Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

“Яҙылмайса ҡалды шиғырҙар“. Хөснулла Аҡылов

Шиғри йәнле кешеләр була. Уларҙың күңеле гәлсәр кеүек үтә күренмәле. Хистәрен ауыҙлыҡлай алмай ҡулдарына ҡәләм ала улар. Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылынан оҫта бейеүсе, көслө хореограф Хөснулла Аҡылов та шундай заттарҙан булған.

“Яҙылмайса  ҡалды шиғырҙар“.  Хөснулла Аҡылов
“Яҙылмайса ҡалды шиғырҙар“. Хөснулла Аҡылов
Һин булмаһаң...
 
Һин булмаһаң, күҙ алдыма килмәй:
Берәү көтмәҫ, берәү һағынмаҫ.
Кәүҙәм үтер, йәнем ҡалыр инмәй,
Ситтән ҡарап осоп илармын.
 
Һин булмаһаң, һулыр бар сәскәләр,
Ҡото китер йорттоң, йәм булмаҫ,
Һин ултырған ширлек  һаман көтөр.
Бушлыҡ баҫыр, ә һин булмаҫһың.
 
Һин булмаһаң, йәшел баҡса ҡорор.
Ишетелмәҫ ҡош-ҡорт тауышы,
Беҙҙе йыйған өмә-ҡунаҡтарҙың
Өҙөлөр юлы, ҡалыр ауазы.
 
Һин булмаһаң, ҡояш йылытмаҫ,
Йондоҙҙар ҙа юлды күрһәтмәҫ.
Һин булмаһаң, әсәй, һин булмаһаң
Селпәрәмә килер бар донъя!
 
 
***
 
Яҙ өндәште: “Тағы килермен, – тип, – 
Һеҙ, кешеләр, имен булығыҙ,
Һалҡын ҡыштар үтеп, боҙҙар иреп,
Таҙарынһын үтер юлығыҙ.
Бүләк итәм һеҙгә шишмә һыуын 
Шәлелекте, умырзаяны,
Имен-аман ғына йәшәгеҙсе,
Әрәм итмәй ғүмер заяға.
Дауылы ла булыр, йәшен йәшнәр.
Барыһы булыр, ағы, ҡараһы.
Ныҡлы ғаилә теләп ояһында
Ҡоштар сығарырҙар балаһын”.
 
***
"Һин үҙгәрҙең әле, элек улай
Булманың бит, һис тә ышанмам", – 
Ҡосағына алып эстән уйлай:
"Ниҙәр булды икән, аңламам”.
Әҙәм генә түгел, миҙгел, йылдар
Ер шары ла ҡаҡшай, терелә.
Хоҙай тарафынан был ғүмерҙәр
Һынау өсөн генә бирелә.
 
Йөрәк төптәрендә һәр саҡ бикле
Бер кем белмәҫ, тоймаҫ серҙәр бар,
Хыял менән ысынбарлыҡ ишле,
Теште ҡыҫып йәшәр урын бар.
 
Бер уйлаһаң, минең хәлдәрем бит
Насар түгел, аяҡ-ҡулым бар,
Ярҙам ҡулы һуҙған туғандар бар,
Барам тиһәм, ата йорто бар.
 
Алсы, әсәй
 
Алсы, әсәй, тағы ҡулдарыңа.
Яурыныңа һалам башымды.
Ике ҡуллап ҡыҫһаң, һыйынамын.
Һағынамын шундай сағымды.
Тойғом килә йомшаҡ ҡулдарыңды,
Йөрәк ҡағышын, татлы һөйөүең,
Ишетәһем килә, ҡыйын саҡта
Йән иретер йылы һүҙеңде.
Себеш кеүек һиңә һырынабыҙ.
Ҡанаттарың һаҡлай, йылыта,
Һин барында ҡайтыр йортом да бар,
Был донъяның йәшәү-ҡото бар.
 
 
 
***
 
Йәшлегеңде тартып алдым һинең.
Насип булғанһыңдыр бүтәнгә,
Илтер инем тәүге күргән саҡҡа,
Ҡайтып булһа әгәр үткәнгә.
Әллә яңылыш, әллә яҙмыш, ахыры,
Беҙҙең менән ҡаты шаярҙы,
Әллә миндә, әллә һиндә ғәйеп – 
Үтә алманыҡ ҡуйған һынауҙы.
Ике йөрәк ике ярҙан атлай:
Ул ярҙарҙың юҡтыр сиктәре,
Беҙҙең өсөн урталағы илай – 
Ике ярҙа нурһыҙ күҙҙәре.
 
Ҡайҙа ҡайтам?
 
Инде кемгә генә, ҡайҙа ҡайтам?
Башым элек улай ҡатманы,
Тыуған йортҡа юлым төшмәй торһа
Мин үҙемә урын тапманым.
Ҡайҙа ҡайтам? Кемгә? Туғандарға?
Әллә көтә, әллә онотҡан,
Һинең өсөн кемдәр усаҡ яға,
Кем һыу ала таныш ҡоҙоҡтан?
Ҡайҙа ҡайтам? Кемгә? Олоғайһам
Етем бала кеүек ҡалырмын,
Тыуған яҡҡа, әсә ҡәберенә
Баш эйергә генә барырмын.
Йәшен кеүек үтте ғүмеркәйем.
Ваҡыт еткәс ҡайтам яңынан.
Тыуған тупрағыма ҡайтып ятам  
Ата-бабаларым янына.
 
30.03.17.
 
***
 
Йылға буйлап ағыр буш һауыт.
Бер кемгә лә, ғәжәп, кәрәкмәҫ.
Тора бирер талға ҡыҫылып,
Эре ташта ҡалыр ҡамалып.
Тулҡын һуҡһа текә ярҙарға,
Берсә батып китер йә ҡалҡыр.
Ҡалын боҙзар ҡыҫыр ҡыштарҙа,
Яҙғы ташҡын ҡыуыр алыҫҡа.
Үҙ булмышын һалған ағымға,
Ҡул һелтәгән, ахыры, яҙмышҡа...
Аға бирер төрлө йылғаларҙа,
Барып етер сикһеҙ диңгеҙгә.
Ә ундайҙар менән диңгеҙ тулы – 
Өйөлгәндәр төрлө сәбәптән.
Сатналғандар байтаҡ, теүәле күп,
Бушһыҙлыҡҡа ҡала уралып...
 
                           Хөснулла Аҡылов.



Шиғри йәнле кешеләр була. Уларҙың күңеле гәлсәр кеүек үтә күренмәле. Хистәрен ауыҙлыҡлай алмай ҡулдарына ҡәләм ала улар. Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылынан оҫта бейеүсе, көслө хореограф Хөснулла Аҡылов та шундай заттарҙан булған. Булған, тим, сөнки бик иртә киткән ул яҡты донъянан. Әгәр ваҡытында берәй әҙип уның шиғырҙарын уҡып, кәңәш биреп, ҡанатландырып ебәрһә, бик яҡшы шағир сығыр ине егеттән.
Ҡәҙерле уҡыусылар, Хөснулла Аҡыловтың рухы шат булһын тип, шиғырҙарын төҙәтмәй, нисек бар, шулай бирҙек. Рифма, ритм йәһәтенән хилафлыҡтар булһа, ғәфү итегеҙ. Иң мөһиме, был әҫәрҙәрҙә һәүәҫкәр ҡәләм тирбәтеүсенең үҙ фекере, донъяға ҡарашы, тәрән тойғолары һаҡланған. “Бейелмәйсә ҡалды бейеүҙәр”, – ти уны белгән сәнғәт һөйөүселәр, ә минең: “Яҙылмайса ҡалды шиғырҙар”, – тип әйткем килә...

Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА, шағирә.

 

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: