Шоңҡар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Күңелем һандығы

Бына һандыҡтағы бер төйөнсөктән өләсәй аҡ ҡына тоҙ кеүек нәмә сығара. Беҙ беләбеҙ, был – әсеүташ. Ауыҙ боҙолһа, тел өҫтөнә төйөр сыҡһа, өләсәй ошоно ялата. Әскелт тәме ауыҙҙы ҡурып алғандай була. Шулай ҙа ул бик тәмле, танһыҡ. Апайым менән нәҙек бармаҡтарыбыҙҙы эреле-ваҡлы әсеүташ киҫәктәре араһындағы онтаҡҡа тығып, сирыла-сирыла ялайбыҙ.

Күңелем һандығы
Күңелем һандығы
Һандыҡ өйгә ингәс тә күҙгә ташлана. Ул инде бик иҫке, хатта өләсәйем дә уны ҡасан, кем яһағанын иҫләмәй. Буяуы уңған, ләкин ҡасандыр уның ҡуйы көрән төҫтә булғанын асыҡлап була. Мөйөштәре ҡалай менән көпләнгән, үҙе бәләкәй генә йәшел йоҙаҡ менән бикләнгән. Был – өләсәйем һандығы. Күберәк ул йоҙаҡлы тора. Асҡысын өләсәйем үҙенең ваҡыт үтеүҙән шымарып бөткән тәңкәләр тағылған сәс үрмесендә йөрөтә.
 
Һандыҡ төрлө төҫтәрҙәге ептәрҙән һуғылған балаҫ ябылған урындыҡ өҫтөндә ултыра. Өҫтөнә ҡара йөндән баҫылған кейеҙ тәңкләп һалынған. Кейеҙҙең уртаһына “1965” тип аҡ йөн менән яҙылғанын да беләм мин. Кейеҙ өҫтөндә юрғандар, ҡолас етмәҫлек ҙур яҫтыҡтар.
 
Әсәйем был һандыҡты яратмай, хатта күрә алмай. Ҡаланан ҡайтып инеү менән уның күҙҙәре һандыҡҡа төшә: “Эй, хоҙайым, ҡасан ғына ошо һандыҡты сығарып ташлайһығыҙ инде? Кешеләр әллә ҡасан яңы мебель алып ултыртып бөттө, ә һеҙҙә ҡырҡ йыл элек нисек ине, һаман шул килеш. Ә урындыҡ нимәгә? Иҫкелек ҡалдығы бит ул!”
 
Өләсәйем, әсәйемдең һүҙҙәрен ишетмәмешкә һалышып, беҙҙең тирәлә урала. Сәстәребеҙҙән һыйпай, арҡабыҙҙан гөпөлдәтеп һөйә.
 
– Минең матур ҡыҙҙарым ҡунаҡҡа ҡайтҡан бит. Ҡайһылай үҫеп киткән әле балаҡайҙарым!
 
Әсәйем һабын, таҫтамал алып, тышҡа йыуынырға сығып китә. Ишек алдындағы ҡарт алмағасҡа йыуынғыс урынына кескәй генә иҫке еҙ самауыр эленгән. Һемәген борһаң, ҡояш аҫтында тороп йылынған һыу сөптөрләп кенә һинең устарыңа аға башлай.
 
Сәғәт туғыҙҙарҙа иртәнге һауындан Фәриҙә инәйем ҡайтып төшә. Һауынсыларҙы йөрөткән зәңгәр автобус уны ҡапҡа төбөндә үк ҡалдырып китә. Ул һәлмәк аҙымдар менән соланға инә, бәләкәйерәк моҡсайға тултырылған ярманы һәм литр ярымлыҡ банкалағы ҡуйы һөттө иҙәнгә ҡуя.
 
Әсәйем менән Фәриҙә инәй – бер туғандар. Ләкин уларға ҡарап бер кем дә апалы-һеңлеле тип уйламаҫ.
 
Беҙҙең әсәй бәләкәй генә буйлы, ҡыҫҡа еңһеҙ күлдәктә, йоҡа ғына сәстәре ҡырҡып бөҙрәләтелгән. Гүйә әсәй түгел, үҫмер ҡыҙ. Ә Фәриҙә инәйем кәүҙәгә ҙур, ҡарамаҡҡа күрмәлекһеҙ. Йөҙө ҡояшҡа янып ҡуңыр төҫкә ингән. Сәстәре ҡуйы, оҙон, ләкин арлы-бирле генә йомарлап соңҡаһына төрөп ҡуйылған. Уның көнгә уңған сатин халатынан бесән, һөт еҫе аңҡый. Тағы нимә еҫелер, әйтә алмайым...
 
Төшкә табан беҙҙең өйгә ҡунаҡтар йыйыла башлай. Өҫтәлдә ҙур аҡ самауыр йырлап ултыра, сынаяҡ аҫтарына йомарламы менән йәш ҡорот, ҡыҙыл эремсек ҡуйылған. Быяла һауыттарҙа әсәйем алып ҡайтҡан печенье-кәнфиттәр. Байрамса кейенеп алған ҡарт өләсәйем үҙе ҡул тирмәнендә тартып яһаған бойҙай ярмаһынан бешерелгән бутҡаны тәрилкәләргә һалып тош-тош урынға ултырта.
 
– Ашағыҙ әле, балалар, яңы һауылған һөткә генә бешерҙем. Һөттә ярма ҡырҡҡа ярылыр, тиҙәр. Май һалығыҙ, бөгөн генә бешкән инем. Ҡунаҡтар хәл-әхүәл һөйләшә-һөйләшә тәмләп кенә сәй эсә. Бер кем дә ашыҡмай, миңә шундай рәхәт булып китә лә, күңелем бөтәйә: ауылда ғына йәшәһәң ине, тип уйлайым эстән генә.
 
Ҡунаҡтар әленән-әле апайым менән миңә ҡарай, ҡупшы ебәк күлдәктәребеҙҙе, ҡабарып торған суҡлы таҫмаларыбыҙҙы, матур туфлиҙарыбыҙҙы маҡтай:
 
– Быныһы кем әле? Рәғиҙәме? Үҫкән, кейәүгә бирерлек ҡыҙ булып килә бит.
 
– Ә быныһы – Алһыу, – тип өләсәйем мине лә иҫтәренә төшөрә, арҡамдан һөйөп алғараҡ этеп ҡуя.
 
Баллап-майлап сәй эскәндән һуң, “әпәр” итеп, ҡунаҡ табынын түңәрәкләп ҡуялар. Өләсәй: “Балаларығыҙға күстәнәс алығыҙ, өйҙә улар көтөп тора бит,” – тигәс, ҡунаҡтар өҫтәлдән тәм-том ала башлай. Тәрилкәләрҙә өйөлөп ултырған бәлеш-ҡоймаҡтар, тәмле кәнфиттәр күҙгә күренеп әҙәйеп ҡала. Ҡунаҡтарҙың ҡайһы берәүҙәре үҙе ала, үҙе уңайһыҙлана:
 
– Эй, Хоҙайым, ҡалай күбәйеп китте, төрлөһөнән ала торғас. Алмаҫ инең, өйҙәгеләрҙе өйрәтеп бөткәнбеҙ.
 
– Эйе шул, хатта аталары ла кинәнеп ашап ала торған.
 
– Әйтмә лә! Эй, үҙебеҙҙең яҡтың йолаһы һәйбәт тә ул! Күстәнәс алмай торған яҡтар ҙа бар, ти бит.
 
– Ишеттегеҙме, алыҫтан төшкән Рәсимә килен әсәһенә ҡунаҡ күрһәткәс, типтәр ҡоҙағый беҙҙекеләрҙең күстәнәс алыуына шаҡ ҡатҡан. “Нишләүегеҙ ул, нишләйсе-е-з?” тип ғәжәпләнгән. Рәсимә килендең бейеме “Аптырама, ҡоҙағый, иртәгә улар беҙҙе саҡырғас, икәүләп алырбыҙ, икәүләп” тип табындағыларҙы көлдөргән.
 
Самауырҙы сығарып ҡуйғас, әсәйем бүләк тарата башлай. Бүләктәрҙе шунда уҡ кейеп, ябынып ҡарайҙар. Иңдәренә һалып, көҙгө эргәһенә барып әйләнәләр. Аллы-гөллө яулыҡтар, косынкалар, сигеүле түбәтәйҙәр, ебәк таҫмалар, төрлө төҫтәрҙәге мунсаҡтар таратылып бөтөлә яҙа.
 
Бына һуңғы ҡунаҡ артынан да ишек ябыла. Фәриҙә инәй менән әсәйем һауыт-һаба йыуа, өй йыйыштыра. Ә беҙ тәтәй күлдәктәребеҙҙе сисеп, өҫтөбөҙгә әрһеҙерәк кейем, аяҡтарыбыҙға еңел сандалиҙарыбыҙҙы эләктереп, тиҫтерҙәребеҙ янына ашығабыҙ. Ҡыуыша-ҡыуыша кескәй генә Ташлы йылғаһына төшәбеҙ, аяҡтарыбыҙ менән һыуҙы сәпелдәтеп, һыу ситендә йылынып ятҡан селбәрәләрҙе ҡурҡытып, уңға-һулға йүгерәбеҙ.
 
Кискә һуң ғына ҡайтып инәбеҙ. Әсәйебеҙ, һәр ваҡыттағыса, нимәгәлер ризаһыҙ. Ул режим тураһында һөйләй, көнө буйы һыу буйында йөрөүҙең зыянлы булыуын, һөт-ҡатыҡ эсеп таҙарып ҡайтырға тейешлегебеҙ тураһында әйтә. Беҙ ҡаймаҡ һалынған бер туҫтаҡ шәкәрле ҡатыҡты эсеп бөткәндән һуң да әсәйемдең асыуы һүрелмәй. Ул һаман һөйләнә, ләкин бер кем дә уға ҡаршы өндәшмәй. Был уның асыуын тағы ла нығыраҡ ҡабарта.
 
– Йә, нишләп ултыраһығыҙ, ятығыҙ, – ти әсәйем. Беҙ, тупһала ултырған тастағы имшегән һыу менән аяҡтарыбыҙҙы йыуып, өйгә инәбеҙ.
 
Өй тып-тын. Өләсәйем ғәйепле төҫтә шымып ҡалған. Әсәйем өҫтәл артында ултыра, борсоулы рәүештә ҡул суғын шыртлата.
 
– Йә? – ти ул. – Ҡайҙа ята һуң улар? – тип беҙгә күрһәтә. Фәриҙә инәйем әсәйемә үҙенең бүлмәһен тәҡдим итә. Ундағы ҡулдан яһалған боронғо ағас карауатта икәүләп ятырға мөмкин.
 
– Ә балалар?
 
Инәйем аптырап ҡала. Мин тиҙ генә: “Беҙ өләсәй менән өсәүләп урындыҡта йоҡлайбыҙ”, – тип һүҙгә ҡыҫылам. Рәғиҙә апайым да теләр-теләмәҫ кенә ризалаша.
 
– Һеҙгә һандыҡ менән урындыҡты сығарып ырғытырға ла, яңы мебель алырға кәрәк, – ти әсәй.
 
Өләсәй тыныс, ләкин ҡаты ғына итеп:
 
– Мин үлгәнсе түҙегеҙ, аҙаҡ теләһә нәмә эшләрһегеҙ, – тип әйтә лә, арты менән әйләнеп, урын һала башлай.
 
Иң элек ул йәйғор төҫтәрендәге буйлы балаҫ өҫтөнә ҙур кейеҙҙе икегә бөкләп түшәй, ҡағып-һуғып ҡаҙ мамығы тултырылған тауҙай ике яҫтыҡ һала, “быйыл ғына яҙғы йөндән һырығайным” тип ҡалын юрғанды йәйеп ебәрә. Өҫтөндәге ҡаралдыны алып бөткәс яланғас ҡалған һандыҡ ҙур һәм шәфҡәтле януар шикелле аяҡ особоҙҙа тороп ҡала. Беҙ апайым менән икебеҙ ике яҡтан өләсәйҙең йылы ҡосағына сумабыҙ.
 
– Өләсәй минеке, өләсәй минеке, – тип, беребеҙ бер беләген, икенсебеҙ икенсе беләген ҡосаҡлайбыҙ. Өләсәйҙең ҙур йоҙроҡло беләктәре миңә ҡалала тороп ҡалған ысын бәпес ҙурлығындағы ҡурсағыбыҙҙы хәтерләтә.
 
– Был минең бәпәйем! – тип мин уның беләген ебәрмәйем. Икенсе яҡтан Рәғиҙә өләсәйҙең ҡулын ҡармап алған. Ятыуы яйһыҙ булһа ла, өләсәй ыңғайыбыҙға тора. Йомшаҡ ҡына көлөп: “Бына һеҙгә муклашка”, - ти.
 
(Күп йылдар үткәс, алыҫтарҙа батша армияһында хеҙмәт иткән башҡорт һалдаттарынан ниндәйҙер композитор яҙып алып нотаға һалған "Маклашка" йыры минең күңелемде әрнетеп, һағышҡа һаласаҡ:
 
“Маклашка, маклашка,
 
Ты плыви, маклашка,
 
На родимый сторона”.
 
Онотолған “маклашка” һүҙе ағын һыу ыңғайына йөҙөп барған беләк буйы ағас киҫәгеләй мине балалыҡ йылдарына алып китәсәк).
 
Утты һүндерҙеләр. Эргәмдә Рәғиҙә апайым менән өләсәй тын ғына ята. Йоҡлайҙар, буғай. Япа-яңғыҙмын кеүек. Минең кескәй йөрәгемә ҡурҡыу тойғоһо оялай. Юҡ, яңғыҙ түгелмен. Аяҡ осомда рәхимле фил балаһы торғандай. Ул мине арҡаһына ултыртып бәүетә башлай...
 
Ҡапыл ғына ҡараңғынан әсәйемдең асыулы бышылдауын ишеткәндәй булам: “Һандыҡ! Урындыҡ!” Урынымдан ҡалҡынам. Юҡ, бөтәһе лә йоҡлайҙар. Стеналағы боронғо сәғәт кенә туҡтауһыҙ текелдәй: “тик ят, тик-тик-тик”.
 
Әсәйемдең отпускыһы бөттө. Беҙ апайым менән йәй аҙағына тиклем ҡалабыҙ, һуңынан атайыбыҙ килеп аласаҡ.
 
Әсәй ҡәнәғәтһеҙ ҡайтып китте. Ул атайыбыҙҙың да, Рәғиҙә менән минең дә, мәктәптәге уҡыусыларының да үҙен тыңлап ҡына тороуына күнеккән. Бер өләсәй генә уны тыңламай. Ә яңы мебелгә әсәйем барыбер аҡса ҡалдырҙы. Өләсәйем алмаҫҡа маташҡайны ла, әсәй ныҡ асыуланғас, аҡсаны һанап һандыҡҡа һалып ҡуйҙы.
 
Хушлашыуҙары былай бик йылы булды. Әсәй өләсәйҙе яурынынан ҡосаҡланы ла, ҡапыл ғына нисектер ҡыҙғаныс итеп әйтеп ҡуйҙы:
 
– Әсәй, рәнйетһәм, ғәфү ит инде!
 
Юл доғаһын уҡығас, өләсәй менән беҙ әсәйҙе ҡапҡа янында оҙатып ҡалдыҡ. Ә Фәриҙә инәйем күстәнәстәр һалынған ауыр сумкаларҙы күтәрешеп туҡталышҡа тиклем китте.
 
 
 
Беҙ Рәғиҙә менән һандыҡ эргәһендә урындыҡта уйнап ултырабыҙ. Был шулай тойола ғына. Ысынында, өләсәйҙең ҡасан һандыҡ асҡанын көтәбеҙ. Кисә ул: “Иртәгә һандығымдағы әйберҙәрҙе рәтләп һалам”, – тигәйне.
 
Апайым менән миңә һандыҡ өҫтөндә уйнау оҡшай. Ул беҙгә океан уртаһындағы утрау булып хеҙмәт итә, ә беҙ – унда йәшәүсе ҡырағай кешеләр. Ә ҡайһы ваҡыт һандыҡ әкиәти батша һарайына әүерелә, ул саҡта беҙҙең беребеҙ етмеш ҡат түшәк аҫтына һалынған борсаҡ өҫтөндә йоҡлай алмаған принцессаға әйләнә...
 
Уның өҫтөнә ултырып әкиәт уҡыу һандыҡты тылсымлы итә. Һәм беҙ үҙебеҙҙең хыял ҡанаттарында осабыҙ, осабыҙ... Һандыҡ тураһында әкиәттәр уйлап сығара башлайбыҙ.
 
– Уның эсендә икенсе һандыҡ бар, – ти Рәғиҙә, – бәләкәй генә, ҡоростан ҡойолған – утта янмай, һыуҙа батмай, ти ул.
 
– Ә тимер һыуҙа бата, – тип ҡаршы төшәм.
 
– Ысын тормошта бата, ә әкиәттә батмай. Ҡамасаулама әле! Юғиһә артабан һөйләмәйем. Ә һандыҡтың ғәжәйеп көсө шунда, – тип дауам итә көйлө тауыш менән Рәғиҙә, – дошмандар еңә башлаһа, мөғжизәле һандыҡты алырға ла, уға тылсымлы һүҙҙәрҙе әйтеп, ергә ташларға кәрәк. Шунан ул асылып китәсәк, һәм ...
 
Рәғиҙәнең әкиәте миңә оҡшай. Мин уның кеүек оҫта итеп һөйләй белмәйем шул.
 
Бер ваҡыт апайымдан:
 
– Һин нисек уйлайһың, өләсәйҙең һандығында нимә бар икән? – тип һораным.
 
– Уның эсендә ... алтын бар! – тип әйтеп һалды ул. Йөҙө серле ҡиәфәткә инә. – Борон заманда кешеләр аҡса йыйғандар. Моғайын, унда өләсәй алтын-көмөш аҡсаларын һаҡлайҙыр.
 
– Рәғиҙә, ҡайҙан уның алтындары булһын? Өләсәй һуғыш ваҡытында бик ауыр йәшәгән: урман да ҡырҡҡан, бесән дә сапҡан, башаҡ та сүпләгән. Иҫләйһеңме, ул был турала беҙҙең атайға һөйләгәйне. Бәлки һандыҡ эсендә яҫтыҡ-түшәктәрҙер.
 
Рәғиҙә минең менән ризалашмай. Һәр беребеҙ үҙ фекеребеҙҙә ҡалабыҙ...
 
Бына беҙ урындыҡ өҫтөндә уйнап ултырабыҙ. Уйнаған булып хәйләләшәбеҙ. Ысынында һандыҡ асылғанын көтәбеҙ. Бер саҡ йоҙаҡ сылтырай, һәм беҙ ҡаҙ бәпкәләре кеүек муйындарыбыҙҙы һонабыҙ.
 
– Нимә? Һандыҡта ниҙәр һаҡлана икән тиһегеҙме? – Өләсәйем йомшаҡ ҡына итеп кеткелдәп көлә. Мин уның көлгәнен яратам. Ул көлгәндә күҙҙәре, танауы, битендәге һәр бер йыйырсығы көлә. Нисек уға ҡушылып көлмәйһең инде.
 
– Әйҙә, яҡын килегеҙ!
 
Апайым менән беребеҙ – өләсәйҙең уң яғына, икенсебеҙ һул яғына сүгәләйбеҙ. Мин Рәғиҙәгә ҡарайым: йөҙө етди, күҙҙәре ҙур асылған... Мөғжизә көтә булыр...
 
Серле һандыҡтың ҡапҡасы күтәрелә һәм артҡа ҡайырылғанда стенаға тейеп шыҡылдай. Өләсәй маһайыулы ҡиәфәт менән беҙгә ҡарай. Ә беҙ, күңелебеҙ ҡайтып, бер-беребеҙгә ҡарашабыҙ: һандыҡ яртылай буш... Иң өҫтә өләсәйемдең төрлө төҫтәрҙәге атлас, ебәк күлдәктәре, улар араһына кешмир яулыҡтар тәңкләп һалынған. Беҙ киң итәкле оҙон күлдәктәрҙе ултырғыс баштарына яҙып эләбеҙ. Зәңгәр атлас күлдәк араһынан зәңгәр яулыҡ килеп сыға. Йәшел күлдәк араһында – йәшел яулыҡ. Күлдәктәр менән яулыҡтар төҫтәре менән тура килтереп кенә һалынған... Һандыҡта тағы сигеүле таҫтамалдар ята икән. Ҡара-ҡаршы ултырған күк күгәрсендәр, күкрәген ғорур киреп торған ҡыҙыл әтәстәр, тамылйып торған бешкән еләктәр, төрлө төҫтәге сәскәләр менән ҡайылған улар. Эре биҙәкле ситса тауар киҫәктәре аҫтында өләсәйемдең суҡлы шәле. Рәғиҙә менән мин был шәлде яҡшы беләбеҙ. Ул бик ҙур һәм бик йылы. Кемебеҙҙер ауырып китһә, өләсәй һандыҡтан шул шәлде сығара. Эреле-ваҡлы төйөнсөктәрҙең береһенән киптерелгән ҡурай еләге пәйҙә була. Бәләкәй тимер сәйнүккә бер ус еләкте төшөрә лә ҡайната һалып, эҫе сәй эсерә. Ниндәйҙер доға уҡып, маңлайыбыҙға өрә һәм ҡалын шәл менән урап ултыртып ҡуя. Шунан ни, тиҙ генә һауыға ла китәһең. Әлбиттә, был саҡта иң көслө дауа – шәлдер, тип, беҙ уның мөғжизәле булыуына инанабыҙ.
 
Иң ҡыҙығы – шәл аҫтында! Бында ниндәйҙер кескәй ҡумталар, бәләкәй быяла һауыттар, хуш еҫле дарыу үләндәренең нәҙек һабаҡтары сәнсеп сығып торған ваҡ моҡсайҙар батшалығы башлана.
 
Ҡумталарҙың береһендә “Ҡыҙыл байраҡ” ордены ята. Ул – ҡартатайҙыҡы. Беҙ уны урындыҡ эргәһендәге стенала селтәрле һөлгө менән бөркәлгән портреттан ғына күреп беләбеҙ. Хәрби кейемдәге киң маңлайлы, ҡыр танаулы, түңәрәк йөҙлө йәш кеше аҡыллы ҡара күҙҙәре менән туп-тура ҡарап тора. Шундай йәш кешенең инде биттәре йыйырсыҡланып бөткән әбейҙең бабайы булғанына ышанып та бөтмәйбеҙ.
 
– Ҡартатайығыҙ һуғышта һәләк булды, – ти ул. – Ике балам менән еләк кеүек сағымда яңғыҙ ҡалдым. Әсәйегеҙ тыумай ҙа ҡалған ине атаһы һуғышҡа киткәндә, – тип өҫтәп ҡуя.
 
Беҙҙең иғтибарҙы ҡара күн менән көпләп тегелгән өсмөйөшлө әйбер үҙенә тарта.
 
– Нимә ул, өләсәй? – тип һорайым мин.
 
– Был бетеү. Яу яланынан әйләнеп ҡайтҡан ҡомартҡы ул. Ҡәйнәм ҡартатайығыҙ һуғышҡа киткәндә тағып ебәргән ине. Нимес фашистарын еңгәндән һуң фронтташ дуҫы алып ҡайтып бирҙе.
 
– Ни өсөн тағалар уны?
 
– Хоҙай бәлә-ҡазаларҙан һаҡлаһын өсөн.
 
– Ә нишләп Хоҙай ҡартатайҙы бәлә-ҡазанан һаҡламаған һуң? – ти Рәғиҙә, өләсәйҙең күҙенә туп-тура бағып.
 
– Яҙмыштан уҙмыш юҡ, балам.
 
Өләсәй, һандығына нығыраҡ эйелә төшөп, төйөнсөктәрен аҡтара башлай. Миңә ул шундай йәл булып китә.
 
Әллә ниндәй инде ул беҙҙең Рәғиҙә...
 
Бәләкәй генә ҡалай ҡумта эсендә, ысынлап та, аҡсалар бар икән. Улар ҙур, түңәрәк. Тәңкәләрҙең бер яғына нимәлер яҙылған, хәрефтәре ваҡ, юйылып бөткән. Ә икенсе яғында – ике башлы сәмреғош. Был яғы менән улар хәҙерге аҡсаларға оҡшап китә.
 
Рәғиҙә хөрмәт менән ҡарап:
 
– Көмөш икән, – тип әйтеп ҡуя. Ул бер ҙә оҙаҡ өндәшмәй тора алмай бит.
 
– Өләсәй, ә һинең алтының бармы ул? – тип тағы ярып һала.
 
Йә инде, ошо апайымды! Мин ипләп кенә өләсәйҙең артынан Рәғиҙәгә йоҙроҡ күрһәтәм. Ул минең ым-ишарамды күрмәмешкә һалыша.
 
– Юҡ, балаҡайҙарым. Хәйер, бына алтын алҡаларым бар. Миңә кейәүгә сыҡҡанда һырға һабағы итеп биргәйнеләр.
 
Беҙ уның ҡолаҡ япраҡтарын апаруҡ аҫҡа тартып торған ҡыҙыл ҡашлы алҡаларына ҡарайбыҙ. Ҡапыл ҡояш нуры өләсәйҙең алҡаһына төшә. Ҡашы бик матур икән дә баһа!
 
– Ну-у-у, өләсәй. Улар бик боронғо бит! Ундайҙы хәҙер бер кем дә таҡмай.
 
Эх, Рәғиҙә, тағы!
 
Бына һандыҡтағы бер төйөнсөктән өләсәй аҡ ҡына тоҙ кеүек нәмә сығара. Беҙ беләбеҙ, был – әсеүташ. Ауыҙ боҙолһа, тел өҫтөнә төйөр сыҡһа, өләсәй ошоно ялата. Әскелт тәме ауыҙҙы ҡурып алғандай була. Шулай ҙа ул бик тәмле, танһыҡ. Апайым менән нәҙек бармаҡтарыбыҙҙы эреле-ваҡлы әсеүташ киҫәктәре араһындағы онтаҡҡа тығып, сирыла-сирыла ялайбыҙ.
 
(Ҙурайғас, мин тик беҙҙең өләсәйҙә генә була икән тип уйлаған әсеүташтың русса “квасцы” тип аталғанын белдем. Ҡайҙан алды икән уны өләсәй? Аптекала һатыламы икән ул, һорағаным юҡ).
 
Һандыҡтың төбөнән аллы-гөллө сәскәле ҙур аҡ кешмир шәл сыға. Өләсәйем шәлде өскөлләп бөкләп яурынына һала ла ғорур ҡиәфәттә беҙгә борола.
 
– Был ҡартатайығыҙ бүләге. Фәриҙә инәйегеҙ тыуғас, Ҡыуандыҡ баҙарынан алып ҡайтҡайны.
 
Уның сауыҡҡан кәүҙәһе ҙур шәл аҫтында юғалып ҡала. Беҙ шәлдең оҙон суҡтарын бармаҡтарыбыҙ менән аралайбыҙ.
 
Өләсәйем тынып ҡала. Күҙҙәре алыҫҡа төбәлә. Апайым менән мин беләбеҙ: ул ҡартатайымды һағына. “Би-и-ик һәйбәт кеше ине”, – тип һөйләй өләсәй бабайы тураһында.
 
Беҙ уға ҡамасауламаҫ өсөн тын ғына торабыҙ. Бына өләсәй, ауыр һулап ҡуя ла, һандыҡтан аҡ яулыҡҡа уралған тауар төргәген сығара.
 
– Был минең әхирәткә киткәндә кейә торған күлдәклегем.
 
– Өләсәй, кем ул әхирәтең?
 
– Әхирәт ул кеше түгел, кеше үлгәс бара торған теге донъя.
 
Беҙ ҡурҡынған күҙҙәребеҙ менән уға ҡарайбыҙ. Ул, быны шәйләп ҡалып, ҡапыл икебеҙҙе лә үҙенә ҡыҫа:
 
– Ниңә моңайып киттегеҙ әле, ҡолонсаҡтарым. Мин тиҙ генә үлмәйем, туйҙарығыҙҙа ултырам, Алла бирһә, һеҙҙең балаларығыҙҙы ла күрәм әле. Ә кәфенлек кешегә оҙон ғүмер теләп ята, – ти ул.
 
Минең илағым килеп китә лә уның ябыҡ күкрәгенә ҡапланам. Өләсәй тарамышлы ҡулдары менән арҡамдан ҡаға:
 
– Йә, булды инде, булды.
 
Өләсәй, ысынлап та, бик оҙаҡ йәшәп донъя ҡуйҙы. Бүлә-бүләсәрҙәрен дә күреп өлгөрҙө.
 
Беҙ уның тураһында апайым менән йыш ҡына һөйләшеп алабыҙ.
 
Үлер алдынан һандыҡ эсендәге “байлыҡтарын” беҙгә таратты: инәйемә, әсәйемә, Рәғиҙә менән миңә. Аҡ кешмир шәлде әсәйем алды, суҡлы ҡалын шәл инәйемдә ҡалды. Йыш ҡына әсәйемдең шәлде яурынына һалып тәҙрәнән моңайып ҡарап торғанын күрәм. Ниҙәр уйлай икән ул шул саҡта? Алтын алҡаларҙан Рәғиҙә үҙенә һәм миңә бер иш йөҙөк эшләтте. Мин уны урта бармағымда йөрөтәм. Ҡараған һайын өләсәйем иҫкә төшә.
 
Инәйемдең өйөндә һандыҡ та, урындыҡ та юҡ инде. Буяуҙары уңа төшкән һуғылған балаҫ ябылған урындыҡ усаҡлыҡҡа күскән. Мөйөштә стенаға һырығып иҫке һандыҡ ултыра. Уға унда бик тар, ә ялтырап торған мебель менән шыплап тултырылған өйҙә урын юҡ. Рәғиҙә апайымдың биш йәшлек ҡыҙы һандыҡты тәүләп күргәс:
 
– Ниндәй ҙур! Әкиәттәге тылсымлы һандыҡмы әллә? – тип һораны. Ул да, бөтә балалар кеүек, әкиәт ярата.
 
Бер ваҡыт ҡапыл ғына усаҡлыҡҡа килеп инһәм, күрәм: һандыҡ ҡапҡасы асыҡ, ә янында әсәйем ултыра, яурындары туҡтауһыҙ дерелдәй.
 
Кинәт кенә боғаҙыма ҡаты төйөр тығылғандай булды, тын алыуы ҡыйын булып китте. Мин шым ғына сыҡтым да, ипләп кенә усаҡлыҡ ишеген яптым.
 
Хөрмәтле уҡыусым! Бына әле генә һинең менән бергә кис ултырып, күңел һандығымды асып, ундағы ҡиммәттәрҙе барланым, туҙрап-таралып бөтмәһен тип, “бисмилла” итеп кире яптым.
                Гүзәл БИЛАЛОВА.
Автор:
Читайте нас: