Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡурҡма, күрше, был мин!

– Был мин! Лариса, ҡурҡма! Күршең Айытбай! – тип көсһөҙ генəтауыш менəн өндəште.– Эй, Хоҙайым! Эй, Аллам! Бындай хəлдə һин ҡайҙан?

Ҡурҡма, күрше, был мин!
Ҡурҡма, күрше, был мин!

Айныҡбай уянып киткəндə, ҡышҡы, йылдай оҙон төн үтеп,
яҡтырып килə ине. Йоҡоло күҙҙəрен ыуғылағас, башын бороп,
барак бүлмəһен күҙҙəн үткəрҙе. Хөсниямалының урыны буш,
тимəк, эшкə киткəн, ваҡыт иртəнге сəғəт туғыҙҙар тирəһе
булырға тейеш. Уның Хөсниямалы почта таратыусы булып
эшлəй. Бөгөн ниндəй көн һуң əле, шəмбе булырға тейеш. Эйе,
кисə йома булды, бөгөн – шəмбе. Айныҡбай уфылдай-уфылдай
урынынан торҙо. Аяҡтарын һəлендереп, бер аҙ уйланып
ултырҙы. Кисə улар эштəн һуң, аҙна буйына обед кə тип
ҡатындары көн дə биргəн аҡсаһынан ҡалған көмөштəрен уртаға
һалып, Хəлфетдиндең таныш ҡортҡаһынан ике шешə самогон
алды. Юл ыңғайы кафела, күҙ буяу өсөн күмəгенə бер көрөшкə
һыра алып, əллə ни оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай һемерҙелəр ҙə
таралыштылар.
Эш аҙнаһы үтте, алда ике көн ял, əҙəм балаһына тағы ни кəрəк
инде, ошоноһо ла баштан ашҡан. Уның ысын исеме – Айытбай.
Айныҡбай тип бергə эшлəгəн иптəштəре ҡушамат таҡты.
Айныҡбай тигəндəренə иҫе китеп бармай. Айытбайҙан əллə ни
айырылмай.
Кешенең ауыҙын ябып булмай инде. Ярар, электрик булып
эшлəгəн Сəлимде Сəркүш тигəн кеүек, ҡолаҡҡа ятмаған исем
ҡушманылар.
Айытбай: «Эх! Берəр көрөшкə һыра булһа, күңелдəр күтəрелеп,

күҙ алдары яҡтырып китер ине лə бит... Ҡайҙан алаһың юҡты»,
– тип уфтанып ҡуйҙы. Ҡатынының əйткəн һүҙҙəрен ҡабатлап:
– Мечтать не вредно, – тип үҙ алдына мығырланы. Тороп,
тегелəй-былай йөрөштөрҙө.
Раковинаға яҡын тумбочканы асып ҡараны. Унда баш
йүнəтерлек бер ни ҙə юҡлығын белһə лə. Ике көндəн Яңы йыл
етə. Көн ярым эшлəһəк, утыҙ берендə байрам алды
ҡыҫҡартылған эш көнө. Бəлки, ҡатыны байрамға берəй шешə
алып, шкафҡа ҡуйғандыр.
«Кем белə! Чем черт не шутит! Бəлки, барҙыр». Ир ишекте
тартып ҡараны, асылмай. Ҡатыны эшкə киткəндə тыштан йоҙаҡ
элгəн. Баракта йəшəүселəрҙең күбеһенең ишеге тыштан
эленмəле йоҙаҡҡа биклəнə. Бер-ике кешелə генə эстəн дə,
тыштан да асылмалы йоҙаҡ. Сөйҙə элеүле торған эш
кейемдəренең кеҫəлəрен ҡапшап ҡараны, һуҡыр тин дə
ҡалмаған. Кисə бит аванс та биргəйнелəр түгелме?
Эйе, биргəйнелəр, тимəк, ҡатыны кеҫəлəрен таҙартҡан.
Айытбайҙың күҙҙəре иҙəн аҫтына, баҙға төшə торған ҡапҡасҡа
төштө. «Туҡта! Баҙҙы төшөп ҡарайым. Вдруг! Чем черт не
шутит!» – тип яратҡан һүҙҙəрен ҡабатлап, ир баҙға төштө.
Шырпы һыҙып торманы, бүлмəнең ҡап уртаһында янып торған
лампочканың яҡтыһы баҙҙың бер өлөшөн яҡтырта. Тоҙлаған
ҡыяр, помидор банкаларынан башҡа бер ни ҙə күҙгə салынмай.
Бер яҡ мөйөшкə өйөлгəн картуф араларын да болғатып
ҡараны. Юҡ инде, юҡ, ни хəл ҡылаһың, башты баҙҙың
стенаһына бəреп булмай. Күршелə яңғыҙ йəшəгəн мəрйə
ҡатыны Лариса ла торған, телевизоры ларылдап һөйлəй, үҙе
иҙəн таҡталарын шығырлатып, тегелəй-былай йөрөй. Айытбай
күршеһенең баҙы яғына күҙ ташланы. Ике аралағы стена,
асыуым килмəгəйе, ярты метрҙан саҡ ҡына күберəк булыр,
иҙəн менəн ер араһындағы тупраҡты төрткөлəһəң, əҙəм
һыйырлыҡ ара соҡорға була. Бəлки, күршеһенең баҙында
берəй нəмə табылыр. Чем черт не шутит!.. Айытбай шулай
эшлəне. һəм шыуышып, күршеһенең баҙына килеп тə төштө.
Иң элек, күҙҙəре бер аҙ ҡараңғыға күнгəс, баҙҙың эсен
байҡаны. Юҡ! Шешə-фəлəн күренмəй. Лариса – яңғыҙ ҡатын,
кемдəн йəшереп тотһон инде, уның бит тамаҡ төбөн сылатырға
яратҡан Айытбайы юҡ...
Ни эшлəргə? Айытбай һаҡ ҡына баҙҙың ҡапҡасына һуҡҡыланы.
Өҫтə яҡынлашҡан аяҡ тауыштары ишетелде. Бына баҙҙың
ҡапҡасы асылып китте һəм Лариса күренде. Айытбай:
– Был мин! Лариса, ҡурҡма! Күршең Айытбай! – тип көсһөҙ генə
тауыш менəн өндəште.
– Эй, Хоҙайым! Эй, Аллам! Бындай хəлдə һин ҡайҙан?
– Хəҙер! Хəҙер һөйлəйем! Тəүҙə баҙыңдан сығайым. Айытбай
баҙҙа өҫтөн ҡаҡҡыланы ла бер ынтылыуҙа, зиндандан сыҡҡан
тотҡон кеүек, килеп тə сыҡты. үҙе, ҡалтыранған тауышына
йəллəткес тойғолар өҫтəп:
– Уф, үлеп кенə барам! Баш төҙəтергə ине, юҡмы шунда берəр
йөҙ грамдай, – тип, ялбарып, Ларисаға ҡараны.
– Бар, нишлəп булмаһын, һинең өсөн, Айытбай, табылыр, –
тип, күршеһе тумбочкаһынан бер шешə сəмəйҙе сығарып
ултыртты. Айытбайҙың ҡыуаныстан күҙ ҡабаҡтары асылып
китте. Хужабикə, тоҙло ҡыярын да турап, ҡырлы йөҙ грамлы
стаканды өҫтəлгə ҡуйғас:
– Əйҙə яҡынлаш, үҙең күпме кəрəк, һалып эс, башыңды төҙəт, –

тип уны табынға саҡырҙы.
Айытбай берҙе һалып түңкəрҙе лə: «Уф! Рəхмəт инде, ярай
һинең кеүек изге күңелле күршелəребеҙ бар, юғиһə донъя
көтөүҙəре ауырға төшөр ине», – тип рəхмəт əйтергə лə
онотманы.
– Кисə эскəйнеңме? – тип күршеһе үҙ сиратында ҡыҙыҡһынды.
– Эстек шул, аванс та бирҙелəр, эшкə барырға түгел, алда –
ике көн ял. Айытбайҙың башында күңелле генə уй-фекерҙəр
ҡуҙғалып ҡуйҙы. «Бына, исмаһам, изге күңелле ҡатын. Минең
аждаһа түгел инде, ир-аттың хəлен аңлай белə».
– Ир-ат шулай инде, ара-тирə, байрам булмаһа ла, байрам
яһап алһалар, күңелле булып ҡалалыр инде, – тип һалпы
яғына һалам ҡыҫтырҙы мəрйə ҡатыны, Айытбайға ҡарап.
– һин үҙеңде көҙгөнəн ҡара əле, кемгə оҡшағанһың, йыуынып
ал, – тип көҙгөгə ымлап күрһəтте. Айытбай, көҙгөгə ҡарағас:
– Уй! Аллам! Күрше! һин батыр йөрəкле ҡатынһың икəн, мин, ир
башым менəн, ҡурҡыуымдан əллə ни эшлəр инем, йөрəгем
ярылмаһа ла, валлаһи, телдəн яҙыр инем. үҙең уйлап ҡара,
иҙəн аҫтында кемдер шаҡый, асып ебəреүгə, унда миңə
оҡшаған бер өрəк торһон əле, саңға батып, бысранып бөткəн, –
тип ихахайлап көлгəн булды.
Бына шулай күңелле генə һөйлəшеп ултыра торғас, байтаҡ
ваҡыт үткəнен дə һиҙмəнелəр.
ҡапыл ишекте емерерҙəй булып төйгəн тауышҡа икеһе лə
һиҫкəнеп, телдəн ҡалды.
Эйе, һаҡланыу сараларын онотоп ебəрҙелəр шул. Айытбай
бармағын өйрəк суҡышына оҡшатып түңəрəклəндергəн
ирендəренə терəп: «Т-с-с…» – тип бышылданы ла, һөйлəп
торған телевизорҙың тауышын көсəйтə төштө, үҙе килгəн
юлына, иҙəн аҫтындағы баҙға сумды.
Ишек артында баяғынан да көслөрəк ишек ҡаҡҡан тауыш
ишетелде һəм бар коридорға Хөсниямалдың ирҙекенə оҡшаған
ҡаты тауышы яңғыраны.
– Лариса! Ас ишегеңде, Айытбай һиндəме? Асмаһаң, хəҙер
ишегеңде емереп инəм! Ас тиҙерəк!
Лариса тыныс ҡына тауыш менəн:
– Юҡ! Миндə бер кем дə юҡ, хəҙер асам, асҡысымды
тапмайым, əллə ҡайҙа ҡуйғанмын, – тигəн булып ваҡытты
һуҙҙы. үҙе тиҙ арала өҫтəл өҫтөн йыйыштырып алды, баҙының
ҡапҡасын ябырға ла онотманы. Хөсниямал ишекте емерерҙəй
булып дөмбəҫлəне, үҙе барактың коридорын яңғыратып:
– Хəҙер үк ас ишегеңде! Асмаһаң, күршелəрҙе саҡырам!
Айытбай һиндə генə, тауышын ишеттем, – тип яр һалды.
– Хəҙер ишекте асам, Хөсниямал! Таптым асҡысымды,
Айытбай миндə юҡ, телевизор тауышын ишеткəнһеңдер, – тип
һөйлəнə-һөйлəнə күршеһе ишеген асты.
Хөсниямал ишек асылыу менəн йомғаҡ кеүек йомро кəүҙəһе
менəн Ларисаның ҡул аҫтынан тигəндəй бүлмəгə йомолдо.
Əйтерһең дə, уның Айытбайы һый тулы өҫтəлдең артында, бер
нисə йəш ҡатындың уртаһында ултырған да, бар донъяһын
онотоп, ҡунаҡ була. Лариса ла, бар сабырлығын йыйып,
вайымһыҙ ғына:
– Ҡара! Карауат аҫтын, өҫтəл аҫтын ҡара, шифоньерҙың эсен
ҡара, һинең Айытбайыңдың кəрəге бер тин миңə, – тип,
алышҡа əҙерлəнгəн көрəшсе кеүек, бөйөрөнə таянып, ҙур
күҙҙəрен түңəрəклəндереп, Хөсниямалға ҡарап ҡатты.

Ике ҡатын үҙ-ара аңлашҡансы, Айытбай тиҙ генə баҙынан
сыҡты ла шым ғына, йылан кеүек, йоҡлаған урынына – юрған
аҫтына баштан-аяҡ сумды. ҡолаҡ һалып тыңлап ҡараны, улайбылай артыҡ ғауға-фəлəн ишетелмəгəс, күҙҙəрен йомдо,
ҡатыны яғынан хəҙер буласаҡ һөжүмде кире ҡайтарырға
əҙерлəнде. Хөсниямал, бер аҙ тынысланғас:
– ҡайҙа олаҡҡан икəн, ишек бикле, урыны буш, əллə
ҡабаланып, йүнлəп ҡараманым. Бына зəхмəт һуҡҡан ир, кисə
туңҡандаған кеүек ҡайтып инде, ярай кеҫəһендəге аҡсаһы
теүəл, тотонмаған, юғалтмаған… Хөсниямал бер тында
хəбəрен теҙҙе лə, шарт-шорт баҫып сығып та китте. Бүлмəгə
ингəс, Айытбайҙың юрғанын һыпыра тартып алды ла:
– ҡайҙа булдың? Əле генə ҡараным, юҡ инең бит, ҡайҙан һин
килеп сыҡтың? – тип тексəйеп ҡараны. Əйтерһең, был кеше
Айытбай түгел, уның шəүлəһе генə.
Айытбай, йоҡоло тауыш менəн:
– Сəғəт нисə? Ну мин йоҡоно теткəнмен икəн, – тигəн булып
ауыҙ эсенəн мөңгөрлəне.
– Сəғəт ни, ун ике була. Баҙҙың ҡапҡасы асыҡ, унда нимə
эҙлəнең?
– Əллə нимə ҡыштырлаған кеүек ишетелгəс, əллə сысҡан
йөрөймө, тип асып ҡараным. Ябып торманым, тыңлап ятып
йоҡлап киткəнмен, – тип һүҙҙе икенсе юҫыҡҡа борған булды
Айытбай. Ə үҙе шатлығынан күктең етенсе ҡатындағы кеүек хис
итте. Башын төҙəтте, күңеле күтəренке, ҡатыны бер ни ҙə
һиҙмəне кеүек. «Эт күңеле – бер һөйəк» тигəн кеүек, тағы ни
кəрəк инде. Ул арала күршеһе Лариса килеп инде:
– Йə, Айытбайың табылдымы? үҙе мут йылмайып, сырҡылдап
көлөп ебəрҙе.
– Табылмай, ҡайҙа булһын ул! Ана, ята юрған аҫтында.
Ышанһаң – ышан, ышанмаһаң – юҡ, əле генə юҡ ине, əле бар,
урынында йоҡлап ята. Ғəлəмəт был донъя, – тигəн булды
Хөсниямал, уфтанып.


Ишдəүлəт.

Автор:
Читайте нас: