Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
21 Февраль 2024, 10:00

Һеҙ балағыҙ менән ниндәй телдә һөйләшәһегеҙ?

Көндәрҙең бер көндө ошо шәхесте Матбуғат йортонда күрҙем. Улы менән килгәйне ул. Инде ҡырҡ йәштәрҙәге улы менән русса ғына  һөйләшә ине. “Ағай, ниндәй телдә һөйләшәһегеҙ ул?” – тип һорарға теләгәйнем дә, тыйылып ҡалдым.

Был шәхес республикала киң билдәле, маҡтаулы исемдәре лә бар. Төрлө сараларҙа йыш күрергә була уны. Һәр ваҡыт тел, милләт, рух тураһында ялҡынланып шиғырҙар уҡый. Көндәрҙең бер көндө ошо шәхесте Матбуғат йортонда күрҙем. Улы менән килгәйне ул. Инде ҡырҡ йәштәрҙәге улы менән русса ғына  һөйләшә ине. “Ағай, ниндәй телдә һөйләшәһегеҙ ул?” – тип һорарға теләгәйнем дә, тыйылып ҡалдым. Йәнә тағы бер миҫал. Ғүмере буйы юғары вазифа биләгән ханымдың балалары русса ғына һөйләшә. Бының сәбәбен: “Беҙҙең ҡалала башҡортса һөйләшергә тыя торғайнылар”, - тип яуапланы. Шуныһы ҡыҙыҡ – шул уҡ ҡалала беҙҙең ауылдан да оло ғына апай йәшәй. Юҡ, ул юғары түгел, урта белем дә ала алмаған. Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килеп, ете класс белем менән генә сикләнергә тура килгән. Шул апайҙың дүрт балаһы ла рәхәтләнеп башҡортса һөйләшә.  Һәр береһе юғары белем алған. Ә һеҙ балағыҙ менән ниндәй телдә һөйләшәһегеҙ? "Башҡортса һөйләшмәгеҙ! Телегеҙҙе киҫәбеҙ", - тип әйткәндәре юҡмы? 

Һеҙ балағыҙ менән ниндәй телдә һөйләшәһегеҙ?
Һеҙ балағыҙ менән ниндәй телдә һөйләшәһегеҙ?
Автор:
Читайте нас