эре-эре ҡар бөртөктәре, байрам үтһә лә, әле һаман ҡуҡырайып ултырған шыршыны биҙәй, бар майҙанды төрлө төҫтәргә керетеп яҡтыртҡан меңәрләгән лампочкаларға һырылып ирейҙәр, кешеләрҙең өҫ кейемдәренә ҡунып, ирҙәрҙе Ҡыш бабай, ҡатын-ҡыҙҙы Ҡарһылыу итергә самалайҙар.
Оҙаҡламай тротуар буйлап ни сәбәпһеҙ, ни маҡсатһыҙ китеп барған егеттәрҙең дә баш кейемдәре, курткалары ап-аҡ булды.
– Беҙ ҙә Ҡыш бабайға әйләндек, – тип көлдө Әғләм.
Таһир тирә-яҡҡа күҙ ташлағандай итте лә:
– Әйләнеүен-әйләндек тә, эргәбеҙҙә Ҡарһылыуыбыҙ юҡ бит әле, – тип дуҫына ҡушылып көлдө.
Әмәлгә ҡалғандай, яндарынан ике ҡыҙ үтеп бара ине. Ҡыҙҙар егеттәрҙең әҙерәк һалмыш булыуын аңғарҙылар, булһа кәрәк, был икәүҙе ғәйепләгәндәй, һөҙөп ҡарап үттеләр.
Таһир, сибәрҙәргә һоҡланыуын белдереп, ат һуғарғандай һыҙғырғылап алды.
– Бына бит, беҙгә тигән Ҡарһылыуҙар! Әйҙә, шуларҙы ҡармаҡлап ҡарайыҡ. Беҙҙең кеүек студенттар, ахырыһы. Кафеғамы, төнгө клубҡамы саҡырайыҡ… Аҡса бар…
Ҡайһы саҡта бына шулай гусарҙар кеүек ҡылана торған ғәҙәте бар Таһирҙың. Әғләм, мыҫҡыллы йылмайып:
– Маҡтанма. Минең кеҫә лә буш түгел дә ул. Бәйләнергә кәрәкмәҫ, әллә нимә уйлауҙары бар, – тине.
– Кәүҙәң әзмәүерҙәй, төҫөң-башың да нишауа, ошо ҡыйыуһыҙлығың арҡаһында ҡатынһыҙ тороп ҡалырһың инде һин. Бына мине “йомғаҡ” тип мыҫҡыл итһәләр ҙә… Әйҙә!.. – Таһир, аҙымын тиҙләтә биреп, ҡыҙҙарҙы ҡыуып етте, алдарына арҡылы сығып ҡоласын йәйҙе.
– Ҡыҙҙар-ҡыҙҙар, туҡтағыҙ әле. Һеҙ икәү моңайып китеп бараһығыҙ, беҙ икәү иләҫ-миләҫ йөрөйбөҙ…
Ҡыҙҙарҙың килешле кәүҙәле, сибәр йөҙлөһө Әғләмгә ҡарап мыҫҡыллы йылмайҙы:
– Башығыҙға хәмер шауҡымы һуҡҡас, иләҫ-миләҫ булырһыҙ инде…
Хатта мыҫҡыллы йылмайһа ла, ысынлап сибәр ине ҡыҙ. Дуҫы әйткәнсә, әҙмәүерҙәй егет, ҡаршы һүҙ таба алмай, юғалып ҡалды. Ә Таһир еңел генә бирешергә теләмәне.
– Нишләп инде ялындырырға йыйынаһығыҙ, ҡыҙҙар? Көн матур. Яңы йыл байрамы һаман дауам итә. Нишләп беҙгә берләшмәҫкә лә бөгөнгө кисте бергә уҙғармаҫҡа? Әйтәйек, бына был “Сакура” атамалы кафеға кереп, самурайҙарҙың сакэ атлы хәмерен һемереп, суши-мушиҙарынан ауыҙ итмәҫкә.
– Беҙ теләһә кем менән кафеларға, ресторандарға йөрөй торған ҡыҙҙар түгел, – тине ҡыҙҙарҙың оҙон кәүҙәлеһе, уҫал итеп.
– Тем более иҫеректәр менән, – тип өҫтәне әхирәте.
– Нисек инде теләһә кемдәр? Бындай һүҙҙәр менән рәнйетәһегеҙ беҙҙе, ҡыҙҙар. Беҙ – юҡ-бар әтрәгәләмдәр түгел, намыҫлы бизнесмендар. Бына был сибәр егет Данияр була, мин уның тоғро дуҫы Фатих. Йә, хәҙер үҙегеҙ менән таныштырып китегеҙ инде.
Әғләм был мәғәнәһеҙ әңгәмәгә ҡушылырға бик теләмәгән ине лә, ҡыҙҙарға бер текәлеп ҡарағас, ҡушылмай ҡала алманы. Сибәрҙәр шул! Буй-һыны килешлеһе бигерәк тә. Оҙоно кеүек сәсрәп тә бармай. Ә инде ҡиммәтле кафела һыйланыр мөмкинселегенә килгәндә… Әлеге мәлдә бик үк хәйерсе лә түгел ул. Үткән йәй университеттың ярҙамсы хужалығында комбайнер булып эшләгәйне. Хеҙмәт хаҡын да ярайһы түләнеләр. Йыл һөҙөмтәһе буйынса түңәрәк кенә сумма менән бүләкләп ташланылар.
– Ниңә, ҡыҙҙар, – тип дуҫы тәҡдименә ҡушылды ул, – ике намыҫлы егет ике сибәр ҡыҙ менән ошондай матур кистә ял итергә самалай икән, был һис тә гонаһ эш түгел. Әйҙәгеҙ һуң, инде бында аяҡөҫтө үҙегеҙ менән таныштырырға теләмәйһегеҙ икән, ингәс, ултырышҡас, иркенләп танышырбыҙ.
Дуҫының һүҙҙәре Таһирға көс өҫтәгәндәй булды. Ул “оҙон”до ҡултыҡлап алып, кафе яғына боролорға уҡ самаланы. Үҙе ым менән Әғләмде лә батырыраҡ булырға саҡырҙы. Шул саҡ көтөлмәгән хәл булды. “Оҙон” сәбәләнә-сәбәләнә:
– Ҡотҡарығыҙ! Бәйләнәләр! – тип ҡысҡырып ебәрҙе.
Үтеп-һүтеп йөрөгән халыҡ, бәлки, был мажараға иғтибар ҙа итмәҫ ине. Аҙмы ни урамда сырсыулашҡан йәштәр. Тик тротуар ситенә патруль машинаһы килеп туҡтаны, унан ике полицейский сығып, егеттәрҙең ҡулдарын ҡайырып тотоп, эләктереп алды.
– Кто такие? Документы?
Ҡыҙҙар янында ғына батыр Таһир бөтөнләй ҡаушап ҡалды. Әғләм, тыныслыҡ һаҡларға тырышып:
– Аграр университет студенттары, иптәш лейтенант, – тине. – Документтар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ятаҡта ҡалған.
Шул саҡ ҡыҙҙарҙың оҙоно “ҡулға алынған” егеттәргә мыҫҡыллы ҡараш ташланы.
– Намыҫлы бизнесмендар, имеш…
– Ә һеҙ кемдәр?
– БДУ студенткалары, – тип яуап бирҙе сибәр ҡыҙ.
– Инфак! – тип өҫтәне “оҙоно” ғорурлыҡ менән. – Не ровня этим лапотникам. Студент билеттарыбыҙ ҙа үҙебеҙ менән.
– Нимә, бәйләнделәрме һеҙгә был иҫерек әтрәгәләмдәр?
– Беҙ әтрәгәләмдәр түгел, товарищ лейтенант… – тип ҡарышырға маташты, ниһайәт, аңына килгән Таһир.
– Тамбовский волк тебе товарищ. Молчи пьяница без документов.
– Йә, бәйләнделәрме?
– Юҡ, танышырға ғына… – тип башлағайны сибәр ҡыҙ.
– Һин нимә, Әлиә? – тип бүлдерҙе уны әхирәте. – Приставали, приставали, товарищ полицейский. Куда то пытались тащить…
– Һин дә инде, Фроза, артығын ҡыланаһың…
Әғләмдең башынан күңелһеҙ уй йүгереп үтте: “Ниһайәт, таныштыҡ, булһа кәрәк. Сибәре – Әлиә, оҙоно – Фроза…”
– Там разберемся с этими хулиганами, – тип тәртип һаҡлау хеҙмәткәрҙәре дүртәүһен дә зәңгәр билле йәшел УАЗ-ға индереп ултырттылар ҙа полиция бүлегенә алып киттеләр.
– А может быть не только хулиганы… – тип тә өҫтәне сержанты, тәмәкеһен ҡабыҙып.
– Беҙ бында причем? Нишләп беҙҙе ҡулға алдығыҙ? – тип бәйләнергә маташҡайны ла ҡыҙҙарҙың Фроза исемлеһе…
– Ҡулға алманыҡ, мадмуазель, доставляем в отделение в качестве свидетелей, – тине лейтенанты эре генә.
– А может быть и в качестве потерпевших… – тип ҡеүәтләне уның һүҙҙәрен тағы ла сержанты.
Полиция бүлегендә ике уяу хеҙмәткәр ҡулға алынған дүртәүҙе дежурныйға тапшырып, нимәлә ғәйепләнеүҙәрен аңлаттылар ҙа үҙ юлдарында булдылар. Дежур офицер, аңлатма яҙҙырып, ҡыҙҙарҙы ҡайтарып ебәрҙе, егеттәрҙе “обезьянник” тип аталған тимер рәшәткәле бүлмәгә керетеп бикләне.
Егеттәр төндө зинданда йоҡоһоҙ үткәрҙе. Полицияның ни өсөн былай уҫал ҡыланыуына ла яуап таптылар. Көҙөн ниндәйҙер әҙәм аҡтыҡтары төнгө паркта БДУ-ның беренсе курсҡа ингән ике студенткаһын көсләп үлтергәндәр ине. Енәйәтселәрҙе һаман тота алғандары юҡ. Быларҙы ла шундай енәйәт ҡылырға йыйынған ҡәбәхәттәргә тиңләнеләр түгелме? Улай булһа, эштәре харап. Һуҡмыштар, документтары юҡ, урамда таныш булмаған ҡыҙҙарға бәйләнәләр
Төрмәгә ултыртып ҡуйыуҙары ла мөмкин. Ултыртмайса, был “енәйәт” тураһында ректоратҡа хәбәр итһәләр, бына-бына алабыҙ тип тырышҡан дипломдан ҡолаҡ ҡағып ҡуйһалар ҙа яҡшы түгел.
Иртән ике “енәйәтсене” бер бүлмәгә алып кереп бармаҡ эҙҙәрен алдылар. Яңынан “маймыл бүлмәһендә” байтаҡ ҡына зарыҡтырҙылар. Пеләш башлы, һары мыйыҡлы, көләс йөҙлө капитан кабинетына индергәс кенә егеттәрҙең шик-шөбһәләре бер аҙ тарала төштө.
– Нимә, ҡурғаш һалдаттар, – тип ҡаршы алды ул егеттәрҙе. – Бәхетегеҙгә, деканатығыҙ һеҙҙең бишенсе курс студенттары Бәхтиев Әғләм Мәһәҙи улы менән Харисов Таһир Заһир улы икәнлегегеҙҙе раҫланы. Иң әһәмиәтлеһе: бармаҡ эҙҙәрегеҙ теге ҡәбәхәттәрҙекенә тап килмәне. Икенсе ваҡыт төнөн урамда ҡыҙҙарға бәйләнеп йөрөмәгеҙ! Ә хәҙер юғалығыҙ күҙ алдымдан!.. Был ППС-сыларҙы ла… Нашли, понимаешь, преступников…
Альбина Таҡалова һүрәте.